Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Разработка урока башкирского языка, 2класс
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Другое

Разработка урока башкирского языка, 2класс

библиотека
материалов

2 класс

Башҡорт теле

Тема: Һөйләмдең баш киҫәктәре. ( 2-се дәрес)

Маҡсат:Һөйләмдәрҙә баш киҫәктәрҙе билдәләргә өйрәтеү;

уҡыусыларҙың яҙма телмәрен үҫтереү ;

әсәйҙәргә ҡарата һөйөү, ихтирам, хәстәрлекле булырға өйрәтеү.

Йыһазландырыу: дәреслек.



Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу моменты.

  • Ҡыңғырау шылтыраны,

Дәрес башлана хәҙер.

Беҙ инде матур итеп,

Яуап бирергә әҙер.

(хор менән ҡабатлау)

-Һаумыһығыҙ, балалар.

Хәйерле көн һеҙгә!

Тел һәм зиһен асҡыстарын

Теләймен һәр берегеҙгә.



Психологик инеш.

  • Бөгөнгө матур көнгә күҙ һалайыҡ: һауа, ҡояш, ағастар... Барыһы ла ниндәй йәмле! Матур! Уларҙан күңелебеҙгә йылылыҡ, йөҙөбөҙгә яҡты нур, тәнебеҙгә сәләмәтлек алайыҡ. Уларға нимә әйтәбеҙ?

  • Рәхмәт! Хәйерле көн!

  • Уҡыусылар, беҙ был яҡты донъяла йәшәүебеҙгә кемдәргә рәхмәтле булырға тейешбеҙ? (әсәйҙәргә)

  • Кем беҙҙе тәрбиәләй, тәмле аштар ашата...?

  • Эйе ,уҡыусылар, Бөтә Рәсәй буйынса 1998 йылдан башлап үткәрелеп килгән байрам яҡынлаша. Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Әсәйҙәр көнө үткәрелә. Бөгөн дәресте яратҡан кешеләребеҙгә бағышлайыҡ.

  • Ә хәҙер телмәребеҙ шыма, матур булһын өсөн күнегеүҙәр эшләп алайыҡ.



Тамаҡты ҡарағанда доктор нимә әйтергә ҡуша? (а-а-а-а)

Ҡаҙҙар нисек ҡаңғылдай? (ға-ға-ға)

Эттәр нисек ырылдай? (р-р-р)

Тишек шарҙан һауа нисек сыға? (с-с-с)

  • Ә хәҙер уҡыусылар слайдҡа иғтибар итегеҙ. Минең арттан ҡабатлағыҙ.



  • Ә хәҙер әйҙәгеҙ бергәләп.



Да-да-да – ҡуян саба урманда

Ды-ды-ды – иңләп-буйлап урманды.

Өп-өп-өп – эттәр сабыша өрөп,

Өп-өп-өп төндәр буйына йөрөп.



  • Бына беҙҙең телмәребеҙ хәҙер дәрескә әҙер.



Уңыш ситуацияһы.



  • Балалар, үткән дәрестә һеҙгә яттан яҙыу өсөн шиғыр бирелгән ине. Әйҙәгеҙ шиғырҙы ҡабатлап үтәйек.

Мин бәхетле, бик бәхетле,

Әсәйем янда һәр саҡ.

Һин булғанға ғына, әсәй,

Көндәрем яҡты һәр саҡ.



  • Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡағыҙҙар ята, ашыҡмайынса ғына ятлаған шиғырҙы яттан яҙайыҡ. Ә шиғырҙы яҙғанда ниндәй ҡағиҙәләрҙе онотмаҫҡа тейешбеҙ.

    1. Шиғырҙың һәр юлы айырым юлға яҙыла.

    2. Һәр юл баш хәрефтән башланып яҙыла.



  • Ә хәҙер слайдтағы өлгөгә ҡарап яҙғандарығыҙҙы тикшерегеҙ.

  • Кемдең бер хатаһы ла юҡ 5-ле билдәһе ҡуя, кем 1-2 хата эшләне 4-ле. Ә кемдең хатаһы күберәк 3-лө

  • Ҡағыҙҙарығыҙҙы арттан алға ебәрегеҙ, дәрес аҙағында баһаларҙы көндәлеккә ҡуйырбыҙ.

Уҡыу проблемаһын ҡуйыу.

  • Ә бөгөн дәрестәүткән теманы өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ.

  • Иғтибарығыҙҙы таҡтаға йәлеп и тегеҙ. Бында һөйләмдәр яҙылған.

(Балалар байрамға әҙерләнә. Гөлназ өй йыйыштыра. Илнур гөлдәргә һыу һибә. Марат һүрәт төшөрә. )

  • Әйҙәгеҙ беренсе һөйләмде хор менән уҡыйыҡ.

  • Был һөйләмдә кем тураһында һүҙ бара?Балалар нимә була?

  • Балалар ни эшләй?әҙерләнә был нимә?

  • Беҙ һөйләмдә нимәләрҙе таптыҡ? (эйә менән хәбәр)

  • Был һөйләмдең нгиндәй киҫәктәре? (баш киҫәктәре)

  • Һөйләмдә беҙ баш киҫәктәрҙе нисек һыҙабыҙ?

  • Әйҙәгеҙ уҡыусылар ҡалған һөйләмдәрҙе лә тикшереп үтәйек. Кем таҡтаға сыға?



Ғәмәли эштәр башҡарыу.



  • Эйә менән хәбәр темыһын ҡабатлап үттек. Үҙебеҙҙең алған белемебеҙҙе тикшереү маҡсаты менән күнегеүҙәр башҡарып алайыҡ.

  • Дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө датаны һәм теманы яҙайыҡ.

  • Дәреслектәрҙең 65-се биттәрен асып 2-се күнегеүҙе табығыҙ.

  • Был тексты кем уҡып ишеттерә?

  • Текста нимә тураһында һүҙ бара?(әсәй тураһында)

  • Ә һеҙ әсәйҙәрегеҙгә нисек ярҙам итәһегеҙ?Һөйләмдәрегеҙҙе эйә менән хәбәр ҡулланып төҙөгөҙ.

  • Тимәк уҡыусылар, төҙөгән һөйләмдәрҙән сығып беҙ һеҙҙең әсәйҙәрегеҙгә нисек булышҡанығыҙҙы белдек. Ә хәҙер дәфтәрҙәрҙә эш башҡарып үтәйек. Слайдта күрһәтелгән һөйләмдәрҙе күсереп яҙығыҙ. Нисек яҙа башл

  • Ә хәҙер уҡыусылар ошо һөйләмдәрҙә һөйләмдең баш киҫәктәрен билдәләйек. Ҡулдарығыҙға ҡәләм һәм линейкаларҙы алып эйә менән хәбәрҙе билдәләп барығыҙ.

  • Ҡулдарығыҙ, күҙҙәрегеҙ арып киткәндер, ял итеп алайыҡ.



Ял минуты.



  • Ултырыштыҡ уҡыусылар. Яңы эш төрөнә күсәйек. Хәҙер мин һеҙгә һүҙҙәр менән карточкалар таратам. Ошо һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөп ҡарағыҙ. Һеҙгә бер минут ваҡыт бирәм.

  • Уҡыусылар кемдәр әҙер? Ә кем үҙенең һөйләмен таҡтаға элергә теләй?

  • Уҡыусылар был эш төрөн уңышлы ғына тамамланыҡ. Үҙебеҙҙең алған белемебеҙҙе ҡулланып әсәйҙәргә йылы, матур һүҙҙәрҙе еткерәйек.

  • Алдығыҙҙа ятҡан открыткаларығыҙҙы алығыҙ. Был открытканы беҙ кемгә яҙабыҙ, кемгә бағышлайбыҙ?(әсәйҙәргә)

  • Әһеҙ әсәйҙәр тураһында ниндәй яғымлы һүҙҙәр әйтер инегеҙ? (матур, мөләйем)

  • Уҡыусылар, ә открытканы яҙғанда беҙ ниндәй һүҙҙе ҡулланабыҙ? (ҡәҙерле)

  • Тимәк иң беренсе юлға уртаға яҙып ҡуйҙыҡ (Ҡәҙерле әсәйем!)

  • Икенсе юлда әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлайбыҙ. Тимәк нимә тип яҙабыҙ ? (Мин һине байрам менән ҡотлайым!)

  • Һеҙ әсәйҙәрегеҙгә ниндәй теләктәр теләр инегеҙ?(телдән әйтеп китәләр)

  • Әйтелгән теләктәрегеҙҙе текстҡа һалайыҡ.

  • Тексты дауам итәбеҙ. (Һаулыҡ, бәхет теләйем.)

  • Открытканы кем исеменән яҙылғанын яҙып ҡуйығыҙ. (ҡыҙың…улың)

  • Был открыткаларҙы ял көндө әсәйҙәрегеҙҙе байрам менән ҡотлап тапшырырһығыҙ.



  • Уҡыусылар, таҡтаға иғтибар итегеҙ әле. Был нимә?



  • Ҡояш нимә өсөн кәрәк?



  • Эйе, ҡояш йылыта, йылмая,иркәләй,йәшәүгә көс бирә.



  • Ә беҙҙе кем йылыта, иркәләй?



  • Эйе, дөрөҫ, уҡыусылар. Беҙ әсәйҙәрҙе ҡояшҡа тиңләнек. Ә хәҙер уларҙың фотоларын ҡояш нурҙарына йәбештерәйек.



  • Ҡарағыҙ әле, ҡояшыбыҙ тағы ла нығыраҡ йылмайып ебәрҙе. Һеҙ ҙә әсәйҙәрегеҙҙе һәр ваҡыт шатландырып тороғоҙ, уларға матур, йылы һүҙҙәр әйтегеҙ, яҡшы билдәләр алып уларҙы һөйөндөрөгөҙ.









Анализ



  • Уҡыусылар һеҙгә бөгөнгө дәрес оҡшанымы?

  • Нимәләр белдек? Нимәләргә өйрәндек?

  • Эйе уҡыусылар, әсәйҙәр байрамы яҡынлаша. Тағы ниндәй тема өҫтөндә эшләнек? Тимәк һөйләмдең баш киҫәктәре нимә булды?

  • Эйә ниндәй һорауға яуап бирә?

  • Хәбәр?

  • Эйә менән хәбәр темаһын беҙ һеҙҙең менән өлкән кластарҙа ла өйрәнеүҙе дауам итербеҙ. Дәрестә булып үткән яҡты минуттар, алған белемдәр күңелегеҙҙә эҙ ҡалдырыр тип ышанам.

  • Һеҙҙең бөгөнгө эшегеҙгә ошондай баһалар ҡуям.



Өй эше.

1-се күнегеү( 65 бит.)



  • Уҡыусылар, слайдҡа иғтибар итегеҙ. Дәресте Роза Ғәббәсованың “Әсәйем ҡояш кеүек” шиғыры менән тамамлағым килә.





















Краткое описание документа:

2 класс 

                                 Башҡорт теле

Тема: Һөйләмдең баш киҫәктәре. ( 2-се дәрес)

Маҡсат:Һөйләмдәрҙә баш киҫәктәрҙе билдәләргә өйрәтеү;

уҡыусыларҙың яҙма телмәрен үҫтереү ;

әсәйҙәргә ҡарата һөйөү, ихтирам, хәстәрлекле булырға өйрәтеү.

Йыһазландырыу: дәреслек.

 

                                 Дәрес барышы:

I.        Ойоштороу моменты.

-         Ҡыңғырау шылтыраны,

Дәрес башлана хәҙер.

Беҙ инде матур итеп,

Яуап бирергә әҙер.

                               (хор менән ҡабатлау)

-Һаумыһығыҙ, балалар.

Хәйерле көн һеҙгә!

Тел һәм зиһен асҡыстарын

 

Теләймен һәр берегеҙгә.

Автор
Дата добавления 04.12.2014
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров697
Номер материала 171747
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх