Инфоурок Другое КонспектыРазработка урока по башкирскому языку на тему "По произведению М. Карима - "Скворец"

Разработка урока по башкирскому языку на тему "По произведению М. Карима - "Скворец"

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль районының Йомағужа 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф учреждениеһы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

М.Кәримдең “Сыйырсыҡ балаһы”әҫәре буйынса дәрес эшкәртмәһе

 

 

 

 

 

Күгәрсен районы

                           Йомағужа 1-се урта мәктәбенең

                                            башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                Хәкимова Рәсимә Мәжит ҡыҙының

  дәрес эшкәртмәһе

 

 

 

 

Йомағужа-2014

                          Тема: М.Кәрим. “Сыйырсыҡ балаһы” әҫәре.

Маҡсат: 1. Шағирҙың биографияһы менән танышыу; әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү;

                2. Уҡыу, һөйләү күнекмәләре өҫтөндә эшләү, һүҙлек байлығын арттырыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

               3. Ҡоштар тураһында һөйләшеү, уларҙы яҡлау, һаҡлау кәрәклеген уҡыусыларға төшөндөрөү.

 

Йыһазландырыу: шағирҙың портреты, компьютер, проектор, экран, һүрәттәр, слайдтар.

Дәрес барышы.

 I. Ойоштороу  мәле (психологик ыңғай хәл  тыуҙырыу).

Уҡытыусы.

Һаумыһығыҙ, һаумы әле,

Ниндәй йылы һүҙ икән!

Күңелдәрҙе иретерлек,

Һәр кемгә лә үҙ икән.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе йылмайышып сәләмләйек!

  II. Артикуляцион күнегеүҙәр (слайд).

1.Башҡорт телендәге өндәрҙе ҡабатлау: ә, ө, ҡ, ғ, ҙ, һ, ҫ, ү, ң.

2.Ижектәрҙе дөрөҫ әйтәйек: -ҡа, -ҫа, -ҡә, -ғә, -ҙа, -ғө, -һа.

3.Телтөҙәткес: тә-тә-тә-ултырабыҙ дәрестә,

Са-са-са-һөйләшәбеҙ башҡортса,

Ый-ый-ый-уҡыусы әҫәр уҡый,

Ыш-ыш-ыш-беҙ шундай тырыш.

III. Ситуация тыуҙырыу. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.

Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестең темаһын билдәләү өсөн беҙгә кроссворд сисергә кәрәк. Кроссвордта йомаҡтар бирелгән, уларға дөрөҫ яуап табырға тейешһегеҙ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

1. Башы-тараҡ,

   Ҡойроғо ураҡ . (Әтәс)

2. Тешен батыра бара

   Сәйнәп төкөрә бара. (Бысҡы)

3. Өй башында ярты икмәк. (Ай)

4. Ике һигеҙең ун алты,

   Тағы һигеҙ, тағы алты. (Утыҙ)

5. Аллы-гөллө көйәнтәмде

   Йылға арҡылы ташланым. (Йәйғор)

6. Кем ашамайынса йөрөй? (Сәғәт)

7. Башы бар-сәсе юҡ,

   Күҙе бар- ҡашы юҡ.

  Ҡанаты бар-оса алмай,

  Болоттарҙы ҡоса алмай. (Балыҡ)

8. Бәләкәй генә бер көсөк

   Өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә. (Йоҙаҡ)

- Ниндәй һүҙ килеп сыҡты?

- Сыйырсыҡ.

- Тимәк, бөгөнгө дәрескә ниндәй уҡыу мәсьәләһе ҡуйырбыҙ? (Мостай Кәримдең биографияһы һәм ижады менән танышасаҡбыҙ. Шағирҙың “Сыйырсыҡ балаһы”исемле әҫәрен уҡыясаҡбыҙ. Компьютерҙа шағирҙың портреты күрһәтелә.)

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

IV. Уҡыу мәсьәләһен сисеү (слайд).

1. М.Кәрим 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында  тыуған. 1935 йылға тиклем тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәптә, унан ике йыл Өфөлә педагогия рабфагында уҡый. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ҡаты яралана, орден, миҙалдар менән бүләкләнә.

М.Кәрим - әҙәби ижадтың бөтә өлкәләрендә лә актив эшләгән күп яҡлы талант эйәһе. Уның “Европа-Азия”, “Вьетнам яҙмалары”, “Болгар дәфтәренән” кеүек шиғыр шәлкемдәре, “Сыйырсыҡ балаһы” хикәйәһе, “Үлмәҫбай”, “Сер”, “Йылмайыу”, “Ҡара һыуҙар” поэмалары,  “Беҙҙең өйҙөң йәме”,  “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”,  “Ярлыҡау” повестары,  “Ҡыҙ урлау”,  “Ай тотолған төндә”, “Айгөл иле”, “Салауат”,  “Ташлама утты, Прометей!” драмалары киң билдәле. Был әҫәрҙәр рус, татар, украин, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, авар, тажик, грузин, литва, латыш һ.б. телдәргә тәржемә ителгән.

1963 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелгән.

(Таблица буйынса һорауҙарға яуаптар. Уҡыусыларҙың ишетеү һәләтен, танып-белеү эшмәкәрлеген тикшереү)

 

1919 йыл

Келәш

1935 йыл

Өфө педагогия рабфагы

1963 йыл

 

“Үлмәҫбай”

“Ярлыҡау”

“Сыйырсыҡ балаһы”

 

поэма

?

?

 

Ял минуты:

Диңгеҙ кеүек тулҡынып,

Иген үҫә яланда,

Көмөш кеүек йылтырап,

Балыҡ уйнай һыуҙарҙа,

Сут-сут-сут-сут

Ҡоштар һайрай урманда.

2. Һүҙлек эше (слайд). (Һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлатыу. Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү)

Һырғауыл - ҡолға

Тыйнаҡлы - әҙәпле, скромный

Һармаҡ - аҡылһыҙ, глупый

Болдор - крыльцо

Кәртә - изгородь

Йылдам - шустрый

Шуҡ - непослушный

Сөйөү - ырғытыу, подкидывать

Боҫоу - спрятаться

3. Уҡытыусының  хикәйәне тасуири уҡыуы.

4. Әҫәр  буйынса һорауҙарға яуаптар:

- был хикәйәлә кем тураһында һүҙ бара?

- Әлфиә насар ҡыҙмы? Ул ни өсөн сыйырсыҡ балаһының осоп төшөүен теләй?

- Һеҙ Әлфиәнең ҡылығын хуплайһығыҙмы? Уның урынында һеҙ нимә эшләр инегеҙ?

- Ала бесәй менән Әлфиәнең ҡылығын сағыштырығыҙ. Айырма бармы?

5. Һандар диктанты. 0 - юҡ, 1 - эйе.

а) Сыйырсыҡ ояһына ике күҙ төбәлгән була. (0)

б) Әлфиә сәсенә ҡыҙыл таҫма таҡҡан була. (1)

в) Сыҙамһыҙ ҡошсоҡ оя алдындағы кескәй баҫҡысҡа килеп сыға. (1)

г) Ҡош балаһы үләнгә осоп төшә. (1)

ғ) Әлфиә әсәһен тыңлай. (0)

д) Ҡыҙыҡай ҡошсоҡто осорға өйрәтергә булды. (1)

ж) Ҡошсоҡ ала бесәйҙең ауыҙына килеп эләгә. (1)

- Ә хәҙер килеп сыҡҡан һандарҙы ҡушығыҙ. Ниндәй һан килеп сыҡты?

- 5

- Ә әҫәрҙә нисә сыйырсыҡ балаһы була?

- 5.

- Сыйырсыҡ балаларына характеристика бирегеҙ. Бишенсе сыйырсыҡ балаһы тураһында китаптан табып уҡып күрһәтегеҙ.

 

 

- Инә сыйырсыҡ, Әлфиәнең ҡулында балаһын күргәс нимә эшләй? (таптырып уҡытыу).

- Әлфиәнең әсәһе ҡошсоҡто күргәс, нимә тип әйтә? (44-се бит, ролдәргә бүлеп уҡытыу).

- Әлфиә ниндәй төш күрә? Хәҙер мин һеҙгә өҙөк уҡыйым, кем иғтибарлы икән?

       Көндөҙ кескәй ҡыҙ шундай төш күрҙе. Ҡурҡыныс ҡара яланда ул аҙашып йөрөй, имеш. Тирә-яғында ҡуяндар олой, төлкөләр үкерә, әллә ниндәй матур ҡоштар ҡысҡыра, быҙау ҙурлығы ала эт, күҙҙәрен йылтыратып, уға ташланырға самалай. Әлфиә өшөп-туңып бөткән, өҙлөкһөҙ ҡалтырай. Ни эшләргә белмәй торғанда, ағас ботағына оя ҡорған дәү тейен ҡыҙҙы үҙ янына саҡырҙы. (Төндә, урманда, бүреләр, айыуҙар, йәмһеҙ, бесәй, ҡалтырай, ҡош)

     - Сыйырсыҡ менән уның ҡошсоғо һеҙгә йәл булдымы? Ҡоштарға ниндәй ярҙам күрһәтеп була?

V. Рефлексия.

Был дәрестә нимә белдегеҙ? Хикәйә һеҙгә оҡшанымы? Ул нимәгә өйрәтә? (Уҡыусылар дәрескә баһа ҡуя, үҙ эштәре менән ҡәнәғәт булыу-булмауын әйтә, яуаптарын дәлилләй. Баланың эшмәкәрлеге баһалана.)

Һығымта: ҡоштарҙы һаҡларға, уларға ярҙам итергә, ашатырға, оялар яһарға кәрәк. Ҡош ояларын туҙҙырырға, уларҙың балаларына тейергә ярамай.

 

VI. Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.

- Уҡыусылар, һеҙ был дәрестән матур, кәрәкле, файҙалы мәғлүмәт алғанһығыҙҙыр, тип уйлайым. Тәбиғәт менән һоҡланып, ағастарҙы, ҡоштарҙы, хайуандарҙы һаҡлап йәшәргә кәрәк.

VII. Өйгә эш.

1.Әлфиәгә ҡылыҡһырлама яҙып килергә.

          2.Сыйырсыҡ һүрәте төшөрөргә.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Разработка урока по башкирскому языку на тему "По произведению М. Карима - "Скворец""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Директор по маркетингу (тур. агенства)

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 660 185 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 10.10.2016 1628
    • DOCX 134 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хакимова Расима Мажитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хакимова Расима Мажитовна
    Хакимова Расима Мажитовна
    • На сайте: 7 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 9249
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 325 человек

Мини-курс

Основы управления проектами

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Методы решения нестандартных математических задач

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 12 человек

Мини-курс

Психологические аспекты родительства и развития ребёнка

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе