Инфоурок / Другое / Конспекты / Разработка урока по башкирскому языку "Вилы моего отца"(5 класс)

Разработка урока по башкирскому языку "Вилы моего отца"(5 класс)

Такого ещё не было!
Скидка 70% на курсы повышения квалификации

Количество мест со скидкой ограничено!
Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок"

(Лицензия на осуществление образовательной деятельности № 5201 выдана ООО "Инфоурок" 20 мая 2016 г. бессрочно).


Список курсов, на которые распространяется скидка 70%:

Курсы повышения квалификации (144 часа, 1800 рублей):

Курсы повышения квалификации (108 часов, 1500 рублей):

Курсы повышения квалификации (72 часа, 1200 рублей):
библиотека
материалов

Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль районының Йомағужа 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф учреждениһы.







Ноғман Мусиндың”Атайымдың ос


һәнәге “әҫәре буйынса дәрес планы.




hello_html_be7ce15.jpg

Күгәрсен районы 1-се һанлы

Йомағужа урта мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Ғимранова

Рәсимә Факил ҡыҙының

5 класта үткәрелгән дәрес планы.




Маҡсаттар:уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү,

һөйләү телмәрен,фекерләү ҡеүәһен үҫтереү,тасуири

уҡыу күнекмәһен камиллаштырыу;

Н.Мусиндың тормош юлы,ижады менән уҡыусыларҙы

ҡыҫҡаса таныштырыу,әҫәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу;

туған телгә оло ихтирам тәрбиәләү.


Йыһазландырыу:мультимедия проекторы,интерактив таҡта,

ос һәнәге төшөрөлгән һүрәт,

дәреслек,”Башҡорт теленең һүҙлеге”(II том).


Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле.

-Һаумыһығыҙ,балалар ,-тип

Үҙ телемдә өндәшәм.

Телемдең бар нескәлеген

Һәр дәрестә өләшәм.

Азалина сығыш яһай.

Эй туған тел,эй матур тел,

Атам,әсәмдең теле.

Донъяла күп нәмә белдем

Һин туған тел арҡылы.

Уҡытыусының инеш һүҙе.

-Уҡыусылар,бөгөн 21 февраль-Халыҡ –ара туған телдәр көнө.

(слайд асыла)

Халыҡ-ара туған телдәр көнө ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы тарафынан 1999 йылдың 17 ноябрендә иғлан ителә һәм 2000 йылдан билдәләнелә.

ЮНЕСКО мәғлүмәттәренән күренеүенсә, донъяла 6000 тел иҫәпләнә.Тик шуныһы аяныслы:уларҙың яртыһына юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай.Йыл һайын тиҫтәләгән телдең”үле” телдәр рәтенә күсеүе кешелекте хәүефкә һала,шуға ла халыҡ-ара туған телдәр көнө телдәрҙе, бигерәк тә аҙ һанлы милләттәрҙең телдәрен һаҡлап ҡалыу һәм үҙ-ара аралашыуҙы ҡулланыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Шулай булғас,беҙҙең бөгөнгө дәрестең маҡсаттары ниндәй булырға тейеш ?(уҡыусыларҙың яуаптары)

-Эйе,беҙ туған телебеҙҙе,илебеҙҙе яратып,республикабыҙҙың патриоттары булырға тейешбеҙ!

Дәресебеҙҙең девизы(слайдта):

Мәңге йәшә,эй,һөйөклө башҡорт теле, 2 тапҡыр хор

Атам теле,әсәм теле-минең телем! м-н уҡыу

(З.Биишева)

-Балалар,һеҙ тел тураһында ниндәй мәҡәл-

дәр беләһегеҙ ? сығыштар

(слайд асыла)

Тел –ул халыҡтың тере тарихы.

Тел-милләт йәшәүе.

Тел – аралашыу сараһы.

Тел-ул халыҡтың тормош тәжрибәһен,

аҡылын,хыялын үҙенә йыйған алтын ҡаҙна.

(Ғ.Хөсәйенов)

II.Өй эшен тикшереү.

-Балалар ,үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән

М.Кәримдең”Өс таған”повесынан “Дан кәпәс

түгел”исемле өҙөгөн уҡығайныҡ.Әйҙәгеҙ,ҡыҫҡаса

ғына уның йөкмәткеһен иҫкә төшөрөп китәйек. 2-3 уҡыусы

һөйләй


-Ә ни өсөн өҙөк шулай атала ? яуаптар

-Әҫәрҙә ниндәй орден тураһында әйтелә?

-Һеҙгә тағы ла Рәсәй Федерацияһының һуғыш,хеҙмәт

орден-миҙалдары тураһында белешмә йыйып килтерер-

гә ине (уҡыусылар интернеттан алынған миҙалдар т-да

һөйләйҙәр,һүрәттәрен күрһәтәләр)

(слайд асыла)

Батырлыҡ өсөн!” ордены күрһәтелә.

III.Ял минуты.

  • Уҡыусылар,һеҙгә әйтеләсәк һүҙҙәр яңы уҡыласаҡ әҫәрҙән алынған,иғтибар м-н тыңлағыҙ!

Ҡылым-баҫып,ҡул күтәрергә,исем-сүкәйергә.

Бакуй,һуҡрана,һәнәк,ҡомартҡы,кәбән,өтәләнә,

бимазалау, лөпөш,саба. уҡыусылар

хәрәкәттәр эшләй

-Афарин!Был һүҙҙәр хәҙер уҡыясаҡ әҫәрҙән алынғайны.

(тема,маҡсат әйтелә)

-Кем ул Ноғман Мусин? (портреты эленә)

яуаптар

-Ул Ишембай районының Ҡолғона ауылында

1931 йылда тыуа.С.Юлаев премияһы лауреаты.

Күпселек әҫәрҙәре тәбиғәт тураһында:”Мәңгелек

урман”,”Һуңғы солоҡ”,”Кеше һуҡмағы” һ.б.

Бик күп әҫәрҙәр ижад иткән.Беҙ бөгөн уҡыясаҡ

әҫәр “Атайымдың ос һәнәге” тип атала.

-Ә нимә ул һәнәк? Ә ос һәнәк ?

яуаптар

(слайд асыла)

Ос һәнәк-кәбән ослағанда ҡулланыла торған

оҙон һаплы ағас һәнәк.


hello_html_m56c8ad8c.jpg

Уҡыусылар да-

та ,аңлатманы

яҙып ҡуялар.

IV. Әҫәрҙе уҡыу.

а) үҙем уҡый башлайым;

б ) сылбырлап уҡыйҙар;

в ) аңлатма бирелә;

г ) ҡәләм м-н аңлашылмаған һүҙҙәрҙе һыҙалар 221-224-се б .

V.Йомғаҡлау.

-Уҡыусылар ,бөгөн дәрестә яңы нимә белдегеҙ?

2-3 уҡыусы Һәр милләт кешеһе үҙ телен яратып өйрәнергә,

ихтирам итергә,телендә иркен һөйләшергә тейеш! яуап бирә

VI.Баһалау.

VII.Өйгә эш

1)221-224-се биттәрҙе ролләп уҡы.

2)оҡшаған эпизодҡа һүрәт төшөр

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа № 1 с. Юмагузино МР Кугарчинский район













Тема:

План урока по произведению Н.Мусина

Вилы моего отца”.

hello_html_be7ce15.jpg

Разработка урока учительницы

башкирского языка и литературы

МБОУ СОШ № 1с.Юмагузино

Гимрановой Расимы Факиловны

























Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 25 октября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru

Общая информация

Номер материала: ДБ-245073

Похожие материалы