Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Конспекты / Разработка урока по башкирской литературе на тему: Изучение стихотворения "Неизвестный солдат" М.Карима.(5 класс)
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Разработка урока по башкирской литературе на тему: Изучение стихотворения "Неизвестный солдат" М.Карима.(5 класс)

библиотека
материалов

Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы мәғариф бүлеге

Прибельский ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының филиалы

Бишауыл -Уңғар урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Филиал муниципального общеобразовательного бюджетного

учреждения средней общеобразовательной школы с. Прибельский

средняя общеобразовательная школа д. Бишаул–Унгарово

МР Кармаскалинский район







5-се класта башҡорт әҙәбиәтенән

Мостай Кәримдең “Билдәһеҙ һалдат” шиғыры буйынса

дәрес өлгөһө









Уҡытыусы – Исхаҡова Рәмилә Филарит ҡыҙы











2016 йыл



Тема: Мостай Кәрим. “Билдәһеҙ һалдат” шиғыры.

Маҡсат: 1.М. Кәримдең тормошон һәм ижадын иҫкә төшөрөү.

2. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү.

3. Шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыу.

4.Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, һөйләү һәм яҙыу

телмәрен үҫтереү.

5. Автор позицияһын аңлау, уға үҙ ҡарашыңды булдырыу.

6. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ихтирам һәм

һәм һаҡсыл ҡараш, ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү.

7. Тыуған илебеҙҙең үткәнен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу.1.М. Кәримдең портреты. Уның тормош юлын

сағылдырған стендтар. Шағирҙың китаптар күргәҙмәһе.

2.Компьютер, мультимедиа проекторы, интерактив таҡта.

3.“Билдәһеҙ һалдат” шиғыры һәм “Изге һуғыш” көйө яҙылған компакт

диск. 4. “Бер кем дә, бер ни ҙә онотолмай” стенды.

Дәрес барышы

I. Ойоштороу мәле.

- Хәйерле көн, уҡыусылар! Бөгөнгө дәресте беҙ класта түгел, ә мәктәбебеҙҙең тыуған яҡты өйрәнеү музейында үткәрәбеҙ. Матур ғына итеп теҙелешеп музейға юлланабыҙ(музей мәктәптең икенсе ҡатында урынлашҡан). Музейҙа саҡта шауларға, һорауһыҙ бер нимәгә лә тейергә ярамай.

II. Дәрестең маҡсатын билдәләү.

Уҡытыусы. Ҡәҙерле, балалар! Бөгөнгө дәрестең маҡсатын билдәләү өсөн һеҙҙең иғтибарығыҙға бер көй тәҡдим итәм. Йырҙың исемен һәм нимә тураһында һүҙ барғанын билдәләргә кәрәк. Иғтибар менән тыңлағыҙ.(“Изге һуғыш” көйө яңғырай).

Уҡыусы.“Изге һуғыш” көйө, унда һүҙ Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында бара.

Уҡытыусы. Афарин! Тимәк, бөгөнгө дәрестә беҙ Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

  • Ә Бөйөк Ватан һуғышы ҡасан башланған?

Уҡыусы. 1941 йылдың 22 июнендә башланған.

Уҡытыусы. Бик яҡшы.

  • Еңеү көнөн ҡасан билдәләйбеҙ?

Уҡыусы. 9 Майҙа.

Уҡытыусы. Һай, афарин!

-Һеҙҙең туғандарығыҙ араһынан был һуғышта ҡатнашыусылар бармы? Был хаҡта һорашҡанығыҙ булдымы?(Уҡыусылар үҙҙәренең олаталарының исем-шәрифтәрен әйтеп бирәләр, стендтан фотоларын да күрһәтәләр).

Бик яҡшы, балалар. Һеҙ был хаҡта үҙегеҙ ҙә белергә тейешһегеҙ һәм киләсәктә балаларығыҙға, ейәндәрегеҙгә һөйләргә бурыслыһығыҙ. Сөнки беҙҙең ата-бабаларыбыҙ һеҙҙең бәхетле киләсәгеҙ өсөн утҡа һәм һыуға ингәндәр, хатта бик күптәре яу ҡырҙарында батырҙарса һәләк тә булғандар.Мәҫәлән, беҙҙең Бишауыл–Уңғар ауылынан 300-гә яҡын кеше Ватанды дошмандан азат итер өсөн изге һуғышҡа киткән, уның тик етмеше генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алған. Бына был стендта уларҙың исемдәре яҙылған, фотоһүрәттәре ҡуйылған. Хатта ошо ир-егеттәр араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ҙа бар. Ул Хәйретдинова Зәйнәб апайыбыҙ(бөгөнгө көндә инәй тип әйтер инек). Ул үҙенең тормош иптәше Хәйретдинов Тимерйән ағай менән һуғыштың тәүге көнөнән үк үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Яҙмыш, әлбиттә, икеһен ике яҡҡа айыра, әммә батыр ҡатын, дошман утынан һис тә ҡурҡмай. Шәфҡәт туташы булараҡ, ҡыҙыу алыш барған саҡта ла, яралыларҙы ут эсенән алып сығып, уларға ярҙам ҡулы һуҙа. Сталинград янында барған көслө алыштарҙа Зәйнәб апайҙың күкрәген дошман пуляһы ҡаты яралай һәм ул үлә. Һанай китһәң, илебеҙ халыҡтарының батырлығын һанап бөткөһөҙ, бөгөнгө көндә беҙҙең ауылыбыҙҙа йәшәүсе ветерандарыбыҙ ҡалманы ла тиерлек, әммә ауылыбыҙҙа тыуып үҫеп, Бишауыл – Уңғарҙан Бөйөк Ватан һуғышына китеүсе, әлеге көндә Өфө ҡалаһында ғүмер итеүсе Вәлиев Фәрит Миңлеғәли улы ғына ҡалды. Уны барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Ул беҙҙең көтөп алған хөрмәтле ҡунағыбыҙ.

Бынан тыш, тылда ҡалған ауылдаштарыбыҙ ҙа фронтҡа ҙур ярҙам ойошторалар. Игенен дә үҫтерәләр, бейәләй һәм бирсәткәләрен дә бәйләп ебәрәләр, көҙгө осорҙа мейестәрҙә алмаһын да киптереп, фронтҡа оҙаталар.

Бына был фотолағы мөләйем йөҙлө ағайығыҙ – ул беҙҙең ауылдашыбыҙ Әхмәтов Хәйрулла Нурғәли улы. Хәйрулла Әхмәтов башта яҡташыбыҙ Миңлеғәли Шайморатов етәкселендәге 112-се, һуңынан 16-сы Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полкына комиссар итеп тәғәйенләнә. Ватан алдындағы изге бурысын үтәгәне өсөн “Ҡыҙыл йондоҙ” һәм “I дәрәжә Ватан һуғышы” ордендары менән бүләкләнгән.

Бөйөк Еңеү хаҡына үҙ өлөштәрен индереүсе батырҙарыбыҙ айырым иғтибарға лайыҡ. Беҙ уларҙың изге эштәрен онотмаҫҡа, тереләрҙең ҡәҙерен, ә үлгәндәрҙең ҡәберҙәрен белергә һәм тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Илебеҙ халҡы йыл да Еңеү көнөндә ветерандарҙы тәбрикләй.9 Май илебеҙ өсөн күптән иҫтәлекле байрамға әйләнде. Еңеү көнөн лайыҡлы билдәләү – барыбыҙҙың да мөҡәддәс бурысыбыҙ, сөнки беҙҙә һуғыш еле ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡ. Ошо хаҡта әлеге генә әйтеп үттек.

Уҡытыусы. Шулай итеп, бөгөнгө дәрестә беҙ һуғыш тураһында һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ. Ә һеҙгә өйҙә М. Кәримдең “Билдәһеҙ һалдат” исемле шиғырын уҡып килергә ҡушылғайны. Унда кем тураһында һүҙ бара? Ни өсөн һалдатҡа һәйкәл ҡуйылған? Ни өсөн М. Кәрим шиғырын һуғыш темаһына арнаны икән?

Уҡыусы. Шиғырҙа һүҙ билдәһеҙ һалдат тураһында бара. Һәйкәл һалдатҡа батырлығы өсөн ҡуйылған. Минең уйлауымса, шағирҙың үҙ әҫәрен һуғыш темаһына яҙыуы юҡҡа түгелдер, сөнки Мостай Кәрим һуғыштың башынан алып аҙағына тиклем яу ҡырында була. Яугирҙарҙың батырлыҡтарын бик оҫта тасуирлай.

Уҡытыусы. Афарин! Шағир тап үҙе лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. М. Кәримгә яҙмыш юлын, хеҙмәт һәм ижад юлын үҙе теләгәнсә һайларға форсат теймәй, һайланаһы урында уға ҡулға ҡорал алырға, һалдат булып ил һағына баҫырға тура килә. Үҙенең “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғырындағыса:

(Экранда шиғыр юлдары күренә)

Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,

Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,

Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,

Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн –

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!-

һалдат һәм шағир Мостай Кәримдең хәрби юлы 1941 йылда шулай башлана.

Уҡытыусы. М.Кәримдең һуғыш темаһына яҙылған тағы ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

Уҡыусы. “Декабрь йыры” һәм “Үлмәҫбай”, “Ҡара һыуҙар” поэмалары, “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғыры,” Ярлыҡау” повесы.

Уҡытыусы. Афарин, балалар! Тимәк, М.Кәрим - яҙыусы ла, Башҡортостандың халыҡ шағиры ла, шулай уҡ күренекле драматург та. Ә драма әҫәрҙәре менән өлкәнерәк кластарҙа танышырбыҙ.

Уҡытыусы. Уның тағы ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

Уҡыусы. “Өс таған”, “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повестары.

Уҡытыусы. Афарин! Ысынлап та, М. Кәрим төрлө өлкәлә лә берҙәй эшләгән әҙип. Бынан тыш ул – тәнҡитсе һәм публицист, тәржемәсе, ижтимағи эшмәкәр. Уның ижадын өлкәндәр ҙә, үҫмерҙәр ҙә, кескәйҙәр ҙә яратып уҡыйҙар.

  • Ә шағир үҙе ҡасан һәм ҡайҙа тыуған, кемдең хәтере яҡшы?

Уҡыусы. 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районы Келәш ауылында тыуған.

Уҡытыусы. Афарин!Бик яҡшы.

III.Шиғырҙы компакт дискынан тыңлау һәм йөкмәткеһен үҙләштереү

Уҡытыусы. Ә хәҙер М. Кәримдең “Билдәһеҙ һалдат” шиғырын диктор тарафынан уҡыуын тыңлайыҡ. Башта текста ҡайһы бер аңлашылмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлатып китәйек:(экранда һүҙлек һүҙҙәре яҙылған)

Баҡыр кеше Һалҡын таш Әжәл

Мәңгелек һын Изге ялҡын Ил инәһе Еңеү бите

Уҡытыусы. Барыбыҙ ҙа иғтибар менән тыңлайыҡ.

Уҡытыусы. Тәүге строфала автор ниндәй һорауҙар бирә? Уҡып ишеттерегеҙ.

Уҡыусы. Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше?

Билдәһеҙме, хәтер,әйт әле?!

Уҡытыусы. Был һорауҙар кемгә төбәлгән? Уларға яуапты артабан

ҡайһы юлдарҙа таба алабыҙ?

Уҡыусы. Атакаға күтәрелдек бергә,

Йыға һуҡты әжәл бер мәлде,

Ваҡытлыса йәнә терелдем мин,

Ул – мәңгелек һынға әйләнде.

Уҡытыусы. Өсөнсө һәм дүртенсе строфалар араһында ниндәй мәғәнә бәйләнеше йәки ҡаршылығы сағыла? Аҙаҡҡы строфала шағир кемгә өндәшә? Был юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

IV. Әҫәргә анализ.

Уҡытыусы һәр строфаны айырым уҡып, һорауҙар бирә:

- Беренсе строфа. Билдәһеҙме был баҡыр кеше?

Уҡыусы. Билдәле. Был һәйкәл бер кешегә генә түгел, ә яу яландарында ҙур батырлыҡтар күрһәткән яугирҙарға ҡуйылған.

Уҡытыусы. Икенсе строфа. Йыға һуҡты әжәл; ваҡытлыса терелдем; мәңгелек һынға әйләнде.

Уҡыусы. Яугир һәләк булды. Лирик герой яраланып, аңына килә. Батырҙарса һәләк булған һалдат иҫтәлеге мәңгелек.

Уҡытыусы. Өсөнсө строфа. Ҡаршыһында – гөлдәр изге ялҡын булып яналар; балалар һайрай.

Уҡыусы. Яугир иҫтәлегенә ултыртылған гөлдәр матур итеп сәскә аталар.Тыныс тормош, бәхетле бала саҡ.

Уҡытыусы. Дүртенсе строфа. Артында – сал бер ҡатын(ил инәһе); маңлайын һалҡын ташҡа терәп.

Уҡыусы. Һуғыш тамамланыуға нисәмә йылдар үтһә лә, сабыр ҡатын

һаман да кемделер көтә, бәлки яуҙан ҡайтмаған улын, бәлки тормош иптәшендер. Әммә ул өнһөҙ генә илап, һаман да көтә үҙенең иң изге кешеһен. Сал ҡатын – ҡайғырыуҙан һәм олоғайыуҙан сәстәре ағарған ҡатын. Ил инәһекүпте күргән, күпте кисергән, йәмғиәттә үҙ урыны, үҙ абруйы булған кеше.

Уҡытыусы. Бишенсе строфа. Ҡояш – ай; шатлыҡ нуры һибелә – әсе йәш тама.

Уҡыусы. Ҡапма-ҡаршы ҡуйылған һүҙҙәр.

Уҡытыусы. Автор тарафынан ни өсөн тап ошо һүрәтләү саралары ҡулланылған?

Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше?

Билдәһеҙме, хәтер әйт әле?!

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән әсе йәш тама.

Уҡыусы. Мәғәнәһен көсәйтеү өсөн.

Уҡытыусы. Бер үк һүҙҙең йәки һүҙбәйләнештең мәғәһен көсәйтеү маҡсатында, шиғырҙағы йәнәш юлдар башында ҡабатланып килә.

Уҡытыусы. Бынан тыш шағир тағы ла башҡа төр һүрәтләү саралары ҡулланған, уларҙы ла асыҡлап үтәйек:

Гөлдәр ялҡын булып яналар(метафора); Һайрай балалар(метафора);

Сал ҡатын(эпитет); Һалҡын таш(эпитет);

йыға һуҡты әжәл (йәнләндереү); өнһөҙ илай(метафора).

Уҡытыусы. Ә хәҙер шиғырҙағы образдарға характеристика бирәйек.

Шиғырҙағы тере образдарҙы(геройҙарҙы) табығыҙ.

Уҡыусы. Тере һалдат, уның иҫән ҡалған яуҙашы, лирик герой, сал ҡатын, балалар.

Уҡытыусы. Башҡа тағы образдар бармы?

Уҡыусы. Һәйкәл, әжәл, гөлдәр, ҡоштар, Еңеү образдары.

Уҡытыусы. Ҡайһы образдар күңелегеҙҙә, хәтерегеҙҙә нығыраҡ уйылып ҡала? Ни өсөн?

Уҡыусы. Тере һалдат, сал ҡатын, балалар.

Уҡытыусы. Әҫәрҙе нисә өлөшкә бүлергә мөмкин?

Уҡыусы. Минеңсә, 6 өлөшкә.

Уҡытыусы. Һәр өлөштә нимә тураһында һүҙ бара?

Уҡыусы. 1-се өлөш - билдәһеҙ һалдатҡа һәйкәл ҡуйылыуы.

2-се өлөш- һалдаттарҙың атакаға күтәрелеүе, әжәлдең уларҙы йыға һуғыуы.

3-сө өлөш – иҫән ҡалған яуҙаштың терелеүе.

4-се өлөш – һәйкәлдең сәскәгә күмелеүе, балаларҙың һайрашыуы.

5-се өлөш – сал сәсле ҡатындың нисәмә йылдар үҙенең яҡын кешеһен көтөп, һәйкәл янында өнһөҙ илауы.

6-сы өлөш – Еңеү көнөндә сал сәсле ҡатындың бер күҙенән шатлыҡ нуры һибелеүе, бер күҙенән әсе йәш тамыуы.

Уҡытыусы. Был әҫәре менән автор нимә әйтергә теләй?

Уҡыусы. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яу яланында ятып ҡалыусы яугирҙарыбыҙ бихисап булған. Халҡыбыҙ уларҙың батырлығын һис тә онотмай. Уларға бик урындарҙа һәйкәлдәр ҡуйылған. Һәйкәлдәр янынан кешеләр бер ваҡытта ла өҙөлмәй, һәр саҡ сәскәләр һалып, үҙҙәренең яҡындарын иҫкә төшөрәләр. Инәйҙәрҙең сәстәренә сал төшһә лә, улар һаман да сабырлыҡ менән үҙҙәренең ирҙәрен, улдарын

көтәләр, өмөттәрен өҙмәйҙәр. Йыл һайын Еңеү көндәрендә дошманды

еңгән өсөн шатлыҡ кисереп, берсә ҡыуанып, берсә ҡайғырып илайҙар. Экрандағы йырҙың һүҙҙәре лә ошо хәҡиҡәтте раҫлаған кеүек:

(Экранда Ә. Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” драмаһынан йырҙың һүҙҙәре күренә)

Һәр төбәктә шундай һәйкәл бар –

Таштан йә тимерҙән ҡуйылған,

Яуҙар кисеп, яуҙа йығылған

Һалдаттарҙың исеме уйылған;

Исемдәр, исемдәр, исемдәр!

Һәр исемдә оло яҙмыш ята –

Ватан өсөн йәнен биргән ирҙәр

Үлемһеҙ йыр булып илгә ҡайта.

Әсәләрҙең әсе күҙ йәшен

Йылдар еле күптән киптергән,

Ҡара ҡайғы түгел, һары һағыш

Әсәләрҙе бында килтергән.

Исемдәр, исемдәр, исемдәр!..

Аҫыл һөйәктәре ҡайҙа икән?

Өмөт бағлап йәшәгәндәр өсөн

Үлгәндәр ҙә терелеп ҡайта икән!

Һәйкәл эргәһендә тере һәйкәл –

Әсәләрҙең ҡара һындары.

Алыҫ ҡалған йәшлек йылдарын

Йырҙар хәтерләтә ни бары...

Уҡытыусы. Исемдәре уйылған, өмөт бағлап, тере һәйкәл, әсәләрҙең ҡара һындары һүҙбәйләнештәренең мәғәнәләрен нисек аңлайһығыҙ?

Уҡытыусы. Ике шиғырҙа ниндәй уртаҡ яҡтар бар?

Уҡытыусы. “Билдәһеҙ һалдат” әҫәре беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Уҡыусы. Тыуған илеңде яратырға, уның күренекле кешеләрен хөрмәтләргә, сабыр һәм түҙемле, ҡыйыу һәм батыр булырға өйрәтә.

Уҡытыусы. Артабанғы эшебеҙҙе дауам итеп, М. Кәрим шикелле, шиғыр ҙа ижад итеп ҡарайыҡ. Төркөмдәрҙә яугир һүҙе менән 5 юллыҡ шиғыр ижад итеү(синквейн). Һуңынан һәр төркөмдөң үҙ шиғырын уҡып ишеттереүе.

Уҡытыусы. Тыуған ил, батырлыҡ тураһында мәҡәл –әйтемдәр бәйгеһен ойоштороп алайыҡ. Ҡайһы парҙар күберәк табыр?

V. Дәресте йомғаҡлау.

Уҡытыусы. Бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшанымы? Ни өсөн? Нимәләр менән таныштығыҙ? Үҙегеҙ өсөн бөгөнгө дәрестән нимә алдығыҙ?

Уҡытыусы. М. Кәрим ижады бик бай һәм күп яҡлы. Ул фронтовик шағир булараҡ, утты-һыуҙы кискән кеше, әҫәрҙәрен уҡыусының хис-тойғоларына тәьҫир итерлек итеп ижад итте. Бөгөнгө көндә М. Кәрим беҙҙең арабыҙҙа булмаһа ла, китап уҡыусылар шағирҙың ижадын яратып өйрәнгәс, тимәк, уның ижады үлемһеҙ. Шағирҙың әҫәрҙәрен уҡып, Тыуған илде яратырға, уның шанлы тарихын өйрәнергә, өлкәндәрҙе хөрмәтләргә, дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә өйрәнәбеҙ.Һеҙҙең алдығыҙҙа уның китаптары(китаптар күргәҙмәһе ойошторолған).

VI.Яуаптарҙы баһалау.

Уҡытыусы. Кемдәр бөгөнгө дәрестә әүҙем ҡатнаштылар? Уларға ниндәй баһа ҡуяһығыҙ?

VII. Өйгә эш. 1. “Минең олатайым(бабайым) һуғыш ветераны”темаһына инша яҙырға.

Ҡулланылған әҙәбиәт

1.Ф.Х.Ғөбәйҙуллина. Мәктәп сәхнәһе өсөн башҡорт халыҡ йола байрамдары, сценарийҙар, пьесалар. -Өфө, Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2001.

2.М.Х.Иҙелбаев, М.Б.Юлмөхәмәтов, Ә.М. Сөләймәнов, З.И.Яйҡарова. Башҡорт әҙәбиәте. Дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек-хрестоматия. Өфө, З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, 2011.

3.Т.С.Мырҙагилдина. Хәйрулла Әхмәтовтың биографияһы. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы архивынан.

4.Ә.М.Мирзаһитов. Һайланма пьесалар. Өфө, Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1988.

5.Б.Б.Ғафаров. Әҙәбиәтте уҡытыу методикаһы. -Өфө, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, 2008.






















Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 10.03.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров249
Номер материала ДВ-514972
Получить свидетельство о публикации

Комментарии:

1 год назад

Огромное спасибо за поддержку учителей и учащихся.

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх