Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Разработка урока отрывку из произведения М. Карима"Таганок"
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 26 апреля.

Подать заявку на курс
  • Другое

Разработка урока отрывку из произведения М. Карима"Таганок"

библиотека
материалов

Тема: Мостай Кәрим “Дан кәпәс түгел” ( “Өс таған” повесынан өҙөк).

Маҡсаттар:

  1. Дан кәпәс түгел” әҫәренең идея- тематик йөкмәткеһен үҙләштереү,М.Кәримдең ижады, тормош юлын ҡабатлау;

  2. Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, тасуири , дөрөҫ уҡыу күнекмәләрен нығытыу, һүҙлек байлығын арттырыу.

  3. Ветерандарға ҡарата , Еңеү көнөнә оло ихтирам тәрбиәләү, тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыусыларҙа тыуған илгә һөйөү, батырҙарыбыҙ менән ғорурланырға өйрәтеү.

Йыһазландырыу: дәрескә презентация, М. Кәримдең фотоһы, “За отвагу” (“Батырлыҡ өсөн”) миҙалының һүрәте, “За боевые заслуги” миҙалы, кәпәс, фонояҙма ( “Еңеү көнө” , “Уйнап алайыҡ әле” йырҙары),әҫәргә иллюстрациялар, компьютер, проектор, интерактив таҡта.

Үҙләштереү өсөн һүҙҙәр: тыйнаҡлыҡ, мәргән, мираҫ, ҡылыҡ, дан- шөһрәт, кәпәс.

Дәрестең эпиграфы:

Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә

Бер битеңдә моңһоу ай һаман.

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән әсе йәш тама.

(М. Кәрим).



Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле.

-Һаумыһығыҙ,балалар!

Хәйерле көн һеҙгә!

Зиһен һәм тел асҡыстары

Теләйем һәммәгеҙгә!



  • Уҡыусылар! Һеҙ яңы ғына ҡышҡы каникулдарҙа ял итеп килдегеҙ. Кәйефтәр яҡшымы, көрмө? Карточкаларға тап килгән биттәрҙе күрһәтегеҙҙе һорайым.(уҡыусылар смайлдарҙы күрһәтәләр).

  • Яҡшы. Һеҙҙең ошо йылмайған “биттәр”- смайлдар дәрес аҙағына тиклем ошолай һаҡланыр тигән өмөттәмен!

hello_html_9b8ea28.jpghello_html_7571897a.pnghello_html_3c49ca0c.jpg



II. Балалар, ошо шиғыр юлдарына иғтибар итегеҙ әле! (эпиграфты яттан һөйләйем, плакат асыла, минусовка яңғырай.)

Өҙөк нимә тураһында ? (Еңеү).

Дөрөҫ. Ә ни өсөн мин ошо шиғырҙан өҙөктө бөгөнгө дәрестең эпиграфы итеп алғанмын икән ? (Дәрестә беҙ бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы, Еңеү көнө тураһында һөйләшәсәкбеҙ.)

Әлбиттә. Бик дөрөҫ әйттегеҙ. Балалар, ә эпиграфтағы шиғырҙың авторы кем? (Мостай Кәрим).

Эйе.Шулай булғас,беҙ дәрестә кемдең әҫәрен өйрәнәсәкбеҙ инде?

Уҡыусылар, һеҙҙең һәр берегеҙҙең алдында карточкалар ята.Фотола кем төшөрөлгән? Кейеменә ҡарап нимә әйтә алаһығыҙ? (хәрби кейеменә ҡарап, беҙ уның һуғышта ҡатнашҡанын әйтә алабыҙ).

hello_html_2c996e9a.jpg

Эш ( йәйә эсендә бирелгән һүҙҙәрҙең кәрәклеһен һыҙырға).

Мостай Кәрим Башҡортостандың ( Шишмә районы Келәш ауылында, Миәкә районы Туҡһанбай ауылында, Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында) (1831 йылдың 26 декабрендә, 1908 йылдың 2 ғинуарында, 1919 йылдың 20 октябрендә) тыуған.Уның ( Кәмһетелгәндәр” , “Яҡшылыҡ”, “Сыйырсыҡ балаһы”, “Аҡһаҡал аманаты”, “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта”, “Дан кәпәс түгел” ) исемле әҫәрҙәре бар. Хеҙмәттәре өсөн ( С. Юлаев исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме) бирелә . 2014 йылда республикабыҙ уның (80,55,95) йәшлек юбилейын билдәләне.

Шулай итеп, был эшебеҙҙе йомғаҡлап нимә әйтә алабыҙ?Мостай Кәрим тураһында нимәләр белдегеҙ? ( 1уҡыусы матур итеп уҡып ишеттерә .)

(Фотоһын эләм.)

III.Уҡыусылар,һеҙҙең алдығыҙҙа М.Кәримдең китаптарынан күргәҙмә. Кем ҡыҙыҡһына, дәрестән сыҡҡанда күргәҙмәне ҡарап сығырһығыҙ! Әҫәрҙәре араһында төп геройҙары – һеҙҙең кеүек 5 класс малайҙары булған бик ҡыҙыҡлы әҫәр бар(күрһәтәм) .”Өс таған”повесынан “Дан кәпәс түгел” исемле өҙөктө беҙ һеҙҙең менән бөгөнгө дәрестә уҡыясаҡбыҙ . Ә маҡсаттарҙы ,әйҙәгеҙ, бергәләп билдәләйек: дәрестә беҙ нимә эшләйәсәкбеҙ?(маҡсаттарҙы әйтәләр).

Дөрөҫ. Хәҙер эш дәфтәрҙәрегеҙҙе асып, число, теманы яҙып ҡуйығыҙ.Бөгөн дәрестә беҙ төркөмдәргә бүленеп эшләйәсәкбеҙ,бергәләп кәңәшләшергә лә мөмкин. Әүҙем генә ҡатнашып ултырырһығыҙ, тип уйлайым!

IV. Һүҙлек эше.

Әйҙәгеҙ, хикәйәне уҡыр алдынан ундағы терәк һүҙҙәргә аңлатма биреп, тәржемә итеп китәйек!

(слайд асыла)

Тыйнаҡлыҡ- воспитанность

Ҡылыҡ- поступок, привычка

Мираҫ- наследие

Мәргән- меткий стрелок

Дан-шөһрәт- слава

Кәпәс- головной убор

1) Һүҙҙәрҙе үҙем уҡыйым

2)Уҡыусылар һүҙҙәрҙе үҙ аллы, шыбырлап уҡығыҙ.

3)Хор менән уҡыу

(Төркөмдәргә ҡағыҙҙарҙа ҡылыҡ, дан –шөһрәт, кәпәс һүҙлек һүҙҙәре бирелә, уҡыусылар бергәләп телдән һөйләм төҙөй, 1-һе сығып таҡтаға яҙа).

Мәҫәлән:Минең дуҫтарым- һәйбәт ҡылыҡлы . Дан- шөһрәт ҡаҙанған кешеләр районыбыҙҙа күп. Атайым миңә йылы кәпәс алып бирҙе.

(Класҡа кәпәс күрһәтәм дә һорайым):

Был нимә ул ?(кәпәс).

Кәпәсте ҡайҙа кейәләр? (1 малайға тотторам , ул башына кейә).

Әлбиттә,кәпәс –ул баш кейеме.

V. Ял минуты.

Арып киткәнһегеҙҙер, бер аҙ ял итеп алайыҡ! (музыка уйнай, кәпәсте һәр береһе кейә лә икенсеһенә бирә.Кемдә музыка туҡтай- шул уҡыусы берәй баш кейеменең исемен әйтә.).

Ярай, бер аҙ ял итеп алдыҡ.Уҡыусылар, хәҙер ,әйҙәгеҙ, хикәйәнең йөкмәткеһе менән танышайыҡ.

VI. Дәреслек менән эш.

Әҫәрҙе мин үҙем уҡыйым, ә һеҙ дәреслектән иғтибар менән ҡарап күҙәтеп ултырығыҙ. Мин уҡығанда һеҙ уйланып ултырығыҙ: ни өсөн хикәйә “Дан кәпәс түгел” тип аталған икән?

  • Хикәйәне тасуири итеп уҡып сығам.

- Уҡыусылар, мин уҡығанды һеҙ иғтибар менән тыңлап ултырҙығыҙ. Хикәйә аңлашылдымы? Һеҙҙе иң һоҡландырған кем булды?(Нәғимә инәй)

- Нимәһе менән ул һеҙҙе һоҡландырҙы , уға ниндәй сифаттар хас ? Текстан шул урындарын табып уҡып ишеттерегеҙ әле. (Ул сәбәләнмәне, ҡысҡырынманы. Арҡаһынан тағы бер ҡат һөйөп алды. Ейәненә ҡарап, эсе өҙөлөп китә. Күңелен төшөргөһө килмәне. Ең осо менән һаҡ ҡына һөртөп алды.)

- Афарин! Бик матур әйттегеҙ! Ә Нәғимә инәйҙе һеҙ нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? (буйға бик оҙон түгел, тәпәшәк буйлы, бите йыйырсыҡлы, оҙон күлдәктә. Муйынында муйынсаҡ.Көмөш беләҙекле,башына яулыҡ бәйләгән).

- Килешәм. Ә кем ул Ғабдулла ?(Нәғимә инәйҙең ейәне).

- Эйе. Ә ни өсөн өләсәһе уны сығып барған еренән туҡтата?(сөнки өләсәһе ейәненең күкрәгендә улының миҙалын күреп ҡала.)

Слайд ( “За отвагу” миҙалының һүрәте).

hello_html_m2bf5206a.jpg



Хикәйәлә бына ошо миҙал тураһында һүҙ бара ла инде. Ғабдулланың күкрәгендәге ошо миҙал Нәғимә инәйгә нисек тәьҫир итә? - Был 1-се төркөмгә һорау- ( Нәғимә инәйҙең йөҙө үҙгәреп китте. Йөрәге сәнсеп алды, быуындары йомшарҙы. )

2-се төркөмгә һорау- Ғабдулла миҙалды ни өсөн бирелгәнен нисек аңлата?( Батырлыҡ өсөн . )

3-сө төркөмгә һорау- Ә миҙалды, ысынлап та, ни өсөн һәм кемгә бирәләр? (Батырлыҡ күрһәткән батырҙарға, геройҙарға).

Уҡыусылар, мин һеҙгә тағы бер миҙал күрһәткем килә. Быныһы инде ысын, ҡомартҡы (дәрескә килтерелгән миҙалдарҙы күрһәтәм)

Балалар, әйтегеҙ әле, Нәғимә инәй ейәненә атай миҙалын тағырға ярамауҙы нисек аңлата? (Текстан 1 уҡыусы табып уҡый: -Улай булғас, тыңла...).

Ошо абзацта тәрән мәғәнәгә эйә булған, өҙөктөң исеменә яуап булырҙай һүҙҙәр бар. Шул һүҙҙәрҙе табайыҡ. (Батыр үлһә, улына ҡылысы ҡала, мәргән үлһә, уҡ-һаҙағы ҡала. Мөрйәнән сыҡҡан төтөн донъяны йылытмай. Ата даны баланы биҙәмәй).

Уҡыусылар,былар нимә ул? (мәҡәл).

Дөрөҫ. Әлбиттә, мәҡәл. Ошо мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатып китегеҙ? (аңлаталар). (Слайдта -мәҡәлдәр).

  1. VII.Артабанғы эшебеҙ шундайыраҡ.Мин текстан һөйләмдәр уҡыйым, тик улар бер аҙ үҙгәртелгән.Һеҙ иғтибар менән тыңлап, һөйләм менән килешһәгеҙ-“0”, килешмәһәгеҙ- “1” һанын ҡуяһығыҙ.Шулай итеп, иғтибар!

  1. Ғабдулла өйҙән йүгереп сығып китте.(1)

  2. Шулай ҙа Нәғимә инәй сәбәләнмәне, ҡысҡырынманы.(0)

  3. Нәғимә инәй ейәненең күкрәгенә бармағы менән төртөп күрһәтте(1)

  4. Ғабдулла атаһына оҡшамағайны(1)

  5. Ана һинең башыңда ла атайың мәрхүмдең түбәтәйе(1)

  6. Шул саҡ урамда Вәзир әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе.(1)

  7. Бысҡыны юғалта күрмә берүк! (1)

  8. Ейәне сығып киткәс, Нәғимә инәй, миҙалды өҫтәлгә һалып, бер аҙ ҡарап торҙо.(1)

-Әйҙәгеҙ,, яуаптарҙы тикшерәйек. (Слайдтан тикшерәбеҙ).Һанайбыҙ: нисә “юҡ”-7, нисә “эйе”- 0 , нисә килеп сыҡты? (70)

- Ә быйыл был һан менән бәйле ниндәй бөйөк байрам билдәләнәсәк?

(2015 йылдың 9 майында беҙҙең илдә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ!)

- Дөрөҫ. Афарин! Был көн ни өсөн беҙгә ҡәҙерле, бөйөк?(беҙҙең ата- бабаларыбыҙ илде дошмандан һаҡлап,илебеҙҙе дошмандан азат итеп, еңеү яулаған.)

- Эйе. Балалар Бөйөк Ватан һуғышында 40млн яҡын кеше үлгән. Йәғни, был һуғыш еңел бирелмәгән(эпиграфҡа иғтибар итеү).Һәм беҙ ошо байрамда ғына түгел, ә гел генә иҫән ҡалған ветеран бабайҙарҙы хөрмәтләп ололарға тейешбеҙ. Бәлки,арағыҙҙа һеҙҙең дә олатай- ҡартатайҙарығыҙ һуғышта ҡатнашып, ошо еңеүгә үҙҙәренең дә өлөшөн индергәндер. Беҙ уларҙың бөтәһе менән дә ғорурланырға тейешбеҙ!

VIII . Слайд (иллюстрациялар).

Уҡыусылар,әҫәр буйынса төшөрөлгән һүрәттәргә ҡарап, эпизодты ҡыҫҡаса һөйләп бирегеҙ.(төркөмдәргә бүлеп бирәм).

IX.Һығымта эшләйбеҙ : Шулай итеп, атайҙан ҡалған миҙалды улы, ә беҙҙең осраҡта Ғабдулла тағырға тейеш түгел,тик мираҫ итеп һаҡларға кәрәк! Кеше даны кешене биҙәмәй, уны кәпәс һымаҡ үҙеңдеке итеп булмай! Ғабдулла быны яҡшы аңланымы?Ҡайҙан беләбеҙ? (текстан табып уҡыйҙар). Афарин! Артабан төркөмләп эшләүҙе дауам итәбеҙ.

X.Рефлексив анализ.

Уҡыусылар! Таҡтаға ҡарап, дәрестәге үҙегеҙҙҙең эшегеҙгә баһа бирегеҙ.

Вариант 1.

hello_html_3b8268bb.jpg- дәрестәге материал еңел бирелде.

hello_html_m315224e4.jpg- миңә бөтә нәмә лә аңлашылды.

hello_html_4eb7b35.jpg- бер аҙ ҡыйынлыҡтар тыуҙы.

Дәрестә әүҙем ҡатнаштығыҙ! Афарин! Киләсәктә лә актив булығыҙ, белем алырға ынтылығыҙ!

X.Баһалау.

XI. Өй эше биреү.

1-се төркөмгә- дан, батырлыҡ тураһында мәҡәл-әйтемдәр яҙырға.

2-се төркөм- районыбыҙҙың данлыҡлы кешеләре тураһында мәғлүмәт туплау.

3-сө төркөм- Рәсәй Федерацияһында һуғыш һәм хеҙмәт геройҙарына, ветерандарына бирелгән орден- миҙалдар тураһында материал табырға.

XII. Дәрескә йомғаҡлау.

-Шулай итеп,бөгөнгө дәресте йомғаҡлап, нимә әйтә алаһығыҙ? Яңы нимә белдегеҙ?(яуаптар).

- Ҡәҙерле уҡыусылар! Мин ошонда ултырған барлыҡ ҡыҙ һәм малайҙарҙың бөйөк Мостай Кәрим, әҫәрҙәге Мөхәмәтулла кеүек илен яратҡан, данлаған, телен хөрмәт иткән , эшһөйәр шәхес булырһығыҙ, тип ышанам! Әҫәрҙәге Нәғимә инәй һүҙҙәре менән әйткәндә: “...атайыңа лайыҡлы булып, ил һоҡланырлыҡ , кешеләр хайран ҡалырлыҡ эштәр башҡарырһығыҙ ”тип уйлайым!

- Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! Һау булығыҙ!





























































Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль районының Йомағужа 1- се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф учреждениеһы













Темаһы:



М.Кәримдең “Өс таған” повесынан



Дан кәпәс түгел” өҙөгө.

hello_html_m642a909b.jpg



Күгәрсен районы Йомағужа 1-се урта

мәктәбенең башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғимранова Рәсимә

Факил ҡыҙының дәрес планы.

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа № 1 с. Юмагузино МР Кугарчинский район















Тема:



Рассказ “Шапка - не слава”

(отрывок из повести М.Карима “Таганок”)

hello_html_m642a909b.jpg

Разработка урока учительницы

башкирского языка и литературы

МБОУ СОШ № 1с.Юмагузино

Гимрановой Расимы Факиловны.







































Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль районының Йомағужа 1- се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф учреждениеһы











Темаһы:



Аҡъял батыр”әкиәте.

Ҡушма һүҙҙәр.

hello_html_m4d5e7b3e.jpg



Күгәрсен районы Йомағужа 1-се урта

мәктәбенең башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғимранова Рәсимә

Факил ҡыҙының дәрес планы.

2015 йыл





















Автор
Дата добавления 08.10.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров49
Номер материала ДБ-245088
Получить свидетельство о публикации

"Инфоурок" приглашает всех педагогов и детей к участию в самой массовой интернет-олимпиаде «Весна 2017» с рекордно низкой оплатой за одного ученика - всего 45 рублей

В олимпиадах "Инфоурок" лучшие условия для учителей и учеников:

1. невероятно низкий размер орг.взноса — всего 58 рублей, из которых 13 рублей остаётся учителю на компенсацию расходов;
2. подходящие по сложности для большинства учеников задания;
3. призовой фонд 1.000.000 рублей для самых активных учителей;
4. официальные наградные документы для учителей бесплатно(от организатора - ООО "Инфоурок" - имеющего образовательную лицензию и свидетельство СМИ) - при участии от 10 учеников
5. бесплатный доступ ко всем видеоурокам проекта "Инфоурок";
6. легко подать заявку, не нужно отправлять ответы в бумажном виде;
7. родителям всех учеников - благодарственные письма от «Инфоурок».
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://infourok.ru/konkurs


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ


Идёт приём заявок на международный конкурс по математике "Весенний марафон" для учеников 1-11 классов и дошкольников

Уникальность конкурса в преимуществах для учителей и учеников:

1. Задания подходят для учеников с любым уровнем знаний;
2. Бесплатные наградные документы для учителей;
3. Невероятно низкий орг.взнос - всего 38 рублей;
4. Публикация рейтинга классов по итогам конкурса;
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://urokimatematiki.ru

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх