Инфоурок Родной язык КонспектыРазработка урока по башкирскому языку "Урал аръяғы буйлап сәйәхәт. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр".

Разработка урока по башкирскому языку "Урал аръяғы буйлап сәйәхәт. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр".

Скачать материал

Тема:Урал аръяғы буйлап сәйәхәт. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

Маҡсаттар:

1) Белем биреү: яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе айыра белеү, уларҙың дөрөҫ яҙылышы менән таныштырыу;

2) Үҫтереү: яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең яҙылыш айырымлыҡтарын үҙләштереү, уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәр, логик фекерләүҙе үҫтереү, ижади һәләттәрҙе асыу;

3)Тәрбиәүи: Башҡортостанға һөйөү тәрбиәләү, башҡорт теле аша башҡорт халҡының мәҙәниәтенә, тәбиғәтенә ихтирам тәрбиәләү, тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлай белеү, уҡыусыларҙа эстетик зауыҡ тәрбиәләү.

Дәрес төрө: яңы тема өйрәнеү.

Дәрес формаһы: дәрес – сәйәхәт.

Ойоштороу мәле.

-Һаумыһығыҙ, хәйерле көн, балалар. Мин  Нурзилә Юлай ҡыҙы булам.

Әйҙәгеҙ бер-беребеҙгә ҡарап йылмайыуҙар бүләк итәйек. Афарин, дуҫтарым! Әйҙәгеҙ, ошо яҡшы кәйефтә экрандағы һүҙҙәр менән бөтә донъяны сәләмләйек:

- Хәйерле көн, ағастар!

- Хәйерле көн, ҡоштар!

- Хәйерле көн, тәбиғәт!

Афарин! Әгәр һәр көн бөтә донъяны сәләмләһәгеҙ, яратһағыҙ, изге уйлы, һәйбәт кеше булып үҫерһегеҙ. Был эштә мәктәптә алған белемдәрегеҙ ҙә ярҙамға килер. Шуға күрә дәресте башларға рөхсәт итегеҙ, ултырығыҙ!

Өйгә эш:  тикшереү

Яңы тема өҫтөндә эш.

-  Уҡыусылар! Һәйбәт кеше тәбиғәтте  ярата ла, һаҡлай ҙа белә.

-  Быйылғы йыл ниндәй йыл? Ниндәй темаға арналған? (Быйылғы 2017 йыл дәүләт тарафынан “Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы” тип иғлан ителде).

-  Ни өсөн йыл шулай аталған? (Тәбиғәттәге йылға – күлдәр, тау – урмандар һәм башҡалар тәбиғәт байлыҡтары булып тора.Беҙ уларҙы беҙҙән һуң килер быуындарға ла матур килеш тапшырырға тейеш)

-  Беҙ һеҙҙең бөгөн Урал аръяғына сәйәхәт ҡылырбыҙ.

-         Һеҙҙең алдығыҙҙа карточкалар ята. Дәрес барышында һеҙ схематик рәүештә уларҙы тултыра барырһығыҙ.

-   Әйҙәгеҙ, һорауҙарға яуаптар биреп маршрутыбыҙҙы билдәләп үтәйек.

Һорауҙар системаһы:

1.     Баймаҡ районындағы күл? (Талҡаҫ күле)

2.     Урал аръяғындағыҡала? (Баймаҡ ҡалаһы )

3.     Баймаҡ районындағы иң ҙур йылға? (Һаҡмарйылғаһы)

4.     Башҡортостандыңберенсе баш ҡалаһы? (Темәс ауылы)

5.     Беҙҙең яҡтағы тау? (Ирәндек тауы)

6.     Баймаҡ районындағы шарлауыҡ? (Ғәҙелша шарлауығы)

Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү.

Проблемалы һорау ҡуйыу:

- Был һүҙҙәрҙе икегә бүлеп ҡарайыҡ? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?(ике төркөмгә)

-  Улар бер-береһенән нимәһе менән айырыла?(Көтөлгән яуаптар: беренсе рәттәге һүҙҙәр яңғыҙлыҡ исемдәр, уларға кешеләргә ҡушылған исем, фамилиялар,ҡушаматтар,хайуан, китап-журнал исемдәре, географик атамалар инә. Улар баш хәреф менән яҙыла.Ҡалған исемдәр уртаҡлыҡ исемдәргә керә. Улар, әгәр һөйләм башында килмәһә, бәләкәй хәреф менән яҙыла).

-   Ошо ҡағиҙәнең аңлатмаһын дәреслектән табып уҡыйыҡ әле. (Бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый. Дәреслек, 155-се бит)

-  Тимәк, бөгөн дәрестә нимә эшләрбеҙ?(Көтөлгән яуаптар:яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр тураһында һөйләшәбеҙ)

-  Афариндар. Алдығыҙҙағы карточкаларығыҙға ла теркәп ҡуйырға онотмағыҙ.

-  Эйе, дөрөҫ. Ә яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе өйрәнеү өсөн беҙ үҙҙебеҙҙең алдыбыҙға ниндәй маҡсаттар ҡуябыҙ?(Көтөлгән яуаптар: эйе, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе өйрәнеү; уларҙы дөрөҫ яҙыу).

-  Хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе асып, бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуйығыҙ.

(Икенсе март. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.)

-Афарин! Ошондай маҡсаттар менән беҙ һеҙҙең менән бөгөн күтәренке кәйеф, рухи байлыҡ юллап, сәйәхәткә сығабыҙ.

- Ә сәйәхәтте һеҙ нисек аңлайһығыҙ? (Көтөлгән яуаптар: ил гиҙеп йөрөү, төрлө урындарға барыу)

Урал аръяғы территорияһы буйлап сәйәхәт итәсәкбеҙ. Дәресебеҙ төрлө туҡталыштарҙан торасаҡ.

-         Сәйәхәткә сыҡҡанда үҙең менән нимә алалар?(Көтөлгән яуаптар: палатка, шырпы һ.б.)

- Дөрөҫ, балалар! Ә беҙ үҙебеҙ менән кәрәкле һүҙ байлығын алырбыҙ, хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ, улар беҙгә сәйәхәт иткәндә осраясаҡ, беҙ уларға айырым туҡталмаясаҡбыҙ.

Һүҙлек эше.

Тау һырты – тауҙың оҙон булып һуҙылған өҫкө буйы

Шарлауыҡ – текә ҡаянан, бейек һикәлтәнән ағып төшкән һыу.

Маршрут – үтеләсәк урынды алдан билдәләнгән юл.

Ишкәк – ишеү өсөн файҙаланылған, бер башы яҫы ҡулайлама.

Сүп – сар – ҡулланылмаған, ташландыҡ нәмә.

Дәрес барышы:

- Уҡыусылар, билдәләнгән маршрут буйынса сәйәхәтебеҙҙе башлайыҡ. Тәүге йүнәлешебеҙгә автобуста барасаҡбыҙ.

1-се туҡталыш – Баймаҡ ҡалаһы. (Автобус тауышынаруль борған хәрәкәттәр яһайҙар)

- Слайд.Бында беҙгә йәйәләрҙе асып, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ итеп яҙырға кәрәк.

- (ғ)әҙелша, (т)ау һырты, (и)рәндек, (р)айон, (а)ғас, (а)йыу, (а)йгөл, (ш)ишмә.(Таҡтала һәм дәфтәрҙәрҙә эш)

-         Афариндар! Хаталар юҡмы? Яңғыҙлыҡ исемдәр нисек яҙыла?(Яңғыҙлыҡ исемдәр һәр ваҡыт ҙур хәрефтәр менән яҙыла.)

-         Юлыбыҙҙы артабан йәйәү дауам итәбеҙ (Атлаған хәрәкәттәр яһайҙар):

Слайд.Балалар, балалар

Урам буйлап баралар,

Һикереп тә алалар,

Йүгереп тә алалар,

Һаман алға баралар.

2-се туҡталыш – Һаҡмар йылғаһы(слайд). (Күк төҫтә карточкалар таратып бирелә).

-                   Уҡыусылар! Беҙгә Һаҡмар йылғаһы аша күпер һалып кәрәк. Ике рәттә һүҙҙәр бирелгән, уларҙы дөрөҫ итеп яҙырға һәм тоташтырып сығыр кәрәк:(Парталағы парҙар менән эшләү)

шиғыр                 серле бүләк

журнал                жигули

гәзит                    әсәйемә

фильм                  атайсал

автомобиль         аҡбуҙат

Баһа:5 –хата юк,  4 -1-2 хата, 3 – 3 хата (слайдта).

( Слайд. Параталар менән алмаштырып эштәрҙе тикшереү. Баһалар слайдта.)

-         Әйтегеҙ әле, һеҙ ниндәй исемдәр менән эш иттегеҙ һәм улар нисек яҙыла?

(Һығымта яһау.Китаптарҙың, гәзит-журналдарҙың, картиналарҙың, киноларҙың, спектаклдәрҙең, кораблдәрҙең, колхоз-совхоздарҙың исемдәре ҙур хәреф менән башланып, тырнаҡтар эсенә алынып яҙыла.)

-   Эйе, әйҙәгеҙ әле, дәреслектәребеҙҙәге ҡағиҙә менән танышып китәйек.(Дәреслек, 158-се бит).

-  Карточкаларығыҙҙы тултырып ултырырға онотанығыҙмы?

Сәйәхәтебеҙҙе  самолетта дауам итәбеҙ (Самолет тауышы сыға. Ҡулдарҙы йәйеп самолеттар яһайҙар.)

3-сө туҡталышыбыҙ Темәс ауылында.

-         Бергәләп “Йәшенмәк” уйыны уйнап алайыҡ. “Башҡортостан” тигән һүҙҙә ниндәй һүҙҙәр йәшенгән, яңы һүҙҙәр уйларға.Бер минутта кем нисә һүҙ яҙа?

(иң күп яҙған уҡыусы уҡый).

-                   Уҡыусылар, Темәс – беҙҙең Башҡортостан республикаһының беренсе баш ҡалаһы. Әйткәндәй, 2019 йылда Башҡортостан үҙенең 100 йыллығын билдәләйәсәк. Фотола һеҙ данлы Темәс ауылының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге музейын күрәһегеҙ. Темәс – ҙур ауыл. Тәбиғәт байлыҡтары ла, иҫтәлекле урындары ла күп. Оҡшанымы һеҙгә ауыл?

-         Талҡаҫ күленә кәмәләрҙә барайыҡ(ишкәк ишкән хәрәкәттәр яһайҙар)

4-се туҡталышыбыҙ Талҡаҫ күлендә. Слайдта фото.

-  Талҡаҫ күле, эргә-тирәһендәге тәбиғәте бик матур. Һыуы бик таҙа. Бик алыҫтан ял итергә лә килеүселәр бик күп (фотола).

-  Балалар, Талҡаҫ күленең иркен тын алыуына нимәлер ҡамасаулай. Әйҙәгеҙ күлгә ярҙам итәйек, эргә – тирәһен сүп-сарҙан таҙартайыҡ. “Күмәкләгән – яу ҡайтарған”, тиҙәр. Күмәкләп тотонһаҡ, был эште лә бик тиҙ башҡарып ҡуйырбыҙ.

Бирелгән һүҙҙәр араһынан артыҡ һүҙҙәрҙе табып һыҙ:

Слайдта:1. Ҡамыш, пластик һауыт, таш, ҡом, ағас, резина.

2. Тамсы, кәмә, полиэтилен моҡсай, үлән, һут һауыты.

Артабан сәйәхәтебеҙҙе аттарҙа дауам итәбеҙ (тел менән ат тояғы тауыштары сығарабыҙ)

5-се туҡталыш –Ирәндек тауы.

“Learning apps” технологияһы .Һүрәткә ҡарап, тейешле яңғыҙлыҡ исемде тап.

 -Юлыбыҙҙы артабан автобустарҙа дауам итәйек.

 

6-се туҡталыш – Ғәҙелша шарлауығы.

Шарлауыҡҡа барған һуҡмаҡ бик тар, шуға ла ике төркөмгә бүленеп, ике һуҡмаҡтан барайыҡ.

Конверттағы һөйләмдәрҙәге һүҙҙәрҙе яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәргә бүлеп яҙығыҙ. Кемдәр тиҙерәк эшләр?

1-се төркөм: Бөгөн Арыҫлан Иҫке Сибай ауылына олаталарына ҡунаҡҡа бара. Өләсәһе берәй тәмлекәс бешереп ҡуя.


Арыҫлан

Иҫке Сибай

 

 

ауыл

олатай

өләсәй

тәмлекәс


 2-се төркөм: Әлфиә “Тәмлекәс” кафеһына инеп сәй эсте. Үҙенең эшендә арыҫлан, ҡуян һүрәтен эшләне ул.


Әлфиә

“Тәмлекәс”

 

 

 

кафе

сәй

арыҫлан

ҡуян

һүрәт


- Ни өсөн шулай бүлдегеҙ? (Ҡайһы бер исемдәр яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙә лә ҡулланыла.)

 -       Афариндар!

1- се төркөм Алтын һүҙен яңғыҙлыҡ исем итеп ҡулланып, 2-се төркөм уртаҡлыҡ исем итеп һөйләм төҙөп яҙығыҙ.

Йомғаҡлау.Һорауҙар ярҙамында һығымта.

- Уҡыусылар, бөгөн беҙ Урал аръяғының иң матур бер – нисә урынына сәйәхәт ҡылдыҡ. Әйҙәгеҙ, тирә – йүнгә иғтибарлы булайыҡ һәм һаҡлайыҡ!

–Эйе, уларҙы һаҡларға һәм яҡларға кәрәк.

Рефлексия. Ә хәҙер бөгөнгө дәрестә яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр буйынса алған белемдәребеҙҙе төшөрөп барған схеманы ҡарайыҡ. Нимә килеп сыҡты инде?(Слайд)

Был эштәрегеҙҙе үҙегеҙҙә ҡалдырығыҙ, улар һеҙгә алда ла кәрәге тейер.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


-  Бөгөнгө кемдәргәдәрес оҡшаны – баш бармаҡтарҙы күтәрәбеҙ,

Өй эше.Слайдта. Һайлап алыу мөмкинлеге менән:

1.     Күптәрегеҙҙең төрлө ерҙәргә сәйәхәт иткәндәре барҙыр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе ҡулланып, шул турала инша яҙып килегеҙ.

2.     236 – сы күнегеү (дәреслек,161-се бит)

3.     Яңғыҙлыҡ исемдәр менән кроссворд төҙөргә.

Уҡыусыларҙы баһалау.

Кемдәр үҙҙәрен бөгөнгө дәрестә “5” билдәһенә баһалай.

Кемдәр – “4”,

Кемдәр - “3” билдәһенә?

-         Афариндар! Һеҙгә һаулыҡ, яҡшы билдәләр теләп дәресте тамамлайбыҙ. Һау булығыҙ!

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Разработка урока по башкирскому языку "Урал аръяғы буйлап сәйәхәт. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр"."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Промышленный дизайнер

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 651 729 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 11.10.2022 84
    • DOCX 49.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Суяргулова Нурзиля Юлаевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Суяргулова Нурзиля Юлаевна
    Суяргулова Нурзиля Юлаевна
    • На сайте: 1 год и 7 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 651
    • Всего материалов: 4

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Русский язык и литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

Учитель русского языка и литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 1527 человек из 84 регионов
  • Этот курс уже прошли 4 876 человек

Курс повышения квалификации

Лингвокультурологический подход в обучении русскому языку как обеспечение принципов и требований ФГОС

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 22 человека из 13 регионов
  • Этот курс уже прошли 91 человек

Курс профессиональной переподготовки

Родной (русский) язык и родная литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

Учитель родного языка (русского языка) и родной литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 87 человек

Мини-курс

Цифровая трансформация в управлении и информационных технологиях

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Искусство и техника: совершенствование в художественной гимнастике

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология обучения и развития детей: от садика до школы

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 27 человек из 18 регионов
  • Этот курс уже прошли 11 человек