Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Русский язык и литература / Конспекты / Разработка урока+презентация башкирского языка 5класс .Динис Бүләков.»Яралы китап»
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Русский язык и литература

Разработка урока+презентация башкирского языка 5класс .Динис Бүләков.»Яралы китап»

Выберите документ из архива для просмотра:

Выбранный для просмотра документ динис буляков.doc

библиотека
материалов


Тема:Динис Бүләков.»Яралы китап»

Маҡсат:

1)яҙыусының ижадын төплөрәк өйрәнеү,уның башҡорт әҙәбиәте үҫешендә тотҡан урынын уҡыусыларға еткереү;

2)»Яралы китап»әҫәре аша Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып,Тыуған ил азатлығы өсөн йәнен-тәнен йәлләмәгән ватандаштарыбыҙ быуынына ихтирам тәрбиәләү;

3)Телмәр үҫтереү- сюжет,хикәйә төшөнсәләрен нығытыу,уҡыусыларҙың фекерләү кимәлен байытыу.

Йыһазландырыу:

Д.Бүләков китаптары күргәҙмәһе,яҙыусының тормош юлы һәм ижадына арналған биографик материалдар, фотоһүрәттәр, портрет,мультимедиа, эпиграф.

Таҡтала:»Ул ҡанатлы кешеләр хаҡында,көслө,ҡыйыу һәм матур кешеләр тураһында яҙырға яратыр ине.»Р.Бикбаев.

ДӘРЕС БАРЫШЫ:

1.Ойоштороу өлөшө:

а)иҫәнләшеү.

б)фонетик күнегеү.

2.Маҡсаттар менән таныштырыу:

бөгөнгө дәрес күренекле яҙыусы Д.Бүләковтың тормош юлы һәм ижадына,уның «Яралы китап» исемле әҫәрен анализлауға арнала.

Төп өлөш:

а)Д.Бүләковтың тормош юлы һәм ижады.

Кем ул –Динис Бүләков?

Яҙыусының тормош юлы хаҡында уҡыусылар сығыш яһай:

Уҡытыусы:әйе уҡыусылар Д.Бүләков-яҙыусы.Ул Кинйә батырҙарҙың эҙҙәре уйылып ҡалған тарихи төбәктә, һәр кемде бер күреүҙә ғашиҡ итерлек Нөгөш буйҙарында тыуып үҫкән. Шуға ла Д.Бүләков тәбиғәтте нескә тойоусы әҙип( фотоһүрәттәрҙе ҡарап үтеү).

Уҡыусылар !һеҙ уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

Уҡыусыларҙың яуабы-«Йөҙшишмә ауылы»,»Кейәү ҡашы,»Баллы шишмә»,»Йәмбиргән ауылы»,»Яралы китап».

Бына уҡыусылар үҙегеҙ үк әйтеп тораһығыҙ,әҫәрҙәрҙең исемдәре ер-һыу атамалары менән бәйле,был бәйләнеш һеҙгә нимә булһа ла асыҡлаймы?

Яҡынса яуаптар-әйе, тәбиғәтте яратыуы хаҡында һөйләй.

Әйе,уның күп кенә әҫәрҙәре тәбиғәтте һүрәтләүҙән башлана,уҡыусылар! Бер нисәгеҙгә ошондай һүрәтләү саралары ингән әҫәрҙәренән өҙөк әҙерләп килергә ҡушҡайным.Әҙерһегеҙме?

Уҡып үтәләр.

Балалар! Д.Бүләков холҡо менән ниндәйерәк кеше булған тип уйлайһығыҙ?

Яуаптар: күркәм холоҡло,тыйнаҡ,тынғыһыҙ Һ.б.

-Әйе,ул үҙенә үҙе аяу белмәүсе сая рухлы, тынғыһыҙ йәнле шәхес ине.Илле беренсе яҙын ҡаршылар-ҡаршыламаҫ беҙҙең аранан мәңгелеккә юлланған талантлы әҙип.

(Динис Бүләковтың яҡты иҫтәлегенә арналған» Динис дуҫҡай»тигән шиғырҙы уҡып ишеттерәһем килә. 212-се бит.

Бындай шиғри юлдарҙы бары тик алсаҡ,матур кешеләргә генә бағышлап була.

Бар донъяны яратыу тойғоһонан ғына тора тип иҫбатларға тырышҡан Д.Бүләков ысынлап та ошондай яҙыусы, шуға күрә лә үҙенең әҫәрҙәрендә ул матур кешеләр тураһында яҙа.

2.»Яралы китап »әҫәренә аналиҙ.

Хәҙер инде ,уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән»Яралы

китап»хикәйәһендәге матур кешеләр менән танышасаҡбыҙ

Д.Бүләков үҙенең геройҙарын уҡыусыны һәр ваҡыт тиерлек тәбиғәт аша алып ингәнең асыҡланыҡ.Әйҙәгеҙ әле балалар шул урынды әҫәрҙән табайыҡ.

Ауыл атамаһына иғтибар итәйек(Йәтимәк).Ни өсөн ауыл шулай аталған?

Ауыл бәләкәй булған,унда һуғышҡа тиклем ни бары утыҙ биш өй булған.Ауыл бөтөүгә барғанға күрә,етемлеккә ишара яһап ауылды Йәтемәк тип атағандар.

Ауылдағы халыҡтың көнкүреше ниндәй?

(урман,тауҙар булғас халыҡ һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән)-Йәтимәк, ауылы башлыса һунарсылыҡ менән көн күргән…һ.б.

-Уҡыусылар, хәҙерге ауыл тормошо ул саҡтағы

ауыл тормошонан айырыламы?

Яуаптар

Афарин! Беҙ һеҙҙең менән ауыл халҡына,тәбиғәтенә байҡау яһаныҡ

.Ә хәҙер әйтегеҙ ,әҫәрҙең төп темаһы ниндәй?(Бөйөк Ватан һуғышы темаһы)

Автор Бөйөк Ватан темаһын нисек күтәрә? Халыҡты нисек һүрәтләй

1.Һуғыш башланып киткәс,ҡайғы хәбәре Йәтимәккә лә килеп еткән.Утыҙ дүрт өйҙән утыҙ дүрт ир киткән яуға.Утыҙ бишенсе йорттоң хужаһы Илғужа ағай һуғышҡа тиклем һунарҙа яраланып ҡайтып,донъя ҡуйғанға күрә был йорттан уның ҡатыны Фәғилә апай киткән.

2..Ил алдында ауыр һынау көндәре килеп еткәс,халыҡ дәрәү күтәрелгән. Бер кеше лә ситтә тороп ҡалмаған.

ЙЫР-«Оҙатып вокзалдар ҡаршында»

3-Ғәрсел,ғорур.

4.-китаптан табып уҡып күрһәтегеҙ.(204 –се бит.)»Фашист эттәренә ҡаршы….»

1.ТӨП ЖАНР ҮҘЕНСӘЛЕГЕ.

Әҫәр ниндәй жанрҙа яҙылған?

Аңлатма бирегеҙ.(хикәйә-)

2.Персонаждарга характеристика бирегеҙ.

(Мәжит менән Әсләмдең һөйләшеүен сәхнәләштереү.)

Әсләм –тыйнаҡ,күп һөйләшеп бармай,иғтибарлы,сабыр.

Мәжит – маҡтансыҡ,ҡуҡырайырға ярата,маһайыусан.

-Ә Фәғилә апайға ниндәй характеристика бирер инегеҙ?

Көслө рухлы ,ҡурҡыу белмәҫ,батыр йөрәкле,илһөйәр,тура һүҙле ҡатын.

Кемгә ҡайһы персонаж оҡшаны ни өсөн?

Автор уларҙың ниндәй һыҙаттарына иғтибар итә?Уларҙын һүҙҙәре эштәре менән тап киләме?

Мәктәптәге музейҙы асыу өсөн кемдәр көс һалалар?

3.Әҫәрҙең сюжеты.(сюжет –иҫкә төшөрөү).

Шулай итеп. Бында әҫәрҙең сюжеты булып нимә тора? Ин өсөн хикәйә «Яралы китап» тип атала?Ул ҡайһы авторҙың китабы?

Уҡыусыларҙың яуаптары.

Уҡытыусы һүҙе.-уҡыусылар «Яралы китап»тағы ваҡиғалар һымаҡ беҙҙең Куштирәк ауылында ла булған ул.Һуғышта Һәләк булған яугирҙың миҙалы тыуғандарына тапшырылған(күрһәтеп,ҡыҫҡаса һөйләп китәм),Хәҙерге көндә был бүләк мәктәп музейында һаҡлана.

Уҡыусылар! Был әҫәр һеҙгә оҡшанымы? Ни өсөн?Малайҙарҙың ҡул ҡыҫышыуын нисек аңлайһығыҙ?

ЙОМҒАҠЛАУ:Ауыр,бик ауыр йылдар ине.Ләкин түҙҙеләр.Бер ҡайтмаһаҡ,Бер ҡайтырбыҙ,тип китһәләр ҙә күпме яугирҙәр тыуған тупрағын күреү бәхетенә ирешмәнеләр.Улар йыраҡта мәңгелек йоҡоға талды.Ә беҙ уҡыусылар !бөгөнгө көнөбөҙ өсөн рәхмәтле булып,тыныс тормошта йәшәүебеҙгә шатланып,илебеҙҙе яратып,кәрәк саҡта илебеҙгә Салауаттар,Д.Мурзиндар,А. Матросовтар һәм бик күптәр кеүек терәк булырлыҡ,илебеҙҙе һаҡларлыҡ булып үҫәйек.!

Баһалар

ӨЙ ЭШЕ:»Тыуған ил,халыҡ алдындағы бурыс.

Выбранный для просмотра документ яралы китап.ppt

библиотека
материалов
“ Ул ҡанатлы кешеләр хаҡында, көслө,ҡыйыу һәм матур кешеләр тураһында яҙырға...
Денис Бүләков ( 1944-1995)
“Аҡбуҙ алышҡа сыға”
Гөрләй-гөрләй йырлай ул, Ҡыҙыл итек кейә ул. Күлдәктәре күгелйем (аҡ та була)...
Һүҙлек эше
Әсләм Мәжит Фәғилә Маҡтансыҡ Көслө рухлы, тынғы белмәҫ Тыйнаҡ
7 1

Описание презентации по отдельным слайдам:

№ слайда 1 “ Ул ҡанатлы кешеләр хаҡында, көслө,ҡыйыу һәм матур кешеләр тураһында яҙырға
Описание слайда:

“ Ул ҡанатлы кешеләр хаҡында, көслө,ҡыйыу һәм матур кешеләр тураһында яҙырға яратыр ине.” Р. Бикбаев.

№ слайда 2 Денис Бүләков ( 1944-1995)
Описание слайда:

Денис Бүләков ( 1944-1995)

№ слайда 3 “Аҡбуҙ алышҡа сыға”
Описание слайда:

“Аҡбуҙ алышҡа сыға”

№ слайда 4 Гөрләй-гөрләй йырлай ул, Ҡыҙыл итек кейә ул. Күлдәктәре күгелйем (аҡ та була)
Описание слайда:

Гөрләй-гөрләй йырлай ул, Ҡыҙыл итек кейә ул. Күлдәктәре күгелйем (аҡ та була) Тыныслыҡты һөйә ул! күгәрсен

№ слайда 5 Һүҙлек эше
Описание слайда:

Һүҙлек эше

№ слайда 6 Әсләм Мәжит Фәғилә Маҡтансыҡ Көслө рухлы, тынғы белмәҫ Тыйнаҡ
Описание слайда:

Әсләм Мәжит Фәғилә Маҡтансыҡ Көслө рухлы, тынғы белмәҫ Тыйнаҡ

№ слайда 7
Описание слайда:

Краткое описание документа:

Урок по башкирскому языку и литературе по теме: Денис Буляков"Яралы китап"(изучение и анализ произведения).

Задачи урока: 1)жизнь и творчество писателя.анализ произведения.2)Развитие речи.3)воспитание чувства патриотизма.

Оборудование: презентация,музейные материалы.

Ход урока:

1.Орг.момент.

нацеливание учащихся

повторение пройденного.

2 Основная часть урока:Кем ул –Динис Бүләков?

Яҙыусының тормош юлы хаҡында уҡыусылар сығыш яһай:

Уҡытыусы:әйе ,Д.Бүләков-яҙыусы.Ул Кинйә батырҙарҙың эҙҙәре уйылып ҡалған...

 Уҡыусылар !һеҙ уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?..

 

 

Автор
Дата добавления 01.02.2015
Раздел Русский язык и литература
Подраздел Конспекты
Просмотров1376
Номер материала 357654
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх