Инфоурок Другое СтатьиРОЛЬ ИНТЕРНЕТ -РЕСУРСОВ В РАЗВИТИИ НАЦИОНАЛЬНОГО САМОСОЗНАНИЯ

РОЛЬ ИНТЕРНЕТ -РЕСУРСОВ В РАЗВИТИИ НАЦИОНАЛЬНОГО САМОСОЗНАНИЯ

Скачать материал

НАСЫРОВА ИЛҮЗӘ БАЯЗИТ ҠЫҘЫ,

СИБАЙ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫ

1-СЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕНЕҢ

ЮҒАРЫ КАТЕГОРИЯЛЫ

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ

РОЛЬ ИНТЕРНЕТ -РЕСУРСОВ В РАЗВИТИИ

 НАЦИОНАЛЬНОГО САМОСОЗНАНИЯ

ИНТЕРНЕТ-РЕСУРСТАРҘЫҢ  МИЛЛИ ҮҘАҢ ТӘРБИӘЛӘҮҘӘГЕ РОЛЕ

          Дәрескә ҡыңғырау шылтырай. Ғәҙәттәгесә, ашығып кабинетҡа инәм. Уҡыусылар дәрескә әҙерләнә. Кемеһелер өйгә эшен барлай, ә ҡайһы берәүҙәре кеҫә телефонынан айырыла алмай. Тимәк, улар интернетта

             Эйе, бөгөн кеше булмышын интернетһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Күптәр уның ярҙамында дуҫтары менән аралаша, икенселәре уның эсендә мәғлүмәт, белем эҙләй, ә ҡайһы берәүҙәр бөтә донъя селтәрендә хатта аҡса эшләүгә лә өлгәшә.       

Билдәле булыуынса, бала саҡтан интернетҡа ылығыу башлана. Бала 5-7-се кластарҙа был селтәрҙәге уйындарға әүрәй. Артабан “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрендә ултыра. Эйе, балалар интернетты тик уйын йәки аралашыу сараһы ғына итеп күрмәй, әлбиттә. Унан белем, мәғлүмәт алып булғанды ла бик яҡшы белә. Ошоно беҙ, уҡытыусылар, үҙ эшебеҙҙә файҙалана алмайбыҙмы ни?!

Беренсенән, уҡыусыларға өйгә эш итеп интернеттан белешмә йәки башҡортса фильмдар алып килергә ҡушыла. Ниндәй ҙур теләк менән башҡарыла был эштәр!Үҙе тапҡан мәғлүмәт менән уҡыусы бөтә класс алдында сығыш яһай, төп  иғтибар үҙәгендә була. Материалды   ҡайҙан, ниндәй сайттан алыуын да әйтә. Уҡыусы әҙерләнеп килгәс, үҙен ышаныслы, иркен тота.     

Икенсенән, уҡытыусының кабинетында интернет селтәренә тоташҡан компьютер булһа, эше күпкә еңеләйә.  Федераль дәүләт  белем биреү стандарттарына ярашлы, уҡыу кабинеттары заман техникаһы менән йыһазланған булырға тейеш. Кабинетта компьютер һәм интернет селтәре булмаһа ла, хәҙер бөтәһенең дә тиерлек шәхси ноутбугы һәм модемы бар. Әйҙә, рәхәтләнеп файҙалан! Дәрес ваҡытында  5-7 минут интернетҡа  инеү дәресте ҡыҙыҡлы, заманса итеп үткәреү мөмкинлеге бирә. Электрон һүҙлектәр менән файҙаланыу башҡорт Википедияһынан мәғлүмәттәр алыу ғына түгел, ә ҡайһы бер мәҡәләләрҙе мөхәррирләү, тәржемә итеү күнегеүҙәре – бөтәһе лә  уҡыусыларҙың ҡулынан килгән эштәр.

            Балалар  күп ултырған “Бәйләнеш”тә сайтында  башҡорт яҙыусылары, шағирҙарына арналған төркөмдәр  күп. Һәр уҡыусы әҙәбиәт  дәресе өсөн өҫтәлмә материал (фотоһүрәттәр, әҫәрҙәр, видеояҙмалар, йырҙар, әҫәрҙәр  буйынса төшөрөлгән фильмдар) таба ала. Шулай уҡ уҡыусылар үҙҙәре эшләгән тест, викторина һорауҙарын,инша,әҫәрҙәргә иллюстрацияларҙы ошо төркөмдәргә тәҡдим итә ала.   

          Халыҡ өсөн иң мөһиме – туған теле. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов яҙғанса, иле юҡтың ғына теле юҡ.  

“Минең Рәми”, ”Халыҡ шағиры Бикбай” интернет конкурстары   шиғриәтте яратҡан бик күптәрҙе берләштерҙе. Уҡыусым Исхаҡова Ләйсән был конкурста үҙен һынап ҡараны. Шулай уҡ гитарала уйнап йырлаусыларҙың “Ҡош юлы” беренсе интернет конкурсын күҙәтеп барыу  уҡыусыларҙы башҡорт шиғриәтенә, башҡорт музыкаһына  тағы ла нығыраҡ ылыҡтыра, ошондай конкурстарҙа  ҡатнашып ҡарау теләген уята.

            Хәҙерге ваҡытта ВКонтакте   һикһән  телгә тәржемә ителгән,  ә  ҡырҡ  варианты эшкәртмә үтә.  Ҡулланыусыларға Европа  һәм Азия  телдәренән башҡа, юғалыу ҡурҡынысы янаған, бөтөп барған телдәрҙә лә аралашыу мөмкинлеге  асыла. Рәсәйҙә ике йөҙ  милләт йәшәй, күптәренең үҙ диалекттары һәм  яҙыуы бар.    

 

ВКонтакте башҡортса интерфейсы тапшырылғандан һуң   күп уҡыусылар башҡортса  аралашыуға  күстеләр,  был бик яҡшы. Башҡорт телендәге VK-ға күскәндән һуң да эш туҡтамай. Берләшмә яңы проекттар ойоштора башланы. Проектҡа ҡушылырға, ярҙам итергә теләүселәргә  һылтанма буйынса инеп теркәлергә  генә  ҡала. Моңло, яғымлы, һығылмалы, күркәм, наҙлы Туған телебеҙҙе таратыу һәр бер кешенең ҡулынан килә. Шәхси сәхифәләрҙә   дуҫтарҙы башҡортса открыткалар менән ҡотлау ҙа бик әһәмиәтле, туған телебеҙҙең байлығын, матурлығын таратыу өлгөһө. Үҙ-ара башҡортса аралашыуҙа, матур ҡотлау һүҙҙәрен туған телдә әйтеүҙә, телебеҙ күркен һаҡлау өсөн үҙ өлөшөбөҙҙө индереүҙә башҡорт телен һаҡлап ҡалған ата- олатайҙарға рәхмәтебеҙ сағылһын. Бындай рәхмәттәр ни тиклем күберәк булһа, шул саҡлы телебеҙ өсөн мәртәбә булыр!

Шулай уҡ  Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың электрон варианты,  башҡорт халыҡ әкиәттәре,  башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре, матбуғат баҫмаларының  сайттары (мәҫәлән, http://www.shonkar.ru,  http://amanatrb.ru, http://yanshishma.ru )  башҡорт телен, әҙәбиәтен үҫтереүгә үҡ өлөшөн индерә.

  Интернет скайп бәйләнештәр, аралашыу мөмкинлеге бирҙе. Төрлө өлкәләрҙә, илдәрҙә йәшәүсе башҡорттар менән бәйләнешкә инеү араларҙы яҡынайта, халыҡты берләштерә. Уҡыусым Ишбаева Яҙгөл “Урал батыр” эпосы буйынса фәнни-тикшеренеү эше башҡарғанда, төрлө эҙләнеү эштәре үтәгәндән һуң, Германияла йәшәгән филология  фәндәре   докторы Әлиә Тайсина менән скайп аша бәйләнешкә инеп, үҙенә кәрәкле мәғлүмәттәр алды.

Skype,  ВКontakte аша дистанцион уҡыуҙы ла ойошторорға була. Видео, аудио материалдар, презентациялар,  фото һүрәттәр менән алмашыу үҙ - ара эште йәнләндереп ебәрә.

Башҡорт дәүләт университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге  Башҡорт дәүләт педагогия университеты  үткәргән дистанцион  олимпиада  бик кәрәкле. Бында   бик күп уҡыусылар үҙ көсөн һынап ҡарай ала. Мөмкинлектәр сикһеҙ! Әйҙә, баланы дәртләндер, ҡатнаштыр, әүҙем бул!!!

Башҡорт телендә  сыҡҡан гәзиттәрҙең электрон варианттары ла интернетта ныҡлы урын алды һәм башҡорт телен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Башҡортостан “Юлдаш” телевидениеһында барған ҡыҙыҡлы, фәһемле тапшырыуҙарҙы дәрестә интернет аша ҡарау, әңгәмәләр ойоштороу урынлы. Башҡортса тапшырыуҙарҙы, бигерәк тә, “Башҡорттар” тапшырыуын ҡарау күпме яңылыҡ, белем һәм тәрбиә бирә.

Бөгөн башҡорт халҡына  күтәрелеп китеү өсөн мөмкинлектәр  күп, тип иҫәпләй  белгестәр.    Башҡорт ул -тәбиғәт балаһы.            Ата - бабаларҙың кәсеп иткән һөнәрҙәрен тергеҙеү буйынса  интернетта     ҡыҙыҡлы проекттар эшләй башланы ла инде.  Мәҫәлән, имәндэн мискәлэр эшлэү, бура  бурау,  башҡорт  ҡатын-ҡыҙҙарының  ҡул эштәре буйынса бәйгеләр, башҡорт милли аш-һыуын әҙерләү серҙәре, шәл бәйләү  өлгөләре, кейеҙ менән эш, көмөштән эшләнгән милли биҙәүестәр   төркөмдәре  башҡорт халҡының бай мираҫын   тергеҙеү  өсөн көсөн йәлләмәй. Был эш башҡорт халҡының милли үҙенсәлектәрен заманса, хәҙерге көнгә ярашлы итеп төрлө яҡтан асыуға, байытыуға, таратыуға үҙенең ҙур өлөшөн индерә. Мәҫәлән, Селтәр (Милли кейемебеҙ), Башҡорт ҡатын-ҡыҙы, Башҡорт тирмәләре , Тамға, Милли Биҙәүестәрова  һ. б.

Форум һәм чаттарҙа аралашыу  әлбиттә,  уҡыу, уҡытыуға яҡын тормай, әммә ләкин бында теркәлгән кеше яҙыу күнекмәләрен үҫтерә, үҙ-ара әңгәмә ҡороуға өйрәнә.Тормошта әллә ни аралашып бармаған  уҡыусылар ҙа бында әңгәмәгә  әүҙем, ихлас ҡушылып китәләр.

            Шәхси сайтымда дистанцион олимпиада, конкурстар, уҡыусыларҙың ижади , эҙләнеү эштәре урын алған. Уҡыусыларҙың эштәрен “Педагогическая планета” сайтына (дистанцион конкурстар, олимпиадалар)  http://planeta.tspu.ru/, “Методический центр” сайтына http://numi.ru/, Балалар ижады фестиваленә http://ujp.ru/, Халыҡ-ара балалар ижады фестиваленә http://ujp.ru/, “Социальная сеть работников образования” сайтындағы http://nsportal.ru/ “Һәләтле балалар проектына” (Проект одаренных детей “Алые паруса”) http://ap.nsportal.ru/ ҡуям.  Уҡыусыларҙың башҡорт телендәге ижад емештәрен  интернетҡа сығарып, туған телебеҙҙе үҫтереүгә өлөш индерәбеҙ.   

Эйе, бөгөн интернет  дуҫмы, дошманмы тигән һорау йыш яңғырай. Интернетҡа файҙалы мәғлүмәт алыр өсөн генә инеүгә күнектереү ата-әсәләрҙең генә түгел, беҙҙең дә бурысыбыҙ.

Интернет –яҡшы,  унда бөтә нәмә лә бар. Интернет – насар, унда бөтә нәмә лә бар. Тик уҡытыусы   уны дөрөҫ ҡулланырға йүнәлеш бирә белергә тейеш. Электрон белем биреү, дистанцион  уҡытыу технологияларын  үҫтереү хәҙер айырыуса көнүҙәк  мәсъәлә. Мәғарифтың был төрө өмөтлө йәш ғалимдарыбыҙҙы, Башҡортостан киләсәген үҙебеҙҙә ҡалдырыу мөмкинлеге бирә. Ни тиһәң дә, аҡыл өсөн “көрәш” – төп бурыстарҙың береһе.

Башҡорт теленең машина фонды, Башҡорт Википедияһы булдырылыуы интернет киңлектәрендә башҡорт телен таратыуға, үҫтереүгә ҙур аҙым булды. Шулай уҡ  уҡыусыларҙы тыуған республикабыҙ менән таныштырыу өсөн  ҡулайлы интернет-ресурстарға http://vk.com/club43014932 (башкирское кино), Башҡортостан буйлап виртуаль турҙар, Шүлгәнташ мәмерйәһе буйлап виртуаль тур, археология һәм этнография музейына виртуаль экскурсия, Республика хәрби  дан музейына  виртуаль сәйәхәт, сферик панорамалар тип аталған сайттар отошло.

            Милләтебеҙҙең аҡыллы, уҡымышлы, рухлы зыялылары булып, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү һәм һаҡлау өсөн һәр беребеҙ ҡулынан килгән тиклем тырышырға тейеш.  Сөнки, һәр милләт шәхестәре менән көслө!  Был тәңгәлдә һәр беребеҙгә өлгө күрһәтеүсе, башҡорт телен донъя кимәлендә танытыуға үҙ өлөшөн индереүсе милләттәшебеҙ, веб-дизайнер  Илдар Кинйәбулатовтың эше маҡтауға лайыҡ.  “Башҡорт проекты”  сиктәрендә «Китаптар» башҡорт электрон китапханаһының төп версияһын эшләтеп ебәреүе ҡыуаныслы хәбәр. Бынан һуң   башҡортса яратҡан китапты эҙләп, интернет гиҙеүҙең кәрәге ҡалмаҫ, балалар китаптарынан һәм классиканан фәнни хеҙмәттәргә тиклем барыһы ла уңайлы бер ресурста тупланды.   Ә иң мөһиме — башҡортса уҡыу мөмкинлеге бар!

Бөгөн   йәштәр аңлы, белемле, динле һәм, иң мөһиме, маҡсатлы.    Йәштәргә аң-белемгә ынтылырға һәм ата-баба кәсебен үҫтерергә кәрәк. Шулай ҙа зарланырға түгел, яйлап барыһы ла ана шул дөрөҫ юҫыҡҡа бара. Шуға күрә,  милләт тә, тел дә,  рух та   бөтмәйәсәк, әҙәбиәткә ғашиҡ китап уҡыусылар ҙа юҡҡа сыҡмаясаҡ.   Зауыҡлы, уйлы кешеләр элек тә булды, киләсәктә лә буласаҡ.

Ҡулланылған әҙәбиәт.

1.     Аҙнағолов Р.Ғ. Үҫтереүле уҡытыу методикаһына инеш. Шәхес тәрбиәләүҙең көнүҙәк мәсьәләләре- Өфө: БР ФА, “Ғилем”нәшриәте, 2011, 81-се б.

2.     Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологияларҙы ҡулланыу (методик ҡулланма). – Өфө, НМЦ “Педкнига”, 2008. – 204 б.

3.     Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу /Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап , 2009, 31-се б.

4.     Баһауетдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр (методик ҡулланма).-Өфө: Информреклама, 2003.-136 б.

5.      

  

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "РОЛЬ ИНТЕРНЕТ -РЕСУРСОВ В РАЗВИТИИ НАЦИОНАЛЬНОГО САМОСОЗНАНИЯ"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Системный администратор

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 651 908 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 27.10.2016 502
    • DOCX 32.4 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Насырова Илюза Баязитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Насырова Илюза Баязитовна
    Насырова Илюза Баязитовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 12414
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой