Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рус мәктәптәренең 4-се класы өсөн туған телдән эш программаһы

Рус мәктәптәренең 4-се класы өсөн туған телдән эш программаһы


До 7 декабря продлён приём заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:


Йөкмәткеһе



  1. Аңлатма яҙыу 2



  1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе 3


  1. Календарь – тематик планлаштырыу 6



  1. Планлаштырылған һөҙөмтәләр 9

















  1. Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙән 4-се класс башҡорт балалары өсөн туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәттән эш программаһы.

Эш программаһы 34 сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 1 сәғәт.

Төҙөүсеһе: Миһранова Гөлфиә Азат ҡыҙы

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн тел һәм уҡыу дәреслеге. Толомбаев Х.А. – Өфө : Китап, 2007.

Программа кимәле: базис

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Өфө,2005.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн тел һәм уҡыу дәреслеге. Толомбаев Х.А. – Өфө : Китап, 2007.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Өфө,2005– нигеҙендә төҙөлдө.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа 117-се һанлы муниципаль бюджет төп дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу; телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

  1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Мәктәп (1 сәғәт).

1 сентябрь – Белем байрамы. Ватан, мәктәп, уҡыу, уға мөнәсәбәт тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү. Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау һәм тәрәнәйтеү) . Әҫәрҙең темаһы һәм төп фекере.

Йәйге хәтирәләр (2 сәғәт).

Башҡортостанда йәйге тәбиғәт, балаларҙың йәйге эштәре, ялы тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. Темаға ҡарата һүрәттәр төшөрөү. Әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт телендә исем. Уның аңлатҡан мәғәнәләре. Берлек һәм күплек мәғәнәләре. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар(ялғауҙар). Әҫәрҙең темаһын төп фекерен билдәләү күнекмәләре.

Тәбиғәт бүләктәре (2 сәғәт).

Матур әҙәбиәттә көҙҙөң сағылышы. Башҡортостанда көҙгө тәбиғәт, балаларҙың һәм ололарҙың көҙгө эштәре, көҙгө байлыҡ тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. “Көҙ” темаһына ҡарата экскурсиялар ойоштороу, япраҡтарҙан коллекциялар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, ижади эштәр күргәҙмәһе ойоштороу. Исем. Уның мәғәнәләре. Исемдең килеш менән үҙгәреше, килеш мәғәнәһен күрһәтеүсе саралар(ялғауҙар). Уҡылған әҫәр буйынса план төҙөү, план буйынса һөйләү һәм яҙыу. Тәьҫораттар буйынса һорауҙар биреү, уларға яуаптар табыу.

Илем тарихы – халҡым тарихы (2 сәғәт).

Халҡыбыҙҙың ауыр үткәне, михнәтле тормошо, азатлыҡ өсөн көрәше, билдәле шәхестәре тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Гәзит һәм журналдарҙан темаға ярашлы материалдар йыйыу, альбом төҙөү.

Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше, уның мәғәнәләре. Сифат, уның мәғәнәләре, һөйләмдәге роле. Предметты һүрәтләү. Коллектив рәүештә төҙөлгән план буйынса изложение яҙыу.

Тормош – ижад (3 сәғәт).

Башҡорт халҡының талантлы ижад кешеләре тураһында уҡыу һәм һөйләү. Ижад төрҙәре менән таныштырыу. Ижад кешеләре тураһында ҡыҫҡаса белешмәләр төҙөү.

Сифат дәрәжәләре. Сифаттың дәрәжә менән үҙгәрешен практик күҙәтеү. Ҡылым. Уның мәғәнәләре. Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡта килеүе. Тема буйынса план төҙөү һәм бәләкәй күләмле инша яҙыу.

Йәшәү – Ватанға хеҙмәт итеү (2 сәғәт).

Илебеҙ халыҡтарының хеҙмәте, бөгөнгө көн геройҙары, уларҙың Тыуған илгә, хеҙмәткә, уҡыуға ҡарашы; балаларҙың хеҙмәте тураһында әҫәрҙәр уҡыу. Данлы кешеләр менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.

Ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Заманды күрһәтеүсе саралар (ялғауҙар). Текстың йөкмәткеһен төрлө заманда һөйләү. Текстағы һүрәтләү саралары. Изложение һәм инша яҙыу өсөн материал йыйырға өйрәтеү.

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә ( 1 сәғәт).

Кешенең яҡшы һәм насар сифаттары тураһында әкиәттәр уҡыу, йомаҡтар ҡойоу, мәҡәлдәр, көләмәстәр менән эште дауам итеү. Шуларға нигеҙләнеп, һығымталар яһарға өйрәтеү, яҡшы сифаттар тәрбиәләү. Әкиәттәр буйынса инценировкалар төҙөү һәм сығыш яһау, әкиәттәргә, йомаҡтарға, мәҡәлдәргә бағышланған иртәлектәр ойоштороу.

Ҡылым. Уның зат, һан, заман, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре. Текстан образлылыҡ сараларын һайлап ала белеү һәм уларҙы ҡулланыу. Иптәшеңдең яҙғанын тикшереү һәм камиллаштырыу күнекмәләре.

Бурай-бурай ҡарҙар яуа (2 сәғәт).

Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре. Ололарҙың һәм балаларҙың ҡышҡы эштәре, уйындары; ҡышҡы байрамдар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Ҡышҡы тәбиғәткә экскурсия ойоштороу, альбомдар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Һан һәм уның төркөмсәләрен практик үҙләштереү. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙы һәм уларҙың ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу күнекмәләре биреү. Автобиографияны һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу.

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (2 сәғәт).

Тыныслыҡ, халыҡтар араһында дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам, берҙәмлек тураһында шиғырҙар, мәҡәләләр, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. “Илебеҙ тыныс булһын” темаһына альбом төҙөү.

Алмаш. Зат алмаштарын практик ҡулланырға өйрәтеү. Текстан кәрәкле урындарҙы һайлап уҡыу. Иптәшең йәки үҙең яҙғандарҙы камиллаштырыу өҫтөндә эште дауам итеү.

Сәсәндәрҙән һүҙ ҡалыр (1 сәғәт).

Сәсәндәр тураһында белешмә. Күренекле сәсәндәрҙең тормошо һәм ижады. Балаларҙың сәсәнлек ижады.

Рәүеш. Рәүеш аңлатҡан мәғәнәләрҙе практик үҙләштереү. Сәсәндәр ижады буйынса альбом төҙөү.

Балдай татлы һыуҙарым (2 сәғәт).

Башҡортостандың йылғалары һәм күлдәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тыуған төйәктәге йылға, күлдәр, шишмәләр тураһында альбом әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү.

Ярҙамсы һүҙҙәр, уларҙың мәғәнәләре, һөйләмдәге роле. Әҫәрҙәге геройҙарға элементар характеристика бирергә өйрәтеү.

Башҡортостан ҡалалары (1 сәғәт).

Башҡортостандың ҡалалары тураһында әҫәрҙәр уҡыу, белешмәләр алыу һәм һөйләү. Башҡортостан ҡалаларына арнап альбомдар төҙөү, стендтар эшләү.

Ымлыҡтар, уларҙың мәғәнәләре һәм һөйләмдәге роле (практик үҙләштереү). Урынды һүрәтләргә өйрәтеү.

8 март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө (1 сәғәт).

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың данлы эштәре, яҡшы сифаттары, уҡыусы ҡыҙҙар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “8 март – әсәйҙәр байрамы” темаһына иртәлек ойоштороу, данлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.

Һөйләм. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр өҫтөндә практик эштәр. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш.

Башҡортостан мәҙәниәте (2 сәғәт).

Башҡортостандың мәҙәниәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Башҡортостандың яҙыусыларына, композиторҙарына, артистарына бағышлап альбомдар төҙөү, улар менән осрашыуҙар үткәреү.

Һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре менән практик танышыу һәм уларҙы ҡулланыу. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эште дауам итеү.

Тәбиғәттең теле асылған саҡ (3 сәғәт).

Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре; ололарҙың һәм балаларҙың яҙғы эштәре; ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “Яҙғы моңдар” темаһына әҙәби монтаж әҙерләү һәм сығыш яһау. Тәбиғәткә экскурсия, шуның буйынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү.

Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр. Уларҙың телмәрҙәге роле. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү.

Кеше – кеше булһын (3 сәғәт).

Кешеләрҙең һәйбәт һәм яман сифаттары, тәрбиәлелек, кешеләргә һәм тәбиғәткә яҡшы мөнәсәбәт тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “Кеше һәр яҡтан да камил булырға тейеш” тигән темаға альбом төҙөү, әңгәмәләр үткәреү.

Һөйләм киҫәктәре. Һөйләмдең тиң киҫәктәре менән практик таныштырыу һәм уларҙы үҙләштереү, ҡулланыу. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү.

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы (1 сәғәт).

Беренсе Май – дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек көнө. Халыҡтарҙың дуҫлыҡҡа ынтылышы. “Беренсе Май” темаһына әҙәби монтаж, сығыш яһау. Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр буйынса практик эштәр. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәтен күҙәтеү һәм үҙләштереү.

Һаумы, йәмле йәй! (3 сәғәт)

Йәйге күренештәр; уҡыу йылының һөҙөмтәләре; йәйге эштәр; йәйгә план-хыялдар хаҡында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тәбиғәткә экскурсия, уның һөҙөмтәләре буйынса әңгәмәләр үткәреү. Башҡорт теле буйынса бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау.



  1. Календарь-тематик план

IV класс, йылына – 34 сәғәт

Аҙнаға 1 сәғәт иҫәбенән






Теманың йөкмәткеһе

Сәғәт һаны

Планлаштырылған

Фактик




Уҡыусыларҙың эшмәкәрлек төрҙәре

Беренсе сирек - 8 сәғәт

Мәктәп - 1 сәғәт

1

К.Кинйәбулатова.Белем көнө

1

3.09


Индивидуаль карточкалар буйынса эшләү, фонематик ишетеүгә күнегеүҙәр

Йәйге хәтирәләр 2 сәғәт

2

Ғ.Сәләм. Республика иртәһе. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр

1

10.09


Өндәрҙе һәм һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеү күнегеҙәре,ү,ө,ғ,ҙ,һ өндәре менән эш

3

Инеү контроль эше.

1

17.09


Фонетикорфэпик күнегеүҙәр

Тәбиғәт бүләктәре – 2 сәғәт

4

Хаталар өҫтөндә эш. Д. Юлтый. Көҙ

1

24.09


Артикуляцион күнегеүҙәр

5

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше


01.10


Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен әйтеүгә күнегеүҙәр

Илем тарихы – халҡым тарихы – 2 сәғәт

6

Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше. Эйәлек затының мәғәнәһе З. Биишева. Кәмһетелгәндәр

1

08.10


Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен әйтеүгә күнегеүҙәр

7

Кәмһетелгәндәр” әҫәрендә башҡорт тәбиғәте

Исем темаһын йомғаҡлау

1

15.10


Артикуляцион күнегеүҙәр «Буяусы», «Теш та6артыусы», «сәғәт»

Тормош – ижад- 3 сәғәт

8

Башҡорт сәхнәһе йондоҙҙары

1

22.10


Артикуляцион күнегеүҙәр

9

Хаталар өҫтөндә эш. Сифаттарҙың мәғәнәләре. Сифат дәрәжәләре. М.Кәрим. Бөжәк апа

1

29.10


Артикуляцион күнегеүҙәр. фонематик ишетеүгә күнегеүҙәр

10

М.Кәрим. Бөжәк апа. Байрам кисәһендә

Ҡылым. Уның мәғәнәләре

1

12.11


Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен әйтеүгә күнегеүҙәр

Йәшәү – Ватанға хеҙмәт итеү. 2 сәғәт

11

Контроль диктант.

1

19.11


Артикуляцион күнегеүҙәр

12

Я.Ҡолмой. Тыныслыҡ йыры

Ҡылым, уның заман мәғәнәләре. Заманды күрһәтеүсе саралар

1

26.11


Артикуляцион күнегеүҙәр «Буяусы», «Теш таҙартыусы», «сәғәт»

2-се триместр.

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә. 1 сәғәт

13

Хаталар өҫтөндә эш. Көләмәстәр, тиҙәйткестәр

1

03.12


Фонематик ишетеүгә күнегеүҙәр

Бурай-бурай ҡар яуа. 2 сәғәт

14

Ғ. Рамазанов. Яңы йыл менән! Һан

1

10.12


Проект схемалары менән эшләү, электрон дәреслектән шиғырҙы тыңлау

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ. 2 сәғәт

15

М. Кәрим. Ғүмергә бергә. Хикәйә буйынса план төҙөү

1

17.12


Артикуляцион күнегеүҙәр

16

Р. Ниғмәти. Тыныслыҡ

Алмаш. Зат алмаштарын ҡулланыу

1

24.12


Проект схемалары менән эшләү

Сәсәндәрҙән тел ҡалыр 1 сәғәт

17

Сәсәндәр. Ай, Уралым, Уралым. Ҡобайыр. Рәүеш

1

21.01


Фонетик –орфэпик күнегеүҙәр

Балдай татлы һыуҙарым- 2 сәғәт

18

. З. Биишева. Талҡаҫ күле. Ярҙамсы һүҙҙәр, уларҙың һөйләмдәге роле

1

28.01


Проект схемалары менән эшләү

19

Башҡортостандың ете мөғжизәһе” дәрес-уйын

1

04.02


Фонетикорфоэпик күнегеүҙәр

Башҡортостан ҡалалары 1 сәғәт.

20

Башҡортостан ҡалалары һөйләй.

1

11.02


Проект схемалары менән эшләү

21

Контроль диктант.

1

18.02


Проект схемалары менән эшләү

8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 1 сәғәт

22

З. Биишева. Хәйерле көн

Һөйләм. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр

1

25.02


Фонетик –орфоэпик күнегеүҙәр, электрон дәреслектән З.Воскресенскаяның «Әсә» хикәйәһен тыңлау

3-сө триместр

Башҡортостандың мәҙәниәте 2 сәғәт

23

Ә. Лотфуллин. Өс ҡатын.

1

04.03


Артикуляцион күнегеүҙәр

24

Хөсәйен Әхмәтов

1

11.03


Фонетикорфоэпик күнегеүҙәр

Тәбиғәттең теле асылған саҡ – 1 сәғәт

25

Х. Ғиләжев. Яҙ

1

18.03


Фонетикорфэпик күнегеүҙәр

26

Һ. Дәүләтшина. Яҙғы тантана

1

08.04


Фонетик –орфоэпик күнегеүҙәр

27

Р. Бикбаев. Тәбиғәттең теле асылған саҡ

1

15.04


Фонетик –орфоэпик күнегеүҙәр

Кеше – кеше булһын – 3 сәғәт

28

С. Әлибаев. Дуҫтарым.

1

22.04


Проект схемалары менән эшләү, электрон дәреслектән мәҡәлдәр уҡыу

29

Ф. Туғыҙбаева. Кем уңған?

1

29.04


Фонетик –орфоэпик күнегеүҙәр

30

Башҡорт телендә һөйләм киҫәктәренең килеү тәртибе. Тиң киҫәктәр

1

06.05


Артикуляцион күнегеүҙәр

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы- 1 сәғәт

31

А. Игебаев. Яҙ һәм хеҙмәт байрамы Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр

1

13.05


Артикуляцион күнегеүҙәр

Һаумы, йәмле йәй! 3 сәғәт

32

Йомғаҡлау контроль эше.

1

20.05


Артикуляцион күнегеүҙәр

33

34

Ғ. Ибраһимов. Ямғыр Сифат, ҡылым темаларын ҡабатлау

К. Мәргән. Урманда. 4-се класта үтелгәндәрҙе йомғаҡлау

1


27.05



Фонетик –орфоэпик күнегеүҙәр










  1. Планлаштырылған һөҙөмтәләр

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү:

  • текстың планын төҙөү;

  • текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү, билдәле ситуацияла тексты ижади дауам итеү.

Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү:

  • ҡараған фильм, картина, ишеткәндәр, бирелгән ситуация буйынса хикәйә төҙөп һөйләү;

  • ваҡиғаға, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү, үҙ фекеңде иҫбатлау;

  • тестағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү-тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;

  • тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

  • 10-12 шиғырҙы яттан тасуири итеп һөйләй белеү.

Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу:

  • тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

  • гәзит-журналдарҙан, китаптарҙан материал йыйып, хикәйә төҙөү;

  • әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

Хәрефтәрҙе дөрөҫ һәм матур яҙыу, дөрөҫ тоташтырыу:

  • Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалар яҙыу;

  • Иптәшең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.

Өйҙә башҡортса гәзит-журналдар, китаптар уҡыу һәм класта шулар тураһында фекер алышыу (кластан тыш уҡыу күнекмәләре).



9




57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)

Автор
Дата добавления 03.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров15
Номер материала ДБ-316587
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх