Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Сценарии для внеклассной работы

Сценарии для внеклассной работы

Курсы профессиональной переподготовки
124 курса

Выдаем дипломы установленного образца

Заочное обучение - на сайте «Инфоурок»
(в дипломе форма обучения не указывается)

Начало обучения: 29 ноября
(набор групп каждую неделю)

Лицензия на образовательную деятельность
(№5201 выдана ООО «Инфоурок» 20.05.2016)


Скидка 50%

от 13 800  6 900 руб. / 300 часов

от 17 800  8 900 руб. / 600 часов

Выберите квалификацию, которая должна быть указана в Вашем дипломе:
... и ещё 87 других квалификаций, которые Вы можете получить

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>

библиотека
материалов



Мәктәп сәхнәһе өсөн

сценарийҙар

(Сценарии для школьной сцены)





Телмәр үҫтереү өсөн уҡытыусыларға

методик ҡулланма











Учалы



Инеш һүҙ

Мәктәп сәхнәләре йыш ҡына сценарийҙаға, пьесаларға ҡытлыҡ кисергәнен үҙ тәжрибәмдән белгәнгә күрә, башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре тураһындағы материалдарҙы файҙаланып, музей материалдарын ҡулланып, риүәйәттәргә, легендаларға таянып яҙылған бер нисә сценарий тәҡдим итәм. Был сәхнәләштереү өсөн яҙылған сценарийҙар «Урал батыр» эпосы буйынса ойошторолған йәш сәсәндәрҙең республика конкурсында ҡатнашыусыларға ла ҙур ярҙам булыр тип ышанам. Был тәҡдим ителгән бөтә сәхнә күренештәрен дә беҙ тамашасыларға күрһәттек. Уҡыусылар үҙ районының арҙаҡлы шәхестәре, үҙ ауылдарының тарихы тураһында бик күп мәғлүмәт алдылар, «Урал батыр» эпосының йөкмәткеһен үҙләштерҙеләр. М. Кәримдең дә бик күп әҫәрҙәрен сәхнәләштерҙек. Шуларҙың араһынан иң оҡшағандарының береһе «Ҡайынлыҡ урманында» тигән хикәйәһе булды. Ошо бай йөкмәткеле әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереп күрһәтһәк, улар балалар күңелендә мәңге уйылып ҡаласаҡ!














М. Мортазин репрессия йылдарында



(Учалы районы Көсөк ауылында тыуған күренекле башҡорт полководецының төрмәләге фажиғәле яҙмышы тураһында)


( Башҡорт халҡының азатлығы өсөн, илдә социализм еңһен өсөн тип, бар көсөн, аҡылын, оҫталығын биргән баһадирыбыҙ 1937 йылда нахаҡҡа ғәйепләнеп, бик күп замандаштары яҙмышына дусар ителә:

Сталин репрессияһына юлыға. )


Ролдәрҙе башҡаралар:

М.Мортазин

Төрмә начальнигы

Следователь

Надзиратель

Ҡыҙ

1-се шаршау





Мортазин :

(Муса Мортазин төрмәлә ята.) Мин ҡайҙа? Ни эшләп бында килтереп яптылар? (Уйланып тора.) Шул тиклем күп халыҡ дошмандарының Советтар Союзында күп булыуы дөрөҫ микән? Граждандар һуғышы йылдарында аҡтар яғына сығыуым өсөн, Совет власы тарафынан ғәфү ителдем. Бүтән ни ғәйебем бар.Өҙгөләнергә, яфаланырға бер ниндәй ҙә сәбәп күрмәйем, сөнки бөтә ғүмерем буйы Совет власы өсөн көрәштем һәм әле лә уға намыҫ менән хеҙмәт иткән коммунисмын. Воршилов менән Буденный иптәштәр ҙә мине яҡшы белә. Берәр төрлө аңлашылмаған хәл килеп тыуһа, улар мине мотлаҡ яҡлаясаҡтар. (Шылтырап ишек асыла, следователь килеп инә.)

Следователь:

Өҫ кейемегеҙҙе алмаштырыуҙан ни өсөн баш тарттығыҙ?

Мортазин :

(Һорауға һорау менән яуап ҡайтара.) Мине бында ни өсөн килтерҙеләр?

Следователь:

Халыҡ дошманы икәнлегеңде белмәгәнгә һалышма.

Мортазин:

Бында “һеҙ” тип һөйлөшеү ғәҙәткә инмәгәнме ни, иптәш?

Следователь:

Ниндәй “иптәш?” (асыуы ҡабарып). Мин һинең өсөн гражданин начальник?

Мортазин:

Халыҡ дошманы тип ғәйепләргә хаҡығыҙ юҡ! Мин намыҫлы һәм ғүмеремдең аҡтыҡ минутына саҡлы намыҫлы булып ҡаласаҡмын!

(Ишектең тышҡы яғындағы йоҙаҡтың асылыуы ишетелә. Бүлмәгә штатский кейемдәге төрмә начальнигы инә.)

Следователь:

Здравияжела…

Төрмә начальнигы:

Эшегеҙҙе дауам итегеҙ. Ғәйебен танып маташамы әллә Башҡортостандағы баш күтәреүсе отрядтарҙың баш командующийы?

Следователь:

Намыҫлы кеше булып ҡылана.

Мортазин :

Яла яғырға хаҡығыҙ юҡ! Минең менән әҙәмсә мөғәләмәлә булыуығыҙҙы талап итәм! Бөтә ғүмерем буйы…

Төрмә начальнигы:

Һинең бөтә ғүмерең беҙҙең ҡулда! Сухановҡа төрмәһенән сығырға ике юл бар: бөтә ғәйебеңде танмай, асыҡтан- асыҡ һөйләп биреү, йәки… туранан-тура теге донъяға

Мортазин:

Мин ғәйепһеҙ! Минеңсә, был наградалар намыҫһыҙ бәндәгә түгел, Совет власы өсөн йәнен-тәнен аямай дошмандарға ҡаршы һуғышыусыларға бирелә. (Ике хәрби Ҡыҙыл байраҡ орденын ғорурлыҡ менән күрһәтә.)

Төрмә начальнигы:

Маҡтанһаң, ул ордендарыңды тартып аласаҡмын! (Мортазинды тәгәрәтә төртә.)

Мортазин:

Ҡағылмағыҙ!...

(Бүлмәлә шау-шыу ҡуба, тауышҡа бер төркөм надзирателдәр килеп инә, улар следователь менән төрмә начальнигына Мортазиндың ордендарын алырға ярҙам итәләр һәм уны типкеләргә тотоналар. Шунан уның хәрби кейемен һалдыралар ҙа төрмә кейемен кейҙерәләр.)

Мортазин:

Яҡын килмәгеҙ, хаҡығыҙ юҡ!

Следователь:

Халыҡ дошмандарына аяу булмаясаҡ!

Төрмә начальнигы:

Өнөң сыҡмаһын ҡәбәҡәт! Нығыраҡ, нығыраҡ кәрәген бирегеҙ! Ордендарын тартып алығыҙ! Хәрби кейемен систерегеҙ! (Төрмә надзирателенә ҡарап) Язалауҙы дауам итегеҙ!


2-се шаршау


(Мортазин аяҡ өҫтө тора. Ул үҙ алдына һөйләнә. Янында надзиратель йоҡомһорап ултыра.)

Мортазин:

Ултырыға ла, ятырға ла, хатта аяғымды алмаштырып баҫып торорға ла ярамай. Тик баҫып тор! Резина таяҡ менән туҡмауҙары ла, тырнаҡ аҫтына энә ебәреүҙәр,

ике ҡулыңдан түшәмгә аҫып ҡуйыуҙар, тоҙло һыу менән клизма яһап көндәр буйына һыу бирмәй тотоуҙары ла, тәнеңә тәмәке төпсөгө баҫып һүндереүҙәре лә, баш түбәңә өҙлөкһөҙ тамсы тамыҙыуҙары, йән ереңә тибеүҙәре лә, башыңды парашаға тығыуҙары ла ул тиклем ғазаплынан түгелдер. Ә бына тәүлектәр буйына баҫып тороуҙары һәм йоҡо күрмәүҙәре… Өләсәйҙең әкиәттәре иҫкә төшә: «Ҡатынан да ҡаты ни ҡаты?» - тип һорағандар. “Ат тояғы!”- тип яуап биргән, имеш. «Әсенән дә әсе ни әсе?» «Үлем әсеһе әсе». «Татлынан да татлы ни татлы?» «Йоҡо татлы»… Шулайҙыр шул…Бөтә тән һыҙлай… Дөрөҫлөк асыҡланыр, түҙергә кәрәк! Инде дүртенсе аҙна ошонда ятам.

(Ултырырға уйлай, ләкин йоҡоһонан уянған надзитратель: «Стоять!» - тип ҡысҡырып ебәрә.)

(Шылтырап ишек асыла, төрмә началнигы менән следователь килеп инә.)

Следователь:

Йә, дөмөкмәнеңме әле? Эт йәнле кеше булып сыҡтың да һин!

Ғәйебеңде танып ҡул ҡуйһаң, яҡшыраҡ булыр!

Мортазин:

Ғәйебем юҡ минең! Һеҙҙәге документтарҙың һәммәһе лә нахаҡ!

Төрмә начальнигы:

(Ҡағыҙҙарын һелкеп) Бына был документтарҙа ап-асыҡ яҙылған: бандиттар менән тығыҙ мөнәсәбәттә булғанһың, Совет власына ҡаршы восстание күтәреү өсөн Башҡортостанда ғәскәр ойошторғанһың! Ҡәбәҡәт! документтарҙың һәммәһе лә һинең файҙаға түгел! Протоколға ҡултамғаңды ҡуй, үҙең өсөн яҡшы булыр!

Мортазин:

Көтмәгеҙ! Ҡул ҡуймаясаҡмын! (Следователь менән төрмә начальнигы асыуҙарынан ни эшләргә белмәйҙәр, уны типкесләйҙәр. Мортазин иҫтән ауа. Уны һөйрәп алып сығып китәләр.)

Төрмә начальнигы:

(следователгә ) Тоҙло балыҡтан башҡа ашарға бер нәмә лә бирмәгеҙ! Шунан һуң, тун кейҙерегеҙ ҙә ҡыҙыу итеп яғылған мейес янына ултыртығыҙ!

Следователь:

Есть, товарищ начальник! Шәп яза уйлап таптығыҙ! Бер йотом һыу өсөн аҡтыҡ ғүмерен бирергә әҙер буласаҡ!

Төрмә начальнигы:

Ныҡ! Ниндәй генө яза ҡулланманыҡ, бирешмәй! Ялҡытты, был ҡәбәҡәтте тиҙерәк дөмөктөрөргә кәрәк!

Следователь:

Эйе, бик дөрөҫ әйтәһегеҙ! ( Һөйләшеп сығып китәләр.)


3-сө шаршау


(Мортазинды индерәләр. Был ваҡытта следователь менән төрмә начальнигы өҫтәл артында һыу эскән булып ҡыланалар. )



Мортазин: (һыуҙы күргәс, тамшана, уның һыу эсәһе килә.) Һыу…Һыу… Һыу бирегеҙ, гражданин начальник! Зинһар, бер тамсы ғына һыу бирегеҙ!

Следователь: ( һыу эсеп ) Эх… Ниндәй тәмле, һыуһын ҡандырғыс тәмле һыу!

Мортазин:

(һыуҙан күҙҙәрен алмай) Һыу… Һыубирегеҙ, зинһар,

бер тамсы ғына һыу бирегеҙ!

Төрмә начальнигы:

Протоколға ҡул ҡуйырға ризаһыңмы?

Мортазин:

Юҡ… юҡ… Һыу… Бер тамсы һыу, бер тамсы һыу Следователь:

Протоколға ҡул ҡуйырға ризаһыңмы? Нисә тапҡыр ҡабатларға була!

Төрмә начальнигы:

Һыу ҙа бирербеҙ, туйғансы эсерһең!

Мортазин:

Ярай , бирегеҙ!

Төрмә начальнигы, следователь:

(икеһе бергә ҡәнәғәт йылмайып) Күптән шулай кәрәк ине. (Следователь ҡағыҙ менән ҡәләмде йәһәтләп Мортазинға тоттора.)

Следователь:

Үәт, молодец! (Ҡағыҙҙа күрһәтеп ) Ҡултамғаң бына ошонда кәрәк!

Мортазин:

( ҡултамға ҡуйырға күтәрелгән ҡулы туҡтап ҡала, уйлана. ) Юҡ… Юҡ… Үлһәм, үләм, ләкин ялғанды дөрөҫләй алмайым!

Төрмә начальнигы, следователь:

( икеһе бергә) Ах һин, ҡәбәхәт! Алдашып маташаһыңмы?

(Асыуы ҡабарған төрмә начальнигы тотҡонға ташлана. Шул ваҡыт ҡулындағы графин төшөп ярыла.Тоҙло балыҡ ашағап, эсен яндырған Мортазин иҙәндәге һыуҙы имгәкләп йөрөп эсә башлай. Улар уны типкеләйҙәр.Тауышҡа надзирателдәр килеп инә.Улар ҙа Мортазинды туҡмарға ярҙам итәләр.)

Төрмә начальнигы:

Етәр, туҡтағыҙ! Бар, бар, сығып тороғоҙ! (Надзирателдәр сығып китә.) Йә, Мортазин,уйланыңмы? Ҡаршылашма, бынан берәүҙең дә ҡул ҡуймай сыҡҡаны юҡ!

Следователь:

Беҙ һиңә хәҙер икенсе язалар ҡуллана башлаясаҡбыҙ. Был беҙҙең хоҡуғыбыҙ.

Төрмә начальнигы:

Белеп ҡуй. Беҙ һине нисек теләйбеҙ, шулай язалай алабыҙ!. Тик үлтерергә генә хаҡыбыҙ юҡ. Беҙгә ул кәрәкмәй ҙә. Беҙ һине язалайбыҙ, енәйәтеңде танығансы язалайбыҙ!

Следователь:

Ҡулыңды ҡуйһаң, һиңә ни бары ун йыл бирәсәктәр: өс йыл вертухай, шунан һөргөн.

Төрмә начальнигы:

Ғаиләңде лә алып китә алаһың. Ниңә шулай ғаиләңде лә, үҙеңде лә ғазапларға! Хөкөм ителгәс, ғаиләң менән күрешәсәкһең!

(Следователь уға ручка һона, Мортазин башын ситкә бора.)

Следователь:

Встать! ( Мортазин, көскә тороп, өҫтәл янына килә.)

Төрмә начальнигы:

Ултыр! (Ултырғысҡа күрһәтә, протоколды Мортазинға этәрә.Ул хәлһеҙ ҡулдары менән ручкаға үрелә, ауырлыҡ менән ҡул ҡуя ла ултырғыстан йығыла. )

Следователь:

Ҡәбәхәт, күпме яфаланы,ҡул ҡуйҙы, тәким!

Төрмә начальнигы:

Атырға, хәҙер үк атырға! (Икәүһе лә ҡыуанып сығып китәләр).

Мортазин:

(үҙ алдына) Алдан ҡарағанда ғына бик оҙон, ҙур күренгән икән был ғүмер тигәнең. Осона килеп сыҡҡайным, шул тиклем ҡыҫҡа, шул тиклем бәләкәй булды ла ҡалды, әйтерһең, атым менән сабып барҙым-барҙым да ярлауға остом. Артта ла, алда ла

бер ни юҡ. Бөттө, юҡ булды юл. Ә бит мин тәнемдәге, йәнемдәге көстө тотоноп бөтөү түгел, барын татып та өлгөрмәгәнмен…

Бәлки, ғүмер һәр кемгә лә шулай күренәлер: уға тиклем йәшәгәндәргә лә, унан һуң йәшәйәсәктәргә лә! Бөгөн аталар мине …Үҙебеҙҙекеләр ата.Үҙебеҙҙекеләр микән?! (М. Мортазиндың башы түбән эйелә.) ( Ҡыҙ ҡобайыр йырлап сыға. )

(Шаршау ябыла)

Әүлиә


( Учалы районынан сыҡҡан башҡорт халҡының бөйөк шәйехе Зәйнулла Рәсүлев тураһындағы легенда буйынса)


Башҡорт халҡының бөйөк шәйехе Зәйнулла Рәсүлев тураһында халыҡ күңелендә бик күп легендалар йәшәй.

Шуларҙың береһе:

Төрмәлә ултырғанда ауырыу кешеләргә, йәғни тотҡондарға ныҡ ярҙам итә ул, шунлыҡтан уны “Изге йән” тип йөрөтәләр.Ошо хаҡта ишеткән төрмә начальнигынының ҡатыны ауырыу балаһын етәкләй ҙә төрмәгә килә һәм иренә ялбара: ”Беҙҙе шул кеше осраштыр, бәлки балабыҙға уның ярҙамы тейер.Зинһар,үтенәм,был бит һинең хәлеңдән килә,”-ти Төрмә начальнигы ни эшләргә лә белмәй, ул бик оҙаҡ уйланғандан һуң ғына һаҡсыға Зәйнулла ишанды килтерергә бойора.Уны килтергә , ишан ҡулы менән балаға теймәксе була, ләкин төрмә начальнигы уны туҡтата. Ул тәҙрә төбөндә үлеп ятҡан күбәләкте ҡулына алып: ”Бына һиңә үлгән күбәләк, әүлиә икәнһең, шуны терелтеп ҡара!”-ти. Зәйнулла ишан уны өйрөлтә-өйрөлтә лә осороп ебәрә. Бөтәһе лә аптырап ҡалалар. Төрмә начальнигының ҡатыны уның балаға ла ярҙам итеүен һорай.Ул балаға ҡарай ҙа доға уҡып ебәрә.Иләҫ-миләҫ ятҡан бала шунда уҡ тороп ултыра. Ата менән әсәнең шатлығының сиге булмай. Оҙаҡламай бала һыу һорап эсә лә йүгереп йөрөй башлай.

Ныҡ ҡыуанған ҡатын иренән уны төрмәнән азат итеүҙе һорай.Төрмә начальнигы губернаторға мөрәжәғәт итеп ҡарай, ләкин ул уның әүлиәлегенә ышанмай һәм:” “Изге йән”, имеш…Әүлиә, имеш…Әйҙә,улай булғас, беҙ уны һынап ҡарайыҡ, бер үҙен йыртҡыс-януарҙар араһына ташлайыҡ!”-ти. Шулай эшләйҙәр ҙә. Башта бүреләр Зәйнулла ишанға ташланмаҡсы булалар, ләкин уларҙы Әүлиәнән килгән ниндәйҙер көс туҡтатып ҡала. Ишан доға уҡый башлағас, улар бөтөнләй сығып ҡасалар. Быны күргән губернаторҙың иҫе китә, ул уның әүлиәлегенә ышана, Зәйнулланы иреккә сығарырға бойора. Шулай Зәйнулла ишан төрмәнән ҡотолоп ҡала.

Был сценарий шул легендаға нигеҙләнеп

яҙылған.

Ҡатнашалар:

Зәйнулла ишан-

Төрмә начальнигы-

Төрмә начальнигының ҡатыны-

Губернатор-

Атаман бүре

Бүреләр

Эттәр

Йыр башҡарыусы

(Төрмә. Төрмә ишектәрен ике уҫал эт һаҡлап йөрөй.Улар торолар – торалар ҙа ялҡып шаярып та алалар. Төрлө хәрәкәттәр эшләйҙәр. ( Был ваҡытта эттәр өрөүе ишетелә, көй ағыла). Улар шулай шаярып ятҡанда, төрмә начальнигы килеп сыға ла эттәргә аҡыра башлай).

Төрмә начальнигы:

Ах йүнһеҙҙәр! Әрәм тамаҡтар! Ниңә үҙ урынығыҙҙа түгел? Ниңә төрмәне ныҡ һаҡламайһығыҙ?

(Эттәр уны күреп ҡалалар ҙа тиҙ генә урындарына йүгерәләр. Ул тынысланғас, ары-бире йөрөй башлай, йоҙаҡтарҙың ныҡлығын тикшерә, тәҙрәнән ҡарай. Ә эттәр уға иркәләнмәксе булалар, ләкин начальник бик уҫал ҡарап ҡуйғас, урындарына кире барып торалар. Шул ваҡыт халыҡ шаулаған тауыш ишетелә).

Халыҡ шаулаған тауыш:

-Бер ғәйепһеҙ Зәйнулла ишан ни эшләп төрмәгә ябылған?

-Ни өсөн ул һаман да төрмәнән азат ителмәй?

-Ул бит Әүлиә, “Изге йәнле” кеше! Уны төрмәлә тоторға хаҡығыҙ юҡ! Беҙ уны төрмәнән сығарыуҙы талап итәбеҙ!

Төрмә начальнигы:

(борсолоп) Теге “Изге йән” ҡушаматлы ишанды ҡулға алғандан бирле, халыҡ, төркөм-төркөм булып, төрмәгә ағыла. Был бығаса күрелмәгән хәл. (Эттәргә) Шуға ла һеҙгә төрмәне яҡшылап һаҡларға кәрәк. Әгәр ҙә берәй хәл була ҡалһа, йәнегеҙҙе алырмын! Аңланығыҙмы?

(Эттәр юхаланалар, баштарын ҡағалар. Шул ваҡыт улар сабырһыҙлана башлай, төрмә начальнигы кемдеңдер килгәнен аңлай).

Төрмә начальнигы:

Кем бар унда? Нимә кәрәк? (бер тауыш та ишетелмәй). Әллә теге ишандың эйәрсәндәре төрмәне баҫырға итәләрме? (Эттәргә ишарға яһай.) Барығыҙ! Хәлде асыҡлағыҙ! (Эттәр өрөп сығып китәләр.)

(Оҙаҡламай ауырыу балаһын етәкләгән төрмә начальнигының ҡатыны килеп керә.)

Төрмә начальнигы:

(аптырап). Һин… Был ни эшләүең? Һин үҙ аҡылыңдамы? (Шул ваҡыт бала иҫтән яҙып йығыла. Улар икеһе лә балаға эйеләләр). Ауырыу баланы төрмәгә килтерергә нисек баҙнап иттең?

Ҡатын:

Күрмәйһеңме ни? Балабыҙҙың хәле көндән-көн киҫкенләшә бара (илай). Ошолай йығыла ла китә, тән ҡыҙыулығы юғары, туңып ҡалтыраныу биҙгәге көндән-көн көслөрәк була башланы.

Төрмә начальнигы:

(башын тотоп). Уны нисек кенә был ауырынан ҡотҡарабыҙ һуң? (Ни эшләргә белмәй).

Ҡатын:

Инде ҡайҙа барып, кемдең ишеген ҡағырға ла белмәйем. Йөрөмәгән ер ҡалманы, ниндәй генә дарыуҙар эсермәнек тә, ниндәй генә табиптарға күренмәнек. Тик береһенең дә шифаһы ғына теймәне. (Тағы ла илай).

Төрмә начальнигы:

Эйе шул! Ни эшләргә? Был баланы нисек аяҡҡа баҫтырырға? (Аптырап теге яҡҡа, был яҡҡа йөрөй).

Ҡатын:

(йәнләнеп) Беләһеңме, мин төрмәлә ултырыусы бер тотҡан хаҡында ишеткәйнем. Ул ауырыу кешеләргә, йәғни тотҡондарға, ярҙам итеүсе “Изге йәнле” бер кеше икән. Бында ауырыу баланы эйәртеп ни эшләп йөрөйһөң, тиһең, бына мин шул кешене юллап килдем дә. Зинһар, үтенәм һинән, шул кеше менән беҙҙе осраштыр, ауырыу балабыҙға, бәлки, ярҙамы тейер.

Төрмә начальнигы:

Етте, етте! Тыныслан! Аңланым! Миңә уйларға мөмкинселек бир! (бер аҙ уйлап тора ла һаҡсыға ҡысҡыра). Һаҡсы, бар, тиҙ генә “Изге йән” ҡушаматлы кешене бында килтер! (Ишек шығырлаған, сылбыр шылтырлаған тауыш ишетелә. Һаҡсылар Зәйнулланы килтерәләр. Ул ап-аҡ кейемдә. Зәйнулла ишан шунда уҡ балаға ҡағылмаҡсы була, ләкин төрмә начальнигы уны туҡтата).

Төрмә начальнигы:

Туҡта! (Ул үлгән күбәләкте күреп ҡала ла ҡулына ала). Бына һиңә үлгән күбәләк Әүлиә икәнһең, шуны терелтеп ҡара.

(Зәйнулла ишан аптырап ҡалмай, үлгән күбәләкте өйрөлтә-өйрөлтә лә осороп ебәрә. Бөтәһе лә аптырап ҡалалар.Төрмә начальнигы ҡатынына ишара менән ризалыҡ бирә).

Ҡатын:

Мин һеҙҙең турала бик күп ишеткәнем бар. Һеҙ ҡара ҡайғылы кешеләрҙе шатландырырлыҡ, үлергә ятҡандарҙы терелтә алырлыҡ тылсымлы көскә эйә булған изге күңелле кешеһегеҙ икән. Зинһар, беҙҙең балабыҙға ла ярҙам итегеҙ! (Ҡатын балаһын күрһәтә).

(Зәйнулла ишан шунда уҡ балаға эйелә һәм доғаһын уҡый башлай).

Зәйнулла ишан:

(бала өҫтөнән ҡулын йөрөтә-йөрөтә) “Бисмил-ләһ.Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Әғүҙү биғиззәтил-ләһи үә ҡудратиһи мин шәрри мә әжидү үә үхәҙиру мин үәжғи һәҙә” (Ауырығанда уҡыла торған доға.) (Шунан бер аҙ уйланып торғас) Эйе, был балаға ярҙам итеп була, уға ҡаты күҙле кешенең зәхмәте ҡағылған.

Төрмә начальнигы һәм ҡатыны:

(икеһе ике яҡтан) Зинһар, ярҙам итегеҙ!

Зәйнулла ишан:

Ярай, ә һеҙ сығып тороғоҙ! (Улар сығалар.) “Бисмилләәһ.Эй, Аллаһ! Был балаға күҙ тейеү сәбәпле килгән тән ҡыҙыулығынан, туңып ҡалтыраныу биҙгәгенән һәм сиренән юҡ итә күр”.

“Бисмил – ләһ. Алаһүммә әҙһиб хәрраһә үә бәрдәһә үә үәсәбәһә. Ҡум би иҙнил – ләһ” ( Күҙ тейгәндә уҡыла торған доға)

Эй, Раббыбыҙ! Һинән генә ярҙам һорайбыҙ. Ошо баланы ғазаптарынан ҡотҡар! “Бисмилләһир-рәхмәнир рахим. Әл-хәмдү лилләһи раббил-ғәләмин. Әр-рахмәнир-рахим. Мәлики йәүмид-дин. Иййәкә нәғбүдү үә иййәкә нәстәғин. Иһдинәс-сиратал-мүстәҡим. Сиратал-ләҙинә әнғәмтә ғәләйһим. Ғайрил-мәғҙуби-ғәләйһим үәләҙҙалин. Амин.” (“Фатиха” сүрәһе)

(Зәйнулла ишан доғаны уҡып бөтөрөү менән бала күҙен аса.).

Бала:

Һыу бирегеҙ! Һыу эсәһем килә… (сәсәп һыу эсә). Әсәй, атай... (аяғына баҫа, ). Мин ҡайҙа? (тирә-яғына ҡарай). (Ә ата менән әсә шатлығынан ни эшләргә белмәйҙәр).

Ҡатын:

(Зәйнулла ишанға) Рәхмәт, рәхмәт!!!

Зәйнулла ишан:

Бөтәһе лә яҡшы булыр! Балағыҙ аяҡҡа баҫыр. (Начальникка) Ә хәҙер мине алып китегеҙ. (Төрмә начальнигы Зәйнулла ишанға ҡулын бирә, һаҡсыға алып китергә ым менән ишара яһай)

Ҡатын:

(һоҡланып). Улым, улҡайым минең, күҙ нурым! (иренә) Атаһы, был “Изге йәнле” кеше алдында мәңге бурыслыбыҙ! Уны һиңә ҡотҡарырға кәрәк. Берәй әмәлен табып, һин уны азат ит, иреккә сығар. Зинһар, үтенәм, был бит һинең ҡулыңдан килә. (Шул ваҡыт бала телгә килә.)

Бала:

Атай, әсәй, минең тышҡа сығаһым, саф һауа һулайһым килә! (Сығып йүгерә.)

Ҡатын:

Бар, бар, улым, хәҙер ҡыуып етермен. (Иренә) Атаһы, зинһар, мин әйткәнде онотма! Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирергә кәрәк. Ярар, мин бала артынан йүгерәйем инде. (Сыға.)

Төрмә начальнигы:

Белмәйем, белмәйем. Шулай ҙа губернаторға мөрәжәғәт итеп ҡарармын. Бәлки… кем белә, үтенесемде кире ҡаҡмаҫ. (Эттәр сабырһыҙлана башлай.) Тағы ни бар унда? (Төрмә начальнигы сыға һәм оҙаҡламай губернатор менән килеп керә.) Рәхим итегеҙ! Үҙем һеҙгә барырға тора инем. Килеп яҡшы иттегеҙ әле. Һеҙҙең менән һөйләшәһе һүҙ бар.

Губернатор:

Йә, йә, тыңлайым.

Төрмә начальнигы:

Әфәндем, мин ауырыуҙарҙы дауалаусы, бөтөнләй йәшәүҙән өмөтөн юйғандарҙы аяҡҡа баҫтырыусы, “Изге йән” ҡушаматлы тотҡон, Зәйнулла тураһында һүҙ йөрөтәсәкмен. Ул беҙҙең берҙән – бер балабыҙҙы аяҡҡа баҫтырҙы, уға өр-яңы ғүмер бүләк итте. Минең уйымса, был яҡшы кешене азат итергә кәрәк! Һеҙ был хаҡта ни әйтерһегеҙ?

Губернатор:

Ниндәй “Изге йән”, ниндәй Әүлиә? “Изге йән”, имеш, ышанмайым. Уны бит бик хәүефле кеше, төрөк шпионы, төрөктәргә аҡса, ғәскәр йыя, тип һөйләйҙәр. Һөйләүҙәр генә түгел, ә шуның өсөн төрмәгә япҡандар.

Төрмә начальнигы:

Шулайын шулай ҙа ул. Ләкин мин уның Әүлиә икәнлегенә ышанам. Уның дини тәғлимәтте, шәриғәтте белеүе, төплө белемле булыуы, гипноз, тибет медицинаһы ысулдарын яҡшы ҡулланыуы уны әүлиә итеп танытҡан да инде.

Губернатор:

“Изге йән”, имеш… “Әүлиә”, имеш… Барыбер ышанмайым. (Бер аҙ тынып ҡала.) Әйҙә, улай булғас, уны һынап ҡарайыҡ, бер үҙен тотоп, ас торған йыртҡыс – януарҙар араһына ташларға кәрәк. (Көлә.) Унан һуң ҡарабыҙ “Әүлиә”ме, әллә түгелме? (Һаҡсыларға боролоп) Һаҡсылар, килтерегеҙ үҙен! Ә һеҙ (төрмә начальнигына) ситлекте асығыҙ, йыртҡыстарҙы сығарығыҙ!

(Ҡурҡыныс музыка, һаҡсылар Зәйнулланы килтерәләр Йыртҡыстар Зәйнуллаға ташланмаҡсы булалар, ләкин туҡтап ҡалар, улар төрлө хәрәкәттәр эшләйҙәр.)

Зәйнулла:

(ҡурҡмай, доға уҡый) Аллаһүммә инни әғүүҙү бикә минәл-бүхли үә әғүҙү бикә минәл – жүбни үә әғүҙү бикә ән үрадда илә әрҙәлилғүмр. Үә әғүҙү бикә мин фитнәтит – дүнйә. Үә – әғүҙү бикә мин ғаҙабил – ҡәбр. (Йыртҡыстар кире ситлектәренә инеп китәләр.) (Ниндәйҙер ҡурҡыныс янағанда уҡыла тоған доға .)

Губернатор:

(һушы китеп начальникка ҡарап) Бына Әүлиә, ысынлап та, Әүлиә икән! Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ, тим... Бойорам һеҙгә! (Зәйнуллаға ҡарап). Бар, “Изге кеше”, һине тотҡонлоҡтан азат итәм, яҡшы кеше икәнлегеңә инандым. Бар, тыуған тупрағыңа, тыуған ереңә ҡайтып етергә яҙһын. Бар, изге юл һиңә, Әүлиә!

Зәйнулла ишан:

(тамашасыға ҡарап) Кешеләргә тик изгелек кенә ҡылып йәшәгеҙ, донъя шунда ғына матур тойолор!!! (Йырсы Зәйнулла ишан тураһында йыр башҡара)

(Б. Янбулатов һүҙҙәре, И. Ғарипов музыкаһы)

Изгелегең, ҡылған эшең онотолмай,

Халҡым тиеп, динем тиеп түккән көсөң,

Быуаттарҙы үтеп балҡый һинең исем

Халҡыбыҙҙың күңелендә шуның өсөн.

Зәйнулла ишан Рәсүлиә, Рәсүлиә,

Һәр мосолман һиңә бөгөн башын эйә.

Һин нурланып арабыҙға ҡайтҡан өсөн

Ҡыуаныстан баштарыбыҙ күккә тейә.


(Ҡатнашыусылар сығып баштарын эйә, шаршау ябыла).





















Ҡайынлыҡ урманында


(М. Кәримдең “Ҡайынлыҡ урманында” тигән хикәйәһе буйынса)

Маҡсат:

Тыуған ергә, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу; әҫәрҙең геройҙары аша уҡыусыларҙа изгелек, яҡшылыҡ сифаттар тәрбиәләү;

күреү, ишетеү,хәтер, күҙәтеүсәнлек, зирәклек, фантазия, образды, фекерләүҙе үҫтереү;

телмәр үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу.


Йыһазландырыу:

урман декорацияһы, геройҙарға төрлө костюмдар

( Сәскә, Бәшмәк, Еләк,Күбәләк, Ағастар, Кыҙ )


Ҡатнашалар:

Әлфиә Күбәләк

Ағастар Еләк

Сәскә Бәшмәк

(Әлфиә йырлай-йырлай урманға килә)

Әлфиә (йырлай):

Йәй көндәрен урманға

Барабыҙ һәр көн.

Унда рәхәт, күләгә,

Шатлана һәр кем.

Ҡуш-та: Беҙ уйнайбыҙ ҡысҡырып:

“А – у, а – у!”

Урман һуҙа ҡайтарып:

“А – у, а- у!”

Һауаһы саф, хуш еҫле

Тирә-яҡ йәмле!

Бөрлөгәне, еләге

Бигерәк тәмле.

Ҡуш-та: Төрлө ҡоштар һайраша,

Ҡысҡыра кәкүк,

Беҙҙең йырҙарҙы улар ҙа

Ҡабатлай кәкүк.

(Урманға етер-етмәҫ үк, Әлфиәгә ҡыҙыл ҡанатлы бик матур күбәләк тап була. Әлфиә уныбаҫтыра башлай, бер аҙ шулай ҡыуышып йөрөгәс, ул күбәләккә өндәшә).

Әлфиә:

Әйт әле, күбәләк,

Һөйләшәйек бергәләп

Был тиклем күп осоп,

Арымайһың һин нисек?

Күбәләк:

(йырлай) Мин торам ҡырҙараҙа,

Болонда, ураманда,

Уйнайым, осамын

Яҡты көн булғанда.

Иркәләй һәм һөйә

Ҡояштың яҡтыһы,

Аш булалыр миңә

Сәскәләр хуш еҫе.

(Күбәләк шулай йырлай-йырлай сәсәкәгә килеп ҡуна, ә Әлфиә уны тоторға үрелә).

Күбәләк:

Мин бөгөн иртән генә йәшәй башланым. Һин миңә теймә, мине рәнйетмә! Беҙ – тәбиғәт матурлығы! Уның йәмен юҡ итһәң, ер йөҙө йәмһеҙләнер!

Ә хәҙер мин иркенләп бер уйнап ҡалайым. Үҙең уйнағанда шулай ҡыуып йонсотһалар, рәхәт булырмы һуң?

(Әлфиә аптырап ҡала)

Әлфиә:

Урманда һәйбәт нәмә бер күбәләк кенәме ни? Ана ниндәй матур сәскәләр үҫә. Теләһәң – ҡыҙылын, теләһәң – ағын, теләһәң – зәңгәрен өҙ.

(Әлфиә сәскә йыйырға уйлай, өҙҙөм генә тигәндә сәскә илап ебәрә).

Сәскә:

Ай-ай! Аяғымды ауырттыраһың. Ниңә ул тиклем ҡаты тотонаһың? Ай! Ебәр! (Әлфиә сәскәне ебәргәс тә, теге, илауынан туҡтай алмай, һөйләнә бирә). Мин бәләкәс бит әле. Яңы ғына бөрөнән сыҡтым. Ә һин һуғышаһың. Үҙеңдең аяғыңды шулай ҡыҫып тотһалар, рәхәт булыр инеме?

Сәскә: (йырлай)

Мин – сәскә, үҙемсә

Һағышым, ғәмем бар

Тоямын барын да

Минең дә йәнем бар.

Эй, кескәй дуҫтарым,

Ҡәҙеремде белһәгеҙ,

Ергә йәм биреп,

Үҫһен был, тиһәгеҙ,

Сәскәне өҙмәгеҙ!

Өҙмәгеҙ! Йәлләгеҙ:

Аҙ ғына булһа ла

Минең дә йәшәгем

Килә бит донъяла!

(Йырлап бөткәс, ҡыҙға ҡарап)

  • Вәт! Әгәр ҙә һеҙ беҙҙе гел шулай өҙгөләһәгеҙ, тирә-яҡ йәмһеҙләнер, матурлыҡ ҡалмаҫ ерҙә.


Әлфиә:

(аптырап)

Бына һиңә яңылыҡ! Күбәләккә лә теймә, сәскәне лә өҙмә!

(Шулай аптырап тора ла, сәскәне ҡалдырып, урман эсенә инеп китә. Бәшмәктәр үҫкән аҡланға килеп сыға).

Әлфиә:

Уй, ҡайһылай күп бәшмәктәр! Булмаһа, кәрзинемде тултырғансы бәшмәк йыяйым. Улар бит йомшаҡ, тәндәре лә ауыртмайҙыр!

(Бәшмәккә үрелә, ләкин Әлфиә тейер-теймәҫ үк, бәшмәк сырылдарға тотона).

Бәшмәк:

Эшләпәмде… эшләпәмде боҙаһың, тим! Үҙеңдең эшләпәңде боҙһалар, рәхәт булырмы һуң? (Әлфиәнең сәсенән эләктереп ала). Мин дә һинең кеүек ҡыҙ! Мин – бәшмәк ҡыҙы. Мин һинең эшләпәңде боҙмайым бит, һин дә кешенекенә теймә! (йырлай)

Эшләпәмде ҡырын һалып

Эре генә ултырам!

Мин – байлығы тәбиғәттең

Файҙа ғына килтерәм.

Тик боҙмағыҙ урынымды,

Өҙмәгеҙ һеҙ тамырҙан!

Беҙ бит – урман хазинаһы

Матур һәм һаҡ һин ҡылан!

(Әлфиә аптырап, ҡайтырға борола. Ул кескәй генә аҡланға килеп сыға, унда тәгәрәп-тәгәрәп еләктәр бешкән. Ҡыҙ уларҙы өҙөргә баҙнап итмәй.)

Еләк:

Нимәгә иҫең китте? Ниңә беҙҙе өҙмәйһең?

(Әлфиә һаман да өндәшмәй).



Еләк:

Беҙ инде тама бешеп өлгөрҙөк. Ғүмеребеҙ барыбер күп ҡалманы. Һин беҙҙе, һаҡ ҡына ҡыланып, япраҡтарыбыҙҙы өҙмәй генә, күп итеп йыйып кит. Өйҙә әсәйең беҙҙән ҡаҡ ҡойор, варенье ҡайнатыр, һалҡын ҡыш килгәс, һеҙ, күмәкләп табынға йыйылып, ҡаҡ, варенье менән сәй эсерһегеҙ. Шул саҡ урман аҡланын, беҙҙең менән бергә йәшәгән сәскәләрҙе, күбәләктәрҙе, бәлки, хәтергә төшөрһөгөҙ. Беҙ йәшәгән йәйҙе һағынып ҡуйырһығыҙ. Тартынма, өҙ беҙҙе. Беҙ шундай тәмлебеҙ, хуш еҫлебеҙ. Беҙ – ер менән ҡояш балары.

(Әлфиә башта еләктәрҙе шикләнеберәк өҙә. Ҡарышыусы булмағас, ул тиҙ үк ҡыйыуланып китә. Еләктәрҙе йыйышырға Күбәләк, Сәскә, Бәшмәк һәм Еләк үҙе лә сыға).

Бергә: (йырлайҙар). (Әлфиә өйөнә ҡайтып китә)













Тыуған ауылым – тыуған тарихым.


(Учалы районы Учалы ауылының тарихи йылъяҙмаһы буйынса)


Маҡсат:

уҡыусыларҙа тарихыбыҙ менән ҡыҙыҡһыныу уятыу, тыуған төйәгебеҙгә хәстәрлекле ҡараш, тоғролоҡ тәрбиәләү;

Ватан төшөнсәһен аңлы күҙ алдына килтереү, уның менән ғорурланыу һәм ысын күңелдән тыуған ереңде һөйә белеү тойғоһо булдырыу.

Йыһаҙландырыу:

компьютер, диапроектор, слайдтар Башҡортостан, Учалы районы карталары, «Илһам шишмәләре бынан башлана», «Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ», «Учалым – тыуған төйәгем» күргәҙмәләре, тыуған ер, тыуған яҡ тураһында яҙыуҙар:


“Алтын –көмөш яуған ерҙән

Тыуып үҫкән ил яҡшы.”

“Учалы, һин бай, гүзәл еркәй

Әсир иттең мине мәңгегә.

Һинең яҙмыш – күптән минең яҙмыш

Минең яҙмыш – һинең ереңдә!”

( Н.Абдуллина)


(Ҡурай көйө аҫтында)

1-се а. б:

Тыуған ер тупрағының ҡара икмәген ашап, шишмә һыуҙарының татлы тәмен тойоп, шифалы һауаһын һулап үҫәбеҙ. Шуға күрә лә тыуған тупраҡ, тыуған ауыл, атай йорто һәр саҡ йөрәк түрендә, һәр саҡ үҙенә тарта. Тыуған ер һәр кем өсөн изге, ҡәҙерле. Кешелә булған бөтөн изге нәмә тыуған ерҙән, атай йортонан, изге шишмәләрҙән, йылғаларҙан юлдарҙан башлана.

1-се уҡыусы:

Күпме юл үтһәм дә,

Ҡайҙарға китһәм дә,

Һәр яҡтан тыуған яҡ күренә

Йыр булып күсә ул,

Ел булып иҫә ул,

Гөл булып күңелгә үрелә.


2-се уҡыусы:

Һин – шундай бейек ер,

Һин – шундай бөйөк ер,

Тыуған ер – Учалым.

Һин яҡты мең яҙым,

Мәңгелек моң – саҙым.

(Тыуған яҡ тураһында йыр башҡарыла. “Учалы” йыры, Ғ. Ғабдрахманов музыкаһы, М. Һиббәт һүҙҙәре. )

2-се а. б.:

Беҙ йырҙарҙа йырланған, эпостарҙа данланған икһеҙ – сикһеҙ далалары, мәғрүр тауҙары, ҡуйы ҡалын урмандары менән дан тотҡан йәмле Башҡортостан еренең, Урал аръяҡының тәньяҡ өлөшөндә урынлашҡан Учалы ерендә тыуғанбыҙ.

(1 уҡыусы Ф. Хәсәновтың « Танышайыҡ, туғандар» тигән шиғырын һөйләй. Шул ваҡытта Учалы ауылы тураһында слайдтар күрһәтелә.

3-сө а. б.:

Ә тыуған ауылыбыҙ Башҡортостан территорияһының бәләкәй генә өлөшөн тәшкил итә. Картала ул бер нөктә булып күренһә, тыуған ауылыбыҙ беҙҙең өсөн иң ҙур, иң матур иң ҡәҙерле ер булып тойола.


4-се а. б.:

Учалы ауылы Учалы күленең төньяҡ – көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Уны Ҡарағалпаҡ, Тайсапҡан, Һырмау тигән тәпәшәк тауҙар уратып алған. Төньяҡ өлөшөндә Ташбаш, ә көнбайышта (иң беренсе килеп ултырыусылар) Бәләкәй Учалы урын алған. Хәҙерге көндә лә беҙҙең ауылыбыҙ төньяҡтан көнбайышҡа ҡарап һуҙылған.

1-се а. б. :

Учалы исеменең килеп сығыуы тураһында бик күп төрлө легендалар, риүәйәттәр йәшәй. Уларҙың төрлө варианттары бар.

Тәүге версия:

“Уча - Уса” уғыр – фин телендә “һандуғас” һүҙен аңлатҡан, ә “лы” ҡушымта ғына. Өлкән йәштәгеләр әйтеүенсә, шулай уҡ археологтар белдереүенсә элек Учалы күле буйында бик бейек ағастар, ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар үҫкән.Ә Бәләкәй Учалынан алып Өргөнгә тиклем эре ҡарағаслы урман булған. Бына шундай урмандарҙа, бигерәк тә күл буйында һандуғас һайрауы халыҡҡа һәр саҡ ишетелер булған.


3-сө а. б.:

Икенсе версия:

“Үс алыу”, татарса “Үч алыу” һүҙенән килеп сыҡҡандыр, тигән хәбәр йөрөй. Бының турала татар – монгол баҫҡынсыларының хөкүменә дусар ителгән осорҙағы легенда һөйләй. Йәнәһе, монгол ханы ошонда йәшәгән халыҡтан үҙенә бер матур ҡыҙҙы кәләш итеп биреүҙәрен һораған.Бының өсөн ул күп итеп ҡалым да биргән. Ошонда йәшәгән башҡорттар тәүҙә ризалыҡ белдергәндәр, бүләктәрен дә алып ҡалғандар. Ләкин ни эшләптер һүҙҙәрендә тормағандар. Бер йылдан хан ҡыҙҙы алып китергә килгәс, улар вәғәҙәне үтәмәйҙәр. Үс итеп, хан ауылға ут төртә. Ә аҙаҡ инде, бындағы халыҡ “үс алды”, татарса “Үч алды” тигән. Учалы һүҙе ана шунан ҡалған. (Учалы ауылында йәшәүсе Рәшиҙә Вилданованан Хасанова Гөлназ яҙып алды).

4-се а. б.:

Өсөнсө версия:

Риүәйәт буйынса Учалы һүҙе “Юша” һүҙенән килеп сыҡҡан. “Юша” йәшмә һүҙен аңлата. Учалы районында 26 урында йәшмәләр ятҡылығы табылған.

1-се а. б.:

Дүртенсе версия:

Ауыл йылъяҙмаһына күҙ һалһаҡ, Учалы – типтәр ауылдарының иң ҙурыһы. Ул һуңынан Типтәр – Учалы волосының үҙәгенә әүерелә. Шундағы күл исемен алған. 18 быуаттың бөтә документтарында ла һәм 1786 йылғы картала күлде Ашулы – Асыулы тип йөрөткәндәр. Башта ауылды Митрәй тип атағандар. Уның өсөнсө Минүсәй тигән исеме лә булған.

2-се а. б.:

Бишенсе версия:

Бәләкәй Учалы торған ергә Уҙал исемле башҡорт ғаиләһе менән (иң беренсе) килеп йәшәй башлаған. Уның бер нисә улы булған. Ҡарт малайҙары менән балыҡ тотҡан, иген үҫтергән, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Зыярат түбәһендә ел тирмәне лә булған.Ул балыҡ һатырға йөрөгән. Уға килеп йөрөгән кешеләр уны Асыуҙы ҡарт тип исемләгәндәр. Ә урыҫтар уны исеме менән Узал, Усал, Усалы, ти торған булғандар. Асыуҙы күле, Асыуҙы ауылы шулай тора – бара Учалыға әйләнгән. (Учалыла йәшәүсе Үрнәк Закированан 11-се Б синыф уҡыусыһы Таһирова Айгөл яҙып алды).

1-се уҡыусы:

Ситтә йөрөгән саҡта һағындырып,

Керер өсөн төндә төшөнә,

Зәңгәр таңлы, бейек аяҙ күкле

Тыуған яғы кәрәк кешегә.

4-се уҡыусы:

Ҙур уңыштар яулап, заманалар

Матур баһа бирһә эшенә,

Шатлыҡтарын ишеттерер өсөн,

Тыуған яғы кәрәк кешегә.

3-сө уҡыусы:

Йөрөй – йөрөй күңел тупаҫланһа,

Туҙан ҡунһа йәшлек хисенә,

Бер сафланып килер өсөн

Тыуған яғы кәрәк кешегә.


2-се уҡыусы:

Йәшәр өсөн бөтмәҫ көс алырға

Олоһона һәм дә кесегә,

Мөхәббәтле, йәмле, мәрхәмәтле

Тыуған яғы кәрәк кешегә.


( Ҡыҙҙар ансамбле бейеү менән сығыш яһай)


5-се уҡыусы:

Тыуған ер ул – баш осона халҡың,

Һинең өсөн сатыр ҡорған ер…

Бәп-бәләкәй тыуған йорт йылыһы

Гел һиҙелеп, тойолоп тоған ер…

Һулышың, йәнең

Сикһеҙ бер киңлекте,

Иркенлекте тоя торған ер…

Күпме ҙур булмаһын, йомарланып,

Йөрәгеңә һыя торған ер. ( Н. Әминева)

( Тыуған яҡ тураһында йыр башҡарыла.)

3-сө а. б.:

Ауыл йылъяҙмаһына күҙ һалһаҡ, Учалы – типтәр ауылдарының иң ҙурыһы. Ул һуңынан Типтәр – Учалы волосының үҙәгенә әүерелә. Шундағы күл исемен алған. ΧѴІІІ быуаттың бөтә документтарында ла йылға картала күлде Ашулы – Асыулы тип йөрөткәндәр.

4-се а. б.:

Революцияғ тиклем 1859 йылда 120 ҡура ( 1640 кеше) булһа, 1920 йылда ауылда – 631 кура (3129 кеше) йәшәй, Хәҙерге ваҡытта Учалыла

6000 ашыу ғүмер итә.

1-се а. б.:

Ауылыбыҙҙың сал тарихын иҫбат итеүсе шәжәрәләр, тарихи мәғлүмәттәр бар беҙҙә. Учалыла татарҙар килеп йәшәй башлағас,улар башҡорттар менән туғанлашып бөткән. Һәр бер нәҫел бергәрәк йорт һалып ултырырға тырышҡан һәм улар үҙҙәренең йәшәгән урамын “аймаҡ” тип атағандар: Мәләк, Түкәс, Һөләймән, Баҙар, Бәләкәй Учалы, Мәсүтүре. Учалыла тағы ла халыҡ көсө менән төҙөлгән өс мәсет булған.

2-се а. б.:

Революцияны Учалылар ҡыуанып ҡаршы ала. Дутовсыларға ҡаршы һуғышырға теләк буйынса Учалы ауылынан да китәләр. Учалы больницаһының артындағы тау өҫтөндә туғандар ҡәбере бар. Был ҡәберҙә беҙҙең ауылдаштарыбыҙ Шәрипов Таһир, Йосопов Рәхимйән, Әбсәләмов күмелгән. Ә Мәғәсүмов дутовсылар тарафынан тереләй күмелгән була.

3-сө а. б.:

Революциянан һуң Учалы ауылындағы мәсеттәрҙе емерәләр. Тик баҙар майҙанындағы мәсет кенә башланғыс мәктәпкә әйләндерелә. Ә Ташбашта мәҙрәсә булған. Унда Нөғәт бабай менән уның улы Ғүмәр Мәликов уҡытҡан. Революцияға тиклем ауылда бер нисә магазин булған.Уларҙың хужалары: Һөләймәнов Шакир, Бикбулатов Закир, Бибиков бабай. Ә революциянан һуң ауылда лавка һәм магазиндар булмай. Ләкин ҙур йәрминкә ойошторолған, Кирәбе, Петропаловканан рус һатыусылары ла килгән. Был кешеләр үҙҙәренең таныштарында туҡтай, ә беҙҙең ауыл кешеләре уларҙы «знакум» тип йөрөткәндәр. Утыҙынсы йылдарҙа Учалы ауылында больница эшләгән, район китапханаһы асылған, волость идаралығы булған, почта станцияһы эшләгән.

( Тыуған яҡ тураһында йыр башҡарыла) (Слайдтар аша геройҙарҙың фотолары күрһәтелә.)

1-се уҡыусы:

Ауылымдың һәр өйөнә тейеп

Үтте Бөйөк Ватан һуғышы.

Үткән Бөйөк Ватан һуғышының

Ишетелә һаман һулышы.

2-се уҡыусы:

Ауылыбыҙҙан Бөйөк Ватан һуғышына 450 кеше киткән. Һәр ғаилә үҙенең ғәзиә кешеһен һуғышҡа оҙатҡан. Әсе һуғыш һөрөмө бер ғаиләне лә ситләтеп үтмәне. Ауылдаштарыбыҙҙың 283–ө һуғыш ҡырҙарында

ятып ҡалды.

4-се а. б.:

Күптәрҙең исеме лә, батырлығы ла беҙгә билдәле. Беҙ Дан Орденының Тулы кавалеры үҙебеҙҙең ауыл егете Хөснөтдинов Әхнәф Ғәлимйән улы, Учалы урта мәктәбендә уҡыған, шунда хеҙмәт юлын башлаған, ошонан һуң һуғышҡа киткән һәм Советтар Союзы Геройы исемен алған Ташкин Михаил Александр улы менән ғорурланабыҙ.

1-се а. б.:

Учалы ауылынан һуғышҡа киткән Закиров Мирсат тураһында ҙур һоҡланыу менән уҡыныҡ. Уның тураһында һуғыштан һуң ғына «Огонёк» журналында материал баҫылып сыға. Ул һуғышты Брест крепосында ҡаршылай. Легендар крепосты һаҡлаусылар нығытманы өс –дүрт ай буйы фашистарға бирмәйенсә һаҡлап һуғышалар. Бик аяуҙыҙ, тиңһеҙ һуғышта ҡаһарман һалдаттар һуңғы һулыштарына тиклем алышалар. Һуңғыларҙың береһе булып яҡташыбыҙ Мирсат Закиров була.

2-се а. б.:

Һуғышта ғына түгел, тылда ла аяуһыҙ хеҙмәт фронты асыла. Беҙҙең ауыл кешеләре һынатмай, хәлдәренән килгәнсә тырыша, фронт өсөн мөмкин булған һәм булмағандың барыһын да эшләй.

3-сө уҡыусы:

Олоғайған һайын, йоҡолар һаҡ,

Үткәндәргә хәтер йыш ҡайта.

Ҡай саҡ таңдарҙың да алһыулығы

Һуғыш яраларын ҡуҙғата.

Утты – һыуҙы кискән ирҙәрҙең

Күңелендә күпме моң ята.

4-се уҡыусы:

Эй һин, хәтер, ғүмер яҙҙарынан

Йәшлектәрҙе беҙҙең саҡырып ал.

Йырлайыҡ, дуҫтар,

Беҙҙең ғүмерҙәрҙә,

Беҙҙең был көйҙәрҙә

Ҡайтмай ҡалғандарҙың хаҡы бар.

( Батыр ил һаҡсылары тураһында йыр)

3-сө а. б.:

Ауылыбыҙҙың йылъяҙмаһына тағы ла күҙ һалайыҡ.

1950 йылда “Совет” колхозы төҙөлә. Алдынғы колхозсыларҙан Һөләймәнов Шәүкәт, Фәйзуллин Фәрүәз, Рәхмәтуллин Мөждәбә, Маннапов Йәнуҙаҡ, Хөснөтдинов Ғәлимйән башҡаларға ҙур өлгө була.



4-се а. б.:

1967 йылда беҙҙең колхоздың исеме бөтә илгә билдәле була. Колхоздар араһында үткәрелгән ярышта еңгән өсөн СССР – ҙың Ҡыҙыл Байрағы тапшырыла, аҡсалата премия бирелә һәм был байраҡ колхозда һаҡлау өсөн ҡалдырыла.

1-се а. б.:

1966 йылдарҙа Һәйтәк – Учалы юлы асфальттан һалына, колхоз правлениеһы, автогараждар төҙөлөп бөтә, йылылыҡ бирнлә һәм һыу мәсьәләһе хәл ителә.

2-се а. б.:

Һуңғы йылдарҙа ауылыбыҙ күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Яүы йорттар, мәктәп, магазиндар ауылға йәм биреп тора. Беҙҙең мәктәптә ағас ултыртыу күптән инде матур йолаға әйләнгән.


5-се уҡыусы:

Ауылымды өҙөлөп һөйәм, тип,

Һөйләп йөрөмәй ауыл кешеһе.

Сәсә, ура, илде туйындыра

Яратыуының шунда көслөһө.


1- се уҡыусы:

Тәпәй баҫҡан ерем, эскән һыуым,

Ҡара, аҡмы, әсе, татлымы,

Бөтә ғүмерем менән түләй алмам

Ошо ерҙә йәшәү хаҡымды.


2-се уҡыусы:

Диңгеҙенән айырылһа,

Тамсы ҡала төҫһөҙ.

Ҡаянан айырылһа,

Бөркөт була көсһөҙ.

Ҡыуағынан айырылһа,

Былбыл һайрай хисһеҙю

Эй тыуған ер,

Тамырҙарым һиндә,

Нишләр инем һинһеҙ?!


Бөтәһе:

Гүзәл тәбиғәтебеҙ, туған телебеҙ, матур ғөрөф – ғәҙәттәребеҙ, милли йолаларыбыҙ беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәһен һәм уны күҙ ҡараһылай һаҡлайыҡ!

(А. Фәтҡуллина музыкаһына, М. Ямалетдинов һүҙҙәренә яҙылған “Учалы” йыры менән тамамлау.)

Урал менән Шүлгәндең Йәншишмәгә юлланыуы


(«Урал батыр» эпосы буйынса )


Ҡатнашалар:

Йәнбирҙе ҡарт

Йәнбикә ҡарсыҡ

Урал

Шүлгән

Һомай

Аҡҡоштар

1-се күренеш


(Матур аҡланда түңәрәк күл. Унда бик матур бер аҡҡош һыуҙа ҡойона. Шүлгән менән Урал уны тотоп алалар. Шунан улар дүртәүләшеп (атаһы, әсәһе) һунарҙан ҡайталар, йөҙҙәре бик ҡыуаныслы күренә.)

Йәнбирҙе:

Ай-һай… (ҡыуанып) бөгөн һунар бик уңышлы булды. Йөрөмәгән ер, ауламаған йәнлек ҡалманы. (Тотҡан йәнлек-ҡоштарын тотоп ҡарай - ҡарай һөйләнә.)

Урал, Шүлгән:

(тотолған йәнлектәргә ҡулдары менән күрһәтеп) Эйе, эйе, бына күпме табыш алып ҡайттыҡ!

Йәнбикә:

Күмәкләгән – яу ҡайтарған.

Йәнбирҙе:

Бергәләп йөргәс, үлем ҡурҡынысы ла янаманы.

Урал:

Үлем үҙе беҙҙән ҡурҡҡандыр әле.

Йәнбирҙе:

(ситтә талпынып ятҡан аҡҡошҡа күрһәтеп) Ә был ҡоштоң тиҙ генә аяҡтарын бәйләгеҙ! Осоп китә күрмәһен! Төшкө ашҡа тәмле ризыҡ булыр. (Үҙе бысаҡ ҡайрай.)

Шүлгән:

Хәҙер, атай, ҡушҡаның эшләнер.(Үҙе ҡош янына килә, ауыҙҙарын ялай һәм ҡошҡа ҡарап ) Ай-һай…! Тәмле генә ризыҡҡа оҡшап тораһың! (Ҡоштоң һынған ҡанатын ҡарап) Ҡанаттарың һынғанмы? Шәп…шәп..! Осоп китмәҫкә һәйбәт булған.( Ҡоштоң аяҡтарын бәйләп ташлай һәм атаһының бысаҡ ҡайрағанын күреп) Атай, атай, был ҡошто һуйырға йыйынаһыңмы? Башы – миңә! Их, бигерәк тәмле булыр инде!

Урал:

(Уларҙың һөйләшкәнен ишетә лә ҡош янына килә һәм уның ҡанаттарын һыйпай.) Ҡуйығыҙсы, нимә шул меҫкен ҡошҡа ҡаныҡтығыҙ. Атай, ҡабаланып эште боҙоп ҡуйма! Күрмәйһегеҙме, бик изге ҡошҡа оҡшаған, күҙҙәренә генә ҡарағыҙ: күпме зар, моң, нур түгелә…Интектермәйек, ыҙалатмайыҡ, әйҙәгеҙ, был ҡошто иреккә ебәрәйек, рәхәтләнеп осһон! Уның донъяла йәшәүенә ҡыуанайыҡ!

Шүлгән:

Атай, ҡуй шуны тыңлап торма. Йәһәтерәк һуя һал!

Һомай:

(ҡанлы йәшен түгеп)

Мине бүлеп ашап та,

Сәйнәп-сәйнәп йотоп та,

Барбер аш булмамын,

Һис аш булып һеңмәмен.

Шүлгән: (ауыҙҙарын ялап) Ә ниңә? Бик тәмле генә күренәһең!

Йәншишмәнән һыу алып ,

Әсәм тәнен йыуҙырған.

(Үҙ нурына һуғарған

Барығыҙға билдәле

Ҡояш тигән әсәм бар)

Ебәрегеҙ һеҙ мине,

Атам барыбер табыр ул,

Килеп яулап алыр.

Шүлгән: (көлөп) Ҡуҡыттың, ҡурҡыттың.

Һомай:

Самрау тигән батшаның

Һомай тигән ҡыҙымын;

Алтын сәсем тараһам,

Нурға илде күмәмен:

Көндөҙ ергә нур һибәм,

Кисен айға нур бирәм.

Ебәрегеҙ һеҙ мине,

Илемә мин ҡайтайым;

Йәншишмәнең һыу юлын

Һеҙгә әйтеп китәйем.


(Ҡоштоң һөйләшә башлауына бөтәһенең дә иҫе китә, улар бер-береһенә аптырап ҡарайҙар)

Йәнбирҙе:

Әсәһе, уландар, ни эшләйбеҙ? Ҡошто ебәрәбеҙме? Уйлашайыҡ, кәңәшләшәйек!

Йәнбикә:

Йәншишмәнең һыу юлын белеүе дөрөҫ булһа, ебәрергә кәрәктер.

Йәнбирҙе:

Әйҙәгеҙ, әсәһе, уландар, тамаҡ ялғап алайыҡ, шунан ни эшләргә икәнлеген уйларбыҙ. (Ашарға инәләр, Шүлгән инмәй ҡала, ҡош эргәһендә урала.) Һиңә барыбер ирек тәтемәйәсәк. Беҙ һине тәмләп кенә ашап ҡуясаҡбыҙ.

Урал:

Бар кит бынан! Шул меҫкенде ашап тамағың туямы? (Ҡош янынан ағаһын ҡыуа, уны ситкә илтеп ҡуя.) Ҡайғырма, хәҙер тамаҡланам да үҙеңде атай-әсәйеңә илтеп ҡуям. (Урал да, Шүлгән дә ашарға инеп китәләр.)


2-се күренеш


(Ҡош талпына, осорға тырыша, ләкин урынынан ҡуҙғала алмай. Шунан һуң ул зарығып йырлай башлай.

Һомай:

Ҡош ҡанаттарын һайларға,

Төштөм күл буйҙарына,

Күл буйҙарында йөрөгәндә

Ҡалдым бәлә-ҡазаға.

(Бер ҡауырһынын ташлай.)

Эй, дуҫтарым, дуҫтарым,

Килегеҙ һеҙ ярҙамға,

Алып китегеҙ мине,

Атам-әсәм янына.

Хәсрәт кенә төштө башыма,

Тыуған илем булап осҡанда.

Тирә-яҡ саҡыра, мин илайым,

Ғүмер һорап ғәзиз башыма.

(Икенсе ҡауырһынын ташлай.)

Эй, дуҫтарым, дуҫтарым,

Килегеҙ һеҙ ярҙамға,

Алып китегеҙ мине,

Киң урмандар, ҡырҙарға.

Ҡанаттарым һынған, ҡанға батып,

Кем белер инде хәлемде.

Мең ҡайғым юҡ, бер ҡайғым бар-

Ул да булһа ирек юҡ.

(Өсөнсө ҡауырһынын ташлай.)

Эй, дуҫтарым, дуҫтарым,

Килегеҙ һеҙ ярҙамға,

Алып китегеҙ мине,

Тыуған илем янына.


(Шул ваҡыт һауала ҡош тауыштары ишетелә. Улар әйләнәләр-әйләнәләр ҙә Һомай янына осоп төшәләр, уны дауалайҙар һәм осороп алып китәләр.)

Аҡҡоштар:

(һауаға күтәрегәндә бергәләп йырлайҙар.)

Әйҙәп торған урман-ҡырҙарға

Осабыҙ бергә-бергә.

Һәр көнөбөҙ шатлыҡ ҡына

Ирек-азатлыҡ һөйгәнгә!

Шүлгән:

(ҡоштарҙың осоп китеүен иң беренсе күреп ҡала.) Эх… (Ни эшләргә белмәй.) Атай, атай, беҙҙең тәмлекәсебеҙ осоп китте түгеме? Күпме инәлдем, шуны һуй тип, Уралды тыңлап, тәмле ризыҡтан яҙҙыҡ!

Урал:

(ҡоштар осоп киткән яҡҡа ҡарап) Һау бул, Һомай!

Йәнбирҙе:

(уйланып торғандан һуң.) Уландарым, һеҙгә юлға сығырға кәрәк. Ана, Һомай ҡоштоң юлын күрәһегеҙме, нисек ярылып ята, шул яҡҡа китегеҙ. Йәншишмәнең һыу юлы ла шундалыр. Юлда барғанда үлем осраһа, башын ҡырҡып алып ҡайтығыҙ

Урал, Шүлгән: Ярай, атай, һин ҡушҡанса эшләрбеҙ! (Урал менән Шүлгән юлға сығалар)



(Шаршау ябыла.)


Урал батыр Ҡатил батша илендә


(«Урал батыр» эпосы буйынса)




Ҡатнашалар:

Урал

Ҡатил батша

Ҡатил батшаның ҡыҙы

Яран

Үгеҙ

1-се батыр

2-се батыр

3-сө батыр

4-се батыр

Халыҡ




(Батша ҡыҙы үҙенә егет һайлай)

Батша ҡыҙы:

-Буйы бәләкәй!

-Күҙҙәре йәмһеҙ ҡарай!

- Көсһөҙ генә күренә!

- Тештәре ҡыйыш!

(Уралға килеп етә һәм бер күреүҙән ғашиҡ була)

Егет, һин бик көслө лә

Матур ҡиәфәтле лә күренәһең!

Бына һиңә алма бүләк итәм.

(Ялсыларына)

-Хәҙер үк һарайыма алып барып еткерегеҙ!

(Ҡыҙ ҡайтып киткән.)

(Ҡыҙҙың ялсыһы Урал батыр янына килгән һәм былай тигән)

Яран:

Әйҙә һарайға, егет,

Батша ҡыҙы көтә,

Йола ҡушыуы буйынса

Һин беҙҙең кейәү хәҙер!

( Ялсы Уралдың арҡаһынан һөйгән, ләкин Урал уның һүҙенә күнмәгән һәм һарайға бармаған.)

Урал:

Мин йоланы белмәйем,

Эш аҙағын күрәйем,

Аҙаҡ барһам, барырмын,

Ҡыҙҙы эҙләп табырмын.

(Батшының ялсылары ҡыҙға ошаҡларға йүгерәләр, күп тә үтмәй дүрт батырын эйәрткән

Ҡатил батша килә, уларҙан тәхет күтәрткән, ир -ҡол һайлап үткән.)

Ҡатил батша:

-Быныһы һарайға ярар!

-Быныһы ҡорбанға булыр!

(Инде ҡыҙ һайлауға күскән.)

-Кәүҙәһен ҡарағыҙ!

-Тешен ҡара!

(Бер ҡыҙға төртөп)

-Һарайға был ярар,

Бүтәнен үҙегеҙ ҡарағыҙ,

Арыуҙарын һайлағыҙ,

Кәрәгенсә алығыҙ,

Ҡалғандары әсәмдең,

Мине йыуған ҡойомдоң

Ҡорбанына ҡалыр!


(Шул саҡ Ҡатил батшаның ҡыҙы килеп еткән. Ул Урал янына үткән һәм уға үпкә һүҙҙәрен әйткән.)

Батша ҡыҙы:

Егет, һине һайланым,

Һарайыма барманың,

Алма биреп ымланым,

Мине тиңгә алманың;

Кире ҡаҡтың һүҙемде

Бөтә ҡолдар алдында,

Ҡара иттең йөҙөмдө,

Кәм-хур иттең үҙемде.


(Ҡатил батша шул һүҙҙәрҙе ишеткәс, ныҡ асыуланған.)

Ҡатил батша:

Ҡайһы ырыу егетенән

Минең ҡыҙым хурланған?

Әй егет, һин затымды,

Ҡатил батша атымды

Кеше түгел был илдә

Мин биләгән һәр ерҙә

Ҡошо - ҡорто, йәнлеге

Ишетеп тә, күреп тә,

Гүрендәге үлек тә

Аңлағанын беләһең!

Ҡыҙым әйткәс, бармайынса,

Нимә уйлап тораһың?

Ниңә йолам боҙаһың,

Бармай ваҡыт һуҙаһың?

Урал:

Батша тигән бәндәне,

Кеше һуяр йоланы

Ишетеп тә, күреп тә,

Нисә йылдар йөрөп тә,

Һис бер ерҙә күрмәнем,

Барлығын да белмәнем.

Мин ят йола һөймәйем,

Үлем тигән яуызды

Үлтерергә эҙләйем.

Мин күренмәҫ үлемде

Юҡ итергә сыҡҡанмын;

Ҡан ҡойоусы батшанан,

Кеше ашар дейеүҙән

Бар кешене ҡотҡарыу,

Йәншишмәнән һыу алып,

Үлгәндәрҙе терелтеү

Өсөн тыуған батырмын.

Кит, ярандар, артабан,

Ҡолдар ҡулын сисегеҙ,

Ҡыҙҙар ҡулын сисегеҙ!


(Шул һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ҡатил батша ҡыҙарынған, ярандарына аҡырған)

Ҡатил батша:

Үлем эҙләп йөрөһә,

Ҡанға һыуһап тилмерһә,

Күрһәтегеҙ үлемде,

Танытығыҙ илемде!


(Шул ваҡыт Ҡатил батшаның дүрт батыры хасил булған.)

Батырҙарҙың береһе:

Алыштанмы, тартыштанмы?

Һайла берҙе!

Урал:

Әрәм булып ҡуймағыҙ-

Тәүҙә шуны уйлағыҙ.

Үҙегеҙҙән көслөрәк

Берәй хайуан һайлағыҙ!

(Батырҙар көләләр)

Батырҙарҙың икенсеһе:

Ай-һай, батыр икәнһең!

(Шул һүҙҙәрҙе ишеткәс, батырҙар ҙа, Ҡатил батша ла хахылдашып көлгәндәр, ти.)

Ҡатил батша:

Ҡанһыраған икән был,

Йәнһерәгән икән был,

Һарайымды күтәргән

Үгеҙемде килтерең;

Үгеҙ ҡылыр ҡылыҡты,

Һеҙ, батырҙар, тик тороң.

(Халыҡ бик ҡурҡҡан, улар Урал батырҙы бик ҡыҙғанған. Ерҙе тырнап, үкереп, тауҙай үгеҙ килгән. )

Үгеҙ:

Егет, ергә атмамын,

Һине юғалтып ятмамын,

Сереп туҙан булғансы,

Елгә осоп туҙғансы,

Мөгөҙөмдә ҡаҡлармын,

Һине шулай һаҡлармын!

Урал:

Мин дә әрәм итергә,

Үгеҙ, һине тырышмам,

Яфаланып, көс түгеп,

Һинең менән сайҡашмам.

Донъяла һин кешенән

Көслө юғын танырһың,-

Үгеҙ түгел, тоҡомоң менән

Кешегә ҡол булырһың!

(Шундай һүҙҙәрҙе ишеткәс, үгеҙ Урал батырға ташланған, Ә ул үгеҙҙең мөгөҙөнән тотоп алған да ергә батырғансы тотҡан, үгеҙҙең ауыҙынан ҡан киткән, өҫкө теше төшкән, үгеҙ хәлһеҙләнгән, сәсәп әлһерәгән, был хәлде күреп торған Ҡатил батша ла, уның батырҙары ла аптырауға ҡалған. )

Ҡатил батша:

Ай-һай, был ни хәл? Минең үгеҙемдең шул кешегә лә көсө етмәй!

(Урал батыр үгеҙҙе әрәм итмәгән, батҡан ерҙән үгеҙҙе күтәреп алып ҡуйған, уның дүрт тояғы урталайға ярылған, араһынан ҡан тулып, ҡырҙай ҡанға туҙған.)

Урал:

Ҡулым тейгән мөгөҙөң

Кәкрәйгән көйөнсә,

Тешең төшкән ауыҙың

Өҫкө тешең үҫмәйенсә,

Айырылған тояғың

Һис тә берекмәйенсә,

Үҙең түгел, балаң да

Мәңге ҡалыр шул көйсә,

Кеше көсөн күрҙең һин,

Хәлһеҙлегең белдең һин,

Кешегә мөгөҙ сайҡама,

Еңермен тип, айҡанма!


(Ҡатил батшаның ҡото осҡан, ул дүрт батырына ымлаған.)

Ҡатил батша:

Бер табандан уҡтал!

(Шул ваҡыт Ҡатил батшаның дүрт батыры Урал батырға ташланырға әҙерләнгән)

Өсөнсө батыр:

Йәнең сыҡһа ҡулымда,

Тәнең ҡайҙа ташлайым?

Сойорғотҡансы үлмәһәң,

Ҡайһы илгә сөйәйем?

(Дүрт батыр Ураға ташланған, ә ул ҡаушап ҡалмаған.)

Урал:

Дүртегеҙ ҙә килегеҙ,

Үлем эҙләп йөрөгән

Батыр көсөн белегеҙ;

Ҡулығыҙҙа йән бирһәм,

Арыҫланыма бирегеҙ;

Көсөгөҙ етһә ташларға,

Йәншишмәгә сөйөгөҙ.

Инде һеҙ ҙә әйтегеҙ:

Минең ҡулға төшһәгеҙ,

Күбәләктәй осһағыҙ,

Ҡайҙа ҡарап сөйәйем?

Дейеүҙәрҙе ҡыйратып,

Йәншишмәнән һыу алып,

Кире һеҙгә килгәндә,

Һеҙҙе эҙләп йөрөгәндә,

Он - талҡандай итегеҙҙе,

Күбәләктәй йәнегеҙҙе

Ҡайһы ерҙән эҙләйем?

(Шундай һүҙҙәрҙе ишеткәс, батырҙар бер тауыштан көлөп ебәргән, ти.)

Дүртенсе батыр:

Көсөң етһә атырға,

Һыртты ергә һалырға,

Батша менән ярандарҙың

Алдына алып ташларһың!

(Дүрт батыр ҙа Урал батырға уҡталған. Ул уларҙың береһен батшаға ҡарай олаҡтырған, ҡалған өсөһөн бер юлы ярандарҙың алдына ташлаған. Ҡатил батша, ярандар, уның батырҙары тирә - яҡтарына ҡарай-ҡарай ҡасып китәләр. )

Урал: (Халыҡҡа ҡарап)

Өйҙәрегеҙгә ҡайтығыҙ,

Рәхәтләнеп йәшәгеҙ!

Һеҙҙең шатлыҡ – минеке,

Минең шатлыҡ – һеҙҙеке!

(Шаршау ябыла.)

Урал батыр йыландар илендә


(«Урал батыр» эпосы буйынса )


Ҡатнашалар:

Урал

Йылан (Зәрҡум)

9 башлы йылан

Егет

Ҡыҙ – йылан

Хеҙмәтсе ҡыҙ

Аҡ йылан

2-се ҡыҙ

2-се егет

Халыҡ


1-се күренеш



(Яуыз Ҡатил батша илендәге халыҡты ҡотҡарғас, Урал батыр юлын дауам иткән. Күп һыуҙар кисеп, күп урман – яландар үтеп, арып – талып, бер ағас ситендәге яланда ял итергә туҡтаған.)

Урал:

(ағас төбөнә килеп ултыра, тирҙәрен һөртә.) Донъяла яуызлығы менән дан алған Ҡатил батша ла юҡ ителде. Ыҙа сигеп, ауырлыҡтар күреп, йәшәгән халыҡ иреккә сыҡты.

Ә хәҙер ни эшләргә? Ҡайҙа барырға? (Уйлана.)

Юҡ… Юҡ…Туҡталып ҡалырға ярамай. Тереһыуҙы эҙләүҙе дауам итергә кәрәк! (Уйлана.) Бер аҙ ял итеп алайым да артабан ҡайһы яҡҡа юл алырға уйлармын.

(Серем итергә ята, шул ваҡыт уның ҡолағына ыҫылдаған тауыш ишетелгән. Абайлабыраҡ ҡараһа, ҙур бер йылан мөгөҙлө ата болан менән айҡаша икән. Йылан боланды арт һанынан, эләктереп йоторға маташа, ти. Урал ырғып тора ла йыландың ҡойроғонан урап тотоп ала.)

Ах яуыз… Бер кемгә лә зыяны теймәгән боланда ни үсең бар? Ебәр, тим, ебәр боланды!

Йылан (Зәрҡум): Ыҫ…ыҫ…ыҫ…(Ул боланды йотоп ебәрергә уйлай, ләкин уның мөгөҙҙәре ҡамасаулай.) Ыҫ…ыҫ…ыҫ…(Бар көсөнә тырыша, барыбер йота алмай.) Ыҫ…ыҫ…ыҫ…(Хәле бөтә, шунан Уралға ҡарап ялбарған.)

Ай егетем, ярҙам ит,

Шул булмаһын үлемем,

Ҡәһҡәһәнең улымын,

Зәрҡум тигән егетмен,

Ярҙамыңа ҡарыуға

Мин дә ярҙам итермен.

Юлымда юлдаш бул, тиһәң,

Юлыңа бергә китермен;

Ынйы–мәрйен һораһаң,

Һарайыма барырһың,

Теләгәнсә алырһың,

Ҡунаҡ булып ҡалырһың.

Урал:

Һис тә ҡарыу ҡылмаған,

Бер йәнгә лә теймәгән

Ҡан эсмәҫтәй боланды

Минең дошман үлемгә

Асмарланың бахырҙы,

Һәләк иттең, ахыры.

Миңә һөйлә серене,

Миңә әйт һин барыны,

Миңә һарай кәрәкмәй.

Мин сыҡҡанмын илемдән

Ҡотҡарырға кешене,

Ғәйепһеҙ болан ишене

Яуыз дошман үлемдән.

Йылан (Зәрҡум):

Ай егетем, әйтәйем,

Бар серемде һөйләйем:

Бер ҙур илдә батшаның

Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ

Ҡылыр эшен беләһең,

«Үҙ һөйгәнең ни булһа,

Шуны миңә бирәһең,» -

Тигәс, ынйы башлы таяғын

Бирһә, уның алырһың.

Ул таяҡтың даны шул:

Һыуға төшһәң, батмаҫһың,

Утҡа инһәң, янмаҫһың;

Күренмәҫкә теләһәң,

Һис бер йән дә күрәлмәҫ,

Дошман һине эҙләһә,

Бер ҡасан да табалмаҫ!

(Ошо һүҙҙәрҙән һуң ғына Урал батыр мөгөҙҙө һындырған, йылан боланды йотҡан һәм матур егеткә әйләнгән.)

Урал:

( аптырап киткән) Ай-һай… Бик йылғыр ҙа, бик хәйләкәр ҙә икәнһең! Әле генә ыҫылдап, тирә-яҡҡа ағыуын сәсеп торған йыландан шундай һылыу егет хасил булған?

Йылан (Зәрҡум):

Ә һин ҡыйыу, батыр йөрәкле кеше булып сыҡтың! Миңә ярҙам иттең…Ә хәҙер, батыр егет, юлыбыҙҙы Ҡәһҡәһә-йыландар батшаһы иленә ҡарай дауам итәйек.

(Урал менән Зәрҡум Йыландар иленә юл тота һәм оҙаҡламай улар унда килеп тә етә. Унда ҙур ҡая күренә, ҡая артынан туғыҙ башлы йылан төрлө хәрәкәттәр яһай. Ул – һаҡсы. Йыландар һарайын һаҡлай. Ҡая янында ыҫылдаған тауыштар ҙа ишетелә. )

Урал:

(үҙ алдына тирә-яҡты тикшереп) О-һо… Был йыландар иле бик мажаралы булырға оҡшай түгелме?

Йылан (Зәрҡум):

Бына килеп тә еттек. Әйҙә, батыр егет, рәхим ит Ҡәһҡәһә батшалығына! (Ул Урал батыр алдында ярамһыҡлана, уның алдында эйелә-бөгөлә.)

Эй, кем бар унда? (Тирә-яғына ҡарай.) Асығыҙ һарайҙы, индерегеҙ ҡунаҡты, һый-хөрмәт күрһәтегеҙ!

(Туғыҙ башлы йылан һарайҙы аса ла Уралды индереп ебәрә. Ул эскә инеп киткәс, Зәрҡум туғыҙ башлы йыланды ымлап саҡырып ала.) Хәҙер үк һылыу ҡыҙға әйлән! Егетте үҙеңә ҡарат, арба! Уның нимә уйлауын, серен бел!

9 башлы йылан:

(Зәрҡум алдында төрлө хәрәкәттәр эшләй, баш эйә.) Хужам, һеҙ нисек әйтәһегеҙ, шулай булыр. (Ҡая артына ыҫылдап инеп китә һәм һылыу ҡыҙға әйләнеп килеп сыға.)

Йылан (Зәрҡум):

( Йыландың һылыу ҡыҙға әйләнгәнен күреү менән бик ҡыуана) Әһә…Эләктеңме! Был юлы минән ҡотола алмаҫһың! Ха-ха-ха…(Көлә.) Мине еңер батыр тыумаған әле! (Ул шатланып сығып китә.)


2-се күренеш

(9 башлы йылан һылыу ҡыҙ ҡиәфәтендә Урал батыр ҙы арбарға тотона.)

Ҡыҙ – йылан:

Эй егет, батыр егет, ни хаҡында уйлайһың, серең булһа, йәшермә, уртаҡлаш, йөрәгеңде ас миңә…

Урал:

(Ҡыҙҙың матурлығына иҫе китеп ҡарап тора, ләкин шунда уҡ уның 9 башлы йылан икәнлегенә төшөнә.)

Әле генә 9 башлы йылан инең, ә хәҙер һылыу ҡыҙ? Беләм мин һине юханы, ҡағылаһы булма! Шундай һылыу ҡыҙ ҡиәфәтендә кешеләрҙе арбап юҡ итәһеңме, яуыз?

(Урал ҡурҡып тормаған, йыландың башына суҡмар менән киҙәнгән, йылан үлгән, уның башынан асҡыстар ҡойолған һәм егеттәр хасил булған.)

Егет:

Барыбыҙ ҙа кеше инек,

Илебеҙҙә ир инек,

Йылан беҙҙе ашаны, -

Үҙенә ҡол яһаны;

Яр йыландың йөрәген -

Алтын асҡыс табырһың,

Сер һарайын асырһың,

Теләгәнең алырһың!

(Урал Ҡыҙ-йыландың йөрәген ярған һәм Сер һарайын асҡан. Унда йөҙө-башы һарғайған бер һылыу ҡыҙ күренгән. Ул, ҡыҙҙы тағы ла йыландыр тип, ҡылысына үрелгән.)

Ҡыҙ:

Туҡта, егет, ашыҡма. Мин Ҡәһҡәһә илендә йәшәһәм дә кеше затынанмын. (Тәхет янында торған таяҡҡа күрһәтеп.)

Күрәһеңме ынйы таяҡты,

Алсы, егет, һин уны,

Теләгеңә - маяҡты!

( Урал таяҡты алмаҡсы булған, ләкин шул саҡ Аҡ йылан килеп сыҡҡан да Уралға ташланған.)

Аҡ йылан:

Был кем бында инеүсе,

Һис кегә теймәҫтәй,

Таяғымды алыусы?


(Аҡ йылан Уралды йоторға уҡтала, улар көрәшә башлайҙар, күп тә үтмәй Урал йыланды ергә бөрөп һала. )

Урал:

Алыҫтан килгән батырмын,

Кеше юйыр үлемде

Эҙләп йөрөп ятырмын.

Батша булһаң бир фарман:

Бөтә йылан йыйылһын,

Бөтә йылан – яуызды,

Барын тар –мар итермен!


Аҡ йылан:

Һыуға төшһәң батмаҫтай,

Утҡа инһәң, янмаҫтай;

Күренмәҫкә теләһәң,

Һис бер йән дә күрәлмәҫ,

Дошман һине эҙләһә,

Бер ҡасан да табалмаҫ,

Таяғым киткәс ҡулымдан -

Көсөм һиндә, батыр егет!

(Урал батыр алдында Аҡ йылан башын эйә.)

Йылан (Зәрҡум):

(ситтә күҙәтеп тора) Ах йүнһеҙҙәр, әрәмтамаҡтар! Эште юҡҡа сығарҙылар! Ярай, ваҡыты еткәс, был батыр егет кәрәген алыр! Ә хәҙергә бынан шылып торорға кәрәк. (Ҡаса.)

(Урал янына шатланышып халыҡ йыйыла.)

2-се ҡыҙ:

Тәңре бирмәҫ ярҙамды

Беҙгә, егет, атҡарҙың.

2-се егет:

Ил ҡаплаған яуыздың

Утлы яуын атҡарҙың.


2-се ҡыҙ: Инде, егет, ни эшләйек?

2-се егет: Ниндәй бүләк бирәйек?


Урал:

Һеҙҙең шатлыҡ - минеке,

Минең шатлыҡ – һеҙҙеке.

Илдең барын йыяйыҡ,

Күмәкләп туй ҡылайыҡ.

Арағыҙҙан берәүҙе

Башлыҡ итеп ҡуяйыҡ!

Халыҡ:

Ил батыры шул булыр –

Кеше һөйөр ир булыр!


(Шаршау ябыла.)

Урал батыр дейеүҙәр илендә


(«Урал батыр» эпосы буйынса )



Ҡатнашалар:

Урал

Ҡарағаш

Дейеү

1-се дейеү балаһы

2-се дейеү балаһы



1-се күренеш

Урал:

(Урал оҙон юл үткән, арыған. Ул аптырап тирә – яғына ҡарай) Ни эшләргә? Ҡайҙа барырға? (Шул ваҡыт ауыр тоҡ йөкләгән бик һылыу ҡыҙҙы күреп ҡала, уның янына бара.)Эй, һылыу, ҡайҙа китеп бараһың? Тоғоңда нимә ул, бик ауыр күренә?

Ҡарағаш:

(Башта бик ҡурҡа, ҡасырға уйлай, ләкин Уралдың яҡшы кеше икәнлеген аңлай һәм туҡтап ҡала.) Минең исемем Ҡарағаш, мине дейеү урлап алып китте лә үҙенә ҡол итте. Туғыҙ башлы дейеүҙең туғыҙ балаһына уйнар өсөн, мин иртәнән кискә саҡлы йылға буйынан ҡырсынташ ташыйым.

Урал:

(йәлләп) Ҡана,һылыу, үҙем күтәрәйем.

Ҡарағаш:

Юҡ – Юҡ, егет, минең менән бергә бараһы булма! Дейеү һиҙеп ҡалһа, үҙеңде шунда уҡ юҡ итер бит!

Урал:

(ҡыҙҙың ҡулынан тоҡто алып) Әйҙә, һылыу, һин алдан атла, миңә юлды күрһәтеп бар! (Улар байтаҡ ҡына юл үтәләр һәм оҙаҡламай дейеү йәшәгән ергә килеп етәләр.)

Ҡарағаш: (күрһәтеп) Бына килеп тә еттек. Тоҡто ошонда ултырт. (Тыңлап.) Дейеү малайҙарының тауыштары ишетелеп тә тора. Хәҙер килеп тә етерҙәр. Һиңә, егет кеше, ҙур рәхмәт! Тиҙерәк китһәң, яҡшыраҡ булыр ине.

Урал: Әһә…! (уйланып) Был дейеү балаларын ҡыҙыҡ итәйем әле! Әйҙә, үлгәнсе уйнаһындар! (Ҡарамаға оҙон бау менән ҙур ташты аҫып ҡуя, үҙҙәре ҡая артына йәшенәләр ҙә дейеү малайҙарының уйнағанын ҡарап торалар.)

2-се күренеш


(Ике дейеү балаһы уҙышмаҡтан килеп сығалар. Улар ырғыйҙар, һикерәләр, көрәшәләр. Шулай уйнай торғас, тоҡтағы таштарҙы күреп ҡалалар һәм таштар менән уйнай башлайҙар.)

1-се дейеү балаһы:

Был таштар минеке!

2-се дейеү балаһы:

Юҡ, һинеке түгел, минеке, ал йөнтәҫ ҡулдарыңды! Таштар минеке!

1-се дейеү балаһы:

Юҡ, ул таштар һинеке түгел, минеке, кит бынан, ҡамыт аяҡ! (Таштарҙы тартып ала ла тирә – яҡҡа ырғыта.) Һиңә лә түгел, миңә лә түгел, вәт!

2-се дейеү балаһы:

Таштар ҡайҙа булып бөттө? Атай, беҙгә уйнарға таш кәрәк! (Дейеү балалары ҡысҡырып илай башлай. Шул ваҡыт улар эленеп торған ҙур ташты күреп ҡалалар)

1-се дейеү балаһы:

Оһо! Вәт мәрәкә!(Ташты ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар, 1-се дейеү балаһы ташты этәреп ебәрә, таш кире әйләнеп килеп үҙен йыға һуға. Ул енләнеп килеп тора ла ташҡа ҡарап кысҡырына башлай.) Ах! Һин шулаймы әле? Хәҙер кәрәгеңде бирәм!(Ташты бар көсөнә этәргәйне, таш тағы ла үҙен тәгәрәтә һуға, дейеү малайы иҫһеҙ йығыла.)

2-се дейеү балаһы:

Ә… Шулаймы әле! Ҡустымдың үсен алмаһаммы? (Ташты һуғып ебәреүе була, таш кире килеп, был дейеү малайын да үлтерә һуға.) (Урал менән Ҡарағаш йәшеренгән урындарынан килеп сығалар.)

Ҡарағаш:

(тирә – яғына ҡарап) Уф, быларынан ҡотолдоҡ, шикелле!

Урал:

(көлөп) Эйе, эйе, ҙур эштән ҡотолдоң! (Ҡарағашҡа) Һин мине ошо урында йәшеренеп көтөп тор, дейеүҙең башына еткәс, үҙеңде килеп алырмын.(Ҡурайын биреп) Бына һиңә ҡурайымды ҡалдырам. Юлым уңһа, уның осонан һөт тамыр, уңмаһа, ҡан тамыр.(Урал дейеүҙе эҙләп китә)

3-сө күренеш


(Урал Тереһыу янына барып етә, ә уны һаҡлап бер ҡарт дейеү ята.)

Урал:

Эй, дейеү, юл бир, мин Тереһыу алырға килдем! (Дейеү Уралдың һүҙҙәренә ыжлап та ҡуймай.) Юл бир! (Дейеү асыулана һәм Уралды тыны менән үҙенә тарта башлай. Урал дейеү ҡаршыһына килеп баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡала. Ул ҡаушап ҡалмай.) Алыштанмы, сабыштанмы?

Дейеү:

Минең өсөн барыбер. Нисек үлергә теләһәң, шулай булһын!



Урал:

Ярай, улай булһа! (Ул билендәге ҡылысын һелтәй, дейеүҙең күҙҙәре сағылып китә, ул артҡа сигенә.)

Дейеү: Әйҙә, әйҙә! Бик батыр булып ҡыланаһың! Кәрәгеңде ал!

(Урал батыр менән дейеү көрәшә башлайҙар.)

4-се күренеш

Ҡарағаш:

(ҡурайҙы ҡарап) Ой, ҡайһылай ҙур ҡыуаныс! Ҡурай осонан һөт тама, тимәк еңеү беҙҙең яҡта! Урал батыр дейеүҙе дөмөктөргән! (Шул ваҡыт дейеүҙең үкергәне ишетелә, ҡыҙ торған урынында тертләп ҡуя, ул ҡурайҙың икенсе осона ҡарай һәм ҡурҡып китә.)

Аһ! Ҡурай осонан ҡан тама түгелме? Батыр егет харап булдымы әллә?

(Ҡарағаш сығып йүгерә. Ҡыҙ килгәндә, дейеү үлтерелгән, ә уның тауышына йыйылған ен – пәрейҙәр Уралға ташланғандар. Уларҙың иҫәбе–һаны юҡ, батыр егетте хәлдән тайҙырғандар. Шул ваҡыт Ҡарағаш ҡурайҙан бейеү көйөн уйнай башлай, ә ен–пәрейҙәр шатланышып бейейҙәр һәм юҡҡа сыға баралар.)

Урал:

(тирҙәрен һөртөп) Рәхмәт һиңә, һылыу!Ҡотҡарҙың! Был ендәрҙе еңеп бөтөрөрлөк тә түгел ине, донъяны ҡара яу булып баҫып алғандар! Әйҙә, йәһәтерәк, Тереһыу янына барайыҡ! Тереклек һыуын кешеләргә бүләк итәйек. (Тереһыу янына киләләр ҙә аптырап ҡалалар)

Тереһыуҙың бер тамсыһы ла ҡалмаған. Ҡәбәҡәттәр…Әҙәм затына ҡалмаһын тип, эсеп ҡортҡандар икән!(Урал көйөнә.)

Ҡарағаш:

Батыр егет, башың түбән эйелмәһен! (Тирә-яҡтағы үҙгәреште күреп) Дейеүҙәрҙе, аждаһа-йыландарҙы пыран-заран килтереүең бушҡа булманы. Ҡара, ҡара, тирә-яҡҡа йәм керә, үләндәр, ағастар йәшәрә, ҡоштар һайраша, кешеләр йөҙөндә шатлыҡ балҡый!

Урал:

(тирә-яҡҡа ҡарап) Эйе, был яғына шулай буласаҡ! Бер дошман да беҙҙең ерҙәргә аяғын да баҫмаҫ, сөнки минең йәшен сығара торған ҡылысым бар.Тыуған илемде, еремде һаҡлармын, яҡлармын!

(Шаршау ябыла.)








Ҡулланылған әҙәбиәт


1. . «Муса батыр». Повестар, роман. Өфө, 1992 йыл.

2. Р. Солтангәрәев «Осто бөркөт».

3. Я. Хамматов «Комбриг Мортазин».

4. Р. Насиров «Ыласын йөрәклеләр».

5. М. Ямалетдинов «Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым»

6. М. Иҙелбаев, Ә. Сөләймәнов «Туған әҙәбиәт».Өфө, 2000 йыл.

7. Башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр». Өфө, 2010 йыл.

8. Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар. 2-се том.Өфө, 1997 йыл.

9. Ә. Таһирова, Н. Әминева, М, Сиражи, Ф. Яруллин шиғырҙары

10. Музей материалдары.

11. «Башҡортостан уҡытыусыһы». №11, 2000 йыл. 19-20-се биттәр.

11


Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 29 ноября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru


Общая информация

Номер материала: ДВ-311056
Курсы профессиональной переподготовки
124 курса

Выдаем дипломы установленного образца

Заочное обучение - на сайте «Инфоурок»
(в дипломе форма обучения не указывается)

Начало обучения: 29 ноября
(набор групп каждую неделю)

Лицензия на образовательную деятельность
(№5201 выдана ООО «Инфоурок» 20.05.2016)


Скидка 50%

от 13 800  6 900 руб. / 300 часов

от 17 800  8 900 руб. / 600 часов

Выберите квалификацию, которая должна быть указана в Вашем дипломе:
... и ещё 87 других квалификаций, которые Вы можете получить

Похожие материалы

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>