Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Конспекты / Разработка урока в 3 классе Д.Буракаев "Урал"
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Разработка урока в 3 классе Д.Буракаев "Урал"

библиотека
материалов

Информационно-методический центр

Управления образования Администрации муниципального района

Туймазинский район Республики Башкортостан



Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа № 1 с.Кандры

муниципального района Туймазинский район

Республики Башкортостан



Разработка урока

по башкирскому языку

Д.Бураҡаев "Урал"

3 класс





Ахуньянова Эльза Галиахметовна,

учитель башкирского языка

первой категории









Кандры, 2016 г.











Дәрестең темаһы: Д.Бураҡаевтың "Урал" әҫәре. Һүҙҙәр,һүҙбәйләнештәр,һөйләмдәр темаһын ҡабатлау һәм нығытыу. (3 класс) 121 - 122 се бит

Дәрестең маҡсаты : Д.Бураҡаевтың "Урал" әҫәре менән таныштырыу. Хикәйәнең йөкмәткеһе менән таныштырыу, уның эстәлеген асыу ; уҡыу, аңлау, һөйләү һәләттәрен камиллаштырыу; һүҙлек байлығын арттырыу; уҡыусыларҙа туған тәбиғәткә һоҡланыу, һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; Уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләргә өйрәтеү. Уҡыусыларҙың тәбиғәт тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү. Уҡыусыларҙың грамматика буйынса белемдәрен, һүҙлек менән эшләү күнекмәләрен нығытыу. Уҡыусыларҙың һүҙлек, телмәр һәләтлектәрен байытыу, тел байлығын арттырыу. Уҡыусыларҙың уҡыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен, һүҙлек эше аша башҡорт һүҙҙәренең мәғәнәләренә иғтибарын, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү. Дәрес  төрө: яңы материал менән танышыу дәресе. Уҡытыу методы: күрһәтеү-аңлатыу, эҙләнеү методтары.

Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, мәҡәл әйтеү,таҡтала һәм дәфтәрҙә эш, һүҙлек менән эш, тәржемә итеү, уҡытыусының тасуири уҡыуы, уҡыусыларҙың “иптәшенә тапшырып” уҡыуы, ИКТ ҡулланыу, ял минуты, дидактик уйын, бармаҡ уйыны, ижади эш.

Предмет буйынса нәтижәләр: Һүҙҙәр,һүҙбәйләнештәр,һөйләмдәр темаһын ҡабатлау һәм нығытыу, уҡыу техникаһын камиллаштырыу.

Метапредмет буйынса нәтижәләре: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, үҙ эшеңде, парыңдың эшен тикшерә алыу, грамматик теманы телмәрҙә ҡулланыу, уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде бәйәләү.

Шәхси нәтижәләр: туған еребеҙҙең матурлығын аңлау.

Предмет ара бәйләнеш: туған еребеҙҙең матурлығын аңлау.

Принциптар: фәннилек, теория һәм практика берлеге, эҙмәҙлеклелек, коммуникатив.

Яңы термин-төшөнсәләр: Мөһабәт, сал, текә, ҡылған, шишмә, һанһыҙ.

Йыһазландырыу: Дәрескә презентация, һүҙлектәр, фотоһүрәттәр, кроссворд,”Урал батыр” китабы, компьютер, интерактив таҡта, мультимедиа проекторы, аудиокассета (башҡорт халыҡ), магнитофон, таҡта, аҡбур.

Дәрестең ҡыҫҡаса аннотацияһы:

Психологик инеш. ( 6 минут)

1.1.Психологик кәйеф шарттары булдырыу. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.

    1. Дәрес алды шиғыры уҡыу.

Мотивация.(1 минут)

2.1 Артикуляцион аппаратты көйләү.

2.2.Дөрөҫ тын алыуға күнегеүҙәр.

Уҡыу мәсьәләһен булдырыу. (5 минут)

3.1. Кроссворд сишеү.

Уҡыу ситуацияһын тыуҙырыу.

4.1. Фонетик-орфоэпик күнегеүҙәр.

Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен булдырыу. Актуалләштереү. (5 минут)

5.1Эште планлаштырыу. Маҡсат ҡуйыу.

Уҡыу ситуацияһының исемлеге. (12 минут)

6.1. Һүҙлек эше.

6.2. Үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү.

6.3. Эштә ҡыйынлыҡ урынын табыу.

6.4. Һүҙбәйләнештәр,һөйләмдәр төҙөү.

6.5. Дәфтәрҙә эшләү.

6.6. Тексты тасуири уҡыу.

6.7. Текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмәләшеү.

6.8. Ял минуты.

6.9. Китап менән эш.

10. Региональ компонент ҡулланыу

11. Тәрбиәүи момент.

Нығытыу. (3 минут)

12. Үҙ аллы эш.

13. Төркөмдәрҙә эш.

14. Рефлекция. (3 минут)

15. Баһалау.

16. Уҡыусыларҙың тиҫтерҙәренең эшен баһалауы.

17. Өй эше биреү. (2 минут)

18. Йомғаҡлау. (1 минут)


Дәрестең киңәйтелгән план - конспекты


Эш төрҙәре


Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Психологик инеш

1.

Психологик кәйеф шарттары булдырыу.

Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.

У. Һаумыһығыҙ, балалар!

Б. Һаумыһығыҙ!

У. Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа, Уяналар ауыл, ҡалалар Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем: Хәйерле көн һеҙгә, балалар! Б. Хәйерле көн!

Дәрес алдынан уҡыусылар түңәрәккә баҫа. Уҡыусыларҙың ҡәйефен күтә-реү, рухи күтәренкелек барлыҡҡа килтереү. Бер-береһе менән иҫәнләшеүҙәре.

У. Башҡорттар элек-электән бер-береһенә ихтирам йөҙөнән ҡул бирешеп иҫәнләшкәндәр,бының өсөн мин беренсе уҡыусыға ҡулдан-ҡулға сәләм тапшырам,һәм һеҙ сылбыр буйынса ебәрегеҙ,иң һуңғы сәләмде миңә тапшырһын.

У. Шулай итеп,беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итеп,фекерҙәребеҙ менән ур-таҡлашып эшләрбеҙ тип уйлайым. Дәресте күтәренке кәйеф менән башлап ебәрәйек. Ултырғыстарға ултырығыҙ!

Ултырғыстарға ултырыу








Дәрес алды шиғыры уҡыу

У. Афарин! Яратҡан дәрес алды шиғырын ҡабатлап үтәйекме?

Б. Ҡабатлайыҡ!

Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ.

4”ле, “5”ле билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.

Күмәкләп шиғыр юлдарын ҡабатлау.



У. Эйе. Туған башҡорт телебеҙ үҙенең матурлығы, нескәлеге менән беҙҙе һоҡландыра, шатландыра, беҙгә йән рәхәтлеге бирә.

Мотивация

2

Артикуля-цион апарат-ты көйләү. Тел төҙәт-кесте уҡыу.


У. Дәресте башлар алдынан тел-дәрҙе шымартып алайыҡ. Уның менән ни эшләйек?

Б. Уны уҡыйыҡ, тиҙ һәм дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнеү күнекмәһе үткәрәйек.

Эҙ-эҙ-эҙ – Башҡорттар беҙ үҙебеҙ,

Үп-үп-үп – Милләттәр бит беҙҙә күп

Ҡа-ҡа-ҡа – Ҡалын урмандар беҙҙә,

Ҙә-ҙә-ҙә – Данлы Урал бар беҙҙә.

Орфоэпик күнегеүҙәр менән телде, телмәрҙе көйләү.

Тел төҙәткесте уҡыу.



Дөрөҫ тын алыуға күне-геүҙәр.

Тәҙрәне таҙартабыҙ

Танауҙан тын алыу, кире ауыҙҙан сығарыу.


Уҡыу мәсьәләһен булдырыу




Кроссворд сишеү. Килеп сыҡҡан һүҙҙе уҡыу.




















Уҡытыусы менән әңгәмәләшеү.



3

Кроссворд сишеү.

У. Бөгөнгө дәрестең темаһын билдәләү өсөн кроссворд сишеп китәйек. 1)Беҙҙең райондың исеме.

Т У й м А з Ы

Ҡ У Р а й

А ғ и Ҙ е Л

С А Л а у А т

2)Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы.

3)Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы.

4)Башҡорт халҡының милли батыры. У. Вертикаль буйынса беҙҙең ниндәй һүҙ килеп сыҡты? Б. Урал һүҙе. У. Нимә ул Урал? Б. Урал - тау, йылға, кеше исеме… У. Эйе, дөрөҫ! Беҙҙең республика ҡайҙа урынлашҡан икән? Б. Урал тауҙарында. У. Тимәк, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? Б. Башҡортостан, Урал тураһында. У. Эйе, Башҡортостан, Урал тура-һында һөйләшәсәкбеҙ.

Уҡыу ситуацияһын тыуҙырыу.

4

Фонетик-орфоэпик күнегеү.

У. Урал тураһында шиғыр юлдарын кем уҡып ишеттерер? Был халыҡ йырының исеме лә "Урал". Д. Мин дежур.Мин уҡып ишеттерәм.

Уралдан ғына бейек, ай, тау булмаҫ, Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ

(башҡорт халыҡ йыры)


Дежурҙы тыңлау.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәрен, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеп, шыма итеп дежур уҡыусы артынан күмәкләп ҡабатлау.

Иғтибарҙы таҡтаға йүнәлтеү.

Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү. Актуалләштереү.

5

Эште план-лаштырыу. Маҡсат ҡуйыу.































У. Был күнегеү нимә тураһында булды?

Б. Урал тураһында. У. Бөгөн дәрестә Диҡҡәт Бураҡаев-тың "Урал" исемле әҫәре менән танышырбыҙ.Нисек уйлайһығыҙ,беҙ тағы ла ниндәй эштәр үтәрбеҙ? Б. Дәфтәрҙә яҙма эш башҡарырбыҙ У. Бик күп эштәр башҡарырға теләйһегеҙ икән. Ул эштәрҙе баш-ҡарып, һеҙ нимәгә өйрәнерһегеҙ? Б. Белемебеҙҙе арттырырбыҙ. Б. Башҡортостан тураһында белемебеҙҙе тәрәнәйтербеҙ. Б. Урал тураһында күберәк белербеҙ. Б. Башҡорт телендә аралашырбыҙ. Б. Һүҙлек запасын арттырырбыҙ. Б. Грамматик теманы нығытырбыҙ. У. Эйе, балалар. Беҙ бөгөн һеҙҙең менән Урал тураһында белемебеҙ-ҙе тәрәнәйтербеҙ, тел байлығын арттырырбыҙ. Хикәйә менән та-нышырбыҙ. Шулай уҡ уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләргә лә өйрәнербеҙ. Был – беҙҙең беренсе маҡсат.

Таҡтаға эленгән күргәҙмә материалға, дәреслектең алдан әҙерләп, асып ҡуйылған битенә таянып башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллау.











Уҡыу ситуацияһының исемлеге

6

Һүҙлек эше

У. Тексты уҡығансы һүҙлек һүҙҙәре менән танышып үтәйекме?

Б.Эйе.

У. Уларҙы һүҙлек дәфтәренә яҙырға кәрәкме?

Б. Кәрәк.

У. Ни өсөн?

Б.Иҫтә ҡалдырыу өсөн.

Б. Аңларға еңел булһын өсөн.

У. Һүҙҙәрҙең тәржемәһе бармы?

Б.Юҡ.

У. Нимә эшләргә һуң? Б. Белгәндәрен төркөмләп тәржемә итергә.

Б. Һүҙлектән ҡарарға кәрәк.

У. Эште башланыҡ.

Мөһабәт - величественный; сал - седой; текә - крутой; ҡылған - ковыль; шишмә - родник; һанһыҙ - бесчисленный.

Иғтибарҙы таҡтаға йүнәлтеү. Слайдтан һүҙҙәрҙе уҡыу.

Белгән һүҙҙәрҙе тәржемә итеү.

Ҡалған һүҙҙәрҙе һүҙлектәр ярҙамында тәржемә итеү.

Һүҙлек һүҙҙәрен дәфтәргә яҙыу.


Һорауҙарға яуап биреү.

(Һүҙҙәрҙең яуаптары аҙаҡтан ғына килеп сыға.) Уҡыусылар үҙҙәрен тикшерәләр.


Үтелгәнде иҫкә төшө-рөү.









Эштә ҡыйын

лыҡ урынын табыу.


Һүҙбәйлә-нештәр төҙөү.



Һөйләм итеп үҫтереү.


У. Беҙ инде һүҙҙәр, һүҙбәйләнеш-тәр, һөйләмдәр менән танышбыҙ.

У. Уҡыусылар, мин һеҙгә һүҙҙәр бирәм, һүҙлек һүҙҙәренә ошо һүҙҙәрҙе ҡушып һүҙбәйләнештәр төҙөргә кәрәк буласаҡ:

сәс, тауҙар, үҫә Парлап эшләйәсәкбеҙ. Бер уҡыусы бирелгән һүҙҙән һүҙбәйләнеш тө-ҙөр, ә иптәше шул һүҙбәйләнеште һөйләмгә тултырыр. У. Беҙҙең алда ниндәй ҡыйынлыҡтар тыуыр икән? Б. Һүҙбәйләнештәрҙе дөрөҫ итеп төҙөргә. Б. Һүҙбәйләнештәрҙе һөйләм итеп үҫтерергә кәрәк буласаҡ. У. Ә хәҙер мөһабәт тауҙар һүҙбәйләнеше менән һөйләм төҙөйөк. (Башҡортостан - мөһабәт тауҙар иле) - уҡытыусы һөйләме.

Уҡыусылар һүҙбәйләнештәр, һөйләм-дәр төҙөп әйтәләр.

Башҡа уҡыусылар хаталарын төҙәтә.


Ҡайбер һөйләмдәрҙе бергәләп ҡабатлау.











Парлап эшләү.


Дәфтәрҙә эшләү.

У. Дәфтәргә числоны, эш төрөн, теманы яҙайыҡ.

У. Отошло төҙөлгән 2 һөйләмде дәфтәргә яҙып ҡуябыҙмы? Б. Ҡуябыҙ.

Дәфтәргә числоны, эш төрөн, теманы яҙыу.

2 һөйләмде дәфтәргә яҙыу.

Ике уҡыусы һөйләмдәрҙе әйтеп яҙҙыра.

Уҡыусыларҙың тиҫтерҙәренең эштәрен баһалауы.


Тексты тасуири уҡыу.

121 - 122 се биттәр.

У. Мин уҡый башлайыммы, әллә берәй уҡыусымы?

У. Ягеҙ әле, булмаһа, үҙем уҡып таныштырайым һеҙҙе был өҙөк ме-нән, ә һеҙ иғтибар менән ҡарап ба-рығыҙ, ҡәләм менән аңлашылмаған һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙығыҙ.

Уҡыусыларҙың яуаптары.


Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы.


Уҡыусыларҙың тыңлауы,

дәреслек буйынса ҡарап барыуҙары, һорауҙарға яуап биреү.








Текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмәлә-

шеү.


У.Һеҙгә ниндәй һүҙҙәр аңлашылманы?

Б.

У.Парлап эшләп алайык әле. Беренсе һүҙҙе 1се парталағы пар аңлата. Һ.б.

У. Текст нимә тураһында? Б.Урал тураһында. У. Нимә ул Урал? (тауҙар теҙмәһе) Урал тауҙары ниндәй? (мөһабәт, бейек, мәғрур,текә, бай) Был тауҙарға ни өсөн Урал тип исем ҡушҡандар?

Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе аңлатыу. Әңгәмә ҡороу.



Ял минуты.

У. Арып та киттегеҙ кеүек,үҙебеҙҙең тыуған илебеҙ тураһында әйтелгән һүҙҙәрҙе ҡабатлап,ял итеп алайыҡ. У. Беҙҙең Башҡортостанда

Шулай бөгөлә талдар.

Шундай бейек тауҙар,

Шулай ҡағына ҡаҙҙар.

Шулай ырғып алалар,

Шунан шым ғына ултырып

Тағы белем алалар.

Башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеп һөй-ләмдәрҙе ҡабатлау. Хәрәкәттәр яһау.

Китап менән эш.


У. Ял да иттек. Эште дауам итәйек. Ә хәҙер тексты ярым тауыш менән үҙ аллы уҡып сығығыҙ.

У. Артабан тексты “иптәшеңә тапшырып” уҡып сығайыҡ. Кем уҡый башлай?

Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы.

Дәреслектән ҡарап барып, дауам итеп уҡыуҙары.




Региональ компонент ҡулланыу.













Тәрбиәүи момент.




У.Афарин,уҡыусылар! У. Республикабыҙҙа 10 йыл инде "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы үткәрелә. 2011 йылда был конкурс беҙҙең районда Ҡандракүл буйында үткәрелде. Беҙҙең район уҡыусылары ла был бәйгелә ҡатнашып яҡшы урындар алды. Бына был китап - "Урал батыр" эпосы. Һеҙ уны китапхананан алып уҡый алаһығыҙ.

У. Был әҫәр һеҙгә оҡшанымы? Һеҙ Урал тауҙары тураһында нимәләр белдегеҙ? Эйе, уҡыусылар, беҙҙең Ватаныбыҙ, Уралыбыҙ бик матур, бай. Уны икенсе Швейцария тип тә йөрөтәләр. Беҙ уның менән һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ. Беҙгә, киләсәк быуынға ошо матурлыҡты һаҡларға, яҡларға кәрәк.

















Һорауҙарға яуап биреү.

Нығытыу

7

Үҙ аллы эш.

Һайланма уҡыу.

Төркөм

дәрҙә эш.

У.Уҡыусылар, беҙҙең алда ҡатмар-лы эш тора. Слайд һүрәттәренә тап килгән юлдарҙы табып уҡырға кәрәк буласаҡ. а) Европа - Азия; б) Тауҙар - йылғалар;

Тап килгән юлдарҙы табып уҡыу.

Иптәштәреңдең хатаһын төҙәтеү.




Төркөмдәрҙә эшләү.

Уҡыусыларҙың фекерләшеүе, тиҫтерҙәренең эштәрен баһалауы.


Уҡыусылар-ҙың теманы аңлау кимә-лен тик-шереү.




У.Уҡыусылар, хәҙер әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ әле.

Алған белемдәребеҙҙе тест ярҙамында тикшереп китербеҙ.

1. Текста ниндәй тауҙар тураһында һүҙ бара?

а) Памир тауҙары;

б) Урал тауҙары;

в) Алтай тауҙары;

2. Текстың авторы кем?

а) Диҡҡәт Бураҡаев ;

б) Мостай Кәрим ;

в) Зәйнәп Биишева ;

3.Был тауҙарҙы ни өсөн шулай атағандар? а) Урал исемле малай булған; б) Урал исемле йылға хөрмәтенә; в) Урал батыр хөрмәтенә ;

Тест һорауҙарына яуап биреү.



Бер-береһенең хаталарын төҙәтеү.



Рефлекция

8

Йомғаҡлау әңгәмәһе.



Баһалау.












Дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй ине?

Маҡсатыбыҙға ирештекме?

Нимә белдек?


Кемдәр бик һәйбәт эшләне?

Кемдәр үҙҙәрен маҡтай алалар?

Кем иптәшен маҡтарға теләй? Ни өсөн?

Кем бөгөн алған белемен киләсәктә ҡуллана алам, бөтәһен дә аңланым тип уйлай, йәшел түңәрәк күтәрегеҙ.

Кемгә әле белемдәрен нығытырға кәрәк, һеҙ һары түңәрәк күтәрегеҙ.

Кемгә бөгөн бик ауыр булды, кемгә ярҙам кәрәк ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ

Бик тырышып эшләнегеҙ. Рәхмәт!

Баһаларҙы ҡуйырға ярҙам итегеҙ әле, балалар.

Уҡытыусы һорауҙарына яуаптар биреү.





Уҡыусыларҙың фекерләшеүе, тиҫтерҙәренең эштәрен баһалауы.

Күмәкләп баһалар ҡуйыу.








Өй эше

9

Өй эше биреү.




1.Тексты тасуири уҡырға.

2.Тексты тасуири уҡырға, һорауҙарға яуап бирергә.

3.Тексты тасуири уҡырға, һорауҙарға яуап бирергә, йөкмәткеһен һөйләргә.

Өй эштәрен көндәлеккә яҙыу.

Йомғаҡлау

10


У. Дуҫтарым! Һеҙ бөгөн бик күп нә-мәләрҙе белдегеҙ, иҫкә төшөрҙөгөҙ, дуҫ булып эштәрҙе башҡарҙығыҙ. “Ағасты – япраҡ биҙәй, кешене – хеҙмәт биҙәй” – тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Һеҙҙең тырышлығығыҙ юҡҡа булманы. Дәресебеҙ бик матур үтте. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Һаубулығыҙ!











Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 05.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров82
Номер материала ДБ-322318
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх