Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Классному руководителю / Другие методич. материалы / Разработка внеклассного материала " Шишмә байрамы "

Разработка внеклассного материала " Шишмә байрамы "


До 7 декабря продлён приём заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)

  • Классному руководителю

Поделитесь материалом с коллегами:

Шишмә байрамы.

Йыр менән ҡыҙҙар сыға(Тау шишмәһе)

Суйыр ташлы бейек тау аҫтынан

Бөҙрәләнеп көмөш һыу аға

Сылтыр-сылтыр ағып төшә

Көмөш һыулы йылғаға.

Тау шишмәһен күргән һәр бер кеше

Туҡтамайса үтеп китә алмай.

Ташҡа ятып көмөш һыуын

Эсмәйенсә үтә алмай.

Егеттәр сәхнәгә сығалар.

  • Эй,ҡыҙҙар, шишмә буйына беҙҙән алда килеп тә еткәндәр.

  • Эйе, байрамға һуңларбыҙ тип ҡурҡтыҡ.

Һаумыһығыҙ ҡан ҡәрҙәштәр. Ер-әсә күкрәгендә һыйынып үҫкән малайҙар һәм ҡыҙҙар, апайҙар һәм ағайҙар. Беҙ төрки бабаларыҙҙың онотола барған ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын ҡайтарабыҙ тип йыраҡ сәфәргә сыҡтыҡ. Беҙҙең йыраҡ әбей-бабайҙарыбыҙ ҡыйыу, тапҡыр, хеҙмәт һөйөүсән булғандар, матурлыҡҡа, гүзәллеккә омтомғандар. Әҙәпле, итәғәтле булғандар. Әйҙәгеҙ әлебеҙ ҙә улар кеүек гүзәллек донъяһына омтолайыҡ, илаһи матурлыҡты-шишмә байрамыбыҙҙы данлайыҡ.

Шишмәләр иле һин – Тәтешлем

Алыҫҡа китмәгеҙ һыу һорап

Был яҡтан, ерҙәрҙән моң алып

Шишмәләр йәшәйҙәр сылтырап.



Шишмәләр иле һин – Тәтешлем

Зәм-зәм һыу шишмәләр, һаны юҡ

Йырлайҙар – урғыйҙар шишмәләр

Еремдең һыуһаған сағы юҡ.

  • Әйтсе шишмә, был донъяла

Нимә күркәм, нимә яҡшы.

Ауаҙ: - Мин шишмә башы

Тауҙарымдың сағыу ташы

Тыуған йорттоң усаҡ уты.

Һалҡын һыуҙар эскең килһә

Был юлдан үтеү яҡшы.

Берәй уйын.

Сәхнәгә оҙаҡ йылдар ситтә йәшәп тыуған яғын һағынып ҡайтҡан, әбей һәм бабай сыға.

  • (Әбей) Эй, ҡартҡайым, иҫән-һау булғас, бына тағы ғәзиз еребеҙгә ҡайтып еттек.

  • Һаумы тыуған төйәгем, һаумы тыуған ерем. Тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан, изге ҡаным тамған ер.(Ҡулдары менән ерҙе һыйпай)

  • Һаумы алтын шишмәм. Ҡабул ит һин, сит ерҙәрҙән һине һағынып ҡайтҡан яҡташтарымды. (Шишмә һыуы менән битен йыуа).

  • (Бабай) Ошо көндәрҙе лә күрергә насип булған икән, рәхмәр ер-әсә!

  • Шишмәкәй, һин әле лә саф һыулы, көмөш һыулы икән!

Шул ваҡыт йәштәр уларҙы күреп ҡала.

Егет; -Егеттәр, ҡыҙҙар, ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ, беҙҙең ауылға ниндәй ҙур ҡунаҡтар ҡайтҡан. Шәрифулла ағай, Сәлимә апай, һеҙ түгелме һуң.(күрешәләр)

Бабай. –Эйе уландар, беҙ, бына тыуған-үҫкән ерҙе һағынып ҡайттыҡ әле. Бигерәк һағындыра бит үҫкән ерҙәр.

Әбей. –Эйе, балалар, рәхмәт инде һеҙгә, ауылыбыҙҙың шишмәләрен ғәҙерләп, яңыртып ҡына тораһығыҙ икән. Шишмәбеҙҙе, ошо һыу буйҙарын һағынып ҡайттыҡ бит уландар.

Егет. –Бик яҡшы иткәнһегеҙ ҡайтып. Һеҙ беҙҙең өсөн бик хөрмәтле ҡунаҡтар. Рәхәтләнеп ял итеп, тыған төйәкте һағыныуҙарығыҙҙы баҫып китегеҙ. Беҙҙә бит бөгөн Шишмә байрамы.

Бабай:- Элек-электән халҡыбыҙ эсәр һыуҙарға, йылғаларға, шишмәләргә дан йырлаған. Төрлө мәҡәл, йомаҡтар уйлап сығарғандар. Ә һеҙ уларҙы беләһегеҙме!

Йәштәр:

  • Беләбеҙ, беләбеҙ.

Бабай: -Ҡыҙҙар менән егеттәр араһында ярыш үткәреп алайыҡ әле!

Йәштәр: -Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

Һыуҙы эскәндә... –шишмәһен онотма

Эсәр һыуға... – төкөрмәйҙәр

Һыуҙың ҡәҙере....- шишмә ҡороғас беленә

Һыуһыҙ ерҙә.......- йорт ҡорма.

Егет: - Изге шишмәләргә төкөрһәк беҙ

Һайығыр йән, ҡорор телебеҙ

Беҙҙән һуң да селтерәп, селтерәп ҡалһын

Шишмәләрҙең ҡәҙерен белегеҙ.

Ҡыҙ. –Шәрифулла ағай, Сәлимә апай, һеҙ бик ваҡытлы ҡайтҡанһығыҙ. хәҙер шишмәгә бура һалабыҙ.

Егет. –Эйе, бөгөн байрам – шишмә байрамы.( Шишмәнең яңы бураһын индереп төҙөйҙәр.)

Бабай. – Балалар, оландар, бик изге эш эшләйһеғеҙ, Ер-әсә һеҙҙе онотмаҫ, аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ, йөрәгегеҙ шишмә һыуылай саф булһын.

Әбей: - Эйе, ҡартҡайым, элек-электән үк ауыл йәштәре ихтирамлы һәм миһырбанлы ине, рәхмәт балалар.

Ҡыҙ: - Әйҙәгеҙ әле күңел асып уйнап-йырлап алайыҡ!

Ҡыҙҙар: - Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

Егет: -Йәш килендәр ярышы!

Бабай: -Кем дә кем шишмә һыуын түкмәй- сәсмәй алдан килә, шуға бүләк! (ярыш)

Әбей: -Ә минән көмөш аҡса! (Ҡыҙҙар шишмәнән һыу алып ярыша башлайҙар). Егеттәр ҡыҙҙарҙы ҡеүәтләп торалар.

Бабай: -Үәт исмаһам, ҡыҙҙар! Үҙҙәре етеҙ, үҙҙәре уңған, үҙҙәре матур. Бына һеҙгә беҙҙән бүләк. Бәхетле булығыҙ ҡыҙҙар!

Әбей: -Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары шулай ул! (көмөш аҡса тарата)

Ҡыҙ: -Егеттәр, беҙ ҡунаҡтар алдында үҙебеҙҙе һынатманыҡ. Инде һеҙ һөнәрегеҙҙе күрһәтегеҙ!

Егеттәрҙең һөнәр күрһәтеүе- уҡ атыу.

Бабай: - Үәт афарин, ҡайһа һуң минең йәш саҡтар.

Ҡыҙ: -Шишмә байрамы булғас, шишмә тураһында ҡунаҡтар хөрмәтенә берҙе йырлап алайыҡ әле!

Әйҙә иркәм алып барам, шишмәләргә.....

Бабай: -Өҙҙөрәләр генә бит ҡарсыҡ! Шулай ҙа беҙ йәш саҡта ҡыҙҙар былай уҡ матур түгелдәр ине!

Егет: - Беҙҙең ауылда бөгөн туй бара!

Ҡыҙ: - Ауылға йәш килен төштө.

Егет: - Башҡорт халҡыбыҙҙа матур йола ҡалған. Оло килен йәки еңгә йәш киленгә һыу күрһәтә.

Ҡыҙ: - Әнә улар шишмәгә килеп тә етте инде.

Оло килен менән йәш килен сыға.

Әбей: -Төклө аяғың менән килен!

Оло килен: -Бөгөнгө байрамға нур өҫтөнә нур булып ҡунаҡтар ҙа ҡайтҡан икән. Һаумыһығыҙ! Йәш киленгә шишмә юлын күрһәтергә килдек. ( Шишмәнән һыу ала ала һөйләй)

Оло килен: -Килен, мөхәббәтегеҙ шишмә һыуылай саф булһын. Бер-берегеҙҙе яратығыҙ.

Азамат: -Еңгә, еңгә, ә бүләгең ҡайҙа!

Йәш килен: - Рәхмәт изге теләктәрегеҙгә, бүләгемде ҡабул итеп алығыҙ.( бүләкте әбейгә бирә)

Оло килен: - Төшкән ерең таш булһын, эсәр һыуың таталы булһын. Ғүмерҙәрегеҙ бергә- бергә ошо туған еребеҙҙә үтһен.

Әбей: - Йылға- күлдәребеҙҙе, шишмәләребеҙҙе ҡәҙерләп, һаҡлап, балдай татлы һыуынан ауыҙ итеп йәшәгеҙ, балалар!

Оло килен, йәш килен, әбей, бабай сығып китә.

Йәштәр: -Егеттәр, ҡыҙҙар! Әйҙәгеҙ әле бөгөнгө байрамыбыҙҙы биҙәп, йырлап, бейеп алайыҡ әле!



































Фазыл шишмәһе.

Сылтырап аҡҡан шишмәгә

Һыуға тип килгән инем;

Тиҙ генә әйләнеп өйгә

Ҡайтырмын тигән инем.



Өҙҙөрөп ниңә ҡараның,

Ник тоттоң силәгемдән.

Һыуҙарым түгел, ялҡыным

Түгелде йөрәгемдән.



Ҡыҙарып янған шәфәҡтән

Күҙҙәрем алалманым.

Тибрәнде телем, әйтергә

Һүҙҙәрем табалманым.



Шишмәгә төшкән һуҡмаҡтың

Ситтәре үлән генә.

Вәғҙәм бар һиңә, белмәһен

Тик күрше-күлән генә.





Суйыр ташлы бейек тау аҫтынан

Бөҙрәләнеп көмөш һыу аға

Сылтыр-сылтыр ағып төшә

Көмөш һыулы йылғаға.

Тау шишмәһен күргән һәр бер кеше

Туҡтамайса үтеп китә алмай.

Ташҡа ятып көмөш һыуын

Эсмәйенсә үтә алмай.































Әйҙә, иркәм, алып барам

Шишмәләргә, һыуҙарға;

Шишмәләрҙән һыу алғанда

Һыу сәсрәтеп уйнарға.

Ай, яный, һыуҙарҙа ла

Һыу сәсрәтеп уйнарға.

Өй эстәренә керәһең,

Гөлдәргә үреләһең;

Гөлгә ҡарайым,һиңә ҡарайым-

Һин матур күренәһең.

Әй, яный, күҙ нурым,

Һин матур күренәһең.

Аттар ектем мин санаһыҙ,

Сығып киттем сараһыҙ;

Күрер күҙгә ҙур ҙа түгел,

Сибәрлеккә самаһыҙ.



Ай, йәнем, күҙ нурым,

Сибәрлеккә самаһыҙ.

Абау, бәғрем, керпегең,

Бирсе миңә бөртөгөн;

Бик йыраҡтарға китәм бит,

Төҫөң итеп йөрөтөрмөн.

Әй, йәнем, керпегең,

Төҫөң итеп йөрөтөрмөн.








57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)

Автор
Дата добавления 12.10.2015
Раздел Классному руководителю
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров168
Номер материала ДВ-055507
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх