Инфоурок Другое КонспектыРазработка урока на тему: "Һүҙҙең тамыры һәм ялғауҙары"

Разработка урока на тему: "Һүҙҙең тамыры һәм ялғауҙары"

Скачать материал

Тема: Һүҙҙең тамыры һәм ялғауҙары.

 

Маҡсат:

 1.  Һүҙҙең тамырын табырға, тамырҙаш һүҙҙәрҙе айыра  белергә, ялғауҙар ярҙамында һүҙҙәр төҙөргә өйрәнеү.

  2. Уҡыусыларҙың фекер йөрөтөү һәләтен, иғтибарлығын,  һүҙлек составын байытыу.

  3. Уҡыусыларҙа үҙ теленә ҡарата һөйөү тәрбиә биреү.

 

Дәрес барышы.

1.     Инеш һүҙ.

Уҡытыусы:

       Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

   Уҡыусылар ( шиғырҙы экрандан уҡыйҙар)

Һаумы, ҡояш, һаумы, дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Мин сәләмәт, мин матур,

Салауат кеүек батыр!

Башҡорт телендә һөйләшәм-

Минән ҡоштар көнләшә,

Башҡорт телендә һөйләшәм-

Мин ҡояшҡа тиңләшәм! ( 1 слайд)

 

2.Фонетик күнегеүҙәр эшләү.

 

Уҡыусылар китаптың 202-ce,203-сө битендәге 3-сө күнегеүҙе бергә ҡысҡырып уҡыйҙар.

Йөрөнөләр

Йөрөштөрҙөләр

Йөрөштөргөләнеләр

Йөрөштөргөләштеләр

Йөрөштөргөләштерҙеләр. ( 2 слайд)

 

Тормош

Тормошобоҙ

Тормошобоҙҙоҡо

Тормошобоҙҙоҡоноң. (3 слайд)                                                    

 

5-се күнегеүҙәге теш арбау һамағын бер нисә уҡыусы уҡып сыға.

 

Афарин! Бөгөн дә туған телебеҙҙең серҙәрен өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Беҙ йәнә әсә телебеҙҙең төрлө мәғәнә нескәлектәрен, ҙур мөмкинлектәрен күрербеҙ.

Борон-борон заманда ағас тамыры менән һүҙ тамыры осрашҡандар,ти.

-Һаумы, мин – тамыр. Ә һин кем ?-тигән ағас тамыры.

- Мин дә тамыр! – тигән һүҙ тамыры.

-Һин ниндәй тамыр инде? Минән ҙур ағастар үҫә,ә һинән ни үҫә ала һуң?-тигән ағас тамыры.

-Минән яңа һүҙҙәр үҫә ала,- тигән һүҙ тамыры һәм кешеләргә өндәшкән:

Мине сәсегеҙ, мин ҙур булып үҫәрмен.Һеҙгә көс һәм дәрт биреп торормон,-тигән.  Кешеләр һүҙҙе ергә сәсәкәндәр. Шунан һуң ”һүҙ” тамыры ҙурайған,киңәйгән, бар донъяға таралған.

3.Проблемалы ситуация тыуҙырыу.

Балалар, был әкиәттә нимәләр тураһында һүҙ барҙы инде? (тамырҙар)

      Нимә ул тамыр?

Нимәләрҙең тамыры була? ( үҫемлектәрҙең, ағастарҙың.) (4 слайд)

Хайуандарҙың, кешеләрҙең тәнендә йөрөй торған каналдар-ҡан тамырҙары тип а

тала  (5 слайд)

Теш тамыры ( корень зуба) (6слайд)

  4.Яңы темаға күҫеү.

Бына беҙ  төрлө нимәләрҙең тамырҙарын ҡараныҡ, ә хәҙер,уҡыусылар, беҙ, һүҙҙең тамырына күҫәйек.

Шулай итеп бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы- “Һүҙҙең тамыры һәм ялғауҙары”.(6 слайд)

Хәҙер дәфтәрҙәрегеҙгә бөгөнгө датаны, теманы яҙып ҡуяйыҡ.

Уҡыусылар, әйҙәгеҙ иғтибар менән тыңлайбыҙ! ( теманы аңлатам, ҡағиҙәләрҙе дәфтәргә яҙҙыра барам)

Башҡорт телендә һүҙ тамырҙан йәки тамыр менән ялғауҙан торорға мөмкин. Һүҙҙең төп мәғәнәһен аңлатҡан һәм бүленмәй торған өлөшө тамыр була: ҡурай, өй, үлән, дәфтәр, китап.

Телдә айырым ҡулланмайынса, һүҙгә ҡушылып, яңы һүҙ яһаусы, уның формаһын үҙгәртеүсе өлөшө ялғау була. Мәҫәлән: балаларҙы- бала ( тамыр) + лар ( ялғау) + ҙы ( ялғау). Ялғауҙар үҙҙәре генә айырым мәғәнә аңлатмай. Улар ике төрлө була: яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғау. ( 7 слайд)

 

Яһаусы ялғау

Үҙгәртеүсе ялғау

Урман – урмансы, урманлыҡ. Бесән-бесәнсе, бесәнлек.

Төш-тә әсәй-ҙе күр-ҙем (тә, ҙе, ҙем – уҙгәртеүсе ялғауҙар)

Иркәләү, кесерәйтеү ялғауҙары: мал-ҡай, бала-ҡай, ҡолон-саҡ.

 Килеш ялғауҙары, эйәлек заты ялғауҙары, күплек, хәбәрлек ялғауҙары.

Сифаттарҙың,рәүештәрҙең дәрәжә ялғауҙары:

матур-ыраҡ, иркен-ләберәк, йәш-келт...

Ҡылымдың заман, зат, һан ялғауҙары.

 

Яһаусы ялғау һүҙҙең тамырына йәки нигеҙенә ҡушылып, яңы лексик мәғәнә менән һүҙ яһай.

 

Һүҙгә ҡушылып, бер һүҙҙе икенсеһенә бәйләүсе ялғау үҙгәртеүсе ялғау тип атала.

 

5. Класс менән эш эшләү.

1) 125-се күнегеүҙе балалар дәфтәрҙәренә яҙып эшләйҙәр.( эшләп бөткәс бер уҡыусы уҡып сыға)

2)129-сы,131-се күнегеүҙәрҙе бергәләп таҡтала эләйбеҙ.

6. Үтелгәнде нығытыу. ( Уйын формаһында)

Афарин! Балалар, хәҙер үткән темабыҙҙы нығытып үтәйек.( Иҙәнгә,һәр береһенә ялғауҙар яҙылған, ҡағыҙҙан эшләнгән сәскәләр һәм япраҡтар теҙеп сығам. Дөрөҫ булмаған ялғауҙар ҙа ҡуям. Уҡыусыларҙы ике  командаға бүлеп ярыштырам. Минең осраҡта- терпеләр һәм күбәләктәр командаһы. Күбәләктәр сәскәнән- сәскәгә осалар, ә терпеләр- япраҡ йыя. “Япраҡ” һәм “ Сәскә” һүҙҙәренә ялғауҙар ҡушып, һәр уҡыусы үҙенең һүҙен таҡтаға яҙа бара. Командалар яҙып бөткәс, команданан берәр бала таҡтаға сығып,һәр һүҙҙәге ялғауҙарҙың ниндәй ялғау булыуын аңлата. Әлбиттә командалағы уҡыусылар ярҙам итә ала)

7.Дәресте йомғаҡлау.

Афарин,уҡыусылар! Бөгөнгө дәрестә беҙ башҡорт теленең ниндәй бай булыуын күрҙек. Бер тамыр һүҙгә, әллә ни күпме ялғауҙар ҡушып, һүҙҙәр барлыҡҡа килеүен белдек.

Уҡыусылар! Мин  хәҙер һеҙгә венгр профессоры Йожеф Торманың башҡорт теле тураһында әйткән һүҙҙәрен уҡып китәм.

” Башҡорт теленең матурлығына, байлығына мин таң ҡалдым. Тик ҡайһы бер башҡорттарҙың туған телдәрен онотоуҙарын күреп, бик ҡайғырҙым.Меңәр йылдар төпкөлөнән бөгөнгәсә килеп еткән телде юғалтырға хаҡығыҙ бармы? Балалар менән ата- әсә, өләсәй, олатай башҡортса һөйләшергә тейеш.Һәр башҡорт үҙ теленең байлығын аңлап, ғорурланып,шул байлыҡты юғалтмайынса, түкмәй-сәсмәй, балаларына, ейәндәренә еткерһен ине”

Мин дә был теләктәргә ҡушылам һәм һеҙгә, уҡыусылар, үҙегеҙҙең телегеҙҙе онотмайса,тыуған Башҡортостаныбыҙҙы яратып, кәрәкле шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем. Һәм дәресте шиғыр юлдары менән тамамлайым

Әсә телен белгәндең

Теле матур, бай булыр.

Белмәгәндең белеме

Һәм күңеле һай булыр.

8. Уҡыусыларҙы баһалайым.

9. Өй эше: 126,133-се күнегеүҙәр.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Разработка урока на тему: "Һүҙҙең тамыры һәм ялғауҙары""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Руководитель образовательной организации

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 621 материал в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 19.12.2015 5501
    • DOCX 45.5 кбайт
    • 66 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Гильфанова Зульфия Хамитьяновна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 8 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 10
    • Всего просмотров: 26618
    • Всего материалов: 20

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Основы налогообложения и формирования налогооблагаемых показателей

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стратегии антикризисных коммуникаций и управление репутацией в современном бизнесе

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Занятия спортом при заболеваниях опорно-двигательного аппарата

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 39 человек из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 48 человек
Сейчас в эфире

Информационная интоксикация: методы исцеления

Перейти к трансляции