Инфоурок Другое КонспектыРазработка урока по башкирскому языку и литературе на тему: "Проблема хищничества в повести Нугумана Мусина "Шкура хищника" , проведенная методом проектирования (8 класс).

Тест по повести И.С. Тургенева "Ася" Литература 8 класс

Файл будет скачан в форматах:

  • pdf
  • docx
6385
165
02.11.2024
«Инфоурок»

Материал разработан автором:

Рощина Ольга Петровна

Педагог

Об авторе

Здравствуйте! Рада приветствовать Вас на моей странице методических материалов. Немного о себе: имею высшее педагогическое образование, стаж методической работы 15 лет. Размещаю работы по направлениям: литература, окружающий мир, ОРКСЭ, ОДНКНР, семьеведение, разговоры о важном, дидактические пособия и игры для дошкольников, ребусы кроссворды, презентации. Учусь и постигаю новое, но не забываю, что основа, как и классика, остается неизменной. Буду рада видеть Вас в числе своих покупателей!
Подробнее об авторе
Тест по повести И.С. Тургенева "Ася" Литература 8 класс Тест состоит из 15 разноплановых вопросов по повести И.С. Тургенева "Ася". Удобно расположить на 1 лист (распечатать с 2-х сторон). Ответы для учителя. Редактируемый файл. Ученики ответят на вопросы: В каком году было написано произведение "Ася"? Литературное направление, жанр повести. Рассказчик. Главная героиня (как зовут, её мечты, черты характера). Увлечения главного героя повести. Что сближает главных героев. Средства художественной выразительности для описания чувств героев. Основная идея повести "Ася". Проблематика. Конфликт. Форма выражения авторской позиции. Мои методические разработки: https://infourok.ru/magazin-materialov?FilterParams%5BauthorId%5D=12450907

Краткое описание методической разработки

Тест по повести И.С. Тургенева "Ася" Литература 8 класс

 

Тест состоит из 15 разноплановых вопросов по повести И.С. Тургенева "Ася". 

Удобно расположить на 1 лист (распечатать с 2-х сторон). Ответы для учителя.

Редактируемый файл.

 

Ученики ответят на вопросы:

 

  • В каком году было написано произведение "Ася"?
  • Литературное направление, жанр повести.
  • Рассказчик.
  • Главная героиня (как зовут, её мечты, черты характера).
  • Увлечения главного героя повести.
  • Что сближает главных героев.
  • Средства художественной выразительности для описания чувств героев.
  • Основная идея повести "Ася".
  • Проблематика.
  • Конфликт.
  • Форма выражения авторской позиции.

 

Мои методические разработки:

https://infourok.ru/magazin-materialov?FilterParams%5BauthorId%5D=12450907

Развернуть описание

Разработка урока по башкирскому языку и литературе на тему: "Проблема хищничества в повести Нугумана Мусина "Шкура хищника" , проведенная методом проектирования (8 класс).

Скачать материал

 

                                БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

                                       САҠМАҒОШ РАЙОНЫ ИМӘНЛЕҠУЛ УРТА МӘКТӘБЕ

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

(дәрес эшкәртмәһе)

 

ТЕМА: НОҒМАН МУСИНДЫҢ «ЙЫРТҠЫС ТИРЕҺЕ» ПОВЕСТЫНДА ЙЫРТҠЫСЛЫҠ ПРОБЛЕМАҺЫ.

(8-се класта проект методы менән үткәрелгән дәрес)

 

 

 

 

                                                                                   Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

                                                                                 уҡытыусыһы: Тимерханова

                                                                 Лилиә Сәғит ҡыҙы.  

 

 

 

 

 

 

2018 й.                       

ТЕМА: НОҒМАН МУСИНДЫҢ «ЙЫРТҠЫС ТИРЕҺЕ» ПОВЕСТЫНДА ЙЫРТҠЫСЛЫҠ ПРОБЛЕМАҺЫ.

(проект методы менән үткәрелгән дәрес)

Белем биреү маҡсаты: әҫәрҙең йөкмәткеһен анализлау алымдарына өйрәтеү, бер һәм ике составлы һөйләмдәрҙе ҡабатлау;

үҫтереү: бәйләнешле телмәр үҫтереү;

тәрбиәүи: кешегә ҡарата һөйөү уятыу, уҡыусылаҙа бер – береһенә ҡарата ихтирам тәрбиәләү.

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: бер һәм ике составлы һөйләмдәр тураһында белемдәрҙе ҡабатлау; әҫәрҙең йөкмәткеһен анализлау алымдарына өйрәтеү, уларҙы  бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: әҫәрҙең йөкмәткеһен анализлау алымдары тураһында төшөнсә биреү; бер һәм ике составлы һөйләмдәр яһалышын өйрәнеүҙе дауам итеү;

в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү. 

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттары үҫтереү, дуҫтарына, класташтарына иғтибарлы, ихтирамлы булa белеү, кешегә ҡарата һөйөү уятыу, уҡыусылаҙа бер – береһенә ҡарата ихтирам тәрбиәләү.  

Йыһазландырыу: тупланған материал, презентация, ноутбук, дәреслек.

Дәрес барышы.

        Йыһаҙландырыу: Н.Мусиндың портреты, китаптар күргәҙмәһе, Ғ.Хөсәйеновтың «Әҙәбиәт терминдары» һүҙлеге, телевизор, видео, видео-таҫма, дәреслек.

Дәрестең планы:

  I өлөш. Проект төҙөүгә әҙерлек этабы.

                               1. Уҡытыусының инеш һүҙе.

                               2. Дәфтәрҙә датаны, теманы яҙыу.

                               3. Һүҙлек эше.

                                  4. Образдар системаһы өҫтөндә эш

                               II өлөш.  Проект төҙөү.

                               III өлөш. Проекттарҙы яҡлау.

                               Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.

                               IV өлөш. Тел материалын ҡабатлау.

                               V өлөш. Рефлекция.

                               Баһалау.

                               VI өлөш. Өй эше.

Дәрес барышы:

        I өлөш. Проект төҙөүгә әҙерлек этабы.

        1. Уҡытыусының инеш һүҙе.

        Балалар, һеҙ үткән дәрестә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Н.Мусиндың «Йыртҡыс тиреһе» повестының йөкмәткеһе менән таныштығыҙ. Ә бөгөн дәрестә ошо повесты анализлау өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Дәрестең темаһын мин Ноғман Мусиндың «ЙЫРТҠЫС ТИРЕҺЕ» повестенда йыртҡыслыҡ пробдемаһы тип атаным. Дәрескә эпиграф итеп яҙыусының әйткән һүҙҙәре ныҡ тап килә. әйҙәгеҙ, уны үҙен тыңлап, ҡарап китәйек (видео-таҫма күрһәтеү).

        2. Дәфтәрҙә датаны, теманы яҙыу.

        3. Һүҙлек эше.

        1) Йыртҡыс тиреһе һүҙбәйләнешен нисек аңлайһығыҙ?

        2) Йыртҡыс и. – 1. Башҡа хайуандар менән туҡланған хайуан. Йыртҡысты эҙләү. 2. күсм. Бик ҡаты бәғерле, мәрхәмәтһеҙ кешегә ҡарата әйтелә.

        Н.Мусин үҙенең повестында йыртҡыслыҡ проблемаһын күтәрә. Повеста ниндәй осор һүрәтләнә һуң? Ошо осорға характеристика  биреп китәйек эле. Повесть нисәнсе йылда яҙылған?

        80-90-сы йылдарҙа, үҙгәртеп ҡороу осоро.

        Һәр осорсҙоң үҙ заманаһы кешеләре була. Улар үҙ заманаһының рухи ҡиммәттәренә эйә булалар. Үҙгәртеп ҡроу осоронда халыҡ ниндәй рухи ҡиммәттәргә эйә булған? (Таҡтала түбәндәге схема)

          Осор               замана кешеләре                   рухи ҡиммәттәр

       Хеҙмәткә ҡараш юғары булған. Халыҡ үҙ башына төшкән ауырлыҡты һалым түләп, кәмһенеп үткәрә.   Был әҫәрҙә автор башҡорт халҡының йәшәү мәғәнәһе, кеше һәм   кешелеклелек яҙмышы, шәхес һәм йәмғиәт, тәбиғәт тураһында уйланыуҙар,  замандың үҙгәртеп ҡороуға бәйле социаль һәм әхлаҡи үҙгәрештәре менән геройҙарҙың тәрән кисерештәре аша һүрәтләй.

       4. Образдар системаһы өҫтөндә эш.

       Повестың геройҙары кемдәр?

       Һолтанбай, Яуымбай,   Булашов, секретарь, прокурор, милиционер, Борзый, Рыжик, айыу.

  Образдар системаһы сылбырын һеҙ нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Схемаһын һыҙып ҡарағыҙ әле. (Уҡыусылар дәфтәрҙә эшләй, бер уҡыусы таҡтала үҙе төҙөгән схеманы аңлата).

                   Яуымбай                                  Һолтанбай

                                          секретарь, прокурор

                                          милиционер

                                          Булашов

                                          Борзый, Рыжик

                                          Айыу

         Ә хәҙер һәр геройға характеристика биреп китәйек әле.

         Яуымбай – мир алдында хур булып, кәмһенеп, һәр екергәнгә бил бөгөп, ҡолдарса буйһоноп йәшәмәгән. Үҙ аҡылы, хәләл көсө менән көн иткән. Совет власы осронда ҡырҡ йылға яҡын яңғыҙлыҡ хужалығы алып барып, һынманы, артыҡ һүҙләшеп, талашып торманы. 1942 йылда, ауыр заман килгәндә, үҙенең ил алдындағы тоғролоғон иҫбатларға тырыша. Ғүмерен һунарсылыҡҡа бағышлаған, киң яурынлы, эшһөйәр, тырыш, үрнәкле атай.

         Һолтанбай – холҡо менән дә, тышҡы ҡиәфәте менән дә атаһына оҡшаған. Инәлергә-ялбарырға яратмай. Оҫта һунарсы. Үҙ ғүмерендә әллә нисә айыу алған, тәбиғәткә ғашиҡ, киң күңелле кеше. Атаһының әйткәнен ғүмере буйы иҫендә тота. Дүртенсе улы Кинйәбайын ҡайғыртып, йыртҡыс айыуға барырға мәжбүр була һәм аяныслы үлемгә дусар була.

         Секретарь – ҡаты күңелле, уҫал ҡарашлы, дорфа һүҙле. Күбәләй оло кәүҙәле, ҡыҫҡа йыуан муйынлы, туҫтаҡтай йөҙлө. Кешенән аша ҡарарға ярата, үҙен кешеләрҙән өҫтөн тота.                                 

        Пркурор – күҙе ҡоторған эттеке кеүек, йөҙөндә миһырбанлыҡтың әҫәре лә юҡ. Кешеләр менән тырыҫ-мырыҫ һөйләшә.

        Милиционер – осло эйәкле. Бер ҡулын кеҫәһенә тығып, икенсеһе менән, теше һыҙлағандай эйәген услап тоторға ярата. Үҙ кесәһен ҡайғыртырға ярата, ике йөҙлө кеше.

        Булашов – леспромхоз директоры. Бөтөнләй икенсе район кешеһе, ошо районда тәрбиәләнгән кадр. Ҡайһы берәүҙәр йылмайып-көлөп һөйләшә, икенсе берәүҙәр хәтәр ажғыра, ҡаршы өндәшкәндәргә әтәс һымаҡ ташлана, тиҙәр.

        Борзый, Рыжик – ерән сәсле, яһил ҡарашлы урыҫ егеттәре. Һолтанбайҙан бер йыл алда уҡырға ҡабул ителгәндәр.

        Образдарға характеристика бирҙек. Хәҙер әҫәрҙең төп конфликтын билдәләп үтәйек әле. Әҙәбиәт теорияһынан иҫкә төшөрәйек, нимә ул әҫәрҙең конфликты?

        Ҡапма-ҡаршы яҡтар, фекерҙәр, көстәр араһындағы ҡаршылыҡ.

        Повестың төп конфликты – Яуымбай менән Һолтанбай менән йәмғиәт әһелдәре секретарь, прокурор, милиционер, Булашов, Борзый, Рыжик араларында фекер ҡаршылыҡтары. Яңы менән иҫкелектең бәрелеше, кешелеклелек менән йыртҡыслыҡтың конфликты менән осрашабыҙ.

        Конфликт үҫешендәге кульминация моменттарын билдәләп үтәйек.

        Һолтанбайҙың кешеләргә ышанысын юғалтыуы, үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр үҙенең тормош принциптарына ҡаршы килеүе.

        Әҫәрҙең сиселеше?

        Һолтанбайҙың йыртҡыс айыуҙы алыуы, хәләкәткә дусар булыуы.

        Был әҫәрҙә йыртҡыслыҡ нисек асыла?

        Яуымбайҙың секретарь, прокурор кеүек кешеләр тарафынан кәмһетелеүе, таланыуы – йыртҡыслыҡ. Уның ғаиләһе аслыҡтан интегергә, ҡатыны аслыҡтан шешенгәс, һуңғы кәзәләрен һуйып ашарға мәжбүр була.

        Һолтанбайҙы һөнәрселек училищеһына киренән уҡырға ебәрмәҫ өсөн, Яуымбай улының беренсе алған айыу тиреһен биреп ебәреүе уны кешеләргә ышанысын юғалтыуға килтерә.

        Булашовтың айыу тиреһен ҡулына эләктергәндән һуң ысын йөҙө йыртҡыс асылы асыла. Хыялын тормошҡа ашырыу өсөн, ауыр яраланған, үлем хәлендә ятҡан Һолтанбайҙы ташлап китеүе – йыртҡыслыҡ.

        Тимәк был әҫәрҙең идеяһы нимәлә?

        Был әҫәрҙең идеяһы шәхес тәрбиәләүҙә йәмғиәттең, ғаиләнең, тәбиғәттең роле.

        Ә хәҙер образдар системаһына әйләнеп ҡайтайыҡ. Ни өсөн геройҙарҙы беҙ ошондай тәртиптә урынлаштырҙыҡ?

        Сөнки Яуымбай башҡа кешеләргә өлгө булырлыҡ образ. Һолтанбай үҙенең бер ҡатлылығы, кешеләргә ышанырға тырышыуы арҡаһында хаталанып һәләкәткә осрай.  Ә түбәндәге образдар – ысын мәғәнәһендә йыртҡыстар.

        Шулай итеп, Н.Мусин үҙенең повестында әхлаҡ, кешелеклелек, йәмғиәт үҙгәрештәренең кеше тормошонда, башҡорт халҡының ҡатмарлы үҫешендә оҫта сағылдыра.

         II өлөш.  Проект төҙөү. (5-6 минут).

        1-се варианттар. 80-90-сы йылдар хеҙмәт кешеһенең портретын сағылдырыусы проект төҙөй. (Әҫәр буйынса).

        2-се варианттар. Бөгөнгө заман кешеһенең портретын сағылдырыусы милли проект төҙөй.

        III өлөш. Проекттарҙы яҡлау.

        Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе. Н.Мусиндың егерменән ашыу повесты билдәле. Бынан тыш уның романдары иҫ киткес. Уны урыҫ яҙыусыһы Леонов менән сағыштыралар. Н.Мусиндың рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүҙәге роле баһалап бөткөһөҙ.

        IV өлөш. Тел материалын ҡабатлау.

       Әйҙәгеҙ бер һәм ике составлы һөйләмдәрҙе иҫкә төшөрөп үтәйек:

1)      Ниндәй һөйләмдәр ике составлы тип атала? (эйә составы ла, хәбәр составы ла булған һөйләмдәр ике составлы һөйләм тип атала).

2)      Ниндәй һөйләмдәр бер составлы тип атала? ә эйәһе, йә хәбәре булмаған һөйләмдәр бер составлы һөйләмдәр тип атала).

3)      миҫалдар килтерегеҙ: Себеште көҙ һанайҙар. Ҡыш. Буран.

4)      Биләле эйәле һөйләмдәр тураһында нимә эйтер инегеҙ? (эйәһе бирелмәһә лә, ниндәй һүҙҙең эйә булып килеүе хәбәрҙән беленеп торған һөйләм билдәле эйәле һөйләм тип атала).

5)      ә ниндәй һөйләмдәр билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр була? (билдәһеҙ эйәле һөйләмдә эште башҡарыусы була. Ләкин кемдең эште башҡарғаны билдәһеҙ. Билдәһеҙ эйәле һөйләмдең хәбәре һәр ваҡыт 3-сө зат ҡылымдарҙан килә).

6)      Ниндәй һөйләмдәргә эйәһеҙ һөйләмдәр тип әйтәбеҙ? (эйәһе булмаған, уның кәрәге булмаған һөйләмдәр эйәһеҙ һөйләмдәр тип атала).

7)      Ниндәй һөйләмдәргә атама һөйләмдәр тип әйтәбеҙ? (атама һөйләмдәр предметтарҙың булыуын атап, һанап ҡына сығалар, улар тураһында бер ниндәй ҙә хәбәр бирелмәй).

       V өлөш. Рефлекция:

Бөгөн дәрестә нимә эшләнек?

Кемдең яуабы тулы йөкмәткеле булды?

       Баһалау.

       VI өлөш. Өй эше: текстан ошо һөйләм төрҙәренә миҫалдар табып яҙып килергә. Контроль диктантҡа әҙерләнергә.

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Разработка урока по башкирскому языку и литературе на тему: "Проблема хищничества в повести Нугумана Мусина "Шкура хищника" , проведенная методом проектирования (8 класс)."
Смотреть ещё 5 938 курсов

Методические разработки к Вашему уроку:

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

ТЕМА: НОҒМАН МУСИНДЫҢ «ЙЫРТҠЫС ТИРЕҺЕ» ПОВЕСТЫНДА ЙЫРТҠЫСЛЫҠ ПРОБЛЕМАҺЫ.

(проект методы менән үткәрелгән дәрес)

Белем биреү маҡсаты: әҫәрҙең йөкмәткеһен анализлау алымдарына өйрәтеү, бер һәм ике составлы һөйләмдәрҙе ҡабатлау;

үҫтереү: бәйләнешле телмәр үҫтереү;

тәрбиәүи: кешегә ҡарата һөйөү уятыу, уҡыусылаҙа бер – береһенә ҡарата ихтирам тәрбиәләү.

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: бер һәм ике составлы һөйләмдәр тураһында белемдәрҙе ҡабатлау; әҫәрҙең йөкмәткеһен анализлау алымдарына өйрәтеү, уларҙыбәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: әҫәрҙең йөкмәткеһен анализлау алымдары тураһында төшөнсә биреү; бер һәм ике составлы һөйләмдәр яһалышын өйрәнеүҙе дауам итеү;

в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттары үҫтереү, дуҫтарына, класташтарына иғтибарлы, ихтирамлы булa белеү, кешегә ҡарата һөйөү уятыу, уҡыусылаҙа бер – береһенә ҡарата ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: тупланған материал, презентация, ноутбук, дәреслек.

Дәрес барышы.

Йыһаҙландырыу: Н.Мусиндың портреты, китаптар күргәҙмәһе, Ғ.Хөсәйеновтың «Әҙәбиәт терминдары» һүҙлеге, телевизор, видео, видео-таҫма, дәреслек.

Дәрестең планы:

I өлөш. Проект төҙөүгә әҙерлек этабы.

1. Уҡытыусының инеш һүҙе.

2. Дәфтәрҙә датаны, теманы яҙыу.

3. Һүҙлек эше.

4. Образдар системаһы өҫтөндә эш

II өлөш.Проект төҙөү.

III өлөш. Проекттарҙы яҡлау.

Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.

IV өлөш. Тел материалын ҡабатлау.

V өлөш. Рефлекция.

Баһалау.

VI өлөш. Өй эше.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

7 346 164 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

Скачать материал
    • 02.12.2018 367
    • DOCX 73 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Тимерханова Лилия Сагитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Тимерханова Лилия Сагитовна
    Тимерханова Лилия Сагитовна

    Учитель башкирского языка

    • На сайте: 6 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 3104
    • Всего материалов: 4

    Об авторе

    Категория/ученая степень: Высшая категория
    Место работы: МБОУ СОШ с.Иямнликулево МР Чекмагушевский район РБ
    Тимерханова Лилия Сагитовна, учитель башкирского языка I категории, истории, МХК МБОУ СОШ с. Имянликулево Чекмагушевского района Республики Башкортостан. Победитель в номинации "Лучший урок" в межрегиональном конкурсе "Учитель года башкирского языка - 2009". Классный руководитель 5, 7 классов. Замужем, двое детей.

Оформите подписку «Инфоурок.Маркетплейс»

Вам будут доступны для скачивания все 323 181 материал из нашего маркетплейса.

Мини-курс

Философия детства в произведениях Сент-Экзюпери и Туве Янссон

2 ч.

699 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Эффективные коммуникации в бизнесе: от личной результативности до организационного успеха

2 ч.

699 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Продвижение экспертной деятельности: от личного сайта до личного помощника

6 ч.

699 руб.
Подать заявку О курсе
Смотреть ещё 5 938 курсов