Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Разработка урока по теме "Башҡорт халҡының рәүешендә 7 һаны"

Разработка урока по теме "Башҡорт халҡының рәүешендә 7 һаны"

Международный конкурс по математике «Поверь в себя»

для учеников 1-11 классов и дошкольников с ЛЮБЫМ уровнем знаний

Задания конкурса по математике «Поверь в себя» разработаны таким образом, чтобы каждый ученик вне зависимости от уровня подготовки смог проявить себя.

К ОПЛАТЕ ЗА ОДНОГО УЧЕНИКА: ВСЕГО 28 РУБ.

Конкурс проходит полностью дистанционно. Это значит, что ребенок сам решает задания, сидя за своим домашним компьютером (по желанию учителя дети могут решать задания и организованно в компьютерном классе).

Подробнее о конкурсе - https://urokimatematiki.ru/


Идёт приём заявок на самые массовые международные олимпиады проекта "Инфоурок"

Для учителей мы подготовили самые привлекательные условия в русскоязычном интернете:

1. Бесплатные наградные документы с указанием данных образовательной Лицензии и Свидeтельства СМИ;
2. Призовой фонд 1.500.000 рублей для самых активных учителей;
3. До 100 рублей за одного ученика остаётся у учителя (при орг.взносе 150 рублей);
4. Бесплатные путёвки в Турцию (на двоих, всё включено) - розыгрыш среди активных учителей;
5. Бесплатная подписка на месяц на видеоуроки от "Инфоурок" - активным учителям;
6. Благодарность учителю будет выслана на адрес руководителя школы.

Подайте заявку на олимпиаду сейчас - https://infourok.ru/konkurs

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Башҡорт (дәүләт) теле – 7б класс

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары

15 февраль 2013 йыл


Тема: Башҡорт халҡының рәүешендә 7 һаны.

Маҡсат: ”Һан” темаһын нығытыу, 7 һанының мәғәнәһен, билдәһен,

символын аңлатыу, телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү; телмәрҙе,

фекерҙе, хәтерҙе үҫтереү, халыҡ ижадына һөйөү уятыу,

башҡорт халҡының йәшәү рәүешенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: индивидуаль эш өсөн карточкалар, интерактив таҡта,

компьютер, материалдар (7 һаны буйынса), ҡурай,

төҫлө ҡәләмдәр, альбом биттәре.


Дәрес барышы:

I. Ойоштороу мәле. Психологик әҙерлек.

1. - Уҡыусылар, бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килгән, улар менән иҫәнләшеп йылмайыу бүләк итәйек. Һаумыһығыҙ. Ултырығыҙ. Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ.

Кем башҡорт телен ярата, кем теләй күп белергә

Шулар бөгөн беҙгә килһен, рәхим итһен дәрескә.

Кемдәр белемгә ынтыла, туған телдә дөрөҫ һөйләшә,

Шулар бөгөн был дәрестә ҙүр еңеүгә өлгәшә.

2. - Башҡортса дөрөҫ һөйләшеү өсөн артикуляцион күнегеү:

ҙо-ҙо-ҙо – Етегән йондоҙҙо

слайд һа-һа-һа – ете ҡат һанаһаң -

һы-һы-һы - сауап алаһың.

II. Өйгә эште ҡабатлау.

  • Өйҙә һан тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлап, дәрес материалы буйынса бер-берегеҙгә һорауҙар әҙерләп килергә ине. Хәҙер шул эште

тикшереп үтәйек.

- Русса һан нисек әйтелә? (Имя числительное.)

  • Һан нимәне белдерә? (Һан предметтың иҫәбен, һанын белдерә) (Имя числительное обозначает количесво предметов. Оно сочетается с существительным. При этом существительное в башкирском языке в отличие от русского языка имеет форму единственного числа. Напр.: ун алты уҡыусы – шестнадцать учеников.)

  • Ниндәй һорауҙарға яуап бирә? (нисә? күпме? нисәнсе? нисәшәр?

нисәү? нисәләп?)

  • Һан төркөмсәләрен (разряды числительных) һанағыҙ. (Числитель-ные (һандар) в башкирском языке делятся на количественные (төп), порядковые (рәт), разделительные (бүлем), собирательные (йыйыу), приблизительные (сама), дробные (кәсер).

III. Дәрестең темаһын билдәләп, маҡсатын асыҡлау.

1. Дәрестең темаһын билдәләргә беҙгә ошо ребус ярҙам итер (е/ләк,

слайд те/рпе - ете). (7 һаны тураһында һөйләрешбеҙ)

2. Дәреслектең 94-се битен асып дәрестең маҡсатын асыҡлайыҡ. (“Ете ҡыҙ” бейеүе тураһында һөйләшербеҙ, “Етегән йондоҙ” легендаһын иҫкә төшөрөбөҙ, “Ете – ғәжәп һан” тигән тексты үҙләштеререп, һан тураһында алған белемдәрҙе иҫкә төшөрөп, һан төркөмсәләрен нығытырбыҙ, шуға бәйләп, халыҡ ижадының гәүһәрҙәрен иҫкә төшөрөрбөҙ, ырыуҙар тураһында һөйләшербеҙ.)

3. Ете – ғәжәйеп хикмәтле һан. Кешенең тирә-йүне, ғүмере серле ете менән тулы кеүек. Шуға күрә дәресте мин Р. Шәкүр шиғырынан өҙөк менән башлайым:

слайд Һауаларҙа ете йондоҙ – ете ҡыҙ,

Ерҙә шатлыҡ бейей – ете ҡыҙ,

Етегәндең ете ҡуҙынан

Беҙ, башҡорттар, тыуған ырыуҙан.

слайд Һүҙлек эше: ҡуҙ – утлы күмер; горячие угли.

  • Датаны, теманы, ҡуҙ һүҙенең тәржемәһен яҙып ҡуйығыҙ.

IV. Төп өлөш. Яңы тема аңлатыу.

слайд 7 һаны халыҡ ижадында шулай киң ҡулланыла һәм берҙәмлек, ойошҡанлыҡ билдәһен аңлата. Шуға ла “Берҙәмлектә - көс” тигән халыҡ мәҡәле дәресебеҙҙең девизы булып торор. Яҙып ҡуйығыҙ.

Ниндәй һан ул 7? (7 һаны – изге һан ул.)

слайд 1 (Бөтә донъяны ете һаны менән бәйле тиҙәр.)

  • 7 - иң көслө сакраль һандарҙың береһе. Донъя ҡоролошонда

билдәле бер сикте, теүәллекте аңлата. Хәҙер ошо ғәжәп һан тураһында текст уҡыйыҡ. Текст өҫтөндә эш: - һүҙлек эше:

слайд төҫ – цвет аждаһа - дракон

гиҙгәндәр – проезжали йоҙаҡ - замок

теүәлдәр – любящие точность ен-бәрей - черти

дан - слава йәйғор - радуга

- тексты йөкмәткеһен уҡыу, тәржемә итеү;

- сылбырлы уҡыу;

- һорауҙарға яуаптар: Ете һаны тураһында нимәләр белдегеҙ?

(Ете быуын ата-бабаларҙы белеү кәрәк.)

слайд 2 - Ете быуын ата-бабаларҙы белеү нимәгә кәрәк?

(Ырыу башлыҡтары үҙ кешеләренең һаулығы тураһында хәстәрлек күргәндәр. Ете быуының аръяғындағы кешеләр менән генә тормош ҡороу рөхсәт ителгән. Сөнки ҡан ҡәрҙәш менән ғаилә ҡорһаң, ауырыу балалар тыуа.)

  • Ә һеҙ башҡорт ырыуҙарын беләһегеҙме? Нисәү улар? (Етәү.)

слайд Үҫәргән, юрматы, бөрйән,табын, ҡыпсаҡ, мең, тамьян

  • Ә һеҙ үҙегеҙ ниндәй ырыуға ҡарайһығыҙ? (Табын)

  • Эйе, беҙ үҙ ырыуыбыҙҙы, уның шәжәрә-йылъяҙмаһын белергә

тейешбеҙ.

слайд 3 - Ете һаны менән тағы ниндәй мөғжизәләр беләһегеҙ?

слайд (Башҡортостандың ете мөғжизәһе: Шүлгәнташ мәмерйәһе башҡорт ҡурайы, башҡорт балы, Янғантау, Красноусол минераль сығанағы, С.Юлаев һәйкәле, “Урал батыр” эпосы.) Яҙып алалар.

слайд 4 7 һаны менән бәйле дәреслектә тағы нимәләр күрәһегеҙ? (“Ете ҡыҙ” ҙы күрәбеҙ)

слайд - Эйе, дәреслектә “Ете ҡыҙ” һүрәтләнә. Ниндәй бейеү ул?

(Бейеүҙең нигеҙендә легенда ята.)

- Ни өсөн бейеү шулай атала? (Ете ырыу булғанға), (Ете ырыу берҙәм-леген һүрәтләй.)

- Кем легенданы һөйләр? (Легенданы һөйләйҙәр.)

Элек берәүҙең ете ҡыҙы булған. Етеһе лә матур, етеһе лә батыр икән. Ҡырға сыҡһалар, гел бергә йөрөйҙәр икән. Һоҡланмаған әҙәм заты ҡалмай, ти, быларға, ҡыҙыҡмаған йән эйәһе ҡалмай, ти.

Бер саҡ ҡыҙҙар тауға сыҡҡандар. Дейеү батшаһы быларҙы күреп ҡалған да арттарынан төшкән. Былар етәкләшеп тау башына менеп киткәндәр. Дейеү баҫтырып улар артынан килгән. Инде тотам, инде эләктерәм тигәндә, ҡыҙҙар берәм-берәм һикереп күккә ашҡандар.

Етеһе ете урынға боҫҡандар. Айырылмаҫ өсөн бер-беренә яҡын торорға слайд тырышҡандар. Шул ете ҡыҙ ете йондоҙ булып ялтырай башлаған. Аҙаҡ уларҙы Етегән йондоҙ тип атағандар.

- Эйе, был легенданың бер варианты.

слайд 5 Хәҙер ошо легенданы ҡарап үтәйек. (Видео)

- Ысынында, бәлки шулай булғандыр. Әммә халыҡ ете ҡыҙҙың тоғролоғон, батырлығын Етегән йондоҙ итеп күргеһе килә һәм мәңгеләштерә.

слайд 6 Ошо легенда нигеҙендә РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, башҡорт бейеүсеһе һәм балетмейстеры Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәров бейеү ҡуйған. Әйҙәгеҙ, ошо “Ете ҡыҙ” бейеүенең видеофильмынан бер өҙөк ҡарайыҡ. Был бейеүҙе Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡара.

  • Ете ҡыҙ” бейеүе аша нимәне аңланығыҙ? (Ҡыҙҙарҙың баҫалҡы,

ғорур, берҙәм, татыу, ипле булыуҙарын.)

- Ни өсөн ҡыҙҙар йылға буйында һүрәтләнгән? Ни өсөн ҡыҙҙарҙың йөҙҙәре бойоҡ, хәрәкәттәре һәлмәк кенә, улар хатта күҙҙәрен дә күтәреп ҡарамайҙар? (Девушки грустные, движения плавные). (Ҡыҙҙар бейеү аҙағында ғына күҙҙәрен күтәреп ҡарайҙар.) (Сөнки легенда буйынса уларҙың артынан дошман баҫтырып килә, ҡыҙҙар намыҫ һаҡлап үҙҙәрен ҡорбан итәләр)(привели себя в жертву). Әммә халыҡ үҙенең 7 ҡыҙының батырлығын онотмай, әле булһа күктә янып торған Етегән йондоҙ итеп күрә.

слайд Батырға ла ял кәрәк, булмаһа ял итеп алайыҡ.

Ял минуты. Ял минуты бик кәрәк, дәрестең уртаһында

Төрлө хәрәкәттәр яһау арыуҙы оноттора.

(Баҫабыҙ) 1, 2 – уңға борол, 1, 2 –һул яҡҡа,

1, 2 – ҡулдарыңды тейҙереп ал аяҡҡа.

1,2 – эйеләйек, 1, 2 – үҫәйек,

1,2 – ипләп кенә урынға ултырайыҡ.

- “Етегән йондоҙҙо ете ҡат һанаһаң, сауап алаһың” тигән тиҙәйткес тә бар. Был тиҙәйткесте элек балаларҙың телен шымартыу, зирәклеген арттырыу өсөн өйрәткәндәр һәм кис һайын ҡабатлатҡандар.

Тиҙәйкес өйрәнеү. “Етегән йондоҙҙо ете ҡат һанаһаң, сауап алаһың” слайд тиҙәйткесен бер туҡтауһыҙ 7 тапҡыр әйтергә.

Өйҙә тиҙәйткесте тиҙ, шыма, дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнергә.

V . “Барыһы ла алтын һүҙ”.

- Ете башҡорт халыҡ ижадының башҡа төрҙәрендә лә ҡулланыла тип әйттек. Мәҫәлән: йомаҡтарҙа ла, мәҡәлдәрҙә лә 7 һанын осратырға мөмкин.

- Әйҙәгеҙ, 7 һаны менән мәҡәл, әйтем, йомаҡ, әкиәт, йыр, йәғни 7 һаны менән бәйле нәмәләрҙе әйтегеҙ.

- Егәрленең ҡулы етәү. Ете теш араһынан хәбәр. “Етегән йондоҙ” йырын беләбеҙ. Семь чудес света. Ете ҡат ер аҫтынан йылан көйшәгәнен ишетеү. Йәйғорҙоң ете төҫө. Ете диңгеҙ аръяғында.

слайд 7 Төркөмләп эшләү. 1-се рәт йомаҡ ҡоя, 2-се рәт мәҡәл әйтә, 3- сө рәткә - ышаныуҙар.

VI. “Йомаҡ - әйтерһең ҡоймаҡ”.

Эй, балалар, тыңлағыҙ, әйтәмен һеҙгә йомаҡ,

Гүйә, ул бит - табала яңы ҡойолған ҡоймаҡ.

Тәмен уның татығас, кем яуабын тиҙ сисер?

Шул ҡоймаҡтың эсендә әллә күпме ята сер.

Уҡыусы. 1. Ете юлдың сатында егәрле еңгә ултыра,

Ҡыҙыл кершән яҡҡан, ҡыҙыл төймәләр таҡҡан.

2. Әтәс алтыһы тулғас ни эшләй?

2-се рәткә мәҡәлдәр:

Уҡыусы. 1. Мәҡәлдәрҙә төшөп ҡалған һандарҙы тап.

слайд Егәрленең ҡулы ...

2. … …әүҙе көтмәй.

3. … ҡат үлсә, … ҡат киҫ.

3-сө рәткә ышаныуҙар.

1.Балаға күҙ тейгәндә ете тәҙрә күҙәнәген сайып, баланың битенә, арҡаһына,табанына һөртәһең дә,ҡалғанын ишек артына һибәһең.

2. Күҙенә арпа сыҡҡан кешенең яғаһын осло итеп тоталар ҙа ете тапҡыр арпаға төртәләр.

VII. Нығытыу.1.Һан төркөмсәләрен һәр төркөм нисек, нимә рәүешендә күҙ алдына килтерә, шуны төшөрә. Төркөмдән икәү төшөргән арала (сәскә, ҡояш, ағас, ҡурай сәскәһе, йөрәк рәүешендә төшөрәләр), ҡалғандар ярышып, һан төркөмсәләрен ҡулланып, һөйләмдәр уйлай.

2. Һүрәт әҙер булһа 1-2 уҡыусы сығып эште яҡлай.

3. Кәрәк урында һыҙыҡса ҡуйып яҙ: алты тирәһе, биш алты, егерме самаһы, бер ике, етмеш тирәһе, биш мең, утыҙ ҡырҡ, миллион тирәһе.

4. Уйын. “Артыҡ һанды тап”. (Телдән.)

берәү икенсе

икәү етенсе

дүртәү етмешенсе

бишенсе туғыҙлап

алтау меңенсе

5. Ижади эш. Биш юлдан торған шиғыр: Нимә? (исеме) – Ете

Ниндәй? (ике сифат) - Изге, мөғжизәле

Ни эшләй? (өс ҡылым) – Йыш осрай, теүәллекте аңлата, бәхет килтерә

Хис, бер юл, йәки һөйләм- Әҙәмде донъяла шул етелек уратып алған.

Мәғәнәнең ҡабатланыуы (һүҙҙең синонимы) - Һан

- Кемдең яуабы һеҙгә нығыраҡ оҡшаны? Ни өсөн?

VII. Өй эше биреү.

1. Бында һүрәтләнгәндәрҙән тыш беҙҙең яҡта ҡулланылған ете һаны ҡатыш әйтемдәр, теләктәрҙе яҙып килтерегеҙ.

2. 7 һанына реклама уйлап килегеҙ.

VIII. Йомғаҡлау.

Шулай итеп, бөгөн беҙ һан темаһын ҡабатлап, донъя күренештәрендә ете һанының урыны, уға бәйләнгән төрлө күренеш-картиналар тураһында байҡау яһаныҡ. Ысынлап та, “Берҙәмлектә - көс” икәненә яңынан бер инандыҡ, сөнки бөтә бирелгән эштәрҙе берҙәм ҡатнашып атҡарып сығарҙыҡ. Маҡсатҡа ирештекме?

слайд Беҙҙең эш төрҙәренән ябай ғына ҡурай сәскәһе хасил булды. Уның да ете тажы бар. Һәм бына ошо урында ошо класта уҡыған беҙҙең ҡурайсыбыҙ Гирфанов Айҙар үҙенең ҡурайында уйнап ишеттермәһә Тыуған ил быны миңә ғәфү итмәҫ. Әйҙә, Айҙар, рәхим ит.

Дәресте йомғаҡлап шуны әйткем килә. Сәләмәт, уңған, аҡыллы булығыҙ, һәйбәт уҡығыҙ, туған телде яратығыҙ, туған телдә һөйләшегеҙ, ата-әсәйегеҙҙе тыңлағыҙ, ололарҙы иғтирам итегеҙ, дуҫ, берҙәм булығыҙ, бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ.

7 һаны юлығыҙҙа осрап торһон, бәхет килтерһен!

Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә

Минең етәү тамырҙарым башҡорт ерендә.

Киң Уралым йырлап аға һинең һыуҙарың

Алыҫ-алыҫтарға яңғырай һинең моңдарың.

Башҡорт телем, һин халҡымдың был-был тауышы

Быуаттарҙан быуаттарға ҡанат ҡағышы.


Ҡулланылған әҙәбиәт:

Аҙнағолов Р.Ғ. “Мәктәптә башҡорт телен уҡытыу методикаһы” – Өфө: Китап, 2011.























(Ырыу башлыҡтары үҙ кешеләренең һаулығы тураһында хәстәрлек күргәндәр. Ете быуының аръяғындағы кешеләр менән генә тормош ҡороу рөхсәт ителгән. Сөнки ҡан ҡәрҙәш менән ғаилә ҡорһаң, ауырыу балалар тыуа.)

(Башҡортостандың ете мөғжизәһе: Шүлгәнташ мәмерйәһе башҡорт ҡурайы, башҡорт балы, Янғантау, Красноусол минераль сығанағы, С.Юлаев һәйкәле, “Урал батыр” эпосы.)

Легенда

Элек берәүҙең ете ҡыҙы булған. Етеһе лә матур, етеһе лә батыр икән. Ҡырға сыҡалар, гел бергә йөрөйҙәр икән. Һоҡланмаған әҙәм заты ҡалмай, ти, быларға, ҡыҙыҡмаған йән эйәһе ҡалмай, ти.

Бер саҡ был ҡыҙҙар тауға сыҡҡандар. Дейеү батшаһы быларҙы күреп ҡалған да арттарынан төшкән. Былар етәкләшеп тау башына менеп киткәндәр. Дейеү баҫтырып улар артынан килгән. Инде тотам, инде эләктерәм тигәндә, ҡыҙҙар берәм-берәм һикереп күккә ашҡандар. Етеһе ете урынға боҫҡандар. Айырылмаҫ өсөн бер-беренә яҡын торорға тырышҡандар. Шул ете ҡыҙ ете йондоҙ булып ялтырай башлаған. Аҙаҡ уларҙы Етегән йондоҙ тип атағандар.

Йомаҡтар. 1. Ете юлдың сатында егәрле еңгә ултыра,

Ҡыҙыл кершән яҡҡан, ҡыҙыл төймәләр таҡҡан.

2. Әтәс алтыһы тулғас ни эшләй?

Мәҡәлдәрҙә төшөп ҡалған һандарҙы тап.

1. Егәрленең ҡулы ...

2. … …әүҙе көтмәй.

3. … ҡат … , … ҡат … .

Ышаныуҙар. 1. Балаға күҙ тейгәндә ете тәҙрә күҙәнәген сайып, баланың

битенә, арҡаһына, табанына һөртәһең дә, ҡалғанын

ишек артына һибәһең.

2. Күҙенә арпа сыҡҡан кешенең яғаһын осло итеп тоталар

ҙа ете тапҡыр арпаға төртәләр.

Кәрәк урында һыҙыҡса ҡуйып яҙ: алты тирәһе, биш алты, егерме самаһы, бер ике, етмеш тирәһе, биш мең, утыҙ ҡырҡ, миллион тирәһе.







Кәрәк урында һыҙыҡса ҡуйып яҙ: алты тирәһе, биш алты, егерме самаһы, бер ике, етмеш тирәһе, биш мең, утыҙ ҡырҡ, миллион тирәһе.


Кәрәк урында һыҙыҡса ҡуйып яҙ: алты тирәһе, биш алты, егерме самаһы, бер ике, етмеш тирәһе, биш мең, утыҙ ҡырҡ, миллион тирәһе.


Кәрәк урында һыҙыҡса ҡуйып яҙ: алты тирәһе, биш алты, егерме самаһы, бер ике, етмеш тирәһе, биш мең, утыҙ ҡырҡ, миллион тирәһе.


Кәрәк урында һыҙыҡса ҡуйып яҙ: алты тирәһе, биш алты, егерме самаһы, бер ике, етмеш тирәһе, биш мең, утыҙ ҡырҡ, миллион тирәһе.


Кәрәк урында һыҙыҡса ҡуйып яҙ: алты тирәһе, биш алты, егерме самаһы, бер ике, етмеш тирәһе, биш мең, утыҙ ҡырҡ, миллион тирәһе.


Кәрәк урында һыҙыҡса ҡуйып яҙ: алты тирәһе, биш алты, егерме самаһы, бер ике, етмеш тирәһе, биш мең, утыҙ ҡырҡ, миллион тирәһе.


Кәрәк урында һыҙыҡса ҡуйып яҙ: алты тирәһе, биш алты, егерме самаһы, бер ике, етмеш тирәһе, биш мең, утыҙ ҡырҡ, миллион тирәһе.


Кәрәк урында һыҙыҡса ҡуйып яҙ: алты тирәһе, биш алты, егерме самаһы, бер ике, етмеш тирәһе, биш мең, утыҙ ҡырҡ, миллион тирәһе.


Кәрәк урында һыҙыҡса ҡуйып яҙ: алты тирәһе, биш алты, егерме самаһы, бер ике, етмеш тирәһе, биш мең, утыҙ ҡырҡ, миллион тирәһе.



7


Самые низкие цены на курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации!

Предлагаем учителям воспользоваться 50% скидкой при обучении по программам профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок".

Начало обучения ближайших групп: 18 января и 25 января. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (20% в начале обучения и 80% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru/kursy



Краткое описание документа:

Элек берәүҙең ете ҡыҙы булған. Етеһе лә матур, етеһе лә батыр икән. Ҡырға сыҡһалар, гел бергә йөрөйҙәр икән. Һоҡланмаған әҙәм заты ҡалмай, ти, быларға, ҡыҙыҡмаған йән эйәһе ҡалмай, ти.

Бер саҡ ҡыҙҙар тауға сыҡҡандар. Дейеү батшаһы быларҙы күреп ҡалған да арттарынан төшкән. Былар етәкләшеп тау башына менеп киткәндәр. Дейеү баҫтырып улар артынан килгән. Инде тотам, инде эләктерәм тигәндә, ҡыҙҙар берәм-берәмһикереп күккә ашҡандар.

Етеһе ете урынға боҫҡандар. Айырылмаҫ өсөн бер-беренә яҡын торорға тырышҡандар. Шул ете ҡыҙ ете йондоҙ булып ялтырай башлаған. Аҙаҡ уларҙы Етегән йондоҙ тип атағандар.

Автор
Дата добавления 14.05.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров426
Номер материала 281537
Получить свидетельство о публикации

УЖЕ ЧЕРЕЗ 10 МИНУТ ВЫ МОЖЕТЕ ПОЛУЧИТЬ ДИПЛОМ

от проекта "Инфоурок" с указанием данных образовательной лицензии, что важно при прохождении аттестации.

Если Вы учитель или воспитатель, то можете прямо сейчас получить документ, подтверждающий Ваши профессиональные компетенции. Выдаваемые дипломы и сертификаты помогут Вам наполнить собственное портфолио и успешно пройти аттестацию.

Список всех тестов можно посмотреть тут - https://infourok.ru/tests


Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх