Инфоурок / Иностранные языки / Рабочие программы / Разработка по башкирскому языку

Разработка по башкирскому языку

Напоминаем, что в соответствии с профстандартом педагога (утверждён Приказом Минтруда России), если у Вас нет соответствующего преподаваемому предмету образования, то Вам необходимо пройти профессиональную переподготовку по профилю педагогической деятельности. Сделать это Вы можете дистанционно на сайте проекта "Инфоурок" и получить диплом с присвоением квалификации уже через 2 месяца!

Только сейчас действует СКИДКА 50% для всех педагогов на все 111 курсов профессиональной переподготовки! Доступна рассрочка с первым взносом всего 10%, при этом цена курса не увеличивается из-за использования рассрочки!

ВЫБРАТЬ КУРС И ПОДАТЬ ЗАЯВКУ
библиотека
материалов







фотографии 001.jpg

Ғиләжева Фидәлиә Фәрғәт ҡыҙы

Мәләүез ҡалаһы муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

II категориялы

башҡорт теле уҡытыусыһы

Эш тәжрибәһе – 7 йыл







Башҡортостан Республикаһы

Мәләүез районы муниципаль районы

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

4-се урта белем биреү мәктәбе







Мәғариф министрлығы һәм "Остаз" журналы дәрес өлгөләренең "Заманса дәрес" республика конкурсында



"Башҡорт телен уҡытыуҙа - лингвомәҙәни йүнәлеш" номинацияһында еңеүсе (III урын)



Һөнәрҙәр”

Тема буйынса



4-се класс өсөн башҡорт теленән (дәүләт теле) дәрес өлгөһө

Дәреслек авторҙары: Х.А.Толомбаев, М.С.Дәүләтшина

Тематик план буйынса 13-сө дәрес













2012



Тема: Һөнәрҙәр. – сы, - се, - со, - сө яғауҙары.

Маҡсат:

а) уҡыусыларҙы төрлө һөнәрҙәр менән таныштырыу, һүҙбайлығын арттырыу;

б) һөнәрҙе белдереүсе һүҙҙәрҙә – сы, - се, - со, - сө ялғауҙарҙың яҙылышын аңлатыу;

в) хеҙмәткә, уҡыуға ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, һөнәрҙәр һүрәттәре (слайдтар), проектор.

Дәрес барышы

1. Фонетик күнегеү.(слайд)

Эшенә күрә ашы.

Кем эшләмәй – шул ашамай.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ.

а) Уҡытыусының уҡыуы;

б) балаларҙың үҙ аллы уҡыуы;

в) уҡытыусы менән бергә тәржемә итеү, мәғәнәһен аңлау;

г) хор менән уҡыу.

2. Яңы тема.

а) Штейнберг схемаһы буйынса эш.

Һөнәрҙәр һәм уларҙың төрҙәре тураһында әңгәмә үткәреү, шунан таблицаға күсеү.

б) Мәҙәниәткә ҡараған һөнәрҙәрҙе күрһәтеү (слайдтар)

Ҡурайсылар (И.Дилмөхәмәтов,Р.Ҡарабулатов)

Шағарҙар (М.Ғафури, Г.Юнысова)

Яҙыусы (М.Кәрим)

Бейеүсе (Р.Туйсина)

Йырсы (Ф.Урманшин)

в) таҡталағы һүрәттәргә ҡарап һөнәр белдереүсе һүҙҙәрҙе әйтеп сығырға , кем нимә эшләй,ниндәй файҙа килтереүен әйтеп сығырға.

г) Уҡы һәм сағыштыр

Нимә менән айырыла был бағаналар, һығымта сығарыу.

адвокат осоусы

инженер нефтсе

модельер спортсы

менеджер ашнаҡсы

артист уҡытыусы

3. Ҡағиҙәне аңлатыу.

Башҡорт телендә һөнәрҙе белдереүсе һүҙҙәр – сы, - се, - со, - сө ялғауҙары менән яһалыуын аңлатыу:

Уҡытыу – уҡытыусы

Эш – эшсе

Төҙөү-төҙөүсө

4. Яңы теманы нығытыу.

Һүҙҙәргә кәрәкле ялғау ҡушып, дәфтәргә яҙып ҡуйырға.

Итек, тимер, тегеү, комбайн, яҙыу, тәржемә, хәбәр, йыр, ҡурай.

5. Ял минуты

Беҙ, беҙ беҙ генә,

Бармағыбыҙ төҙ генә.

Ҡул-ҡанатты ҡағабыҙ,

Сәпәкәйләп алабыҙ.

Билдән артҡа бөгөләбеҙ,

Шунан инде сүгәләбеҙ.

Тағы ҡанат ҡағабыҙ.

Тәрән һул апалабыҙ.

Ултырабыҙ шым ғына

Һәм уҡыйбыҙ тын ғына.

6.Балаларға визит карточкалар таратыла.

Улар визитка буйынса һорауҙар төҙөйҙәр.

Тәржемәсе

Фәритова Сәлимә Сәлим ҡыҙы

Өй: Эш:

450055, Өфө, 450000,Өфө, Октябрь проспекты, 50-76 Ленин урамы, 22 тел.37-60-18 тел.22-45-76















7.Өй эше. Өлгө буйынса визиткая һарға. «Кембулырғателәринегеҙ?»

8. Кроссворд сисеү. (үҙаллы эш)

Класс менән бергә тикшереү.

9. Йомғаҡлау, уҡыусыларҙы баһалау.

(Дәрестең аҙағында уҡыусыларға йыр,ҡурай моңон ишеттерергә, йәки бейеү күрһәтергә мөмкин)





















Ҡушымта:

схема

hello_html_mba3fd6a.gif

























Кроссворд

баш.яз 002.jpg



Дәрестә

баш.яз 001.jpg

Краткое описание документа:

 

 

Мәғариф министрлығы һәм "Остаз" журналы дәрес өлгөләренең "Заманса дәрес" республика конкурсында

 

"Башҡорт телен уҡытыуҙа - лингвомәҙәни йүнәлеш" номинацияһында еңеүсе (IIIурын)

 

“Һөнәрҙәр”

Тема   буйынса

 

4-се класс өсөн башҡорт теленән (дәүләт теле) дәрес өлгөһө

Дәреслек авторҙары: Х.А.Толомбаев, М.С.Дәүләтшина

 

Тематик план буйынса 13-сө дәрес  Маҡсат:

а) уҡыусыларҙы төрлө һөнәрҙәр менән таныштырыу, һүҙбайлығын арттырыу;

б) һөнәрҙе белдереүсе һүҙҙәрҙә – сы, - се, - со, - сө ялғауҙарҙың яҙылышын аңлатыу;

в) хеҙмәткә, уҡыуға ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, һөнәрҙәр һүрәттәре (слайдтар), проектор.

Общая информация

Номер материала: 300366

Похожие материалы