Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Биология / Конспекты / Разработка урока по башкирскому языку "Һуғыш михнәттәрен күргән балалар"
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Биология

Разработка урока по башкирскому языку "Һуғыш михнәттәрен күргән балалар"

библиотека
материалов

5-се класс

Тема: Һуғыш михнәттәрен күргән балалар.

Маҡсат: Кәримдең ижады тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреү;

иғтибар, хәтерҙәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү; һүҙ байлыҡтарын тулыландырыу; уҡыусыларҙа илебеҙҙең тарихына, күп милләтле Башҡортостаныбыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: М.Кәримдең портреты, китаптар күргәҙмәһе, слайдтар.


Дәрес барышы.

Ойоштороу мәле.

  • (Слайд) Һаумыһығыҙ, балалар! Бөгөн беҙҙең ябай дәрес түгел, ә фронтовик- яҙыусы, башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индергән авторҙың, балалар өсөн ижад ителгән әҫәрен күҙаллау. Дәресебеҙҙең темаһы “Һуғыш михнәттәрен күргән балалар” . Балалар, һеҙ дәрескә әҙерме? Дәресте башлайыҡ. Дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙайыҡ.

  • Ә хәҙер бөтәбеҙҙә иғтибар менән экранға ҡарайыҡ. Һеҙҙең алдығыҙҙа шиғыр юлдары яҙылған,иғтибар менән тыңлағыҙ. Кем тасуири итеп уҡып күрһәтергә теләй? Был шиғырҙың авторы кем тип уйлайһығыҙ?(Слайд)


Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.

Тәү башлап мәктәп ишеген

Үрелеп асҡан көнөм. (М.Кәрим) (Слайд “портрет)


  • Дөрөҫ, был шиғыр юлдары М. Кәримдеке. Ул мәктәп йылдары тураһында. Шулай уҡ был шиғыр көйгә һалынған һәм уның композиторы……….


  • М.Кәрим тураһында кем, нимә белә? (Башҡортостандың халыҡ шағиры, балалар өсөн күп шиғырҙар һәм әҫәрҙәр ижад иткән)

  • Ниндәй шиғырҙарын һәм хикәйәләрен уҡынығыҙ? Бәлки берәрегеҙ шиғырҙы яттан беләлер? ( )

  • Уны ниндәй кеше тип күҙаллайһығыҙ? Бына һеҙҙең алдығыҙҙа уның портреты тора. Был портретҡа ҡарап уға характеристика бирә алаһығыҙмы? (Аҡ сәсле,өлкән йәштәге ағай, көләс йөҙлө, аҡыллы ҡарашлы, мөләйем, яғымлы)

  • Эйе, балалар, бик тә дөрөҫ итеп уға хас сифаттарҙы әйтеп бирҙегеҙ.

Маҡсатҡа сығыу.

Мостай ағайығыҙ 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Ул ишле ғаиләлә эш һөйөүсән, инсафлы бала булып үҫә. Өфөлә институтта уҡый. Һуғыш башланғас, М.Кәрим һуғышҡа китә. Һуғышта ул яралана, туғыҙ ай госпиталдә ята. Еңеү көнөн ул Вена ҡалаһында ҡаршылай. Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн бик күп ордендар һәм миҙалдар менән наградлана. Һуғыштан һуң ул ижад эшенә тотона.

М.Кәрим Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Уның үҙенең бала сағы менән «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» китабын уҡығас ныҡлап танышып була.

Ә бөгөн дәрестә М.Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәре буйынса һөйләшеү үткәрербеҙ.(Китапты балаларға слайд аша күрһәтеү) Һеҙҙең һәр берегеҙҙең йәшәгән өйө бар. Атай - әсәйҙәрегеҙ, туғандарығыҙ менән татыу, матур итеп йәшәйһегеҙ. Һәр өйҙөң үҙ йәме, ҡото бар. Ә бына М. Кәримдең әҫәрендә өйҙөң йәме булып кем йәки нимә тора икән? Шул турала әңгәмә ҡорасаҡбыҙ, дәрес аҙағынды үҙ фекерҙәрегеҙҙе әйтергә әҙерләнегеҙ!


Маҡсатты хәл итеү.

- Тулыһынса әҫәрҙе кемдәр уҡыны? Унда кемдәр менән таныштығыҙ? (Йәмилдең әсәһе, Йәмил, Оксана, өләсәй, атай, Фәрхенисә әбей, Мансур бабай, Фәрит, Марат, Фәһимә, Заман, Петро ағай).

- Әҫәрҙә ваҡиға ниндәй осорҙа бара, ҡайҙа бара? (Һуғыш йылдары. Ваҡиға башҡорт ауылында бара. Ауылда тик ҡарттар, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға ғына тороп ҡалған)

- Ауыл халҡының йәшәйеше нисек тасуирланған? (Бөтә ауыр эштәр ҡатындар ҡулында ҡалған, ә балалар көнө буйына әсәйҙәрен зарығып көтәләр, шул уҡ ваҡытта өйҙә булған, ҡулдарынан килгән эште башҡаралар).

- Һеҙ беҙҙе образдар менән таныштырғанда бик күп исемдәр әйтеп киттегеҙ. Һеҙгә уларҙың ҡайһы береһе сәйер, яңы,үҙенсәлекле булып тойолдомо, бөтәһе лә саф башҡорт исемеме? (Юҡ, башҡорт исемдәре араһында Оксана менән Петро ағай исеме бар, мин уйлайым был исемдәр рус исемдәре тип)

- Әлбиттә, башҡорт исемдәре түгел, ә украин исемдәре…….

- Ә Оксана исемле ҡыҙ был ауылда ҡайҙан барлыҡҡа килде микән? (…)

- Автор Оксананы ниндәй итеп һүрәтләгән?Әйҙәгеҙ әҫәрҙән ошо урынды табып уҡыйыҡ. Кем табып уҡып күрһәтә?

(Оксананың сәстәре ҡара түгел, ҡуңыр, күлдәгенә ата ҡаҙ күҙе төҫлө түңәрәктәр ҙә төшөрөлмәгән. Сәсенә бик матур ҡыҙыл таҫма бәйләнгән. Ә буйға Фәһимәнән дә ҙур. Минең саҡлы. Исеме лә урамда бер исем – Оксана, ҡалайыраҡ!)- һайланма уҡыу.

-Ә һеҙ тағы автор һүҙҙәренән тыш Оксанаға ниндәй сифаттар өҫтәр инегеҙ?

Уҡыусыларға карточкалар таратыла.

Оксана:____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________


-Әйҙәгеҙ һәр берегеҙ үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе уҡып ишеттерегеҙ.

-Ә хәҙер бөтәбеҙҙә таҡтаға ҡарайыҡ. Һеҙҙең алдығыҙҙа повестан балалар төшөргән иллюстрациялар. Оксананан башҡа тағы кемдәр бар бында? (Йәмил, Оксана, бергә уйнаған иптәштәре, өләсәһе,атаһы).

Һеҙ төшөргән һүрәттәр әҫәрҙең ниндәй өҙөгө тасуирлана?

-Йәмил тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ? Повеста автор уны нисек итеп күрһәткән? (Йәмил, малай, ул….. Ата-әсәһен, өләсәһен, ғомүмән өлкәндәрҙе хөрмәт итеүсе малай, атаһы кеүек батыр, көслө булырға хыяллана) (Слайд)

- Слайдтағы мәҡәлде тиҙәйткес кеүек уҡып үтәйек

“Батырҙың эше лә батыр, үҙе лә батыр, һүҙе лә матур”

  • Был мәҡәлде нисек анлайһығыҙ?

  • Беҙ ниндәй кешене батыр тип әйтә алабыҙ?

  • Повестағы ҡайһы геройҙарға ошо мәҡәлде тура китереп була?(Йәмил, Йәмилден атаһы, Петро ағай) Ни өсөн улай тип уйлайһығыҙ? (Йәмилден атаһы һуғышты үтә, Оксананы фашистарҙан ҡотҡара, миҙалдарға лайыҡ).

  • Автор текста Йәмил менән Оксананың атайҙарын фронттан ҡайтыуын нисек күрһәтә? Текстан табып уҡып күрһәтегеҙ.

(Ошо урынды табып уҡыу.)






Ижади эш. Мәҡәлдәр.

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ.

Күмәкләгән яу ҡайтарған.

Ил тупланһа - туп була, ил ойошһа – уҡ була.


Рефлексив анализ.

  • Был өйҙөң йәме кем булған? Ни өсөн?

  • Һәр өйҙөң йәме булып кемдәр тора? Ни өсөн улай тип уйлайһығыҙ?

  • Был әҫәре менән яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны М.Кәрим беҙгә нимә әйтергә теләгән?

  • Һуғыш – ҡот осҡос хәл, башҡа ул бер ваҡытта ла ҡабатланмаһын. Ә беҙ тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә тейешбеҙ. (Һәр ваҡыт булһын ҡояш музыкаһы яңғырай.)


Өйгә эш.

Йәмил исеменән Оксанаға хат яҙырға













Краткое описание документа:

5-се класс

Тема: Һуғыш михнәттәрен күргән балалар.

Маҡсат: Кәримдең ижады тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреү;

                  иғтибар, хәтерҙәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү; һүҙ байлыҡтарын                         тулыландырыу; уҡыусыларҙа илебеҙҙең тарихына, күп милләтле Башҡортостаныбыҙға  ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: М.Кәримдең портреты, китаптар күргәҙмәһе, слайдтар.

 

Дәрес барышы.

Ойоштороу мәле.

-       (Слайд) Һаумыһығыҙ, балалар! Бөгөн беҙҙең ябай дәрес түгел, ә фронтовик- яҙыусы, башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индергән авторҙың, балалар өсөн ижад ителгән әҫәрен күҙаллау.  Дәресебеҙҙең темаһы “Һуғыш михнәттәрен күргән балалар” . Балалар, һеҙ  дәрескә әҙерме? Дәресте башлайыҡ. Дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙайыҡ.

-       Ә хәҙер бөтәбеҙҙә иғтибар менән экранға ҡарайыҡ. Һеҙҙең алдығыҙҙа шиғыр юлдары яҙылған,иғтибар менән тыңлағыҙ. Кем тасуири итеп уҡып күрһәтергә теләй? Был шиғырҙың авторы кем тип уйлайһығыҙ?(Слайд)

 

             Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

             Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.

             Тәү башлап мәктәп ишеген

 

             Үрелеп асҡан көнөм. (М.Кәрим) (Слайд “портрет)

Автор
Дата добавления 05.12.2014
Раздел Биология
Подраздел Конспекты
Просмотров694
Номер материала 173373
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх