Дәрес этаптары
|
Уҡытыусы эшмәкәрлеге
|
Уҡыусылар эшмәкәрлеге
|
Дәрестең һәр этабында формалаштырылған
УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)
|
I.Ойоштороу мәле .
Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу
|
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
- Хәйерле көн!
- Хәлдәрегеҙ, кәйефтәрегеҙ нисек?
- Бөгөнгө дәрестә һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Әйҙәгеҙ, дәрестә
үҙебеҙгә уңыштар теләп, бер-беребеҙгә ҡарап йылмайыштыҡ.
Хәйерле көн, ағастар! (слайд)
Хәйерле көн ҡоштар! Хәйерле көн,
тәбиғәт! Хәйерле көн,
дуҫтар!
|
Уҡыусыларҙың
яуаптары
Хор менән сәләмләү.
|
Регулятив: үҙҙәренең уҡыу
эшмәкәрлеген ойошторалар;
Шәхси:
белем алыуға, уҡыуға ҡарата, дәрескә ыңғай ҡараш күрһәтәләр.
Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең
эшмәкәрлеген планлаштыралар.
|
II.
Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе
актуалләштереү)
|
1.Һүрәттәр
менән эш
- Һүрәттә ниндәй хайуандарҙы күрәһегеҙ? Ҡуян, болан,
бүре, һуҫар, төлкө, айыу. (интерактив таҡтала хайуандар һүрәте, бер яҡ ситтә уларҙың атамалары.
Һүрәткә атаманы тап килтереп
ҡуйыу)
– Уларҙы нисек атайҙар? (ҡырағай хайуандар) –
Ошо һүҙҙәрҙә осраған башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен әйтегеҙ. (ҡ, ү, һ,
ҫ, ө) - Аҫтына һыҙылған хәрефтәрҙән һүҙ төҙөгөҙ. Дөрөҫ төҙөһәгеҙ,
дәрестең темаһын асыҡларһығыҙ. (ҡоралай)
|
Һүрәт, атамалар буйынса яуап бирәләр
Уҡыусылар яуап бирә.
Уҡыусылар һүҙ төҙөй
|
Р.: уҡыу
мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу, ҡуйылған
һорауға яуап бирә белеү. Т. б.: тейешле
һығымта яһай белеү
Коммуникатив: тыңлайҙар һәм диалогка инәләр, әңгәмәгә ҡушылалар
Ш:
уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһы-ныусанлыҡ
сифаттары формалаша.
|
III. Уҡыу мәсьәләһен
(проблемаһын) ҡуйыу
|
- Шулай итеп, беҙ бөгөн
дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
- Үҙебеҙгә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ?
- Эйе, дәрестә
Н.Мусиндың ижадына сәйәхәт ҡылырбыҙ, хайуандар тураһында белемебеҙҙе арттырасаҡбыҙ.
|
Ҡоралайҙар тура-һында
һөйләшә-сәктәре тураһын-да әйтәләр.
Уҡытыусы менән берлектә дәрескә маҡсат ҡуялар.
|
Т. б.:
логик фекерләү (сылбырын) алгоритмын төҙөйҙәр.
Р.: уҡытыусы
менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр.
|
IV.
Яңы материалды өйрәнеү.
Уҡыу проблемаһын сисеү.
|
1.Яҙыусы
тураһында белешмә биреү:(Слайд)
1931 йылдың 17
июлендә Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуа. Журналист, Башҡортостандың
халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты. “Йыртҡыс тиреһе”,
“Атайымдың ос һәнәге” һәм башҡа әҫәрҙәрҙең авторы.
2.Һүҙлек
эше: (слайд)
ҡоралай – косуля һуйыр –
глухарь кәбәк –
отруби илгәҙәк –
доверчивый - Ошо һүҙҙәр менән
һөйләмдәр төҙөгөҙ.
3.Хикәйә
өҫтөндә эш:
а)уҡытыусының уҡыуы
б)әңгәмә: -
Әбделнәғим бабай ҡоралайҙарҙы яратып һөйләгән ерҙе табып уҡығыҙ
- Әбделнәғим
бабай Көтмөр хаҡында ниндәй ваҡиға һөйләй?
- Бабай ҡоралайҙарҙы
ниндәй бәләнән
ҡотҡара? -
Хикәйәнең һуңғы юлын нисек аңлайһығыҙ? – Яҙыусы үҙ әҫәрҙәрендә тәбиғәттең,
хайуандарҙың матурлығын һүрәтләй. Автор әйтеүенсә, беҙ улар менән һоҡланып
ҡына ҡалмай, уларҙы һаҡларға ла, ҡәҙерләргә лә тейешбеҙ. Тимәк, Ноғман Мусин
– тәбиғәтте яратыусы, уны һаҡларға саҡырған, өндәгән изгелекле кеше.
Физ-ка
|
Маршрут битенән
мәғлүмәтте үҙҙәре табалар, уҡыйҙар.
Һүҙлек һүҙҙәре
менән һөйләм төҙөйҙәр
Маршрут битен
ҡулланып, һорау-ҙарға яуап бирә-ләр
Уҡытыусының
өлгөлө уҡыуын күҙәтәләр
Кәрәкле урынды
табып, һайланма уҡыу (103-сө бит)
Ваҡиғаны
һөйләй-ҙәр
|
К.:
башҡаларҙы тыңларға, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәләр
Р.: уҡыу мәсь-әләһен аңлау, ҡабул итеү,
маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу
Ш.: тасуири
уҡыу күнекмәләре форма-лаша, уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта
Т. б.: логик фекер йөрөтөү, яңы белем алыу
кәрәклеген аңлайҙар
К: һорауҙарға яуап бир-ергә, башҡаларҙы
тыңлай белергә, һөйләм төҙөргә, әңгәмәгә ҡушы-лырға, үҙҙәренең фекер-ҙәрен
әйтергә өйрәнәләр.
|
V. Белемде нығытыу (Яңы белемде практи-кала
ҡулланыу)
|
1.А.Кузнецовтың
“Бөрйән айыу аулаусыһы” картинаһы өҫтөндә эш: (слайд)
-Был картинала кем төшөрөлгән? Ул кемгә оҡшаған?
- Эйе, был олатай беҙ уҡыған әҫәрҙәге Әбделнәғим
бабайға оҡшаған. – Уның тураһында нимә
әйтерһегеҙ?
Әбделнәғим бабай
- ул һунарсы. Ул ғүмере-нең күп өлөшөн урманда үткәргән. Бабай үҙ
ғүмерендә ниндәй генә хәлдәргә тарымаған да ниндәй генә тәбиғәт серҙәрен
асмаған!
2.Таблицаны
дөрөҫ тултыр:
Һөйләмдәр
|
Дөрөҫ
|
Дөрөҫ түгел
|
Минең ҡоралайҙарҙы һүрәттә генә
күргәнем бар.
|
|
|
Харап яй, ялҡау хайуан улар.
|
|
|
Декабрь урталарында һуҫар һунарсылап
сыҡҡайным.
|
|
|
Яҙғы ташҡын ваҡытында ла барып йөрөнөм.
|
|
|
|
Картина буйынса
һорауҙарға яуап бирәләр
Бабайға
ҡылыҡ-һырлама бирәләр
|
К: һорауҙарға яуап бир-ергә, башҡаларҙы
тыңлай белергә, һөйләм төҙөргә, әңгәмәгә ҡушы-лырға, үҙҙәренең фекер-ҙәрен
әйтергә өйрәнәләр.
Р: уҡыу мәсьәләһен аң-лай, ҡабул итә,
үҙҙәре-нең эшмәкәрлеген планлаштыра, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү
формалаша
|
VI.
Өйгә эш
|
7-се эш 107-се бит
(һеҙҙеңсә иң матур кейек ниндәй? Һүрәтен төшөрөп, уның тураһында яҙырға)
|
Көндәлеккә өй
эшен яҙып ҡуялар
|
VII. Дәресте йомғаҡ-лау. Эшмәкәрлеккә
рефлексия
|
-Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?
- Нимәгә
өйрәндегеҙ? Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарға ирештекме ?
- Ни өсөн беҙ Н.Мусинды тәбиғәт йырсыһы тип атайбыҙ?
- Алған белемдәрегеҙ тормошта кәрәк булырмы?
Баһалау битендә
үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.
Уҡыусыларҙы баһалау.
- Дәрестә алған
белемдәрегеҙҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, тип ышанам. Тәртипле, аҡыллы
малайҙар һәм ҡыҙҙар булып, Тыуған илебеҙгә файҙалы, тәбиғәтте яҡлаусы һәм
һаҡлаусы шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем.
Дәрес бөттө. Һау булығыҙ
|
Уҡыусыларҙың
яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тура-һында әйтәләр. Дәрес башында ҡуйған маҡсат-тарҙы
иҫкә төшө-рөү, баһалау би-тендә үҙҙәренә баһалар ҡуялар.
|
Р.:
үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш
формалаша.
Ш.:
үҙүҫеш, баһалау һәләте үҫә.
|
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.