Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Конспекты / Разработка урока башкирской литературы на тему "Р.Ниғмәтиҙең “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” шиғырын өйрәнеү" (5 класс).
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Разработка урока башкирской литературы на тему "Р.Ниғмәтиҙең “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” шиғырын өйрәнеү" (5 класс).

библиотека
материалов

Тема: Р.Ниғмәтиҙең “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” шиғырын өйрәнеү.


Маҡсат. Р.Ниғмәтиҙең тормошо һәм ижады менән таныштырыу, шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыу, тасуири уҡырға өйрәтеү, уҡыусыларға Ватан төшөнсәһен тулыраҡ асып биреү, әҙиптең үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт, Тыуған илгә һөйөү, Ватанға тоғролоҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Р.Ниғмәтиҙең портреты, китаптары күргәҙмәһе, мультимедия проекторы.

Методик алым: әңгәмә.


Дәрес барышы.

I. Ойоштороу эше. 1.Сәләмләү.(слайд)

Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

Йылы һүҙҙән тыуған шатлыҡ

Көнө буйына етә.

Изге көн теләп өндәшәм:

Балалар, хәйерле иртә!

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе шиғриәт минуттарынан башлап ебәрәйек.(слайд)

(Н.Нәжми “Ватан”)

Һүҙҙәр йөрөй, һорау бирәләр:

Нимә Ватан? Ватан нимә?” тип.

Бер ҡараһаң, һорай кеүектәр:

Әсәй нимә? Атай нимә?”-тип.

- Ватан,-тимен, - әсәм тыуған ер.

- Ватан,-тимен, - атам тыуған ер.

Ғүмер буйы минең аңымдан

Һәм ҡанымдан сыҡмай торған ер.

- Ватан,-тимен, - атам һәм әсәм

Һөйләшкән тел – туған телем ул.

Шул тел аша йәшәү-ғүмерҙең

Кәрәклеген асҡан ерем ул.


- II. Төп өлөш. 1. Инеш әңгәмә.

-Уҡыусылар, әле уҡып киткән шиғыр юлдарында нимә тураһында һүҙ бара? (Тыуған ер)

Уҡытыусы. Эйе, Ватан, Тыуған ер – һәр кемдең дә күңеленә яҡын төшөнсә. Һәр кемдең дә тыуған ере – Ватаны була. Ә нимә була икән ул Ватан? Бөгөнгө дәрестә беҙ Ватан тигән һүҙҙе тағы ла тулыраҡ аңларға тырышырбыҙ.

- Халҡыбыҙ борон борондан үҙ Тыуған илен данлаған, уны яҡлап, күпме ир-егеттәр башын һалған. Илен ҡәҙерләгәндәрҙе, унан айырылмағандарҙы Ватаныбыҙ ҙа онотмаған. Тыуған ил хаҡында ата-бабаларыбыҙ йырҙар сығарған, көйҙәр ижад иткән. Ошо матур ғәҙәт бөгөнгә тиклем һаҡланған, киләсәктә лә дауам итәсәк. Беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙә тыуған ил, изге ер, халыҡ тураһында шағирҙар күпме шиғри әҫәрҙәр ижад иткән. Шундай шағирҙарҙың береһе менән бөгөн дәрестә танышып китербеҙ. Уның исемен таблонан эҙләйек. (яуаптар)


2. Экрандағы таблонан әҫәрҙең авторын табыу.(слайд)

и

в

ҫ

т

ҙ

б

к

р

ҫ

Р

ә

ш

и

т

ғ

з

й

ү

Н

и

ғ

м

ә

т

и

о

в

Й

н

л

м

а

э

ы

у

ш

к

ү

п

д

р

е

а

т

ю


Уҡытыусы. Шулай итеп, был шағир - Р.Ниғмәти. Бөгөн беҙ уның тормошона һәм ижадына байҡау яһарбыҙ һәм «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар» әҫәрен өйрәнербеҙ.

(число, тема яҙҙырыу)


3. Р.Ниғмәти тураһында әңгәмә.

Уҡытыусы. Кем һуң ул Р.Ниғмәти? Был һорауға яуап бирергә беҙгә ошо схема ярҙам итер:Ҡайҙа? Ҡасан? Кем? Нисек? ( слайд)


Уҡытыусы. Р. Ниғмәти 1909 йылдың 9 февралендә элекке Һамар губернаһы Пугачев өйәҙе (хәҙер Һамар өлкәһе , оло Чернигов районы) Ырғыҙ буйында ултырған Диңгеҙбай ауылының Ниғмәтулла исемле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала сағында уға уйынсыҡ тотоп, уйнап-көлөп уҙғарыу бәхете теймәй. Шуға ҡарамаҫтан, атаһы уға төрлө ҡыҙыҡлы әкиәттәр һөйләй. Р.Ниғмәти ете йәшендә ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға йөрөй башлай. Ул бик зирәк, тырыш бала була. Ләкин оҙаҡламай ул ата-әсәһеҙ ҡала, балалар йортона алына. 1924 йылда Өфөләге етем балалар өсөн асылған мәктәптә уҡый. Артабан юғары белем алып, төрлө урындарҙа эшләй. Шиғырҙар, поэмалар, драма әҫәрҙәре ижад иткән. балалар өсөн дә әҫәрҙәр яҙған. Р.Ниғмәти шулай уҡ тәржемәсе лә булған. А.Пушкин, М.Лермонтов, С.Злобин, В.Маяковский әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. 1959 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелә.

  • Шулай итеп, Р.Ниғмәти кем ул? (слайд) (яуаптарҙы яҙып ҡуйыу)


4. «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар шиғыры буйынса эш.

Уҡытыусы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Р. Ниғмәти ижады тағы юғарыраҡ күтәрелә. Һуғышҡа тиклем үк инде Ватанды һаҡлау өсөн көрәш кеүек ҙур темаларҙы үҙ әҫәрҙәрендә сағылдыра килгән Р. Ниғмәти Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ватан, уның азатлығын һаҡлау тураһында күп әҫәрҙәр яҙа. “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” шиғырын Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙған осоронда ижад иткән.

- Беҙ өйрәнәсәк ошо шиғыр ни өсөн“Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” тип атала икән? Әҫәрҙә һүҙ нимә тураһында барасаҡ тип уйлайһығыҙ? Был һорауға яуап биреп ҡарайыҡ әле. (яуаптар).

- Алдан фараз итеүебеҙ тап килерме? Уҡыу барышында уйлап ултырығыҙ. Ә мин һеҙгә уҡып ишеттерәйем.

А) Уҡытыусының әҫәрҙе уҡыуы.

Б) Һүҙлек эше.(слайд)

  • Йофар – хуш еҫле матдә.

  • Сәсән – оҫта һүҙле, аҡыллы кеше.

  • Елеккә май тиртеү – көс йыйылыу.

В) Шиғырҙы уҡыусыларҙың сылбырлап уҡыуы.

Г) Дәреслектәге һорауҙарға яуап алыу.

- Шулай итеп, әҫәр ни өсөн “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” тип атала – фаразыбыҙ тап килдеме? (ҡыҙының атаһына биргән һорауҙары тураһында)

- Ҡыҙыҡай атаһына ниндәй һорауҙар бирә? (Ватан нимә ул?)

- Атаһы нимә тип яуап бирә? (Тыуған ил, беҙ торған урын, ата-бабалар ғүмер кисергән ер)

- Борон атай-олатайҙарыбыҙ, сәсәндәребеҙ Ватан тураһында нимә тигәндәр? Ватан нимә ул? Шул юлдарҙы шиғырҙан табып уҡып күрһәтегеҙ.

( өҙөктәр уҡыу)

- Беҙҙең Ватан ниндәй итеп һүрәләнгән? (ҙур, матур, бай, киң)

- Уның матурлығы, күркәмлеге шиғырҙың ҡайһы юлдарында сағыла – табып уҡып күрһәтегеҙ. (яуаптар)

- Ошо юлдарҙа автор йәнләндереү алымын оҫта ҡулланған. Йәнләндереү тип тәбиғәт күренештәрен йәки йәнһеҙ әйберҙәрҙе кешегә хас сифаттар менән һүрәтләүгә әйтәләр. бындай осраҡта йәнһеҙ әйберҙәр ҙә кешеләр кеүек хәрәкәтләнеп, һөйләшеп китеүҙәре мөмкин. Әйҙәгеҙ әҫәрҙән йәнләндереүҙәрҙе табып уҡып ишеттерәйек.( буйҙары зифа ҡамыштар шым ғына йырлап тора, тулған айы йылмайып ҡарап тора, елдәре ағас баштарын иркәләп тарап тора һ.б.)

-Ә хәҙер ошо юлдарға иғтибар итәйек: (уҡытыусы уҡый)

Халыҡтары беҙҙең Ватандың…

Бер ерҙә Шалва тулы -

- Был юлдар менән шағир нимә әйтергә теләгән? (рус, башҡорт, грузин, татар, украин милләте кешеләре йәшәй беҙҙең илдә)

- Эйе, шағирҙың һүрәтләү оҫталығы менән осрашабыҙ. Һәр милләткә хас исемдәр аша ғына ниндәй оло бер фекер әйтә алған ул.

- Ошо юлдарға ла иғтибар итәйек әле:

Ситтәр яуы ябырылғанда,

Эймәгән башын халыҡ.

Өҫтөнә ҡайғы килгәндә,

Ҡоймаған йөшен халыҡ.

-Ошо юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ? (халҡыбыҙ күп һуғыштарҙа ҡатнашҡан, батыр, сабыр һәм ғорур булған)

- Халҡыбыҙ борон борондан үҙ Тыуған илен данлаған, уны яҡлап, күпме ир-егеттәр башын һалған. Илен ҡәҙерләгәндәрҙе, унан айырылмағандарҙы Ватаныбыҙ ҙа онотмаған.

- Шулай итеп, шиғырҙа Ватан тураһында һүҙ барҙы. Тимәк, нимә ул Ватан? Ватан тигәндә нимәләр күҙ алдығыҙға килде? (уҡыусылар яуабы)

- Эйе, Ватан тигәндә – Тыуған ил, тыуған ер, атай-әсәй, тауҙар-йылғалар, ҡоштар-йәнлектәр, халыҡтар, урман-яландар күҙ алдына килә.(слайд)

-Ә беҙҙең Ватан, Тыуған илебеҙ нисек атала? (Рәсәй, Башҡортостан).

- Эйе, беҙҙең Ватан – Башҡортостан. Ул Рәсәй составында. Рәсәй ҙә беҙҙең Ватан. Шулай итеп, беҙҙең Тыуған илебеҙ ҙур, халҡы ла күп төрлө. Уның тарихи үткәне лә бай һәм ҡатмарлы.


5.Ял итеү минуты. (йыр тыңлау)

- Хәҙер Тыуған илебеҙ, Ватаныбыҙ тураһында йыр тыңлап, ял итеп алайыҡ.


6.Мәҡәлдәр менән эш.

Уҡыусылар, ошондай матур йырҙы тыңлағанда, һеҙҙең күҙ алдығыҙға беҙҙең тыуған илебеҙ, уның икһеҙ-сикһеҙ киңлектәре, матурлығы килеп баҫҡандыр. Ана шул гүзәл Тыуған илебеҙ хаҡында халҡыбыҙҙың матур һүҙҙәре лә һаҡланған. Мәҡәл тиҙәр уларҙы. Хәҙер һеҙ мин тәҡдим иткән мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ.(слайд)

Үҙ илең – (алтын бишек).

Сит илдә солтан булғансы, (үҙ илеңдә олтан бул).

Алтын-көмөш яуған ерҙән (тыуған-үҫкән ил яҡшы).

Тыуған ерҙән дә (матур ер юҡ).

Иле барҙың (көнө бар).

Әсәбеҙ ҙә, атабыҙ ҙа – (ғәзиз Ватаныбыҙ)

Иле ныҡтың (биле ныҡ).


7.Ижади эш.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, хәҙер әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙе йомғаҡлап, беҙ ҙә Ватан тураһында шиғыр яҙып алайыҡ. (синквейн яҙыу)

Уҡытыусы. Бына Ватан тураһында беҙ ҙә ниндәй матур биш юллы шиғыр яҙҙыҡ. Әйҙәгеҙ әле, бергәләп тағы уҡып китәйек. (хор менән уҡыу)

Уҡытыусы. Уҡыусылар, Тыуған иленә - Ватанына арнап шиғыр яҙған Р.Ниғмәтиҙе һеҙ ниндәй кеше итеп күҙ алдына килтерҙегеҙ? 1-се төркөм, шиғырҙы ҡулланып, Рәшит Ниғмәтигә яҙма рәүештә ҡылыҡһырлама биреп китһен, ә 2-се төркөм Р.Ниғмәти исеменән уҡыусыларға хат – мөрәжәғәт яҙһын. Ул һеҙгә нимә тип әйтергә теләне икән?

( уҡыусылар дәфтәрҙә эшләй)

Уҡытыусы. Шулай итеп, Р.Ниғмәтиҙе ниндәй итеп күҙ алдына килтерҙегеҙ? 1-се төркөмдөң яуаптарын тыңлап китәйек. (1-се төркөмдөң яуабын тыңлау)

Уҡытыусы. Шулай итеп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Ниғмәти, лайыҡлы ғүмер кисереп, халҡына хеҙмәт иткән. Тыуған илен, тыуған ерен, халҡын ысын күңелдән яратыуы уның шиғырҙарында сағылыш тапҡан. Хеҙмәтен оло баһалап, беҙ бөгөн дә уны онотмайбыҙ, хөрмәт итәбеҙ.

Уҡытыусы. Р.Ниғмәти ошо матур шиғыры менән беҙгә нимә тип әйтергә теләне икән? Әйҙәгеҙ уның исеменән яҙылған хат-мөрәжәғәттәрҙе тыңлап китәйек. (2-се төркөмдөң яуабын тыңлау)

Уҡытыусы. Р.Ниғмәти исеменән әйтелгән теләктәргә мин дә ҡушылам. Мин дә һеҙҙең Тыуған илебеҙҙе, Ватаныбыҙҙы яратыуығыҙҙы, аҡыллы булыуығыҙҙы, аң-белемгә ынтылыуығыҙҙы теләйем. Ватан ул – Рәсәй, Башҡортостан. Башҡортостаныбыҙҙы яратайыҡ, ҡәҙерләйек. Илен, телен, халҡын яратҡан, уны һаҡлаған кеше генә ысын шәхес була ала.


III. Йомғаҡлау.

- Бөгөн дәрестә нимәләр тураһында белдек?(яуаптар)

Уҡыусылар, һеҙ был дәрестән матур, кәрәкле, файҙалы мәғлүмәт алғанһығыҙҙыр, тип уйлайым. Беҙ бөгөн әҙәбиәтебеҙ күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыған шағир, драматург, тәржемәсе, публицист Рәшит Ниғмәти тураһында һүҙ алып барҙыҡ. “Ни менән тын алһам һәм йәшәһәм, мин шуларҙы яҙҙым”, - ти Рәшит Ниғмәти.Ул ғүмер буйы халҡы менән тын алып, халыҡ рухы менән илһамланып, ил намыҫы булған сәсәндәр һүҙен дауам итеп йәшәне һәм ижад итте. Шуға ла ул халыҡ шағиры тигән юғары баһаға лайыҡ булды.


Өйгә эш. 1). Ватан тураһында өлгө буйынса шиғыр яҙырға.

___________ илем

___________ерҙәрең

___________теләгем

___________көндәрең

2).Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнергә.

3).Шиғырҙан өҙөк ятларға.












Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Краткое описание документа:

Р.Ниғмәтиҙең “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” шиғырын өйрәнеү. 5 класс өсөн.

Маҡсат. Р.Ниғмәтиҙең тормошо һәм ижады менән таныштырыу, шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыу, тасуири уҡырға өйрәтеү,  уҡыусыларға Ватан төшөнсәһен тулыраҡ асып биреү, әҙиптең үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт, Тыуған илгә һөйөү, Ватанға тоғролоҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Р.Ниғмәтиҙең портреты, китаптары күргәҙмәһе, мультимедия проекторы.

Методик алым: әңгәмә.

Халҡыбыҙ борон борондан үҙ Тыуған илен данлаған, уны яҡлап, күпме ир-егеттәр башын һалған. Илен ҡәҙерләгәндәрҙе, унан айырылмағандарҙы Ватаныбыҙ ҙа онотмаған. Тыуған ил хаҡында ата-бабаларыбыҙ йырҙар сығарған, көйҙәр ижад иткән. Ошо матур ғәҙәт бөгөнгә тиклем һаҡланған, киләсәктә лә дауам итәсәк. Беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙә тыуған ил, изге ер, халыҡ тураһында шағирҙар күпме шиғри әҫәрҙәр ижад иткән. Шундай шағирҙарҙың береһе менән дәрестә танышып китәбеҙ.

 

Автор
Дата добавления 17.11.2014
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров994
Номер материала 122136
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх