Инфоурок Другое Другие методич. материалыРус мәктәптәрендә уҡыусыларҙы башҡортса

Рус мәктәптәрендә уҡыусыларҙы башҡортса

Скачать материал

Рус мәктәптәрендә уҡыусыларҙы башҡортса

уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү.

 

Башҡорт халҡы борон - борондан йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә, балаларҙың һәләтен үҫтереүгә айырыуса иғтибар итә килгән. Элек йәш кешегә белем һәм тәрбиә биреүҙә ата – әсәләр генә түгел, бөтә ырыу яуап биргән. Башҡорт халҡының әҙәплелеге, ҡунаҡсыллығы, кешелеклелеге ошо мөһим мәсьәләләрҙе дөрөҫ аңлауҙан сығанаҡ алған. Хәҙерге тормош , яңы иҡтисади шаттар һәм мөнәсәбәттәр һәр кемдән тәрбиәле, юғары мәҙәниәтле, тарихты һәм халыҡ тормошон белеү йәһәтенән мәғлүмәтле булыуҙы талап итә. Шуға күрә лә беҙ, уҡытыусылар йәш быуынды даими үҙгәреш һәм конкуренция шарттарында йәшәй алырҙай инициативалы, белемле, бөтә яҡлап үҫешкән кеше итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ.

Балаларҙа уҡырға һәм белемгә булған ҡайнар теләкте бөтә алымдар менән үҫтерергә кәрәк.(Я.А.Каменский)

Тел уҡытыу – әҙәпкә өйрәтеү бит ул.

Бының өсөн дәрестә эш алымдарын төрләндереп, төрлө методтар ҡулланырға кәрәк.

Традицион уҡытыу системаһында уҡытыусы яңы теманы бик матур итеп һөйләй, ә уҡыусылар, тын да алмайынса, дәресте тыңлап,уны ябай үҙләштереүсе ролен үтәй. Артабан тема нығытыла, күнегеүҙәр эшләтелә һәм дәрес йомғаҡлана. Икенсе дәрескә бала өйгә бирелгәнде уҡып килә лә , уҡытыусы һөйләгәндәрен иҫкә төшөрөп, шартлатып һөйләп бирә.

Үҫтереүсе уҡытыу системаһында уҡыусы һәм уҡытыусы алдына бөтөнләй икенсе маҡсаттар тора. Уҡыусы яңы теманы үҙе эҙләүсе , тикшереүсе сифатында үҙләштерергә тейеш. Ә уҡытыусы был осраҡта бөтә эшкә йүнәлеш биреүсе, юл күрһәтеүсе ролен үтәй.

Көндәлек эшемдә уҡыусыларҙы күҙәтеп, үҫтереүсе уҡытыу системаһын өйрәнеп, мин был яңы уҡытыу мөһимлегенә нығыраҡ ышандым. Сөнки традицион булмаған эш шарттарында кешелектең ҡатмарлы эшмәҡәрлегенә шәхескә принципиаль яңы талаптар ҡуя, бөгөнгө белем биреү системаһы уҡытыусыға ижади, ирекле, стандарт булмаған мәсьәләләрҙе хәл итә белгән шәхес үҫтереү бурысын йөкмәтә.

Рус мәктәптәренең башҡорт теле дәрестәрендә үҫтереүсе уҡытыу методикаһының ҡулланыу балаларҙың белем сифатын күтәреүҙә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итә.

Дәрестең уңышлы килеп сығыуында , балаларҙың теманы яҡшы үҙләштереүендә , аңдарына һеңдереүендә уҡытыусының уҡыу маҡсатын дөрөҫ ҡуйыуы бик мөһим. Быны мин яҡшы аңланым һәм дәрестәрҙә уҡыу маҡсатын ҡуйыуҙың төрлө формаларын эҙләнем. Дәресте ниндәй формала ғына башлаһаҡ та , беҙ уҡыусыларҙың белгән белемдәренә таянып, уларға таныш булмаған ергә килеп етәбеҙ һәм балалар үҙ алдарына һорау ҡуялар һәм уҡыу мәсьәләһе ҡуйыла.

Мәҫәлән, Н. МусиндыңҠоралайҙар” хикәйәһен өйрәнеү. Ижади диктант яҙыла. Уҡытыусы кейек исемдәрен русса әйтә, ә балалар башҡортса яҙалар, һуңынан һәр йәнлек тураһында бер инсә һүҙ менән аңлатма бирәләр һәм һөйләм төҙөйҙәр. Беҙҙең яҡта һирәк осраған ҡоралай тураһында мәғлүмәттең етмәүе асыҡлана. Уҡыусыларҙың был йәнлек тураһында бик белгеләре килә һәм уҡыу маҡсаты ҡуялар.

Ҡоралай ниндәй йәнлек, уның күркәмлеге, матурлығы нимәлә?

Өсөнсө класта Ж.Кейекбаевтың “Бал ҡорттары ниңә кешегә эйәләшкәндәр?” тигән әкиәтен өйрәнеү. Йомаҡ ҡоябыҙ

Нимә ул бал? Балды ҡайҙан алабыҙ? – Бал ҡорттары йыя.

Улар ҡайҙа йәшәйҙәр? – Кешеләр янында, умартала.

Ә элек улар ҡайҙа йәшәгәндәр? – Урманда, өйҙәре ағаста, ағас ҡыуышында.

Ә ниңә улар хәҙер кешеләр янында йәшәй икән? Белгегеҙ киләме?

Уҡыу мәсьәләһе : бал ҡорттары ни өсөн кешегә эйәләшкән?

        Ҡыҫҡаһы, дәрестең уҡыу мәсьәләһен ҡуйғанда мин ошондай ысулдар ҡулланам.

Кроссворд сисеп, проблема ҡуйып, дәрескә инеп китеү.

Көләмәстең төп фекерен табыу.

Йомаҡ ҡойоу, яуабын табыу.

Ижади, һүҙлек диктанттарындағы таныш булмаған һүҙ аша эш.

Хатаны табыу.

Әкиәт геройы дәрескә килеп инә.

Дәрестең темаһына барғансы лабиринт аша үтеү.

Бәхетле осраҡ.

Дәресте йыйын формаһында үткәреү.

Мөғжизәләр яланы.

Шулай итеп, бөгөнгө көндә рус мәктәптәрендә эшләгән башҡорт теле уҡытыусылары алдында ҙур проблема булып балаларҙы башҡортса иркен һөйләшергә өйрәтеү тора.

Һәр көн дәрес алдынан дежур уҡыусы бөгөнгө көн тураһында һөйләй, дәрескә кемдәр нисек әҙерләнгәндәрен әйтеп китә. Дәрестең аҙағында 5-6 минут билдәле бер темаға уҡыусылар үҙ – ара фекер алыша. Мәҫәлән, “Мин ғаиләмде бик яратам”, “Минең яратҡан йәнлегем”. “Тәмлекәйҙә ҡунаҡта”, “Минең дуҫым”,  “Дауаханала”,  “Танышыу”, “Китапханала” һәм башҡа темаларға әңгәмәләшәбеҙ. Теманы уҡыусылар үҙҙәре әйтә һәм әңгәмә ваҡытында гел башҡортса ғына һөйләшеү мәжбүри булып тора. Бында әңгәмәне алып барыусы юҡ, һәр кем үҙ фекерен әйтә.

 Шулай уҡ, бик йыш булмаһа ла башҡорт теле дәрестәрендәӘсәйемдең яратҡан йырҙары” тигән рубрика аҫтында эшләйбеҙ. Уҡыусылар үҙҙәренең әсәйҙәре йырлаған йырҙарҙа алып киләләр, һәм дәрестә өйрәнәбеҙ.

Уҡыусылар үҙҙәре уҡытыусы булырға ярата. Уҡытыусы булғас, ул башҡорт теле дәресендә русса һөйләшә алмай, гел башҡортса ғына һөйләшә. Дәрес алдынан башта уҡыусыға ниндәй тема һәм ниндәй эштәр буласағы тураһында аңлатыла, ә дәрес ваҡытында уҡытыусы уҡыусыға әйләнә. Был эштә балаларҙың башҡортса аралашыуында ыңғай һөҙөмтә бирә. Бындай дәрестәрҙе балалар көтөп алалар уларҙың бөтәһенең дә уҡытыусы булғыһы килә. Мәҫәлән, класта Фазлыева Лилиә уҡытыусы булырға ярата, бер яңылышмайынса башҡортса дәрес алып бара. Ошо класта башҡортса бик һөйләшергә теләмәгән Мөхәмәтдинов Раил да тырыша, сөнки Лилиә тейешле һорауҙар ҡуя белә. Мәҫәлән, “Минең әсәйем” тигән темаға уҡыусылар күмәкләп һөйләм төҙөйҙәр һәм таҡтаға сығып яҙалар. Ә Раил бер һөйләмдә төҙөмәй, Лилиә түҙмәне : Һин, Раил, әсәйеңде яратмайһыңмы ни? Ниңә бер матур һөйләм дә әйтмәйһең”,-ти.  Бына ошо уҡыусы ла дәрескә ҡушылып китте лә: “Минең әсәйемдең күҙҙәре ҡара муйыл төҫөндә, улар гел йылмая”, - тип әйтеп ҡуйҙы.

    Рус мәктәптәрендә башҡорт телен нисек уҡытһаң уңышлыраҡ була?

Мин башҡорт телен һәр ваҡыт рус теле менән сағыштырып уҡытам. Мәҫәлән, башҡортса  теманы яҙғас уҡ, русса нисек булғанын һорайым, рус телендә уҡыусыларҙың был теманы ниндәй кимәлдә белгәнен асыҡлайым, шунан һуң ғына тема башҡорт телендә аңлатыла.

Телдәрҙе сағыштырыу, уларҙың үҙенсәлектәрен айыра алыу телде яҡшыраҡ үҙләштереүгә ярҙам итә. Рус һәм башҡорт теленең күпселек грамматик категориялары бер – береһенә оҡшаш. Миҫалға, исемдәрҙең мәғәнәләре, килештә үҙгереше, ҡылымдарҙың һөйкәлештәре, сифат дәрәжәләре кеүек темаларҙы күрһәтергә була. Уларҙың рус теленә оҡшаш моменттарынан тыш, башҡорт теле өсөн генә хас булған мәғәнә биҙәктәре, яһалыу, үҙгәреү, ҡулланылыу үҙенсәлектәре бар. Ана шул үҙенсәлектәрҙе айыра алып телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтәм.

Мәктәптәге һәр бер бала дәрескә башҡорт телендә уҡырға теләп килһә, ул беҙгә, башҡорт теле уҡытыусыларына, ҙур мәртәбә. Уҡыусы ысын йөрәктән сыҡҡан матур хистәрен, күңел түрендәге тәрән кисерештәрен үҙ теле – башҡорт телендә аңлата, яҙа, һөйләй белә икән , халыҡтың үткәнен, бөгөнгөһөн белә, ярата, ә киләсәген үҙе һыҙа икән –беҙ, башҡорт теле уҡытыусылары, үҙебеҙҙең бурысыбыҙҙы үтәнек тип әйтә алабыҙ.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рус мәктәптәрендә уҡыусыларҙы башҡортса"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Директор десткого сада

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 020 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 10.02.2016 990
    • DOCX 30.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Шаяхметова Лилия Рифовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Шаяхметова Лилия Рифовна
    Шаяхметова Лилия Рифовна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 10816
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Мини-курс

Уникальный образ как педагога: основные принципы позиционирования

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 21 человек

Мини-курс

Специальная реабилитация: помощь детям с особыми потребностями

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Эффективные стратегии текстовых коммуникаций в бизнесе

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе