Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Разработка урока по башкирскому языку на тему "Әхмәр Үтәбайҙың "Башҡортостан" шиғыры

Разработка урока по башкирскому языку на тему "Әхмәр Үтәбайҙың "Башҡортостан" шиғыры


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Уҡытыусы: Ғилметдинова Гөлнур Илһам ҡыҙы

Тема. Әхмәр Үтәбәй “Башҡортостан”

Маҡсат: Әхмәр Үтәбайҙың “Башҡортостан” шиғырын тасуири уҡыу, идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү; Тыуған илгә һөйөү, уны һаҡлау кеүек патриотик тойғолар тәрбиәләү; яҙма һәм һөйләү телмәрҙе; логик образлы фекерләүҙе үҫтереү.

Йыһазландырыу: Әхмәр Үтәбайҙың портреты, китаптары күргәҙмәһе, Башҡортостан тәбиғәте тураһында һүрәттәр, мультимедиа проекторы, компьютер.



Дәрес барышы

  1. Инеш.

- Тема һәм маҡсатты билдәләү. Эпиграфты уҡыу, теманы асыҡлау.

( эпиграф таҡтала алдан яҙылып ҡуйылған).

Ҡурай моңо яңғырай . Эпиграфт хор менән уҡыла.

Ерһенгәнмен ошо ергә,

Илһенгәнмен ошо илгә.

Буйың-һының шау ҡоростан,

Уйым-йырым – Башҡортостан!

( Әхмәр Үтәбай)

  1. Өйгә эште тикшереү.

  • Башҡортостан тураһында шиғырҙар уҡыу.

  1. Яңы тема.

  1. Башҡортостанды беләһеңме? ( Презентацияла бирелгән һорауҙарға яуап биреү?

  • Командалар ярышы

Тест һорауҙары


  • Башҡортостан республикаҺының тыуған көнө ҡасан?

  • Башҡортостандың күршеләрен әйтегеҙ

  • Башҡортостан ҡайҙа урынлашҡан?

  • Башҡортостандың майҙаны күпме?

  • Башҡортостан флагының авторы кем?

  • Гербтың авторы кем?

  • Гимндың авторы кем?

  • Башҡортостанда нисә район,

нисә ҡала бар?

  • Башҡортостанда иң бейек түбә

  • Башҡортостандағы иң ҙур йылға

  • Башҡортостанда иң ҙур күл

  1. Әхмәр Үтәбайҙың томош юлы менән таныштырыу

(Презентация – 26,27)

Әхмәр Үтәбай Башҡортстанда киң билдәле әҙип. Талантлы шағир ҙа ул, ялҡынлы публицист та. Баймак районының данлыҡлы Буранбай ауылында тыуып үҫкән Әхмәр Үтәбай байтаҡ йылдар инде “Киске Өфө” газетында баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. Ул үҙенең тәрән фекерле яҙмалары, фәлсәфи шиғырҙары менән туған халҡын үҙ язмышы хаҡында уйланырға һәм хәрәкәт итәргә өндәй, ауыр хәлдән сығыу юлдарын эҙләүҙә ҡатнаша.

  1. Шиғырҙы фонояҙманан тыңлау

  2. Һүҙлек эше

Ерһенеү – привыкать

Ҡорос – сталь

Усаҡ – костер

Табыныу – поклоняться

  1. Комментарийлы-строфалы анализ

  • 1-се строфа ( презентация – 28)

Ерһенгәнмен ошо ергә,

Илһенгәнмен ошо илгә.

Буйың – һының шау ҡоростан,

Уйым – йырым – Башҡортостан!


Шағир Башҡортостанда тыуып үҫкән һәм үҙенең тыуған төйәгенә сикһеҙ шат.

  • 2-се строфа ( презентация -29)

Ерһенгәнмен ошо ергә,

Илһенгәнмен ошо илгә.

Буйың – һының шау ҡоростан,

Уйым – йырым – Башҡортостан!

Тыуған еренән айырылыуҙы автор талһыҙ ҡалған бахыр ҡошҡа тиңләй. Башҡортостандан айырылыуҙы кисерә алмаҫын, тигән фекер әйтә.


  • 3-сө строфа ( презентация -30)


Башҡортостан - ҡурай иле,

Башҡортостан – Урал ере,

Башҡортостан – ҡумыҙ теле,

Башҡортостан – ҡымыҙ сере.


Был строфала Башҡортостанға дан йырлана.


  • 4-се строфа:


Ерһенмәгән ҡайтһын кире,

Илһенмәгән ҡайтһын кире;

Иҫкә алһын туған телен –

Башҡортостан мәңге тере


Тыуған еренән айырылып, сит-ят ерҙә йәшәп ятҡан милләттәштәребеҙ кире ҡайтһын, туған телдәрен онотмаһын, тип өндәшә автор. Башҡортостандың киләсәге тағы ла күркәмерәк, ышаныслыраҡ буласағын билдәләй.


  • 5-се строфа:


Ошо илһеҙ юҡтыр үҙем,

Моңһоҙ булыр әйткән һүҙем.

Ҡабынғанмын осҡон, уттан,

Табынғаным – Башҡортостан!


Башҡортостанһыҙ минең йәшәүемдең мәғәнәһе юғалыр, әйткән һүҙем дә моңһоҙ булыр, сөнки табынғаным Башҡортостан, ти автор.


  • Һеҙҙең уйлауығыҙса, ни өсөн шағир Башҡортостанға табына?


  1. Йомғаҡлау.

  • Шулай итеп, беҙ Әхмәр Үтәбайҙың “Башҡортостан” шиғыры менән таныштыҡ. Һеҙҙә ул ниндәй тойғолар тыуҙырҙы?


  1. Өйгә эш. Шиғырҙы тасуири уҡырға һәм ятларға.














Автор
Дата добавления 12.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров340
Номер материала ДВ-150554
Получить свидетельство о публикации


Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх