Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Разработка урока по башкирской литературе "Зөбәй Үтәғолов"

Разработка урока по башкирской литературе "Зөбәй Үтәғолов"



Осталось всего 4 дня приёма заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Тема: ҘӨБӘЙ ҮТӘҒОЛОВ

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар!

Бөгөн беҙҙә башҡорт теле

Яратам һине, телем!

Рәхмәт һиңә, һинең аша

Алам мин яҡшы белем!



Әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе дәрескә әҙерләйек. Төҙ ултырҙыҡ, ҡулдарҙы дөрөҫ ҡуйҙыҡ.Уҡыусылар, мин бөгөнгө дәрескә ошондай Ҡатнашыу билдәләре алып килдем.Һеҙ дөрөҫ, матур яуап биргән һайын ошоларҙы алырһығыҙ.Дәрес аҙағында күпме йыйылыуына ҡарап, мин һеҙгә баһа ҡуйырмын.Һөйләштекме?

Әйҙәгеҙ,тиҙәйткесте ҡабатлап, телдәрҙе шымартып алайыҡ.

Кәк-күк-кәк-күк – саҡыра кәкүк, Кәк-күк-кәк-күк – ниндәй аяҙ күк. Рүк-рүк-рүк-рүк – туҡтама берүк, Үек-үек – донъябыҙ ожмах кеүек!

Көн аяҙ, ҡоштар һайрай.Тәбиғәттең йәшеллеккә күмелгән сағы. Кинәт, ҡоштар һайрауын танҡылар тауышы боҙҙо. Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Ирҙәр, атайҙар, ағайҙар һуғыш яланына китте.

- Уҡыусылар, һеҙҙең ҡайһыларығыҙҙың яҡындары һуғышта ҡатнашҡан?

- Һеҙ улар тураһында нимә беләһегеҙ?(Әнғәмә ойоштороу)

Маҡсат: Һеҙ был дәрескә тиклем олатайҙарығыҙ кеүек һуғышта ҡатнашҡан бер нисә яугирҙың батырлығы менән таныштығыҙ.

1) Ә бөгөн советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ булған яугирҙың батырлығы менән таныршырһығыҙ;

2) Һүҙлек байлығын тағы ла арттырырһығыҙ;

3) Ватандың, тыуған илдең ҡәҙерлелеген аңларһығыҙ;

Бөгөн дәрестә кем тураһында һөйләшәсәгебеҙҙе кроссворд сискәс үҙегеҙ әйтә алырһығыҙ. Числоны, теманы дәфтәрҙәргә яҙыу.

(Экранда Зөбәй Үтәғоловтоң портреты һәм Хәниф Кәримдең уға бағышланған шиғыры)

Яҡты күңел һәм батырлыҡ

Ҡәрҙәш икән йәмлелектә.

Автоматын тотҡан килеш

Атлай Зөбәй мәңгелеккә!

Әйтә һымаҡ: -"Эй,дуҫтарым,

Яуҙа ҡурҡыу белмәнек беҙ,

Уттарҙа ла янманыҡ беҙ,

Үлгәндә лә үлмәнек беҙ…”

Ни өсөн шағир Зөбәй тураһында ошолай "Үлгәндә лә үлмәнек беҙ” тип яҙҙы икән?Шуның тураһында уйлап ултырырһығыҙ. Ә кем һуң ул З.Ү.?

Зөбәй Үтәғолов Башҡортостандың Белорет районы Баҡый ауылында урмансы ғаиләһендә тыуған.Юғары белем алып, уҡытыусы булып эшләгән.Һуғыштың беренсе көнөндән үк үҙ теләге менән һуғышҡа китә.Фашист илбаҫарҙары менән аяуһыҙ көрәшә.

Уҡыусылар, һеҙ аңлайһығыҙмы "Фашист илбаҫарҙары” тигән һүҙҙе?Әйҙәгеҙ һүҙлек өҫтөндә эшләп алабыҙ.

Фашист илбаҫарҙары - фашисткие захватчики

Бөйөк Ватан һуғышы – Великая отечественная война

Уҡсылар девизияһы – стрелковая дивизия

Яугир – боец, воин



Бына һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңланыҡ, ә хәҙер … битте астыҡ.Унда тел белгесе,ғалим, яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың "Зөбәй Үтәғолов” тигән очерк-китабынан өҙөк менән танышабыҙ.Мин уны һеҙгә ҡыҫҡаса һөйләп китәм.

Был өҙөктә Ростов өлкәһенең Красновка ауылы өсөн барған алыш тураһында яҙыла. Зөбәй Үтәғолов һуғышҡан ротаға, артта ҡалған артиллерия килеп еткәнсе, тирә-йүнде өйрәнергә, дошмандың ут ноҡталарын юҡ итергә тигән бурыс йөкмәтелә. Һалҡын төндә һиҙҙермәй генә улар дошмандың бөтә көсө тупланған ауылға килеп етә. Ҙур аыулды немецтар нығытмалар менән нығытҡан, бер нисә рәт сәнскеле сым менән уратып, аҫтына миналар һалғандар. Көслө ут аҫтында Ликунов ротаһы шыуышып алға бара. Нығытмалар аша менгәндә миналар шартлай, күбеһе шунда үлеп тә ҡала.Таң атыуға ғына улар уылға керә ала. Дошман уларға ҡаршы танкылар ебәрә, алыш 3 көн,3 төн бара.Батырҙар атыша-атыша йырлап үлә, бары тик 13 генә яугир ҡала.Улар мәктәп бинаһына урынлашалар. Һуңғы сиратта гитлерсылар танкылар артына ышыҡланып килеп,бинаның бер нисә еренә ут төртәләр.Класс бүлмәләреәсе төтөн менә тула.Патрондар кәмей, гранаталар ҙа һанаулы ғына. Атыштар туҡтап торған мәлдә Зөбәй командиры менән икәү генә иҫән ҡалғанын аңланы.Ул котелогын алды ла, штығы менән ошондай һүҙҙәр яҙа: ” Беҙ икәү генә ҡалдыҡ.Бәхил булығыҙ.”Зөбәй. Тимәк, ул уҙенең үләсәген аңланы.

Өҙөктө уҡыу (сылбырлы уҡыу)

Яугирҙарҙың батырлығы онотолмай, уларҙың исемдәре мәңгеләштерелгән:

1) 13 яугирға Советтар Союзы геройы исеме бирелә.

2) Туған ауылы Белорет районы Баҡый ауылында һәм ул уҡытҡан Мәләүеҙ районы Юлдаш мәктәбенә мемориаль таҡта ҡуйыла

3) Шуғышҡа тиклем уҡытҡан Юлдаш мәктәбенә Зөбәй Үтәғолов исеме бирелә.

5) Ростов өлкәһенең Красновка станцияһының бер урамына "13 герой урамы” исеме бирелә.

6) Шул ул Красновка станцияһында 13 геройға һәйкәл ҡуйыла. Улар араһында төрлө милләт кешеләре булған:рустар, Үтәғолов- башҡорт, Кубакаев –мари, Петрушенко- украин. Төрлө милләттән булыуға ҡарамаҫтан улар бер булып Ватанды яҡлағандар.

ФИЗКУЛЬТМИНУТКА

Нығытыу

Батыр үлә, даны ҡала. Уҡыусылар , һеҙҙең алда бер һөйләм. Кем шуны уҡып күрһәтә? Был нимә?(мәҡәл) Был мәҡәл яугирҙарға тура киләме?Уларҙың даны нисек ҡала?(һәйкәл) (Мәғәнәһе өҫтөндә эш,1-се мәҡәлде руссаға әйләндереү)

Өй эше биреү: Уҡыусылар, һеҙ өйҙә "Зөбәй Үтәғолов” тигән өҙөктө уҡырһығыҙ. Көндәлектәрҙе алып, өй эшен яҙып ҡуяйыҡ.

Баһалау.

Йомғаҡлау.

Хат уҡыу. "Эй,дуҫтарым, Яуҙа ҡурҡыу белмәнек беҙ, Уттарҙа ла янманыҡ беҙ, Үлгәндә лә үлмәнек беҙ…”

Кем әйтә ала, ни өсөн ошолай тип әйткән?

Алыш тынып торған арала Зөбәй Үтәғолов һуңғы хатын яҙып, көлгә күмә.Ул хат үҙенең улына яҙылған була.

Ҡәҙерле улым Рөстәм!

Был хатты һин уҡығанда,бик күп йылдар үткән булыр,һуғыш бөтөп,азат ителгән ерҙә яңынан бәхетле һәм шатлыҡлы тормош сәскә атыр.Һин кескәй генә сағыңда,бишектә йылмайып йоҡлап ятҡанда,беҙ һөйөклө әсәйең менән һин бәхәтле булырһың тип уйланыҡ.Мин һинең тәүге әйткән һүҙҙәреңә,тәүге фекерҙәреңә сикһеҙ шатлана инем. Оҙаҡламай ауыр һуғыш көндәре башланды.Һин әсәйең менән Өфөлә ҡалдың.Ә мин, башҡа йөҙләгән,меңләгән атайҙар кеүек,фронтҡа киттем. Мин әле ауыр йәрәхәтләндем.Ләкин һин,минең яратҡан улым,сәскә атҡан азат илдә йәшәрһең,һәм үҙеңдең атайың өсөн һиңә ҡыҙарырға тура килмәҫ,тигән тәрән ышаныс менән үләм.Һиң һуңынан ғорурлыҡ менән: Атайым буласаҡ бәхет өсөн көрәштә антына һәм Ватанына тоғро булып үлде,- тип әйтә алырһың.Фашистарға ҡаршы аяуһыҙ көрәштә мин үҙ ҡаным менән һиңә бәхетле тормошҡа хоҡуҡ яуланым.Әгәр инде һөйөклө Ватаныңа дошман янаһа,үҙ атайыңа лайыҡ бул.Ватаның өсөн ғүмереңде ҡыҙғанма. Һине үбәм,ҡәҙерле улым. Һинең атайың Зөбәй.15 ғинуар,1943 йыл.

Уҡыусылар, һеҙ нисек тип уйлайһығыҙ, был хат Рөстәмгә генә төбәлмәгән бит, эйе ме? Рөстәмдәр быуынына, киләсәк быуындарға бағышланған ул. Мин һеҙгә ошо хатты бөгөнгө дәрестә һөйләгәндәрҙе онотмаҫ өсөн, Зөбәй Үтәғолов яҙған ошо һүҙҙәрҙе гел иҫегеҙгә төшөрөп торор өсөн һәр берегеҙгә бүләк итәм. Яҡты һауаның, ошо тыныс күктең, ошо ҡоштар һайрауының ҡәҙерен белеп йәшәйек!!!



57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)


Автор
Дата добавления 06.09.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров126
Номер материала ДA-030254
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх