Инфоурок Другое КонспектыРазработка урока по изучению стихотворения М.Акмуллы " Насихаттар" в 6 классе

Разработка урока по изучению стихотворения М.Акмуллы " Насихаттар" в 6 классе

Скачать материал

 

                                   Заявка на участие  в конкурсе

Ф.и.о. участника

Абсаликова Асма Абкадировна

Должность , квалификационная

категория

 

Учитель башкирского языка и литературы

высшая категория

Полное название образовательной организации

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа №2

с.Юмагузино  Кугарчинского  района

E-mail

asma-63@mail.ru

Название методической разработки

Изучение стихотворения М. Акмуллы «Насихаттар»

Для какого класса методическая разработка

 Для 6 класса ( родной язык) русских школ,

2-ая линия

Применяемые в разработке педагогические технологии

Элементы технологии развития критического мышления

 

 

Адрес, контактный телефон

 89273201324, 89174630938

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 Мифтахетдин  Аҡмулланың “Нәсихәттәр” шиғырын рус мәктәптәренең

6 -сы класында өйрәнеү  дәресе ( башҡорт төркөмө).

Тема : Мифтахетдин Аҡмулла . “Нәсихәттәр” шиғыры.

Маҡсат:1. Шағирҙың   тормош юлы менән танышыу,  шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, уның шәхесенә  хөрмәт тәрбиәләү.

2.Ижади  фекерләү ,танып- белеү  һәләтен  үҫтереү, һығымталар яһарға өйрәтеү.

3.Шағирҙың әҫәре нигеҙендә кешелеклелек, әҙәплелек сифаттары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:Аҡмулла  ижадына арналған плакат, китаптарынан күргәҙмә, мультимедия проекторы.

1.Психологик инеш.

Һаумыһығыҙ , уҡыусылар.Кәйефтәрегеҙ нисек?( кәйефтәрен сағылдырған смайликтар күрһәтәләр).Әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе эшкә көйләйек.Бер- беребеҙгә ҡарап йылмайып алайыҡ та телдәрҙе шымартып алайыҡ.

1.Туған телем- башҡорт  теле,

Яратам һине,  телем.

Рәхмәт  һиңә, һинең аша

Мин алам яҡшы белем.

2.Белем алыу еңел түгел,

Белем еңел бирелмәй.

Яулай уны бары шулар

Кемдәр тырыш, иренмәй.

( шиғри юлдар таҡтаның артҡы яғына алдан яҙылып ҡуйыла).

2.Актуалләштереү.

Уҡытыусы.Был  ике  шиғыр   нимә тураһында булды?(Яуаптар). Ә уҡыу , белем алыу тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

Уҡыу- энә менән ҡойо ҡаҙыу.Көслө берҙе еңер, белемле меңде еңер.

Белеме бар хур булмаҫ. Белемһеҙ кеше- күҙһеҙ кеше. Белеме барҙың ҡәҙере бар.

Беҙ көн һайын мәктәпкә белем алырға киләбеҙ. Уҡыуға,ғилемгә, белем алырға саҡырып , өндәп  шағирҙар  яҙған шағирҙарыбыҙ бихисап. Уларҙы мәғрифәтсе шиғир тип атайҙар.Бөгөнгө дәрестә шуларҙың береһе  менән танышырбыҙ. Уның исемен белер өсөн , ребусты сисергә кәрәк булыр.

  ,кояш 3.gif,,, рука2.jpg м= ҡяблоко.jpg2,4

 

Ниндәй һүҙ килеп сыҡты инде? Эйе, Аҡмулла. Мифтахетдин Аҡмулла тураһында һөйләшербеҙ. Уның “Нәсихәттәр” тип шиғырын өйрәнербеҙ.

Дәфтәрҙәрҙә датаны һәм теманы яҙыу.

Уҡытыусы ” Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырының  беренсе строфаһын яттан һөйләп ишеттерә.

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

Уралдағы аңғыра айыуҙан ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

Һорау. Уҡыусылар ошо  шиғри юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ? Яуаптар.

 Дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуябыҙ?

Яуаптар.Уның  ҡайҙа һәм ҡасан тыуыуы, тормошо , ижадын белергә.

Шиғырҙы уҡырға, уның йөкмәткеһен аңларға.Һорауҙарға яуаптар бирергә, һығымталар сығарырға.

3.Презентация ҡарау.

Мин һеҙгә шағир хаҡында презентация ҡарарға тәҡдим итәм. Иғтибарлы булығыҙ, һуңнан һорауҙарға яуаптар бирербеҙ.

( уҡыусылар кәрәкле мәғлүмәттәрҙе дәфтәрҙәренә яҙып баралар).

Перзентация буйынса һорауҙар

-Мифтахетдин Аҡмулла ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?  Башланғыс белемде кемдән алған? Ни өсөн атай йортонан сығып китә? Ниндәй мәҙрәсәләрҙә белем алған? Ул ниндәй тормош алып барған? Ниндәй эштәргә маһир , оҫта булған? Аҡмулла псевдонимына ниндәй мәғәнә һалынған ? Ниңә уны байҙар яратмаған? Ул ниндәй шарттарҙа һәләк булған? Ҡайҙа  ерләнгән?

4.“Нәсихәттәр” шиғыры өҫтөндә эш.

Һүҙлек эше.Нәсихәт- нравоучение. Иман- честь, совесть,  бында аллаға ышыныу. Ахирәтлек- загробная жизнь.Шөкөр- ҡәнәғәт була белеү.

Көфөр- грех. Морат- цель. Ниғмәт – байлыҡ.Ихлас- искренность.

Уҡыусылар шиғырҙың исеменә иғтибар итәйек әле. Атай- әсәйҙәрегеҙ, олатай- өләсәйҙәрегеҙ, ғөмүмән, ололар һеҙгә көн дә нәсихәттәр бирәләр йәғни аҡылға өйрәтәләр.Йә әйтегеҙ әле, нимә тип аҡыл бирәләр улар һеҙгә?

Яуаптар.(Аҡыллы бул. Алдашма.Тәүфиҡлы бул. Кеше әйберенә  теймә. Яҡшы уҡы ,тырышырға кәрәк). Ә бына  билдәле шағир беҙгә нинәй нәсихәттәр бирә икән.Быны белер өсөн шиғырҙы уҡыйыҡ әле.

Уҡытыусы шиғырҙы уҡып ишеттерә. Артабан уҡыусылар сылбыр юлы менән уҡыйҙар.Һәр бер строфаның төп фекерен билдәләп,  таблицала цитаталы план төҙөйҙәр.

          План

                             Цитаталы план

 1-се ҡиммәт нәмә - иман

Ахирәт эштәренә инан тигән.

2-се  ҡиммәт нәмә - күңел

Күңеле боҙоҡ кешенән төңөл тигән.

3-сө  ҡиммәт нәмә - аҡыл

Аҡылһыҙҙа аҡыл яғы таҡыр тигән.

4-се  ҡиммәт нәмә - шөкөр

Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк- көфөр тигән.

5-се  ҡиммәт нәмә -  әҙәп

Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп тигән.

6-сы ҡиммәт нәмә - сабыр

Сабыр кеше моратын табыр тигән.

7-се   ҡиммәт нәмә - ихлас

Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ тигән.

 

Уҡыусылар таблица буйынса  аңлатма бирәләр.

Беренсе ҡиммәт нәмә – иман.Иманлы булыуҙы нисек аңлайһығыҙ?

 Иманлы булыу- намыҫлы булыу. Ә бында шағир аллаға ышаныуҙы күҙ уңында тота. Кешенең күңеле таҙа булырға тейеш һәм башҡалар).

Һорау. Ни өсөн М. Аҡмулла ете ҡиммәт нәмәне әйтеп биргән икән?Алты ла түгел, һигеҙ ҙә түгел. Эйе.  Башҡорт халҡы өсөн ете һаны изге һан булып һанала.Ете ырыу, ете ҡыҙ, ҡурай сәскәһенең ете тажы, Етегән йондоҙ.

Уҡыусылар ике төркөмгә бүленеп шиғырҙа һаналып киткән ҡиммәттәрҙең антонимдарын  яҙалар . 1 –се тәркөм тәүге дүрт , 2 - се төркөм һуңғы өс һүҙгә антонимдар яҙа.

     1-се   төркөм                                             2- се төркөм

Иман-  иманһыҙ, оятһыҙ                              Әҙәп- әҙәпһеҙ

Күңел-  ҡара эсле, яуыз                             Сабыр-сабырһыҙ

Аҡыл(  аҡыллы)- аҡылһыҙ                        Ихлас-  ике йөҙлө

Шөкөр- нәфселе

Артабан уҡыу сылар  ошо һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөйҙәр.

 Үҙҙәренә оҡшаған бер строфаны яттан яҙалар ҙа бер- береһенең эшен алмашлап тикшерәләр, баһалайҙар.

 Парҙарҙа  эш.Аҡмулла һүҙенә  синквейн төҙөү.

Аҡмулла.

Илгиҙәр,  тура һүҙле.

Уҡыта.Тәрбиәләй. Көрәшә.

Аҡмулла – яҡтылыҡ таратыусы.

Шағир.

Дәресте йомғаҡлау.Мәғрифәтсе шағир Мифтахетдин Аҡмулланың “Нәсихәттәр” шиғыры беҙҙе нимәгә өйрәтә? Шиғыр һеҙгә нимә бирҙе?Бөгөн алған белемдәребеҙҙе беҙ ҡайҙа ҡуллана алабыҙ?

Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе. Мифтахетдин Аҡмулланы яҡтылыҡ йырсыһы тип атайҙар. Уның һәр шиғыры, һәр һүҙе фәһемле, үткер.Бар ғүмерен аң- белем таратыуға, халҡын яҡлауға арнаған шағир.Ул беҙҙе дөрөҫ йәшәргә , доньянан артта ҡалмаҫҡа өйрәтә. Уның ниндәй генә шиғырын алһаң да,  кешеләрҙең күңеленә, йөрәгенә үтеп инерлек аҡыллы фекерҙәр, кәңәштәр табып була.Ғөмүмән, Аҡмулла  ижады беҙҙең өсөн яҡты маяҡ ул.Уның ижадын  беҙ туғыҙынсы класта ентекләп өйрәнәсәкбеҙ.

Рефлексия.Үҙ эшегеҙҙе нисек баһаларһығыҙ? Нимәләр дәрестә ҡыҙыҡлы булды? Нимә оҡшаны? Нимә ауыр булды?Тағы нимәләр белергә теләр инегеҙ?

Уҡытыусы үҙ баһаларын әйтә.

Өй эше. Шиғырҙы тасуири уҡыу. Аҡмулла тураһында  альбом төҙөү өсөн материал тупларға.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Разработка урока по изучению стихотворения М.Акмуллы " Насихаттар" в 6 классе"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Специалист по экологии

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 661 536 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 23.08.2016 1377
    • DOCX 85.3 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Абсаликова Асма Абкадировна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Абсаликова Асма Абкадировна
    Абсаликова Асма Абкадировна
    • На сайте: 8 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 32188
    • Всего материалов: 15

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Эффективное управление запасами

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Эффективные стратегии успешного взаимодействия: от понимания до саморазвития

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

От романтизма к современности: шедевры и новаторство

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе