Инфоурок Другое КонспектыРазработка урока по башкирскому языку и литературе.Ш.Бабич.

Разработка урока по башкирскому языку и литературе.Ш.Бабич.

Скачать материал

Тема:Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Сафуан Әлибаев”Мәктәп юлы”

Маҡсат: 1)Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау,уҡыусыларҙың морфология бүлеге буйынса белем кимәлдәрен тикшереү,системалаштырыу,тәртипкә килтереү.

 С.Әлибаевтың биографияһын ҡыҫҡаса иҫкә төшөрөү; ”Мәктәп юлы”шиғырының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү.

2)мәктәпкә,уҡытыусыларға ихтирам тәрбиәләү, тырышып уҡырға,белем алырға өндәү;3)һөйләм һәм яҙыу телмәрен камиллаштырыу,һүҙлек байлығын арттырыу.

Йыһазлау:С. Әлибаевтың портреты, шиғырҙар,йырҙар,поэмалар йыйынтыҡтары күргәҙмәһе.Тормош юлын һәм ижадын яҡтыртҡан слайд-шоу,фонояҙма.

Дәрес барышы:

I.Ойоштороу мәле: иҫәнләшеү .

Тел тураһында шиғри юлдарҙы яттан уҡыу-

Ерҙә кеше һөйәгенән

Убалар үҫкән...

Тел -тере шишмә -үлмәгән ,

Бөгөнгә еткән!

Шул тел менән тыуҙым,үҫтем,

Торам бөгөн дә.

Аңлай мине ғәзиз халҡым

Туған телендә.

Дежур уҡыусы  менән әңгәмә.

1.Дәрестең маҡсаттары менән таныштырыу.

2.Фонетик күнегеүҙәр башҡарыу- үҙенсәлекле башҡорт өндәре ингән хәрефтәр менән тиҙәйткестәр  әйтеү,шиғри юлдар уҡыу.

А)Ҡарамалылағы ҡара ҡашлы Ҡароғол ҡарттың ҡап-ҡара ҡаҙы ҡайҙалыр ҡасҡан.

Б)Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке,мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке.Һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үгеҙҙекеме?

В)Оҙон епте һаплама ла,ыҫмалама ла, үҙем һабын һаплап , үҙем ыҫмалаһын ыҫмалармын.

3. Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Нимә ул морфология? Иҫкә төшөрөү- “Морфе”өлөшө “форма”,ә “логос”өлөшө “тәғлимәт”,”фән”тигәнде аңлата.Ул һүҙ төҙөлөшөн,һүҙ төркөмдәрен,төрлө грамматик категориялар яһалыуын өйрәнә.

Һөйләмде тикшер!

Бында мине бәләкәс дуҫтарым  ҡаршылай.

Был ябай һөйләм,сөнки грамматик нигеҙ берәү:дуҫтарым ҡаршылай.Хәбәр һөйләм,ике составлы,тарҡау,тулы,эйәһе-дуҫтарым,хәбәре-ҡаршылай,бәләкәс-аныҡлаусы,мине-тултырыусы,бында хәл.

Индивидуаль эштәр    -карточкалар буйынса эштәр.Фәрхединова Р һәм Хәсәнов Ғ-ға 1-се басҡыҫ эш төрө

Тикшереү,комментариялау.

IIЯңы теманы аңлатыу һәм нығытыу.

ҡыусылар,балалар өсөн яҙған яҙыусыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ?(М.Кәрим,З.Биишева,Н.Ғәйетбай,Б.Рафиҡов,Ф.Туғыҙбаева,А.Йәғәфәрова,Ә. Таһирова,Д.Бүләков,С.Әлибаев Һ.б).

  Бөгөн дәрестә балалар яҙыусыһы Сафуан Әлибайҙың биографияһын ҡыҫҡаса иҫкә төшөрәбеҙ һәм”Мәктәп юлы”шиғыры менән танышабыҙ.

Ҡыҫҡаса    Сафуан Әлибайҙың тормош юлы һәм ижады тураһында мәғлүмәт биреү,слайд-шоу күрһәтеү.

 2.Нығытыу- С.Әлибай ҡайҙа тыуған ? 

Ҡайҙа эшләгән Ниндәй китаптары донъя күргән? Уға ниндәй премия һәм почетлы исем бирелә ?

      С.Әлибай-бик күп шиғырҙар,әкиәттәр,йырҙар авторы. Ул мәктәпкәсә йәштәге балалар,уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әҫәрҙәр ижад итә. Мәҫәлән,”Алмаш,”Мәктәптең серле юлдары”,”Әсәйем”,”Беҙ әҙер,Тыуған ер!”,”Был Салауат ерҙәре”,”Сал Урал”,”Мәктәп юлы”Һ.Б. шиғырҙар.

    Уның күп кенә шиғырҙары көйгә һалынған һәм улар балаларға йыр булараҡ яҡшы таныш.

3. ”,”Мәктәп юлы”шиғырын тасуири уҡыу(уҡытыусы уҡый)үҙ аллы уҡыу.Был шиғыр көйгә һалынған.(Нәбиулла Мөстәҡимов музыкаһы.)

4.Һүҙлек эше: Шиғырҙағы аңлашылмаған һүҙҙәрҙе асыҡлау.

Балҡып тороу-янып,яҡтырып тороу

Саф уйҙар-яҡшы,таҙа,матур уйҙар

Өмөт-киләсәккә нимәгәлер ышаныу,көтөү.

5.Комментарийлы- строфалы анализ.

1-се строфа:донъяла,ерҙә,диңгеҙҙә бик күп юлдар бар. Улар кешеләрҙе төрлө тарафтарға илтә,ләкин мәктәпкә илткән юл берәү генә.Мәктәп юлы кешене йәшәргә,эшләргә өйрәтә,шуға күрә ул иү ҡәҙерлеһе һәм яҡыны.

2-се,4-се,6-сы,8-се строфа:ниндәй генә эштәр эшләһәң дә, ҡайҙарҙа ғына йөрөһәң дә мәктәп юлы һәр саҡ күңелдә йәшәй,ҡош юлындай ғүмер буйы ул дөрөҫ юл күрһәтә.

3-сө строфа:мәктәптә алған белемдәр кешегә үҙенә оҡшаған һөнәрҙе һайларға,таҫма һымаҡ һуҙылған юлдарҙан кәрәклеһен генә таба белергә ярҙам итә.Дөрөҫ юлды һайлай белһәң,диңгеҙҙәрҙе лә ярып үтәргә,йондоҙҙарға ла барып етергә мөмкин.

5-се сторфа:әсә һәр саҡ балаһына изгелек кенә теләй,уның киләсәге өсөн борсола һәм яҡшы кеше итеп тәрбиәләргә тырыша,ә мәктәптә  әсәй кеүек тәрбиәләгән кеше-уҡытыусы.Уҡытыусы һәр уҡыусыны  үҙ балаһы кеүек күреп,төплө белем биреп,ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә өйрәтеп,үҙ аллы тормошҡа әҙерләй.

7-се строфа:йыл һайын еҙ ҡыңғырау балаларҙы ошо донъялағы юлдар араһынан иң оҡшағаны,кәрәклеген һайларға,яүы белем үрҙәрен яуларға саҡыра.Еҙ ҡыңғырау саҡырған юл уҡыусыларҙың өмөт һәм хыялдарын тормошҡа ашырып,киләсәктә үҙ  юл юлдарын табырға ярҙам итә.

6.Шиғырҙың темаһын билдәләү

-Шиғыр бала саҡ,мәктәп,уҡытыусы һәм тормош юлдары тураһында.

7.-Шиғырҙың идеяһын билдәләү

Сафуан Әлибай был шиғырға тәрән мәғәнә һалған.Һәр бер кешенең тормошо мәктәп юлынан башлана.Фәҡәт мәктәптә генә бала дөрөҫ тәрбиә ала һәм үҙ аллы тормошҡа әҙерләнә.

8.Шиғырҙың поэтикаһы өҫтөндә эшләү

Сағыштырыуҙар:ҡош юлындай,таҫма һымаҡ,әсәйемдәй.

Метафора: яңы өмөт.

Йәнләндереү:диңгеҙҙе ярып үтә,йондоҙҙарға илтә һуҡмаҡҙ ҡыңғырау саҡырғанға,һиҙелмәйенсә үтер.

9.Шиғырҙың композицияһын билдәләү

10- Шиғырҙың тышҡы композицияһы:8 строфанан тора,8-8ижек менән яҙылған. Шиғырҙың эске композицияһы:Һүрәтләү саралары,сағыштырыу,метафоралар

11.Шиғырҙың  жанрын билдәләү.

Лирик шиғыр.Жанрҙарҙың төрҙәрен иҫкә төшөрөү.

12.Фонояҙманан”Мәктәп юлы”йырын тыңлау.Тәьҫораттар менән бүлешеү.

III.Йомғаҡлау:Сафуан Әлибайҙың ”Мәктәп юлы”шиғыры менән таныштыҡ,уның төп мәғәнәһен астыҡ.

Был шиғырҙан үҙегеҙ өсөн нимәләр алдығыҙ?

IV.Өй эше:Шиғырҙы яттан уҡырға әҙерлек.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Разработка урока по башкирскому языку и литературе.Ш.Бабич."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Страховой брокер

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Сафуан Әлибаев.\"Мәктәп юлы\" Башкирский язык (как государственный) (8 класс) Учебник: Башҡорт теле һәм әҙәбиәтте Страницы: Наглядно-демонстрационные материалы: :С. Әлибаевтың портреты, шиғырҙар,йырҙар,поэмалар йыйынтыҡтары күргәҙмәһе.Тормош юлын һәм ижадын яҡтыртҡан слайд-шоу,фонояҙма. Вводная часть: иҫәнләшеү . Тел тураһында шиғри юлдарҙы яттан уҡыу- Ерҙә кеше һөйәгенән Убалар үҫкән... Тел -тере шишмә -үлмәгән , Бөгөнгә еткән! Шул тел менән тыуҙым,үҫтем, Торам бөгөн дә. Аңлай мине ғәзиз халҡым Туған телендә. Дежур уҡыусы менән әңгәмә. Основная часть: Яңы теманы аңлатыу һәм нығытыу. Завершающая часть: :Сафуан Әлибайҙың ”Мәктәп юлы”шиғыры менән таныштыҡ,уның төп мәғәнәһен астыҡ. Был шиғырҙан үҙегеҙ өсөн нимәләр алдығыҙ? Домашнее задание: Первого уровня: Шиғырҙы тасуири уҡыу. Второго уровня: Шиғырҙы яттан уҡыу. Третьего уровня: Шиғырҙы яттан уҡыу.Инша яҙыу.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 656 324 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 01.02.2015 2343
    • DOCX 44.5 кбайт
    • Рейтинг: 4 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Кашапова Лайсан Айратовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Кашапова Лайсан Айратовна
    Кашапова Лайсан Айратовна
    • На сайте: 9 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 5095
    • Всего материалов: 2

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 152 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 848 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 477 человек из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 325 человек

Мини-курс

Инновационные технологии в краеведческой и географической работе со школьниками: применение туристических приемов для эффективного обучения

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стратегии клиентоориентированного бизнеса

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Основы управления проектами: от концепции к реализации

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе