Инфоурок Начальные классы КонспектыРазработка урока на тему: Повторение по теме "Фонетика и графика"

Разработка урока на тему: Повторение по теме "Фонетика и графика"

Скачать материал

Тема. Фонетика һәм графика буйынса йомғаҡлау дәресе.

әрес – уйын)

 

Маҡсат.  1. Фонетика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу;

                 2. Фекерҙәрен үҫтереү;

                 3. Тыуған яҡҡа, уның кешеләренә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.

 

Йыһазландырыу. «Фонетика» таблицаһы, дәреслек, карточкалар,   

                                  һүрәттәр, магнитофон.

 

Дәрес барышы.

 

I.                   Ойоштороу мәле.

  Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

  Китап, дәфтәрҙәр әҙер,

                                                         Тотонайыҡ беҙ эшкә.

 

       1. Үҙем менән таныштырыу.

       2. Дәрес маҡсаты менән таныштырыу.

Бөгөн һеҙҙең менән ошо тема буйынса дәрес – уйын үткәрмәксе булам.

   Әсә теле ул беҙҙең өсөн башҡорт теле. Ни өсөн беҙгә тел кәрәк? Телһеҙ бер – береңде аңлап булмай. Үткән быуын кешеләренең тормош тәжрибәһен, күңел байлығын бөтә нескәлектәре менән аңлау өсөн һәр яңы быуын әсә телен яҡшы белергә, өйрәнергә тейеш. Уға өйрәнеү ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ, түҙемлек талап итә.

     Һәм бөгөнгө  дәрес – уйындың девизын «Эҙләргә, табырға, бирешмәҫкә!» тип иғлан итәм. Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡабатлап алайыҡ әле (ҡабатлау).

       Тел беҙгә  һөйләү өсөн кәрәк. Һөйләгәндә һөйләмдәр ҡулланабыҙ, һөйләмдәрҙе һүҙҙән төҙөйбөҙ, ә һүҙҙәрҙе нимәләр барлыҡҡа килтерә инде? Өндәр, шулай бит уҡыусылар?! Тимәк, беҙ фонетиканы белергә тейешбеҙ. Ә хәҙер уйынды башлайыҡ. Мин уйынды әкиәт һөйләүҙән башларға уйлайым. Ә һеҙ миңә ярҙам итерһегеҙ, яраймы? Әкиәт нисек башлана әле? Эйе.

       Борон – борон заманда булған ти йондоҙҙар араһында «Фонетика» һәм «Графика» тигән планеталар. «Фонетика» планетаһында күҙгә күренмәй торған кескәй генә йән эйәләре йәшәй икән. Нимәләр тип уйлайһығыҙ? Ҡасандыр унда бер нимә лә булмаған. Бер ваҡыт «Тылсым тауы» мәмерйәһенән тауыштар сыға башлаған. Иң тәүҙә төпкөлдән

а,о,у,ы,и,э

өндәре һуҙылышып, ҡысҡырышып килеп сыҡҡан, улар артынан

ә,ө,ү

өндәре лә күренгән. Ү өнө яйлап килеп сығыуға, мәмерйә эсендә таштар емерелә башлаған. Ни өсөн икән? (Мәмерйәлә ҡысҡырырға ярамай).

    Таштар яуа башлағас, ҡалған өндәр бер – бер артлы атылып сығып өлгөргәндәр, ти. Тәүге өндәр мәмерйәнән сыҡҡанда бер ҡаршылыҡҡа ла осрамағандар, шуға күрә тауыштары ла оҙон булған Уларҙы ниндәй өн тип атанылар икән? (Һуҙынҡы өндәр). Әйтеп ҡарайыҡ әле. Башҡа өндәр сыҡҡан саҡта ҡаршылыҡҡа осрағандар. Шуға ла улар йомро һәм ныҡ булғандар, өндәрен һуҙып әйтеп булмай. Ул өндәрҙе нисек атанылар икән? (Тартынҡы  өндәр). Әйтеп ҡарайыҡ әле.

   Тимәк, балалар, «Фонетика» планетаһында нимәләр йәшәй?

·        Өндәр.

·        Ниндәй өндәр?

·        Һуҙынҡылар һәм тартынҡылар.

·        Улар нимә менән айырылалар?

·        Һуҙынҡылар һуҙылып әйтелә, тарынҡылар – ҡыҫҡа.

·        Ни өсөн?

·        Барлыҡҡа килгәндә һуҙынҡылар ҡаршылыҡҡа осрамайҙар., тартынҡылар – осрай.

      Һуңынан сыҡҡан өндәргә, күңелдәрен күтәреү өсөн ҡыңғырауҙар тарата башлайҙар. Тик бөтәһенә лә етмәй ҡала. Кемдәргә ҡыңғырау эләккән, уларҙың күңелдәре күтәрелеп, шат, көр тауыштар сығаралар, ә кемдәргә ҡыңғырау етмәгән, улар күңелһеҙләнеп кенә бер урында, тауышһыҙ ғына торғандар.

      Тауышлы, ҡыңғыраулы тартынҡыларҙы нисек тип атанылар икән? Әйтеп ҡарайыҡ әле.(Яңғырау тартынҡылар).

      Ә тауышһыҙҙарҙы? (Һаңғырау тартынҡылар).

      Улар күрше «Графика» планетаһында йәшәүселәр менән танышырға теләп,  ҡунаҡҡа осҡандар. «Графика» планетаһында уларҙы нимәләр ҡаршылар икән? Кем әйтер?

(ь,ъ хәрефтәре). Өндәр планетаға аяҡ баҫыу менән, хәрефкә әйләнгәндәр ҙә ҡуйғандар, күҙгә күренеп йөрөй башлағандар.

       Шул саҡ ғәжәп хәл булып ала: өндәр хәрефкә әйләнә башлағас, шым ғына йөрөгән й үҙенә  э, о, у, а өндәрен бер – бер артлы тартып алған да, дүрт хәреф яһаған. Ниндәй хәрефтәр икән? (е,ё,ю,я ) (таблица таҡтаға эленә).

е,ё,ю,я

      Ләкин был хәрефтәр ябай булмаған:

  е –һүҙ башында ике өн менән әйтелһә лә, һүҙ уртаһында э тип кенә әйтелгән. Мәҫәлән: елек, етен,… (таблица таҡтаға эленә). елек, етен,…

Тағы ниндәй һүҙҙәр бар?

  ё хәрефе рус теленән ингән һүҙҙәрҙә генә яҙыла, башҡорт һүҙҙәрендә йо рәүешендә. Мәҫәлән: елка, бойоҡ,(таблица таҡтаға эленә).  

елка, бойоҡ,

Тағы ниндәй миҫалдар килтереп була?

  ю хәрефе  лә у өнө ишетелгән ерҙә яҙыла., ә инде й өнө ү эргәһенә баҫһа, ике хәреф менән билдәләнә: юл, йүгән, юрған,… (таблица таҡтаға эленә).

юл, йүгән, юрған,…

    я хәрефе һәр ваҡыт үҙе генә яҙыла.

Тимәк, (е,ё,ю,я – хәйләкәр хәрефтәр) (таблица таҡтаға эленә).

е,ё,ю,я – хәйләкәр хәрефтәр

    Был өн – хәрефтәр «ЕР» планетаһы барлығын ишетеп ҡалып, кешеләр янына төшөп,  уларға һөйләшергә, аралашырға ярҙам итмәксе булғандар. Уларға беҙ йәшәгән ергә, мәктәптәргә осоп килергә бер ниндәй көс тә ҡаршы тора алмай. Һәм бына улар ергә ҡайтып, балалар үҙҙәрен яҡшы үҙләштерерҙәрме, аңларҙармы икән тип ҡайғыға ҡалғандар. Әйҙәгеҙ, беҙ уларҙың ҡайғыларын таратайыҡ, үҙебеҙҙең яҡшы үҙләштергәнебеҙҙе күрһәтәйек әле.

     Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ. Бөгөнгө дата, көн исемдәрен яҙып ҡуяйыҡ әле.

Һүҙлек диктанты. (Әйтеп яҙҙырыу, аҙаҡтан үҙ аллы тикшереү. Бының өсөн таҡтала һүҙлек диктантының тексы эленә).

Һүҙлек диктанты

  Еләк, емеш, белем, эре, этаж, поэма, ялан, ҡыяр, елка, йомран, йүкә, юл.

      Беҙҙе яҡшы үҙләштергәндәр икән тип, шатлыҡтарынан был хәрефтәр бер рәткә теҙелгәндәр. Был рәт нисек атала икән? (Алфавит). (Алфавитты ҡабатлау).  Шулай итеп, хәрефтәр Алфавит рәүешендә беҙҙә әле булһа йәшәп яталар, ти. Шуның менән әкиәтебеҙ тамам. Әкиәт оҡшанымы?

       Беҙ хәҙер уйындарға күсәбеҙ.

 

1.     «Тиҙерәк  тап»  уйыны.

      Һүрәттәге Алфавит буйынса хәрефтәрҙе табыу.

 

2.     «Разведчиктар» уйыны.

    Ә хәҙер беҙ разведчиктар булып алайыҡ. Разведкала нимә эшләйҙәр? Эйе, тел  алып ҡайталар. Һәр кешене лә алып ҡайтһалар ҙа буламы? Юҡ, тик кәрәклеһен генә.

    Дәреслектең 104- се битен астыҡ, шул биттә «Аҡҡош күле» тексы бар. Ҡарағыҙ әле, текст нисә абзацтан тора? Шул ҙур текстың тик береһендә генә (3-сөһөндә) бер хәреф бар. Башҡа был текста ул хәреф осрамай. Ниндәй хәреф ул? Саф башҡорт телендәге һүҙҙәрҙә ул осрамай, тик фарсы һәм ғәрәп теленән кергән һүҙҙәрҙә була. Шуға күрә уны ялҡау хәреф тип тә атап була. Ниндәй хәреф ул? (Рус теленән кергән ч,щ,ц хәрефтәрен эҙләп тә тормағыҙ. өнө икән ул).

    Аҡҡош күле тураһында һеҙ тағы ла ҡайҙа ишеткәнегеҙ бар? (Эйе, Күл һәм Әбеш ауылдары араһында «Аҡҡош күле» бар. Уның тураһында Г.Юнысова һәм Р.Сәхәүетдиновалар йыр яҙғандар).

       Тимәк, ф өнө сәфәр һүҙендә осраны. Сәфәр нимәне аңлата ул? (Оло юл, юлға сығыу.)

Сәфәр  һүҙенә фонетик анализ яһау.

 

        Ә хәҙер ял итеп алайыҡ.

3. Ял минуты

Беҙҙең Башҡортостанда

Шулай бөгөлә талдар,

Ошондай  бейек тауҙар,

Шулай ҡағына ҡаҙҙар,

Шулай бейей балалар,

Шулай ырғып алалар,

Шунан шым ғына ултырып,

Тағы белем алалар.

 

 

4. «Ижеккә һүҙ табыу» уйыны.

(Таблица  буйынса)

 

                                       Хә…                          хә…

                                       Әф…                         әф…

                                      Фа…                          фа…

                                       Ро…                          ро…

 

       Уйлап тапҡан һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙыу. Миҫалдар: Хәкимйән, Факил, Роза…

Был исемдәрҙе ишеткәнегеҙ бармы? (Хәкимйән Зарипов, Роза Сәхәүетдинова, Факил Мырҙаҡаев. Улар Аҡмулла  премияһы  лауреаттары).

         Кем ул Аҡмулла?     (Сәсән, шағир - мәғрифәтсе)

 

5. Сәсәнәр әйтеше.           

Ҡобайыр әйтеп, ял итеү

 

- Балалар, бер тигәс тә ни яҡшы?

- Телеңде белеү яҡшы.

- Ике тигәс тә ни яман?

- Насар уҡыу бик яман.

- Өс тигәс тә ни яҡшы?

- Дуҫың булыу бик яҡшы.

- Дүрт тигәс тә ни яҡшы?

- Дуҫтар менән татыу йәшәү бик яҡшы.

 

       Ә һеҙ нисек? Дуҫ йәшәйһегеҙме? Мин дә шулайҙыр тип уйлайым. Һеҙҙең синыфта бер нисә милләт балалары бар. Ауылдың үҙендә лә бер нисә милләт кешеләре йәшәй. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа ла 100-ҙән артыҡ милләт дуҫ, татыу йәшәй. (Папка буйынса күрһәтеү). Иң күп һанлы йәшәгән милләттәр.

Бына шулай бергә йәшәүгә нисә йыл була инде? (450 йыл.) Символика күрһәтелә).

      Бына шулай итеп Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыллыҡты беҙ оло итеп байрам итергә әҙерләнәбеҙ. Сөнки президентыбыҙ быйылғы йылды Башҡорт халҡының Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуына 450 йыл тип иғлан итте. Бына Алфавитта ла урыҫ хәрефтәре менән башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре бергә аралашып, дуҫлыҡтары менән  беҙгә яңынан - яңы белемдәр үҙләштерергә ярҙм итәләр.

          2007 йылды  Рәсәй президенты В.В.Путин ниндәй йыл тип иғлан итте?

(Рус теле йылы итеп).

        Тимәк, аралашыу теле булған урыҫ телен дә  яҡшы белергә тейешбеҙ.

      Шулай итеп, уҡыусылар, уйыныбыҙҙың аҙағына ла яҡынлашып киләбеҙ. Уйын барышында беҙ һеҙҙең менән төрлө ҡағиҙәләрҙе ҡабатлап үттек. Әйҙәгеҙ, иҫкә төшөрөп алайыҡ әле.

·        Фонетика нимәне өйрәнә?

·        Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар?

·        Өндәр менән хәрефтәр араһында ниндәй айырма бар?

·        Ниндәй өндәр була?

        Бик яҡшы, уҡыусылар. Ә хәҙер яуаптарығыҙҙы баٕһаларға ваҡыт етте.

Уҡыусыларҙың яуаптарын баһалау.

      Өйгә эш: Синыфта уҡыған иптәштәрегеҙҙең исемен алфавит буйынса яҙып килегеҙ.

       Дәрес өсөн ҙур рәхмәт! Һау булығыҙ!

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Разработка урока на тему: Повторение по теме "Фонетика и графика""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по работе с молодежью

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 656 283 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 05.02.2016 1901
    • DOCX 64.5 кбайт
    • Рейтинг: 4 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ахметзянова Земфира Ягфаровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ахметзянова Земфира Ягфаровна
    Ахметзянова Земфира Ягфаровна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 6816
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Психолого-педагогические аспекты развития мотивации на уроках по продуктивно-творческой деятельности у младших школьников в рамках реализации ФГОС НОО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 134 человека

Курс повышения квалификации

Организация рабочего времени учителя начальных классов с учетом требований ФГОС НОО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 45 человек из 28 регионов
  • Этот курс уже прошли 334 человека

Курс повышения квалификации

Методика преподавания информатики в начальных классах

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 67 человек

Мини-курс

Финансовые аспекты и ценности: концепции ответственного инвестирования

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Российское движение школьников (РДШ): воспитательная работа

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 11 человек

Мини-курс

Психологическая зрелость и стрессоустойчивость: основы развития личности и поддержки

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 215 человек из 56 регионов
  • Этот курс уже прошли 61 человек