Инфоурок / Другое / Конспекты / Республика көнөнә әҙәби-музыкаль композиция “Байрамың менән, Республикам!”
Обращаем Ваше внимание: Министерство образования и науки рекомендует в 2017/2018 учебном году включать в программы воспитания и социализации образовательные события, приуроченные к году экологии (2017 год объявлен годом экологии и особо охраняемых природных территорий в Российской Федерации).

Учителям 1-11 классов и воспитателям дошкольных ОУ вместе с ребятами рекомендуем принять участие в международном конкурсе «Законы экологии», приуроченном к году экологии. Участники конкурса проверят свои знания правил поведения на природе, узнают интересные факты о животных и растениях, занесённых в Красную книгу России. Все ученики будут награждены красочными наградными материалами, а учителя получат бесплатные свидетельства о подготовке участников и призёров международного конкурса.

ПРИЁМ ЗАЯВОК ТОЛЬКО ДО 21 ОКТЯБРЯ!

Конкурс "Законы экологии"

Республика көнөнә әҙәби-музыкаль композиция “Байрамың менән, Республикам!”

Такого ещё не было!
Скидка 70% на курсы повышения квалификации

Количество мест со скидкой ограничено!
Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок"

(Лицензия на осуществление образовательной деятельности № 5201 выдана ООО "Инфоурок" 20 мая 2016 г. бессрочно).


Список курсов, на которые распространяется скидка 70%:

Курсы повышения квалификации (144 часа, 1800 рублей):

Курсы повышения квалификации (108 часов, 1500 рублей):

Курсы повышения квалификации (72 часа, 1200 рублей):
библиотека
материалов
















Республика көнөнә

әҙәби-музыкаль композиция

Байрамың менән, Республикам!”




















Маҡсат: Үҙ республикаң өсөн ғорурлыҡ тойғоһо, уның тарихына, мәҙәниәтенә ихтирам, бөгөнгө яҙмышына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Туған тел аша тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.

Зал байрамса биҙәлгән, плакаттар яҙып эленгән.

Ҡурай көйө яңғырай


1 а.б. – Хәйерле көн, хөрмәтле уҡытыусылар!

2а.б. –Хәйерле көн, дуҫтар!

1 а.б. –Бөгөн беҙҙә ҙур байрам – Республика көнө!

Бөгөн байрамға йыйылдыҡ –

Республика көнөнә.

Бөтә милләт татыу йәшәй

Башҡортостан илендә

2 а.б. Алтын көҙҙөң йәмле мәлендә, 1990 йылдың 11 октябрендә, беҙ йәшәгән ил азат, суверенлы дәүләт тип иғлан ителде.


(БР гимны яңғырай)


Башҡортостан мөстәҡиллек алдың,

Аҙымыңды халҡың яҡланы.

Хөкүмәтең ҡушҡан оло юлдан

Яңы бейеклеккә атланың.


Рәсәйебеҙ – беҙҙең уртаҡ Әсә,

Ә һин уның ғәзиз балаһы.

Һәр баланың киләсәге өсөн

Хәстәрлеген күрә әсәһе.


Рәсәйҙең хәстәрлеге менән

Тыуа беҙҙең һәр бер көнөбөҙ.

Имен тормош, хеҙмәт йыры менән

Балҡый аяҙ зәңгәр күгебеҙ.


Мөстәҡиллек емештәре булып,

Төҙөкләнә ҡала, ауылдар.

Тыныс күк аҫтында татыу йәшәй

Бер туғандай барлыҡ халыҡтар.


Башҡортостан тураһында йыр яңғырай.


Ил инәһе. Һаумыһығыҙ, балалар. Йырлағанығыҙҙы ишетеп килдем. Бик күңелле кеүек һеҙҙә. (Балалар Ил инәһен уратып ала.)


1-се бала. Өләсәй, әкиәт һөйлә әле.


2-се бала. Эйе, беҙҙең әкиәт тыңлағыбыҙ килә.


Барыһы бергә. Әкиәт, әкиәт тыңларға теләйбеҙ.


Ил инәһе. Тыңлағыҙ, улай булғас.

Ватан ул, балалар, Тыуған ил,

Бына беҙ торған урын.

Был ерҙә ғүмер кисергән

Атай-бабайҙар борон.


Йырсылар торған был ерҙә,

Сәсәндәр булған элек.

Ватандың нимә икәнен

Әйткәндәр былай тиеп:


Ай, Тыуған ил, Тыуған ил,

Тыуған ил ул – тыуған ер.

Атай кейәү булған ер,

Әсәй килен булған ер.

Кендегеңде ҡырҡҡан ер,

Яуызды хур иткән ер,

Батырға дан биргән ер.

Ана шул ер – тыуған ил,

Ана шул ил – тыуған ер.


Ил инәһе. Балалар, мин һеҙҙең теләгегеҙҙе үтәнем. Әйҙәгеҙ әле, һеҙҙә үҙегеҙҙең тыуған илде яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.

1-се бала. Беҙ - йәшен быуын, киләсәге илдең.

Белем нуры юлдаш беҙгә.

Йәрәктәрҙең көсөн, дәртен.

Бағышлайбыҙ тыуған илгә.



2-се бала.

Беҙ – йәш быуын, йәш быуын

Дәүергә тиңдәш быуын!

Беҙ ғорур дауам итербеҙ

Атайҙарҙың данлы юлын.


3-сө бала.

Тормошта йөрәкһеҙ килеш

Йәшәп булмаған төҫлө,

Илен янып һөймәйенсә

Йәшәй ҙә алмай кеше!


4-се бала.

Ҡояш үҙенең мөхәббәтен

Ергә һипһә нур итеп,

Тыуған илгә мөхәббәтте

Беҙ йырлайбыҙ йыр итеп.


Ватан тураһында йыр.

Ил инәһе. Афарин балалар. Киләсәктә лә илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын. Әйҙәгеҙ, байрамға Тылсымбикә апайығыҙҙы саҡырайыҡ.


Балалар. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ.


Ил инәһе. Ҡурайсығыҙ бармы? Ул ҡурай моңон ишетһә, тиҙерәк килер.

Балалар. Бар, инәй, бар. (Малай ҡурайҙа уйнай.)


Тылсымбикә инә. Ул ҡош булып кейенгән.

(Бер ҡанатына – Рәсәй, икенсеһенә Башҡортостан флагы төшөрөлгән.)

Тылсымбикә. Һаумыһығыҙ, балалар, һаумыһығыҙ барса халыҡ. Байрамығыҙ ҡотло булһын.


Барыһы бергә. Амин, шулай ғына булһын.

Тылсымбикә. Балалар, мин һеҙгә ете тажлы ҡурай сәскәһен килтерҙем. Йә, балалар, берәмләп өҙөгөҙ, нимә яҙылғанын уҡыйыҡ.

1 таж. Беренсе уҡыусы килеп тажды өҙөп уҡый: “1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостан Республикаһының үҙ гимны һәм гербы ҡабул ителде


2-се таж. “Башҡортостан Республикаһының дәүләт гербы сығып килгән ҡояш һәм уның нурҙары менән биҙәлгән, ситендә милли орнамент, түңәрәк эсендә Салауат Юлаев һәйкәле тора. Ҡурай тажы флаг төҫтәренә буялған. Аҡ таҫмаға Башҡортостан тип яҙылған.


3-сө таж. Гимндың музыкаһын Рауил Бикбай менән Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә Фәрит Иҙрисов яҙған.


4-се таж. “Флаг 1992 йылдың 25 февралендә ҡабул ителде.

Башҡортостан флагы

Тора өс төрлө төҫтән.

Күк, аҡ, йәшел, ә уртаға

Ҡурай сәскәһе төшкән.


5-се таж. “1993 йылдың 12 декабрендә республиканың беренсе Президентын һайлау үтте. Унда Мортаза Рәхимов еңеп сыҡты


6-сы таж. “Суверенлы республика булғас, милли мәктәптәр һаны артты, башҡорт телен – дәүләт теле булараҡ уҡый башланыҡ


7-се таж. “Башҡортостан – дуҫлыҡ йорто,

Татыулыҡта уның ҡото.

Мәңге йәшә, дуҫлыҡ иле,

Мәңге йәшә башҡорт иле!

Бер концерт номеры.





-Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Әсәй һәм атай кәрәк.

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

ҡты, йылы өй кәрәк.

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Бишек йырҙары кәрәк.

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Мәңге йәшәр тел кәрәк.

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Тыуған, үҫкән ил кәрәк.

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Мәңге имен ил кәрәк.

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Быуын ныҡлығы кәрәк.

1 а.б. Мәңге йәшә, гүзәл Ватаныбыҙ-

Татыулыҡ һәм дуҫлыҡ бишеге.

Рәсәйҙең даны итеп күтәр

Башҡортостан тигән исемде.


2 а.б. Йылдар, юлдар алып килде

Үҙгәреш йылдарыңа

Мөстәҡиллекте яуланыҡ

Бормалы юлдарыңда.


1 а.б. Хоҙай сикһеҙ байлыҡ биргән

Башҡортостан еренә.

Шөкөр итеп кенә йәшәйек

Башҡортостан илендә.


2 а.б. Ошоноң менән байрамыбыҙ тамамланды. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт. Ысынлап та, киләсәктә илебеҙҙән дуҫлыҡ уты китмәһен, таңдар тыныс атһын, ҡояш имен ҡалҡһын.





Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 25 октября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru

Краткое описание документа:

Маҡсат: Үҙ республикаң өсөн ғорурлыҡ тойғоһо, уның тарихына, мәҙәниәтенә ихтирам, бөгөнгө яҙмышына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Туған тел аша тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.

   Башҡортостан мөстәҡиллек алдың,

Аҙымыңды халҡың яҡланы.

Хөкүмәтең ҡушҡан оло юлдан

Яңы бейеклеккә атланың.

 

Рәсәйебеҙ – беҙҙең уртаҡ Әсә,

Ә һин уның ғәзиз балаһы.

Һәр баланың киләсәге өсөн

Хәстәрлеген күрә әсәһе.

 

Рәсәйҙең хәстәрлеге менән

Тыуа беҙҙең һәр бер көнөбөҙ.

Имен тормош, хеҙмәт йыры менән

Балҡый аяҙ зәңгәр күгебеҙ.

 

Мөстәҡиллек емештәре булып,

Төҙөкләнә ҡала, ауылдар.

Тыныс күк аҫтында татыу йәшәй

Бер туғандай барлыҡ халыҡтар.

 

Башҡортостан тураһында йыр яңғырай.

 

Ил инәһе. Һаумыһығыҙ, балалар. Йырлағанығыҙҙы ишетеп килдем. Бик күңелле кеүек һеҙҙә. (Балалар Ил инәһен уратып ала.)

 

1-се бала. Өләсәй, әкиәт һөйлә әле.

 

2-се бала. Эйе, беҙҙең әкиәт тыңлағыбыҙ килә.

 

Барыһы бергә. Әкиәт, әкиәт тыңларға теләйбеҙ.

 

Ил инәһе. Тыңлағыҙ, улай булғас.

Ватан ул, балалар, Тыуған ил,

Бына беҙ торған  урын.

Был ерҙә  ғүмер кисергән

Атай-бабайҙар борон.

 

Йырсылар торған был ерҙә,

Сәсәндәр булған элек.

Ватандың нимә икәнен

Әйткәндәр былай  тиеп:

 

Ай, Тыуған ил, Тыуған ил,

Тыуған ил ул – тыуған ер.

Атай кейәү булған ер,

Әсәй килен булған ер.

 

Кендегеңде ҡырҡҡан ер,

Яуызды хур иткән ер,

Батырға дан биргән ер.

Ана шул ер – тыуған ил,

Ана шул ил – тыуған ер.

 

Ил инәһе. Балалар, мин һеҙҙең теләгегеҙҙе үтәнем. Әйҙәгеҙ әле, һеҙҙә үҙегеҙҙең  тыуған илде яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.

1-се бала. Беҙ - йәшен быуын, киләсәге илдең.

                     Белем нуры юлдаш беҙгә.

                      Йәрәктәрҙең көсөн, дәртен.

                      Бағышлайбыҙ тыуған илгә.                            

 

 

Общая информация

Номер материала: 486835

Похожие материалы

Комментарии:

1 месяц назад
Сценарий өсөн ҙур рәхмәт!