Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Конспекты / Разработка урока Нугмана Мусина Тайгак басма по ФГОС
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Разработка урока Нугмана Мусина Тайгак басма по ФГОС

библиотека
материалов




Тема:Башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, прозаигы

Ноғман Мусиндың тормошон һәм Тайғаҡ баҫма” хикәйәһен өйрәнеү.





Төҙөнө:Туймазы ҡалаһы 4-се урта мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм

белем биреү учреждениеһының

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Сафиуллина Ләйсән Хәмит ҡыҙы











Тема урока: Изучение жизни и творчества народного писателя, прозаика Башкортостана Нугмана Мусина и его рассказа “Скользкий мост” на уроке башкирского языка и литературы.







Составил : учитель башкирского языка и литературы

Сафиуллина Ляйсан Хамитовна

Муниципальное бюджетное

общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа №4 г. Туймазы

муниципальный район Туймазинский район

Республики Башкортостан


Дәрес маҡсаты:

Белем биреү маҡсаты:

-халыҡ яҙыусы, прозаик Н.Мусин тормошон һәм ижадын өйрәнеүҙе дауам итеү.

-хикәйәнең идея тематик йөкмәткеһен асыу, актуаллеген билдәләү, проза әҫәрен тикшерергә өйрәтеүҙе дауам итеү.

Үҫтереүсе: уҡысыларҙың ассоциатив, логик фекерләүен, ижади һәләттәрен үҫтереү.

Тәрбиәүи: -Н.Мусин тормошон, ижадын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу;

-интеллектуаль шәхес булып үҫеүен тәьмин итеү;

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: башҡорт теле дәрестәрендә теманы өйрәнеү буйынса отошло, ҡыҙыҡлы алымдарҙы ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡыу мәсьәләһен, проблемаһын планлаштырыу, уның алгоритмын төҙөй белеү, үҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһен баһалау;

б) танып белеү: логик фекерләү ҡеүәһе үҫешә; текст менән эшләү мәлендә аңлы уҡырға, кәрәкле мәғлүмәтте эҙләп табырға, был мәғлүмәт менән эшләргә; сағыштырырға, системаға килтерергә, анализларға, дөйөмләштергә, универсаль алымдар менән эш итергә өйрәнә (таблица, логик-структур, ассоциатив схемалар), проект-эҙләнеү эшмәкәрлегенә, билдә-символдар ҡулланып эш итә белеүенә нигеҙ һалына;

в) коммуникатив: төркөмдә эшләгән саҡта үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә белеү, бер-береһен тыңлай, башҡалар фекерен ҡабул итә,шыма, тасуири уҡыу, аңлай белеү кеүек сифаттар тәрбиәләнә; телмәрҙәре үҫә.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: Н.Мусин тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә ыңғай ҡараш, мотивация, ҡыҙыҡһыныу формалаштырыу; белем алыуға ыңғай ҡараш булдырыу.

Дәрес тибы: телмәр үҫтереү дәресе

Йыһазландырыу: Мультимедиа проекторы (презентация), маршрут һәм баһалау биттәре

Дәрес барышы

Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)

I.Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу (ойоштороу моменты)

Һаумыһығыҙ,уҡыусылар! Хәйерле иртә! Әйҙәгеҙ барыбыҙ ҙа бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, бер-беребеҙгә уңыштар теләп, эшебеҙҙе йылмайыуҙан башлайыҡ.

Ә дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ һуң? Бына асыҡлар өсөн һеҙҙе яңы әҙәби термин менән таныштырып үтәм.

Акростих (грекса akros-ситтәге юл, stichis – русса стих) – шиғыр юлдарындағы беренсе һүҙҙәрҙең тәүге хәрефтәрен өҫтән аҫҡа уҡығанда, кеше исеме йәки фамилияһы, йә айырым һүҙ, һөйләм килеп сығырлыҡ итеп яҙылған шиғыр.




Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау. Дәрескә маҡсат ҡуйыу.

Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар;

Шәхси: белем алыуға, уҡыуға ҡарата, дәрескә ыңғай ҡараш күрһәтәләр.

Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыралар

II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

Мультимедиалы проектор аша шиғырҙар уҡыу.

1.Милләт хәле өсөн борсолоуың

Әле һаман халҡым хәтерендә

Жыу иткәндәй йөрәк иңрәп һыҙлай

Икмәк шиғыры иҫкә төшкәндә.

Тамырҙарын ижад ағасының

Ғафури, һин тәрән ҡаҙаның Аҫыл ташын илһам донъяһының

Фирүзә таш булып ҡабыҙҙың.

Уҡымышлы булыу был тормоштоң

Рәүешеләр, - тиеп яҙҙың,

Инсафлылыҡ юлын шиғриәткә

Гөлдәр баҡсаһы”нан һин алдың.

2.Рәхәтләнеп, эй кинәнеп-көлөп

Әсәм телкәйендә һөйләшәм,

Милләтемә ҡушылып, бер үк сафта

Ирек йырын бөгөн көйләшәм.

Ғәжәп түгел, башҡорт башҡорт менән

Аралаша туған телендә.

Рәми һүҙе ҡайтауаздар булып

Иркен яңғырай Тыуған илендә,

Паклығылай ҡышҡы саф ҡарҙарҙың

Онотолмаҫ шағир һүҙҙәре,

Васияты булып яңғырарҙар.

3.Ныҡлы баҫып ерҙән һалдат үтте,

Асты ҡапҡаларҙы, донъяны. Заман йырын яҙҙы, улар көсө

Ағым һыуҙы быуҙы, даръяны. Рух ныҡлығы ине яҙмышында,

Ныҡышмал һңҙ, кеүәт, дәрт, дарман

Әйтер һүҙе үтте йөрәктәргә,

Жыу итерлек ине ул фарман.

Миңә бөгөн Назар йыры етмәй,

Илатырлыҡ ине ул йырҙар…

4.Мөғжизәле, бер ҡатлыраҡ донъяың,

Оҙон-оҙоҡ бала саҡтарың,

Сабый саҡта миңә үтә яҡын,

Таныш кеүек тыуған яктарың.

Алыҫтарҙа, донъя гиҙгән саҡта

Йыр аламын һинең шишмәңдән.

Киңәш тә ул, хис тә һәм көтөлгән

Әсәм сәләме ул илемдән.

Рәсемеңә бағам, һүҙҙәреңдә

Ил-ереңдең һалҙан хәстәре… Мөхәббәтле мөләйемлек менән

Унда ҡайнай Мостай хистәре.

5. Замандарҙың үтә хәтер мәле

Әллә тәтегенгә үҙеңә,

Йөрәктәргә үтерр ҡайғыларҙы

Насып итер инең үҙеңә.

Әсәйҙәрсә күреп һин телеңде

Бала кеүек наҙлап әүрәттең

Башҡорт телен көйләп, иркәләнең

Илһам шишмәһендә бәүелттең.

Ирлек булды әйтер һүҙҙәреңдә,

Шик-шөбһәне енең һөймәне.

Емештәре әсе ағастар бит

Ваҡланмайҙар ҡырау төшмәйсә,

Аумайҙар ҙа ваҡыт етмәйсә,

Емештәрен биреп бөтмәйсә…

(Һәр яҙыусының портретын күрһәтә барыу, исемлеген төҙөү)

М ә ж и т Ғ а ф у р и, Р ә м и Ғ а р и п о в,

Н а ж а р Н ә ж м и,

5 8 2 1 7 3

М о с т а й К ә р и м.

6 4

Был исемлек тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

- Башҡорт халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары.

-Тағы нимәгә иғтибар иттегеҙ?

- Һандар яҙылған.

- Дөрөҫ. Был асҡыс-һандар. Һеҙ улар ярҙамында тағы бер яҙыусының исемен аса алаһығыҙ. Йә, кемегеҙ тиҙрәк!.


3 7 1 5 8 3

Н о ғ м а н 5 2 6 4 3

М у с и н

(мультимедиалы проектор аша портретын к-рһәтеү)


Уҡыусыларҙың яуаптары.

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү.

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте текстан ишетеп аңлау

Коммуникатив: тыңлайҙар һәм диалогка инәләр, әңгәмәгә ҡушылалар


III. Уҡыу мәсьәләһен

(проблемаһын) ҡуйыу

Эйе, быйыл сентябрь айы халыҡ яҙыусыһы Н.Мусиндың тормошон, ижадын өйрәнеүгә бағышланды.



Ҡайҙа? Ҡасан?

Нисә?

НОҒМАН МУСИН



Ниндәй?

Кем?


Ноғман Мусин. Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуған. Маҡар урта мәктәбен, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын, БДУ-ның филология факультетын тамамлаған. Армияла хеҙмәт иткән, тыуған ауылында дүрт йыл мәктәптә уҡытҡан. Оҙаҡ йылдар “Ағиҙел” журналы, “Башҡортостан” газетаһы редакцияларында, Башҡортостан китап нәшриәтендә,Яҙыусылар союзы идараһында эшләгән.

2001 йылда уға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән юғары исем бирелде.

Быйыл халыҡ яҙыусыһының, прозаик Н.Мусинға 85 йәш. Был уңайҙан бөтә республикала, ҡалала, райондарҙа һәм мәктәптәрҙә бик күп саралар ойошторолдо.

Бөгөн беҙ ҙә Н.Мусиндың Тайғаҡ баҫма” хикәйәһен өйрәнәсәкбеҙ.

Һеҙгә өйҙә Н.Мусиндың Тайғаҡ баҫма” хикәйәһен уҡып килергә ине.


Танып белеү: логик фекерләү (сылбырын) алгоритмын төҙөйҙәр.

Регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр.

IV. Яңы материалды өйрәнеү (моделләштереү)

Уҡыу проблемаһын сисеү
























V. Ял минуты


Дәрестә ҡулланыу өсөн эффектив ысулдарҙың береһе булараҡ – маршрут биттәре. Нимә ул маршрут биттәре?

Ул дәресте логик рәүештә өйрәнеүҙең график сағылышы. Уҡыусыларға дәрестә уҡыу материалын бер-бер артлы, эҙмә-эҙлекле өйрәнеүгә булышлыҡ итә.

Һеҙҙең алдығыҙҙа ла Н.Мусиндың «Тайғаҡ баҫма» хикәйәһе буйынса төҙөлгән маршрут биттәре ята.

-Иң беренсе һүҙлек һүҙҙәренә иғтибар итегеҙ

баҫма – мостик

кәйеф- настроение

ҡырыҫ –суровый

хәйлә – хитрость

маҡтау –хвалить

хөрмәт - уважение

Төркөмдәргә бүленеп хикәйәнең йөкмәткеһенә тура килтереп, Һүрәттәрҙе теҙегеҙ.


Әгәр рус яҙыусыларын әйтһәм тыпырларға тейешһегеҙ.


Н.Мусиндың «Тайғаҡ баҫма» хикәйәһе буйынса төҙөлгән маршрут биттәре менән танышыу,һүрәттәрҙе теҙеү.





















төркөмдәрҙә эш




уҡыусылар уҡытыусы ҡушҡанды эшләйҙәр






Регулятив: өлгө буйынса эшләй белеү, төркөмдә эшләй белеү.

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, рефлексия үткәрәләр, үҙҙәренең эштәрен яҡлай беләләр, анализ бирәләр

Коммуникатив: монологик телмәр төҙөй белеү, бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итә белеү, үҙ эштәрен анализлау, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша














Шәхси: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.



VI. Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу)


















































































































































































































































































VII.Өй эшен биреү



-Ә хәҙер һүрәттәргә ҡарап тест яуаптарына яуаптар яҙығыҙ.

Тест.

1.Хикәйәнең исеме нисек?

А) Тайғаҡ күпер

Ы) Тайғаҡ баҫма

Б) Тайғаҡ юл.

2.Баҫма ниндәй йылға аша һалынған?

В)Баҙы

Ҡ)Ҡамышлы

Г)Таналыҡ.

3.Хикәйәнең төп геройҙары кем?

Д)Садиҡ менән Гөлсөм

Е)Рәхмәт менән Ринат

З)Илнар менән Илнур

Ш)Әсҡәт менән Рәхмәт.

4.Малайҙар ҡайһы мәктәптә уҡыйҙар?

И)Таштау башланғыс мәктәбендә

К)Исмаил урта дөйөм белем биреү мәктәбендә

Я)Ташморон һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә.

5.Кем ҡайһы аяғын һындыра?

М)Әсҡәт уң аяғын

л)Әсҡәт һул аяғын

н)Әсләм һул аяғын.

-Ә хәҙер яуаптарығыҙҙа килеп сыҡҡан хәрефтәрегеҙҙе бирелгән тәртип буйынса теҙеп сығығыҙ.

4 2 3 1 5 1 2

Я ҡ ш ы л ы ҡ

-Әгәр ҙә һеҙҙең яуаптарығыҙ дөрөҫ булһа, дәрестә нимә тураһында һүҙ барасағын белерһегеҙ .

(Слайдта дөрөҫ яуап сыға)

-Ә хәҙер иғтибарҙы дәресебеҙҙең девизына йүнәлтәйек.

Донъяла мәңге ҡалыр эш-

Ул да булһа яҡшылыҡ.

Күккә лә осор – яҡшылыҡ.

Һыуҙа ла батмаҫ – яҡшылыҡ.

Утта ла янмаҫ – яҡшылыҡ.

Телдән дә төшмәҫ – яҡшылыҡ. (“Урал батыр” эпосынан).

-Яҡшылыҡ эшләү ул батырлыҡ та, бурыс та түгел. Бер-береңә ярҙам итеү, терәк-таяныс булыу – ул кешеләр араһында аралашыуҙың тәбиғи көндәлек нормаһы. Кешенең ашарға, эсергә, йоҡларға ихтыяжы булған кеүек, яҡшы эштәр ҡылыуға ла ихтыяжы булырга тейеш.

-Ә Ноғман Мусиндың хикәйәһеендә ниндәй яҡшылыҡ тураһында һүҙ бара?

-Рәхмәт бәләгә осраған Әсҡәтҡә ярҙам итә.

-Рәхмәт менән Әсҡәткә ниндәй сифаттар хас икәнлеген асыҡлап үтәйек. Бының өсөн хикәйәнең йөкмәткеһен иҫкә төшөрәйек.

(м/м проекторҙан һүрәттәр сыға)

1.Рәхмәт менән Әсҡәттең бергә өй эшен әҙерләүе.

2.Мәктәпкә бергә йөрөмәүҙәре.

3.Рәхмәттең Әсҡәтте күтәреп алып килеүе.

-Ә хәҙер, уҡыусылар, Рәхмәткә хас сифаттарҙы һанап сығығыҙ.

-Рәхмәт-яҡшы күңелле, ярҙамсыл, ныҡыш, маҡтанып йөрөмәй. тимәк ул ниндәй малай?)

-Яҡшы.

-Ә Әсҡәткә ниндәй сифаттар хас?

-Әсҡәт – үпкәсел, алдаҡсы, маҡтансыҡ, ҡурҡаҡ. Уны ниндәй малай тип әйтерһегеҙ?

-Насар.

-Ә яҙыусы Рәхмәтте яҡшы, ә Әсҡәтте насар тип әйтәме?

-Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Шулай тип әйтеп буламы? Ни өсөн?

-Тимәк кешенең характеры уның эштәре, ҡылыҡтары аша асыла. Яҡшылыҡ менән яманлыҡ эштә, ҡылған ҡылыҡта, һөйләгән һүҙҙә беленә икән. Шуның өсөн дә ата-бабалар яҡшы янында яман беленә тип әйткәндәр.

Дәфтәрҙәрегеҙҙе асып Рәхмәткә һәм Әсҡәтҡә хас сиффатҙы яҙып сығайыҡ.

Яҡшы булыр өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк инде?

-Яҡшы эштәр эшләргә, кеше хәленә инә белергә, шәфҡәтле, мәрхәмәтле, ярҙамсыл булырға.

-Эйе, яҡшылыҡ ҡылған кеше һөйкөмлө, матур ҙа була. Ундай кешенең дуҫтары ла күп була.

-Балалар, әгәр кеше үҙең генә ҡайғыртһа, үҙ файҙаһына ғына күҙәтһә, үҙең генә яратһа, нисек булыр икән

-Ул бер үҙе ҡала, дуҫтары, ауыр саҡта ҡайғыһын уртаҡлашыусыһы ла булмай.

-Яҙыусы хикәйәһен Тайғаҡ баҫма тип атаған. Ә баҫма нимә ул? Һеҙ уны нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Уның синонимы нисек?

-Күпер.

-Һүҙҙең ниндәй күперҙәр күргәнегеҙ бар?

-Ә донъяла ниндәй күперҙәр бар икән? Мин һеҙҙе интернет сәйәхәткә саҡырам?

-Күперҙәр оҡшанымы? Уларҙы ни өсөн төҙөнөләр икән? Уларҙы төҙөгән кешеләр турәһында нимә әйтерһегеҙ?

-Кешеләргә йөрөргә уңайлы булһын өсөн. Тырыш, яҡшы, башҡаларҙы ла ҡайғыртыусы кешеләр төҙөгән.

-Шундый иҫ киткеҫ баҫмалар бар икән. Исемдәре лә матур.

-Ә ни өсөн яҙыусы үҙенең әҫәрен “Тайғаҡ баҫма” тип атаған икән?

-Әсҡәт тайып йығылған өсөн генәме икән?

-Эйе, уҡыусылар, кешегә үҙ ғүмерендә бик күп тормош күперҙәре аша үтергә тура килә. Ул күперҙәр һәр ваҡыт ныҡлы, тигеҙ генә булмай, араларында тайғаҡтары ла осрай.

-Ноғман Мусин яҡшы юлдан яман юлға тайып китмәҫкә, уларҙы айыра белергә, үҙеңдең тирә-яғындағы кешеләргә иғтибарлы булырға кәрәклекте иҫкәртә.

-Һәр кешенең холҡонда ыңғай, иғтибарға лайыҡ сифаттар була. Шулай уҡ һәр кешенең холҡонда етешһеҙ яҡтар ҙа була. Башҡаларҙың етешһеҙлегенә түҙемле була белергә кәрәк. Төрлө конфликтлы хәлдәрҙе көлкөгә әйләндереп, кешене үҙегеҙ ғәфү итә белегеҙ.

-Хәҙер Яҡшылыҡ төшөнсәһенең моделен төҙөйөк. Нигеҙен ҡояш итеп алайыҡ, сөнки ҡояш-шатлыҡ, яҡтылыҡ, йылылыҡ билдәһе.

(Слайд)

-Был төшөнсәне кешенең ниндәй сифаттары аша аҫыҡлап була?

Мәрхәмәтлелек Шәфҡәтлелек

Изгелек Яҡшылыҡ

Ҡиң күңеллек

Йылмайыу Яҡшы һүҙле булыу

-Ә бына ошо сифаттарға эйә булған кешене ни эшләйҙәр?

-Маҡтайҙар, хөрмөт итәләр.

-Был турала яҙыусы нисек тип әйткән?

-Маҡтау менән хөрмәтте кешегә кеше алып бирмәй. Үҙең тырышмаһаң…

- Эйе, бик матур итеп әйткән яҙыусы. Ғөмүмән, хикәйәнең теленә иғтибар итһәк, ул ниндәй һүҙҙәрҙе бик күп ҡулланған?

-Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе.Ә хәҙер әҙрәк уйнап алайыҡ.

Серле һүрәттәр уйыны.

Мин бер рус рәссамына түбәндәге нығынған һүҙбәйләнештәргә һүрәт төшөрөргә

ҡушҡайным. Ул тура мәғәнәһендә аңлаған һәм ошо һүрәттәрҙе эшләп ебәргән. (һүрәттәр м/м проектор аша күрһәтелә)

Балтаһы һыуға төшкән – ныҡ күңелһеләнеү, бошонҡо йөрөү.

Бүрәнә үтә бүре күреү – белмәгәнде беләм тигән кеше.

Соҡор ҡаҙыу – насарлыҡ уйлап, этлек эшләү.

Аранан ҡара бесәй үтеү – икәү-ара ыҙғышыу, дуҫлыҡ мөнәсәбәте боҙолоу.

Алма беш, ауыҙыма төш - әҙерҙе генә көтөп торған кешегә әйтелә.

- Был рус рәссамына нисек ярҙам итеп була?

Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәрҙе рус теленә тәржемә иткәндә һүҙҙәр түгел, ә мәғәнәһе тура килергә тейеш.

159-сы күнегеү. тикшереү.(Слайд)


Балтаһы һыуға төшкән – как в воду опущенный.

Ҡыҙыл ҡар яуғас – после дождика в четверг.

Танау аҫты кипмәгән – молоко на губах обсохло. Башы һуҡҡан яҡҡа – куда глаза глядят.

Май эсендәге бөйөр кеүек – кататься как сыр в масле.

Энә төртөр урын юҡ – негдн яблоку упасть.

2. Ҡапсығыңды тот – держи карман шире.

Ҡурҡҡанға ҡуш күренә - у страха глаза велики.

Тырнағына ла тормай – в подметки не годится.

Түбәһе күккә тейеү – быть на седьмом небе.

Яр аҫтынан яу сығарыу – много шуму из нечего.

- Эйә, уларҙы яҡшы белеү, оҫта, ҡулланыу телмәрҙе матурлай, йыйнаҡлата, образлы яһай.



1.Һүҙлек һүҙҙәрен ҡабатлау.

2.Хикәйәләге нығынған һүҙбәйләнештәрҙе яҙып алыу.

3.Хикәйәне һөйләп өйрәнергә

уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшереп, баһалай






























уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшереп, баһалай)







Слайдтағы яуптарҙы тикшерәләр




Иң беренсе үҙ аллы уҡыйҙар,артабан хор менән уҡыйҙар


























Рәхмәт менән Әхәткә хас сифаттарҙы һанап сығалар















Һүрәттәр буйынса йөкмәткеһен тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрәләр.



Яман менән яҡшылыҡты айыра белеү











































баҫма һүҙенең синонимын асыҡлау






м/и пректорҙан күперҙәр ҡарау


















































Слайдҡа ҡарап дәфтәрҙәрҙә модель төҙөйҙәр
































Бирелгән һүҙбәйләгнештәрҙе рус теле менән сағыштырыу



























телдән вариантлап эшләү























көндәлеккә өй эштәрен яҙалар







Шәхси: уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен (биремен) аңлау, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу

Коммуникатив: тест һорауҙарына яуап бирәләр













































































































































































































































































Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, анализлай, һайлай белеү.

Регулятив: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу.

Коммуникатив:хикәйәне һөйләп өйрәнергә

VIII.Дәресте йомғаҡлау.

Эшмәкәрлеккә рефлексия.

-Шулай итеп, бөгөнгө дәрестә үҙегеҙ ҡуйған маҡсаттарға ирештегеҙме?

-Ниндәй мәғлүмәт һеҙҙең өсөн яңы булды?

-Алған белемдәрегеҙҙе ҡайҙа ҡуллана алаһығыҙ?

-Ниндәй алымдар, эш төрҙәре һеҙҙең өсөн бигерәк тә оҡшаны?

-Аңлау өсөн нимәһе ауыр булды?

-Яҡшы. Тырыштығыҙ, бөгөнгө эшегеҙҙән мин бик ҡәнәғәтмен. Һәр ваҡыт шулай тырыш, яғымлы булығыҙ, йышыраҡ йылмайығыҙ. Ҡайҙа гына йөрөһәгеҙ ҙә, кешеләргә яҡшылыҡ эшләргә тырышығыҙ. Һеҙҙең турала ғорурланып телгә алырлыҡ булһын.

-Аралашыу, кешеләр менән аралаша белеү-ауыр хеҙмәт. Бөтә күңелеңде биреп эшләһәң генә ул файҙа килтерә.

-Алдарығыҙҙа үҙ-үҙегеҙҙе баһалау биттәре ята. Шул биттә үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.


-Ә хәҙер бер-берегеҙгә ҡарағыҙ ҙа тағы ла бер тапҡыр йылмайығыҙ. Кеше күңеленә рәхәт, яҡшы булғанда ғына йылмая. Йылмайыу менән күп бейеклектәргә ирешергә була. Дуҫтарыңдың күңелен яуларға теләһең – йылмай, кешенең ыңгай яуап биреүен теләйһең икән-йылмай, һәр ваҡыт йәш булмайым тиһәң-йылмай, оҙон ғүмерле булайым тиһәң – йылмай.

Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо булған Н.Мусин ижадын өйрәнәйек, онотмайыҡ.Уның ижад шишмәһе бер ҡасан да ҡоромаһын!

(“Йылмайыуҙар таратам” шиғырын уҡыйым. Экранда ҡояш.)

Йылмайыуҙар таратам.

Йылмайыуҙар йыйып алып Йылмайыуҙар таратам.

Көләс йөҙлө юлдаштарҙы,

Яҙ ҡояшын яратам. Ҡояштың алтын нурҙары

Сағылғас күҙҙәреңдә –

Нурға ҡойонған сәскәләй Күрендең күҙҙәремә

Баҫҡан һайын эҙҙәремдә

Сәскәләр үҫер һымаҡ

Ҡолас йәйеп берәй дуҫым Ҡаршыма сығыр һымаҡ.

Сәбәпле лә, сәбәпһеҙ ҙә, Йылмайып китеп барам.

Йылмайыуҙар йыйып алып Йылмайыуҙар таратам.


Уҡыусыларҙы баһалау

-Дәрес бөттө. Һау булығыҙ.

Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр. Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарҙы иҫкә төшөрөү, баһалау битендә үҙҙәренә баһалар ҡуялар.







































Баһалау биттәрен тултырыу



Регулятив: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Шәхси: үҙүҫеш, баһалау һәләте үҫә






































































Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 21.10.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров191
Номер материала ДБ-280492
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх