Инфоурок Другое КонспектыРазработка урока по башкирскому языку на тему "Шәхси гигиена. Эйәлек төшөнсәһе"

Разработка урока по башкирскому языку на тему "Шәхси гигиена. Эйәлек төшөнсәһе"

Скачать материал

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырығыҙ! Кәйефтәрегеҙ нисек? (Яҡшы) Яҡшы булғас, әйҙәгеҙ, дәресте башлайыҡ.

Тәүҙә танышайыҡ!

Минең исемем – Гөлфиә Азат ҡыҙы! Һинең исемең кем?

Дәрестә барыбыҙ ҙа тырышып эшләрбеҙ, тип уйлайым. Эш өсөн алдығыҙҙа эш дәфтәрҙәре, фишкалар ята. Дәрес барышында һәр дөрөҫ яуап өсөн үҙегеҙгә берәр фишка ала бараһығыҙ.

II. Артикуляцион күнегеү.

-         Һеҙ иртәнсәк торғас та нимә эшләйһегеҙ? (Зарядка яһайбыҙ)

-         Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә иң тәүҙә зарядка эшләп алайыҡ, тик, әлегә, телмәр ағзаларына ғына.

-теште таҙартабыҙ

-тамаҡтар ауыртмаһын өсөн сайҡайбыҙ ғ, ҡ,

-тын алабыҙ һәм сығарабыҙ. Экранға өрәбеҙ. Нығыраҡ. Видео.

 

III. Дәрестең маҡсатын билдәләү. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. Актуалләштереү.

-         Был өҙөк ниндәй мультфильмдан. (Мойдодыр).

-          Малайҙан ни өсөн әйберҙәре ҡаса?  (Ул бысраҡ булғанға)

-         Малайҙың әйберҙәре ҡасмаһын өсөн ни эшләргә кәрәк? (Йыуынырға)

1.      (Гигиена). Тешебеҙҙе йыумаһаҡ нимә була? Ашар алдынан ҡулдарҙы йыумаһаҡ нимә була?   Слайд1 Теш һыҙламаһын, эс ауыртмаһын өсөн ни эшләргә кәрәк?

Тимәк, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (Маҡсаттарҙы таҡтаға сығарырға). Слайд 2

Ә хәҙер, алдарығыҙҙа ятҡан эш дәфтәрҙәрен асып, бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.

  III. Яңы мәғлүмәттәр биреү.

-         Хәҙер, таҡтаға ҡарағыҙ! Слайд 3. Әйҙәгеҙ, һөйләмдәрҙе уҡыйыҡ.

-         Йәшел төҫ менән бирелгән һүҙҙәр нимәһе менән оҡшаш? (ялғауҙары бер үк).

-         Ни өсөн ялғауҙары бер үк? (Сөнки бер үк алмаштан һуң киләләр, бер үк кешенеке).

IV. Үтелгәнде ҡабатлау.

-         Тағы ниндәй эйәлек алмаштарын беләһегеҙ? Әйҙәгеҙ, уйын уйнап, ҡабатлап китәйек. Слайд 4.

 

V. Яңы белемде тәү тапҡыр үҙләштереү.

1. Һүҙлек эше.

- Нисек уйлайһығыҙ, дәрес башындағы йәнһүрәттәге малай шулай бысраҡ йөрөһә нимә буласаҡ? (ауырый)

- Ә ауырымаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк? (зубы чистить, умываться).

- Әйҙәгеҙ, ошо турала иркенләп һөйләшеү өсөн яңы һүҙҙәр менән танышайыҡ, уларҙы яҙып алайыҡ. Слайд 5.

2. Тема өҫтөндә эш.

Эш дәфтәрендә 1-се күнегеүҙә бирелгән тексты уҡып сығайыҡ. Тәүҙә мин уҡыйым, ә һеҙ тыңлап, ҡарап барып, йөкмәткеһен аңларға тырышығыҙ.

Минең һаулығым бик шәп. Сөнки мин гигиена ҡағиҙәләрен үтәйем. Иртән торғас зарядка яһайым, йыуынам, ҡоро таҫтамал менән битемде, тәнемде һөртәм. Тештәрҙе таҙартам, сәсемде тарайым. Тыштан инһәм, аҡса тотһам һәм ашарҙан алда ҡулымды һабын менән йыуам.

-         Текст нимә тураһында?

А) Хәҙер тексты тағы бер тапҡыр эстән уҡығыҙ. Эйәлек ялғауы булған йәки эйәлек алмашы менән бергә килгән һүҙҙәрҙе билдәләгеҙ.

Б) Хәҙер тулыһынса сылбырлап уҡыйбыҙ. Арсен, беренсе һөйләмде уҡы әле.

- Тимәк, нимә ул гигиена? Кеше һаулығын һаҡлау өсөн нимә эшләргә тейеш?

VI. Физкультминутка. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә һаулыҡтарыбыҙҙы нығытып, ял итеп алайыҡ.

VI. Уҡыусының аңлауын беренсе тапҡыр тикшереү.

1.     Парҙарҙа эшләү. Слайд 6.

Әйҙәгеҙ, ошо турала парталаш парҙар менән һөйләшеп алайыҡ. Дәфтәрҙәрегеҙҙә бирелгән диалогты тултырып, үҙ-ара һөйләшәбеҙ.

Кем диалогты һөйләп күрһәтә ала?

-         Ни эшләп һин шулай сәләмәт?

-         Сөнки мин  ..... йыуам, ..... тарайым, кейем...де таҙа тотам.

-         Минең дә ... булғым килә. Хәҙер мин дә таҙа йөрөрмөн!

 

VII.   Тәү тапҡыр нығытыу.

1.     Төркөмдәрҙә эш.

Ә хәҙер, бөгөн өйрәнгән темабыҙҙы йомғаҡлап, проект эше эшләп алайыҡ.  (музыка)

Бына һеҙгә проект эшенең нигеҙе. Һеҙҙең проекттың темаһы ..., һеҙҙеке...

(Һәр төркөм үҙ проектын таҡтаға сығып яҡлай).

 

      I.            Йомғаҡлау.

Тимәк, беҙ бөгөн нимәләр өйрәндек? Нимәләр белдек? Маҡсатҡа ирештекме? (Слайд 2).

Ә хәҙер белгәндәребеҙҙе тикшереп тест эшләйбеҙ. (Слайд 7)  (биш һүҙе килеп сыҡһа тимәк биш билдәһе алаһығыҙ.)

    II.            Рефлексия. Баһалау.  Ә хәҙер үҙебеҙгә баһа ҡуйып алайыҡ. Ҡыҙыл-смайлик -5,  һары смайлик-4, йәшел смайлик – 3.

Өйгә эш.

1.     Һүҙлек һүҙҙәрен ятларға.

2.     84-се бит, 8-се күнегеү (һөйләмдәр төҙөп яҙырға).

3.     “Әгәр һау булғың килһә” темаһына бәләкәй инша яҙырға.

(Кемгә ниндәй эш оҡшай, шуны башҡарып килерһегеҙ)

 

Дәресебеҙ тамам, һау булығыҙ!

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Разработка урока по башкирскому языку на тему "Шәхси гигиена. Эйәлек төшөнсәһе""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Педагог-психолог

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 976 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 16.04.2017 729
    • DOCX 17.4 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Мигранова Гульфия Азатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Мигранова Гульфия Азатовна
    Мигранова Гульфия Азатовна
    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 9871
    • Всего материалов: 11

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой