Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / "Әсә йөрәге"ҡобайырын өйрәнеү (5 класс)

"Әсә йөрәге"ҡобайырын өйрәнеү (5 класс)

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

5-се синыфтың башҡорт төркөмө өсөн дәрес планы.

Дәреслек авторҙары:Хажин В.И.,Вилданов Ә.Х. Өфө “ Китап”2005.


Тема: “Әсә йөрәге”ҡобайыры.

Маҡсат:ҡобайыр тураһында төшөнсә биреү,әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһенә төшөндөрөү,әсәйҙәргә һөйөү,хөрмәт тәрбиәләү,уҡыусыларҙың һөйләү телмәрҙәрен үҫтереү.

Күргәҙмәлелек:Әсә,бала һүрәттәре,ҡурай моңо,ҡобайыр,әсәйҙәр тураһында йыр яҙылған кассета.

Дәрес барышы:1)ойоштороу.2)таҡтанан шиғыр уҡыу:


Бер кем дә юҡтыр

Әсәйем ише:

Ул донъялағы

Иң матур кеше.

Кем шиғырҙы ятлап алды? (1-2 уҡыусынан ятлатыу)

Беҙҙең дәрестең темаһы ниндәй булыр?Кем әйтә?

Көндө,теманы яҙып ҡуялар.

Нимә һуң ул ҡобайыр?Аңлатмаһын яҙҙырыу.


Ҡобайыр-ҡоба һәм йыр һүҙҙәренән алынған,маҡтау,данлау йыры тигән мәғәнә аңлатыусы термин.Ҡобайырҙарҙа тыуған илдең матурлығына,уның азатлығы өсөн көрәшеүсе батырҙарына дан йырлана.Ул үҙенең төҙөлөшө буйынса шиғри формала була.

Ә беҙ уҡыясаҡ ҡобайырҙа әсәйҙәргә дан йырланырмы?

Ни өсөн ҡобайырҙың авторы яҙылмаған? (“сөнки ҡобайыр ҙа халыҡ ижадының бер жанры.Сәсәндәр ижад иткән.Күп сәсәндәребеҙҙең исемдәре онотолған,сөнки уларҙың исемдәренә ҡарағанда әйткән һүҙҙәре мөһимерәк булған.Ә ҡобайырҙары телдән-телгә күсеп,беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән”,-тигән яуап алыу.

Хәҙерге көндә лә ҡобайырҙар ижад ителә,йәш сәсәндәр үҫә.( “Урал батыр”эпосын яттан һөйләү конкурсы,5-6 телдә һөйләгән уҡыусылар тураһында әйтеү )

Рәсүл Ҡарабулатов башҡарыуында ҡобайыр тыңлатыу.

? Был ҡобайырҙа кемгә дан йырланды? Ниндәй музыка ҡоралдарының тауышын ишеттегеҙ?

Ҡобайырҙың йөкмәткеһе менән танышырҙан алда ҡайһы бер һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлап китәйек:шом,йәр,арғымаҡ,ғорур,шарт,ант,мөһабәт,абыныу,осҡон,ялҡын,йәйләү.

Маҡсат ҡуйыу: ни өсөн “Әсә йөрәге”тип атала?Был әҫәрҙәге әсәне һеҙ күҙ алдына нисек килтерерһегеҙ? Ҡыҙ һәм егет образдарына характеристикабирергә кәрәк буласаҡ.

әҫәрҙе ҡурай моңо аҫтында үҙем уҡып сығам.

Үрҙә әйтелгән һорауҙарға яуап алыу.Ҡыҙға характеристика алыу.

Егет образы һеҙҙә ниндәй уй-тойғолар уятты?Уның ҡылығына баһа бирегеҙ.

  • Әсәне һеҙ нисек күҙ алдына килтерҙегеҙ? Был образға хас сифаттарҙы һанап сығығыҙ.Уның улына булған мөхәббәте нимәлә күренә?

  • Әҫәрҙең ҡайһы урыны һеҙҙе бигерәк тә ныҡ тулҡынландырҙы? Күҙ алдығыҙға нимә килде?

  • ә бәгәнгө кәндә ҡобайырҙағыкеүек ҡыҙ һәм егеттәр бармы?( Ҡарттар йорто тураһында,балалары булып та ҡайһы бер әсәй-атайҙарҙың ҡарттар йортонда йәшәүҙәре тураһында әйттереү.)

текст өҫтөндә эш.

  • Ҡыҙ егеткә үҙенең шартын әйткәс,тәбиғәттә ниндәй үҙгәрештәр була?

  • Егет шундуҡ риза буламы?

  • Ҡобайырҙың йәкмәткеһен 1-2 уҡыусынан һөйләтеү.

  • Ҡобайырҙа мәҡәл осранымы? Һеҙ ризаһығыҙмы был мәҡәл менән?

  • Ишетеү хәтерегеҙҙе тикшереү өсөн бер нисә мәҡәл әйтәм,кем бер әйтеүҙән хәтерендә ҡалдырыр?

  • 1.Әсәй булмайса,әсәй ҡәҙерен белмәҫһең,атай булмайса,атай ҡәҙерен белмәҫһең.2.Ата-әсәңә ни ҡылһаң,алдыңа шул килер.

Был мәҡәлдәр нимә аңлата?

Ошо мәҡәлгә ҡарата бер әкиәт уҡыйым.”Ярыҡ ялғаш”.

Был әкиәттең йөкмәткеһендә ниндәй мәғәнә ята?

Күптәр,бигерәк тә йәштәр,атай-әсәйҙәренең иҫән саҡта ҡәҙерен белмәй,уларҙы хафаға һалалар.Эске,наркомания менән дә мауығып,әсәйҙәрен ҡара ҡайғыға батыралар.Мин һеҙҙе,хәҙерҙән үк,әсәй-атайҙарығыҙҙың ҡәҙерен белергә,уларҙы хөрмәт итергә саҡырам.Улар һеҙҙең менән ғорурланырҙай,аҡыллы балалар булып үҫеүегеҙҙе теләйем.

Әсәйҙәр тураһында йыр тыңлау.


Дәрескә йомғаҡ яһау.Һеҙ дәрестән нимәләр белдегеҙ,алдығыҙ?

Һеҙ бәхетлеме? (“ мин бәхетле-әсәйем бар.”-яуабын алыу.)

Йомғаҡлау һүҙе:Әсә йөрәге-иң тоғро һәм һиҙгер йөрәк,уның балаға булған мөхәббәт хисе бер ҡасан да һүрелмәй.Һәр кем-сабыйҙар ҙа,сал сәсле өлкәндәр ҙә әсә наҙына,уның мөләйем ҡарашына мохтаж.Әсәйегеҙгә мөхәббәтегеҙ,ихтирамығыҙ ни ҡәҙәр көслө булһа,тормошоғоҙ ҙашул тиклем шат һәм яҡтыраҡ булыр.

Актив уҡыусыларҙы баһалау.

Өйгә эш:ҡобайырҙан өҙөк ятларға,иншаға әҙерләнергә.

Дәрес тамам. hello_html_3bd69ab1.gif

Автор
Дата добавления 23.02.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров240
Номер материала ДВ-476044
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх