Инфоурок Начальные классы КонспектыРазработка урока по башкирскому языку на тему "М.Карим. Кайын япрагы тураһында.

Разработка урока по башкирскому языку на тему "М.Карим. Кайын япрагы тураһында.

Скачать материал

Тема: М.Кәримдең « Ҡайын япрағы тураһында» шиғыры.

Маҡсат: Шиғырҙың йөкмәткеһен өйрәнеү, бәйләнешле телмәр үҫтереү, уҡыусыларҙың тыуған еребеҙ Башкортостан, тыуған Ватаны хаҡындағы төшөнсәләрен киңәйтеү, патриотизм тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: Башҡортостан картаһы, республикабыҙҙың тәбиғәтен, тарихи үткәндәрән сағылдырған картиналар индерелгән презентация, магнитофон.

                 Дәрес барышы:

I. Ойоштороу мәле. Дәрестең маҡсатын әйтеү.

II.Инеш һүҙ. 

1.Интерактив таҡтала Башкортостан картаһы,республиканың тарихын, тәбиғәтен сағылдырған иллюстрациялар күрһәтелә, тарихи-географик белешмә бирелә.

2.Башҡортостан республикаһы, Ватан тураһында шиғырҙарҙы иҫкә төшөрөү (Р.Ниғмәтиҙең “Ҡызымдың һорауҙарына яуаптар” З.Биишеваның”Башҡортостан”шиғырҙары),уларҙың идея йөкмәткеләре хаҡында ҡыҫҡа ғына әңгәмә үткәреү, өҙөктәрен яттан әйттереү.

III.Яңы теманы өйрәнеү.1.Интерактив таҡтала Башҡортостан картаһы, яҙмала шиғырҙың тулы варианты яңғырай.

Уҡытыусы картаға күрһәтеп:

Башкортостан картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына,

Башҡортостан шул  картала

Бер япраҡ саҡлы ғына,-

тигән юлдарҙы ятҡа уҡый. Башҡортостандың географик урыны, тәбиғәте хаҡында мәғлүмәт бирә.             Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың

                                       Бер япрағы ни бары,

Ә ҡайыны- бөйөк Рәсәй-

Шундай йәшел , юғары,-

тигән юлдарҙы уҡығандан һуң шиғырза ҡайын япрағы, Башҡортостандың ҡайын образдары аша Рәсәйҙең  һынладырылыуы асыҡлана.

Уҡытыусы: Япраҡ менән ҡайын ниндәй мөнәсәбәттә була? Был  хаҡта шиғырҙа нисек әйтелгән? Шул өҙөктө уҡып күрһәтегеҙ.

Уҡыусы: Япраҡ ҡайындан башҡа йәшәй алмай. Ғорур ҡайын , әсә кеүек , япраҡты туйындыра, япраҡ ҡайындың һуты менән, көсө менә йәшәй. Был юлдар аша шағир Башҡортостандың Россия  менән мөнәсәбәтен, уларҙың айырылғыһыҙ берҙәмлеген сағылдырырға теләгән.

Уҡытыусы:       Нисә быуат шул япраҡты

Ҡайындан өҙмәк булып,-

тип башланҡан юлдарҙы уҡып сығығыҙ һәм япраҡты ҡайындан өҙмәк булыу, утта көйҙөрөү, йәки туңдырыу, кеүек кинәйәле һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатып бирегеҙ.

Уҡыусы: Был өҙөктә ҡайынды япраҡтан өҙмәк булып диңгеҙ артынан иҫкән елдәр образы аша шағирҙың сит ил дошмандарын, ә «милләт», «дәүләт», «өммәт» исеменән көрәшкән көстәр аша эске дошмандарҙы кәүҙәләндереүен аңлайбыҙ.

Ғорур япраҡ өҙөлмәгән

Ғорур ҡайын-әсәнән,- тигән юлдар Башкортостан менән Россияның айырылмаҫ берҙәмлеген сағылдыра.

Уҡытыусы: Цитаталы план төҙөгәндә, пландың беренсе пункты итеп ниндәй өҙөктө яҙып ҡуйырға мөмкин.

Уҡыусы: Был бүлектә ҡайын япрағы һәм ҡайын образдары, уларҙың айырылғыһыҙ берҙәмлеге сағыла. Пландың беренсе пункты итеп , «Ғорур япраҡ өҙөлмәгән ғорур ҡайын-әсәнән», тигән өҙөктө алырға мөмкин.

Уҡытыусы:          Картаға ҡарап, еремде:

-Бер япраҡ саҡлы,- тинем,- тигән юлдар менән башланған өҙөктө уҡығыҙ. Был өҙөктә нимә тураһында һүҙ алып барылыуы тураһында әйтеп бирегеҙ.

Уҡыусы: Был бүлектә республиканың киңлеге, ҙурлығы, бөркөт ҡанатын талдырыр бейеклектәре, ғорур тауҙары , көмөш һыуҙары, алтын тупрағы, халыҡтың көр, имен тормошо данлана.

Уҡытыусы: Пландың икенсе пункты итеп ниндәй өҙөктө яҙып ҡуябыҙ?

Уҡыусы : Пландың икенсе пункты итеп:

Мин хайранмын киңлегенә,

Башҡортостаным- илем, -

тигән цитата алына.

Уҡытыусы:        Донъя картаһында ерем

Бер япраҡ саҡлы ғына,-

Ә быуаттар төпкөлөнә

Ҡараһаң яҡшы ғына,-

тип башланған өҙөктө уҡығыҙ һәм был бүлектә «халыҡтың ҡандар менән яҙылған» тарихы нисек, ниндәй һүҙҙәр аша тасуирланыуын һөйләп бирегеҙ.

Уҡыусы:Шағир халыҡтың үткән тормошоноң һағышлы ла, сәмле лә, ҡандар менән яҙылған тарих булыуын әйтә.

Уҡытыусы: Беҙ юғарыла республикабыҙ образының географик планда ла, тарихи планда ла һүрәтләнеүен күрҙек. Шағир халҡыбыҙҙың тарихи үткәндәрен дөйөмләштереп, башҡорт халҡының үҙ азатлығы өсөн алып барған көрәшен-ҡан менән, ҡылыс менән яҙылған тарихты данлай, уның менән ғорурланыу хисен сағылдыра. Таҡтала пландың 3-сө пункты итеп:                 Был тупраҡҡа сәмле тарих

Ҡандар менән яҙылған,-

тигән цитата алына.

«Эйгән башты ҡылыс сапмай»,-

Тиһә лә иҫке мәҡәл,

Баш эймәгән тырыш халҡым,

Теҙ сүгеп йәшәмәгән.

                                     ...Бик хәйерсе булған халҡым,

Тик хәйер һорашмаған,

Билгә ҡылыс таҡҡан, шуға

Арҡаға тоҡ аҫмаған,

Билгә ҡылыс таҡҡан, ләкин

Күршегә ил баҫмаған,-

тигән өҙөк яҙманан тыңлана һәм шиғырҙа халыҡ образы нисек һүрәтләнеүен асыҡлау өсөн әңгәмә үткәрелә. Әңгәмәлә был өҙөктә шағирҙың башҡорт халҡының быуаттар буйы көрәш алып барған батыр улдарын данлауы, халыҡ бик хәйерсе булып йәшәһә лә, хәйер һорашмаған, меҫкен булмаған, арҡаға тоҡ аҫмаған, билгә ҡылыс тағып көрәшкән, ләкин күршеләрҙең ерен алыр өсөн түгел, үҙ еренә баҫып ингән дошманға ҡаршы һуғышҡан, тигән фекер үткәреүе асыҡлана. Был бүлек өсөн планға:

Баш эймәгән ғорур халҡым,

Теҙ сүгеп йәшәмәгән,- тигән өҙөк һайлатыла.

2.. «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырын аназлау өсөн һорауҙар:

- Шиғырҙағы төп образдар ниндәй?

Шиғырҙа ҡайын япрағы, ҡайын образдары аша Башҡортостан һәм Ватаныбыҙ Рәсәй, уларҙың берҙәмлеге дөйөмләштерелгән. Ҡайын япрағы – Башҡортостандың киңлеге, байлығы, уның тарихи үткәндәре, ҡаһарман халҡы данлана. Шағир- лирик герой Башҡортостандың ҙурлығы, уңдырышлы тупрағы, бөркөт ҡанатын талдырыр бейеклектәре менән һоҡлана. Бар хазинан ҡәҙерлерәк булған халҡы менән ғорурлана.

Уҡытыусы: Лирик герой образы хаҡында нимә әйтергә мөмкин?

-Лирик герой- шағир был шиғырҙа тыуған республика, уның матурлығы, киңлеге, тарихи үткәндәре, ҡаһарман көрәшселәре менән ғорурлана белеүсе, үҙ ерен, халҡын ҡайнар һөйгән патриот булып күҙ алдына килеп баҫа.

Уҡытыусы: Шағир шиғырҙа һалынған патриотизм хисен, төп образдарҙы һүрәтләү өсөн ниндәй художестволы саралар ҡулланған?

Уҡыусы: Шағир Башҡортостан образын ҡайын япрағы, Рәсәйҙе ҡайын кеүек киңәйтелгән метафорик саралар ярҙамында символлаштыра.Ҡайын япрағы образын тағы ла тулыландырыу өсөн ул поэтик антиза алымын оҫта ҡуллана.

Картаға ҡарап еремде:

-Бер япраҡ саҡлы, -тинем,

Мин хайранмын киңлегенә,

Башҡоростаным- илем,-

тигән юлдар быға миҫал булып тора.

Уҡытыусы: Халыҡтың тарихи үткәндәрен һүрәтләгән строфаны уҡып күрһәтегеҙ.

Уҡыусы:             Был тупраҡҡа сәмле тарих

Ҡандар менән яҙылған.

Ҡаяларҙа ҡылыс эҙе-

Ташҡа тамға һалынған,- кеүек метафоралар, «эйгән башты ҡылыс сапмай», «баш эймәгән», «теҙ сүгеп йәшәмәгән», «билгә ҡылыс таҡҡан» кеүек фразиологик әйтемдәр, «һыуҙарың көмөш», «тупрағың алтын», көрәште ел, дауыл кеүек метафоралар ярзамында һынландырыу әҫәрҙең идея художество кимәлен тағы ла күтәрә.

IV. Йомғаҡлау. Уҡытыусы: Башҡортостан образын кәүҙәләндергән тағы ла ниндәй шағирҙың шиғырҙарын беләһегеҙ?

Уҡыусы: Р.Ғариповтың «Урал  йөрәге» шиғырында Башҡортостан йөрәк менән сағыштырыла.

Уҡытыусы: Тағы ла ниндәй әҫәрҙәр беләһегеҙ? (Уҡыусылар яуап бирә).

        М.Кәримдең «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырына Р.Хафизов яҙған йыр тыңлатыла.

V.Өйгә эш. Башкортостандың ун ике мөғжизәһе тураһында материалдар табып, презентация әҙерләргә.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Разработка урока по башкирскому языку на тему "М.Карим. Кайын япрагы тураһында."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Овощевод

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 656 234 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 28.09.2015 1248
    • DOCX 18.9 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Султанова Нафиса Шинасовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Султанова Нафиса Шинасовна
    Султанова Нафиса Шинасовна
    • На сайте: 8 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 6747
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Гендерный подход в обучении и развитии учащихся младшего школьного возраста

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 38 человек

Курс повышения квалификации

Проективные методики в начальной школе в соответствии с ФГОС

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 58 человек из 26 регионов
  • Этот курс уже прошли 450 человек

Курс повышения квалификации

Особенности введения и реализации обновленного ФГОС НОО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 1114 человек из 81 региона
  • Этот курс уже прошли 19 273 человека

Мини-курс

Психологическая помощь и развитие детей: современные вызовы и решения

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Эффективные стратегии продаж: воронка, агрегаторы и мессенджеры

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Электронный архив: нормативно-правовые требования и основы оцифровки

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе