Инфоурок Другое Другие методич. материалыРеферат по башкирской литературе "Ғәли Соҡрой"

Реферат по башкирской литературе "Ғәли Соҡрой"

Скачать материал

 БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ТӘТЕШЛЕ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ӘРИБАШ АУЫЛЫНЫҢ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

 

 

 

 

 

Ғәли Соҡоройҙоң тормош юлы,

ижадындағы донъяуи мотивтар,

шиғриәтенең идея – художество үҙенсәлектәре.

 

                                     Башҡарҙы: Сәлимгәрәева Т.,

 8-cе класс уҡыусыһы.

 

 

                                            Етәксеһе: башҡорт теле һәм

әҙәбит уҡытыусыһы, Нәбиева Д.Ф.

 

 

 

 

 

 

Әрибаш, 2016 йыл.

План

 

Инеш...............................................................................................................3-4 бит

 

Төп өлөш

 

Ғәли Соҡоройҙың тормош юлы......................................................................5 бит

Ғәли Соҡорой ижадындағы донъяуи мотивтар..........................................6-8 бит

Ҡара Табын шәжәрәһе.....................................................................................8 бит

Шиғрияттең идея-художество үҙенсәлектәре................................................9 бит

 

Йомғаҡлау.......................................................................................................10 бит

 

Әҙәбиәт............................................................................................................11 бит

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Инеш.

Ғәли Соҡорой (1826—1889) - (Мәхәммәтғәли Ғәбдессалих улы Кейеков)— башҡорт шағиры, мәғрифәтсеһе. 1826 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйөҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы) Иҫке Соҡор ауылында тыуған. Шаҡтай бай һәм күп яҡлы әҙәби мираҫ ҡалдырған. Беҙҙең көндәргә ундан артыҡ баҫма китабы һәм бер нисә тиҫтә кулъяҙма әҫәре килеп еткән. 1

Ғ. Соҡоройҙоң ижад позицияһы, нигеҙҙә, Урта Азияның дини-мистик йүнәлештәге поэзияһы йоғонтаһонда формалашһа ла, әҫәрҙәрендә демократик идеялар һәм донъяуи мотвтар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, шиғриәтенең төп жанрҙарынан булған мәдхиәләрендә һәм мәрҫиәләрендә әҙип, теге йәки был шәхестең биографияһын һәм эшмәкәрлеген һүрәтләп, тормоштоң конкрет, йәнле картиналарын тыуҙыра. «Фосули әрбәғә» («Йылдың дүрт миҙгеле») исемле шиғырҙар циклында ул донъяға хеҙмәт һөйөүсе крәҫтиән булып баға, тәбиғәт йәме һәм кеше ғүмере тураһында уйлана. 1872 йылда алыҫ ғәрәп илендә хаж сәфәре ҡылып ҡайтҡас яҙған «Нәсим әс-саба» («Таң еле”) тигән юлъяҙмаһында үҙ ватанының ысын патриоты булып сығыш яһай, Рәсәйҙәге тәбиғи байлыҡтар һәм техник процесс менән ғорурлана. Шағирҙың «Мәдхи Ҡазан» («Ҡазанды маҡтау») һәм «Шәмғ әз-зийа» («Шәм яҡтыһы») китаптары мәғрифәтте, мәҙәни үҫеште данлау, наҙанлыҡты, томаналыҡты тәнҡитләү рухы менән һуғарылған.2

Әҙиптең һуңғы йылдарҙа табылған яҙма ҡомартҡыларынан тарихи-әҙәби әҫәрҙәр менән хаттар иғтибарға лайыҡ. Ҡара Табын ырыуы башҡорттары шәжәрәһен Ғ. Соҡорой тарафынан төҙөлгән варианттары халыҡ тарихының мөһим этаптарын реалистик сағылдырыуы менән әһәмиәтле. Шәжәрәнең шиғри варианты иһә ысын мәғәнәһендә художестволы  әҫәр булып әүерелгән. Әлеге көндә Рәсәй Фәндәр академияһы Көнсығышты өйрәнеү институтының Санкт-Петербург бүлеге фондында һаҡланған «Тәуарихи Болғарийа, йәки Тәкриби Ғари» («Болғар тарихтары, йәки Ғариҙың яғынса аңлатмалары») әҫәрендә башҡорт тәуарих яҙмаларының ҡайһы бер сығанаҡтары, традициялары һәм жанр үҙсәнлектәре күҙәтелә.

 

1 - Д.С. Тикеев, Б.Б. Ғафаров, Ф.Ә Хөснөтдинова. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Өфө-2006 йыл.

2 - Ғ.Б. Хөсәйенов, М. Нәҙерғолов, З. Шәрипова. Башҡорт әҙәбиәте антологияһы. Өфө-2003 йыл.

Беҙҙең замандарға әҙиптең ун өс  хаты-мәктүбе килеп еткән. Башлыса образлы, эмоциональ-экспрессив формала яҙылған был ҡомартҡылар шағирҙең тормош-көнкүреше һәм ижади бәйләнештәре хаҡында бай мәғлүмәт һаҡлай.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Төп өлөш.

Ғәли Соҡоройҙоң тормош юлы.

Ғ. Соҡорой мулла ғаиләһендә тыуған. Уның ҡартатаһы Кейек старшина Ҡара Табын башҡорт ырыуында иң атаҡлы кешеләрҙең береһе булған. Мөхәммәтғәли үҙ тыуған ауылы, яҡын тирәләге һәм алыҫыраҡ мәҙрәсәләрҙә 22 йәшенә тиклем һабаҡ алған, дин ғилемен ныҡлы үҙләштергән.

Китер булдым сығып илдән уҡырға,

Ғилем эҫтәп ҡайтайым тип Соҡорға,

 — тип яҙа ул автобиографик бер шиғырында.

Бер аҙ ваҡыт Көньяҡ Урал, ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡытып йөрөгәндән һуң 1849 йылда Стәрлебаш мәҙрәсәһенә килә һәм бер ни тиклем белемен камиллаштырып, үҙе шунда шәкерттәргә дәрес бирә башлай. Мәҙрәсәлә уҡытҡан шағир Шәмсетдин Зәки менән дуҫлаша, унан шиғриәт серҙәренә өйрәнә. Шулай ғилем эҫтәп, шәкерттәр уҡытып, ниһайәт, 1852 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм ғүмеренең аҙағынаса шунда йәшәп, крәҫтиән эше менән шөғөлләнеп, балалар уҡытып ғүмер һөрә.1

Ғәли Соҡорой тыуған ауылында ғаилә ҡороп, 3 ҡыҙ, 5 ул тәрбиәләп үҫтерә, мәҙрәсә һабаҡтарын бирә. Һәр береһе башлы-күҙле булып, ғаилә ҡороп йәшәп китә. Ғатаулла, Ғиниәтулла, Ғарифулла исемле улдары, ата юлын ҡыуып, заманының уҡымышлы кешеләре булып таныла. Ғарифуллаһы әҙип булараҡ та шөһрәт ҡаҙана. «Беҙ урман башҡорто булабыҙ. Урман әрсеп, бесәнлек вә игенлек яһап, бар ваҡытымды һәм көсөмдө шул шөғөлдәргә сарыф ҡылдым, — тип яҙа Ғәли Соҡорой. — Мәсет һәм мәҙрәсә араһында хеҙмәт итеп ирәкте башҡортоноң иң ғәли миннәтле заты булып торамын».

Шулай ауылда донъя көтөү, мәҙрәсә, хужалыҡ эштәре араһында ғилем, шиғриәт менән шөғөлләнергә лә форсатын таба ул.

 

1        - Ғ.Б. Хөсәйенов. Башҡорт әҙәбиәте. Дәреслек. Өфө-2010 йыл. 

Ғ. Сокорой ижадындағы донъяуи мотивтар.

Шағирҙың ундан артыҡ китабы донъя күрә. Улар иҫәбендә түбәндәге шиғыр йыйынтыҡтары бар: «Дөрри Ғәли» («Ғәлиҙең ынйылары»,) «Шәмғ әз-зия» («Шәм яҡтыһы»), «Зәмми нәзир» («Оҡшашты өҫтәү»), «Мәҙхе Ҡаҙан» («Ҡаҙанды маҡтау»), «Тәх-рибә, рамаҙан!» («Хуш киләһең, рамаҙан айы!») һ.б. Был китаптарҙың исемдәре ғәрәп телендә булған кеүек, шиғырҙары ла ғәрәп, фарсы һүҙҙәре менән ныҡ сыбарланған иҫке төрки телендә яҙылыуы менән хәҙерге уҡыусыға ауыр аңлайышлы.1

Тормош-көнкүреш, тәбиғәт, йыл миҙгелдәре тураһындағы, ҡайһы бер мәҙех-маҡтау шиғырҙарында ғына, болот араһынан ҡараған ҡояш кеүек, аңлайышлы шиғри юлдар, айырым поэтик ынйылар ялтлап-ялтлап ала.

Бына «Фосули арбагә» («Йылдың дүрт миҙгеле») тигән шиғырҙар циклынан бер-ике миҫал. Мәҫәлән, яҙ хаҡында:

Биҙәнде ер иняз илә,

Тунанды төлө наз илә,

Нәбәте берлә дәм саздыр

(инәз – бүләк, тунанды – тулыу, фаслы – миҙгел, нәбәт – үҫемлектәр, дәм саздыра – һулыш алалыр).

Шул рәүешлерәк яҙ, йәй, көҙ, ғыш миҙгелдәрен кеше ғүмеренә лә оҡшатып ҡуя:

Яз эйәме – егет улмаҡ,

Көз эйәме – ҡари улмаҡ,

Ҡыш эйәме – вафат улмаҡ,

Ғүмернең рәхәте аздыр.

(эйәме – көндәре, ҡари – ҡарт, улмаҡ – булмаҡ).

 

1 - Йәнғужин Р.З. Башҡорт ырыуҙары: ҡыҫҡаса тарихи-этнографик очерктар. Өфө-2006 йыл.

Ошоларға бәйле шағир миҙгелдәрҙең дә, ғүмерҙең дә ҡәҙерен белергә күсеп китә.1

Ғали Соҡорой мәҙхиә (маҡтау), мәрсиә (һыҡтау) жанрҙарына ҡараған шиғырҙарында ла  һүҙ алып барған билдәле бер кешенең уңыштарын, оло хеҙмәттәрен маҡтау йәки мәрҫиәһендә ауыр һағыштарға бирелеү менән бергә, ғәҙәттә шундай атаҡлы заттарҙан үрнәк алыу, дингә, кешеләргә хеҙмәт итеү хаҡында өгөт нәсихәт яуҙыра башлай.

Шағирҙың «Мәдхе Ҡазан», «Мәдхе Өфө» тигән маҡтау шиғырҙары  был ҡалаларҙағы техник прогресс күренештәрен, дин, мәғрифәт тормошон данлауы менән мәғлүмәт әһәмиәткә  эйә.

Ғали Соҡорой шиғриәтенең йөкмәтке һәлмәклегенә, һүҙҙәр тапҡырлығына ҡарағанда ритм-интонация шымалығы, рифмалар яңғырашы үҙенсә бер көйлөлөгө менән күберәк ота. Ул йыш ҡына акростихтар, йәғни, шиғыр юлы башындағы өндәрҙән кемгәлер бағышланыр исемдәрҙе сығарырға ярата.

Ғали Соҡоройҙы тарихсы кеше итеп атарға ла мөмкин. Ул үҙенең Ҡара Табын ырыуының ҙур шәжәрәһен төҙөй, уны тоташлай шиғыр юлдарына һалып яҙып сыға. Сәсмә юл менән яҙғанында ла ырыу тарихын иркенләп хикәйәләүе, хикәйәт сараларын ҡулланыу менән мауыҡтырғыс. 2

Мосолман, дин әһеле булыраҡ,  Ғали Соҡорой дүрт тапҡыр хажға барып ҡайта. Уның Рәсәй эсендәге юлы Мәкәрйә (Түбәнге Новгород), Мәскәү һәм Харьков, Одесса ҡалалары аша тимер юл буйлап үтә, унан диңгеҙ ҡараптарына ултыра. Ошо сәфәрҙәрендә күргәнен, Рәсәйҙәге техник прогресҡа, мәғариф, мәҙәниәт үҫешенә ҡыуана, илгә оло маҡтау яуҙыра, үҙе һоҡланған күренештәрҙе бәйән итә. Ул хажнама жанрының матур үрнәген бирә әҙәбиәтебеҙҙә. Ул шулай уҡ мауығып уҡыр әҫәр хәҙерге көндә лә.

«Тәүарихи Болғариә» тигән тарихи-әҙәби әҫәрендә Ғали Соҡорой үҙен халҡының тарихы менән ҡыҙыҡһыныр тарихсы, шуны әҙәби әҫәр кеүек мауығып уҡырлыҡ яҙыусы итеп таныта. Ул болғар, башҡорт тарихы буйынса Ноғман,  Мөслими,  Ялсығол  тәүарихтары  традицияһын  уңышлы  дауам итә

 

 

1 - Йырауҙар. Сәсәндәр. Мәғрифәтселәр. // И.Ә.Шарапов. Өфө-2007 йыл. 

2 - М.Х.Иҙелбаев, Ә.М.Сөләймәнов, М.Б.Юлмөхәмәтов. Туған әҙәбиәт. Өфө-2008. 

һәм күп яңалыҡтар өҫтәй. 1

Ҡара Табын ырыуы шәжәрәһе.

Бына нимә яҙа үҙ шәжәрәһе тураһында Ғали Соҡорой:

«Ҡара табын аймағы Майҡы берҙән таралған. Майҡы бей Сыңғыҙ хан дәүерҙәрендә Урал тауының Миәкәй тигән урынында булып, Миәс йылғаһы буйында мәҡәм иткән. Ул Сыңғыҙ ханға бүләк алып барып, уның менән юлдаш булып, Сыңғыҙ хан менән бер арбала ултырып йөрөгән. Аты Уйшын Майҡы бей, тигәндәр. Майҡы бей улы – Иләк бей, уның улы – Алча бей, уның улы – Булғаир бей, уның улы – Ҡара Табын бей. Уны Кара Ғәзиз тип атағандар. Ҡара Табын бей боронғо урындарын ташлап, Чулман йылғаһы буйынса күскән. Уның улы Чулман бей килгәс тыуған.

Чулман улы – Ҡолман, Ҡолман улы – Дөрмән, Дөрмән улы – Бей Бән, Бей Бән улы – Хоҙаяр, уның улы – Дәүләтьяр, уның улы – Дәүләтбай, уның улы – Иҫән хан. Иҫән хан Ҡазан хандарынан булған Чуртмаҡ ханға буйһонған. Уның йорто Жирем ҡәрйеһе булған. Ул хәйҙер Соҡор ауылы тип билдәле. Соҡор ауылы янында «Сырғанкүл» тигән мәшһүр урын – Иҫән хан менән Чуртмаҡ хандың мәрәйгә атышҡан урындары.

Мәрәйгә Иҫән хандың уғы тейгән. Чуртмаҡ хан шуға намыҫланып, икеһе араһында талаш булып, Чуртмаҡ хан: Өҫтөңә ғәскәр алып киләм», - тигәс Иҫән хан да халыҡтары менән ҡурҡып: «Ғәскәр килтермәҫ борон бының үҙен үлтерәйек»,- тип, шунда Чуртмаҡ ханды үлтергәндәр. Иҫән хан һуңынан Ҡазандарҙың үс алыуынан ҡурҡып, Рус дәүләтенә барып буйһоноп, һуңынан мәхкүм булып ҡалғандар. Ул урын хәҙерге көндә лә «Сырғанкүл» тип аталып, «Иҫән ханды уғы төшкән ер» тип йөрөтәләр.

Иҫән хан улы – Быраҡ, Быраҡ  улы – Кейек, Кейек улы – Шәриф, Шәриф улы – Ғабдулла, Ғабдулла улы – Сәлих, Сәлих улы – Ғәли, Ғәли Кейековның үҙе була.2

 

 

 

1 – Йәнғужин Р.З. Башҡорт ырыуҙары: ҡыҫҡаса тарихи-этнографик очерктар. Өфө-2006 йыл.

2 - М.Х.Иҙелбаев, Ә.М.Сөләймәнов, М.Б.Юлмөхәмәтов. Туған әҙәбиәт. Өфө-2008. 

Шиғрияттең идея-художество үҙенсәлектәре.

Ғали Соҡорой поэзияһында, бер яҡтан, элекке традициялар буйынса килгән дини-диалект һыҙаттар һаман һаҡланһа, икенсе яҡтан, уның ижадына үҙ заманы тормошо, реалистик хәл-ваҡиғалар килеп инә. Ә шәжәрә, тәуарих, хажнамә жанрҙарына, юлъяҙмаларында ул үҙен проза маһиры булараҡ та таныта.1

Ҡара Табын ырыуы башҡорттары шәжәрәһенең шиғри варианты ысын мәғәнәһендә художестволы  әҫәр булып әүерелгән. «Тәуарихи Болғарийа, йәки Тәкриби Ғари» («Болғар тарихтары, йәки Ғариҙың яғынса аңлатмалары») әҫәрендә башҡорт тәуарих яҙмаларының ҡайһы бер сығанаҡтары, традициялары һәм жанр үҙсәнлектәре күҙәтелә. Башлыса образлы, эмоциональ-экспрессив формала яҙылған ҡомартҡылар шағирҙың тормош-көнкүреше һәм ижади бәйләнештәре хаҡында бай мәғлүмәт һаҡлай.2

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 1 - Ғ.Б. Хөсәйенов, М. Нәҙерғолов, З. Шәрипова. Башҡорт әҙәбиәте антологияһы. Өфө-2003 йыл.

2 - Йәнғужин Р.З. Башҡорт ырыуҙары: ҡыҫҡаса тарихи-этнографик очерктар. Өфө-2006 йыл.

Йомғаҡлау.

Ғәли Соҡорой ун ете йәшендә беренсе шиғырҙарын әсәһенә һәм уҡытыусыһына бағышлап яҙған. Уның ижадына Урта Азия шағирҙәре Әхмәт Йәсауи, Аллаяр-Суфи, Фирдәүси, Саади, Хәфизә йоғонто яһай. Ул бик күп китаптар авторы. Ләкин бөгөнгө көндә лә уның байтаҡ әҫәрҙәре баҫтырылмаған. Ҡульяҙмаларының күп өлөшө Башҡортостан республикаһының китапханаһында һаҡлана. Был ҡуляҙмаларҙы улы Ғарифулла Кейеков тапшыра.

Ғәли Соҡорой беҙгә бик ҙур мираҫ итеп шәжәрәһен яҙып ҡалдыра. Табын ҡәбиләһенең Ҡара Табын ырыуы шәжәрәһе XVII-XVIII быуаттар тирәһендә яҙылған. Ул башҡорттарҙың Рус дәүләтенә ҡушылғанға тиклем Ҡазан ханлығы менән мөнәсәбәтен сағылдыра. Шәжәрәне һуңғы тапҡыр ХIХ быуат аҙағында Ғәли Соҡорой күсергән. Шәжәрәлә иҫкә алынған Соҡор ауылы хәҙерге Тәтешле районында урынлашҡан.1

2011 йылдың 8 ғинуарында Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 185 йыл булды. Ошо уңайҙан Ғали Соҡорой ижадына арналған республика, райондар кимәлендә бик күп саралар узғарылды.

2001 йылда Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында күренекле мәғрифәтсегә йорт-музей асылған. Шулай уҡ Юғары Тәтешле ауылындағы бер урамға Ғали Соҡорой исеме бирелгән.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

1 - М.Х.Иҙелбаев, Ә.М.Сөләймәнов, М.Б.Юлмөхәмәтов. Туған әҙәбиәт. Өфө-2008. 

Әҙәбиәт.

 

        Д.С. Тикеев, Б.Б. Ғафаров, Ф.Ә Хөснөтдинова. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Өфө-2006 йыл.

 

        Ғ.Б. Хөсәйенов, М. Нәҙерғолов, З. Шәрипова. Башҡорт әҙәбиәте антологияһы. Өфө-2003 йыл.

 

        Ғ.Б. Хөсәйенов. Башҡорт әҙәбиәте. Дәреслек. Өфө-2010 йыл. 

 

        Йырауҙар. Сәсәндәр. Мәғрифәтселәр. // И.Ә.Шарапов. Өфө-2007 йыл. 

 

        Йәнғужин Р.З. Башҡорт ырыуҙары: ҡыҫҡаса тарихи-этнографик очерктар. Өфө-2006 йыл.

 

        М.Х.Иҙелбаев, Ә.М.Сөләймәнов, М.Б.Юлмөхәмәтов. Туған әҙәбиәт. Өфө-2008. 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Реферат по башкирской литературе "Ғәли Соҡрой""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Директор по маркетингу (тур. агенства)

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 654 524 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 08.06.2017 2615
    • DOCX 70 кбайт
    • 30 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Набиева Дания Фанауиевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Набиева Дания Фанауиевна
    Набиева Дания Фанауиевна
    • На сайте: 8 лет
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 35416
    • Всего материалов: 8

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 151 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 846 человек

Мини-курс

Литература и культура

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Успешая команда: опросы, сторис

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Фитнес: теория и практика

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 14 человек