Выдаём удостоверения и дипломы установленного образца

Получите 5% кэшбэк!

Запишитесь на один из 793 курсов и получите 5% кэшбэк стоимости курса на карту

Выбрать курс
Инфоурок Другое Другие методич. материалыСценарий - "Ауылым тарихы"

Сценарий - "Ауылым тарихы"

Скачать материал
библиотека
материалов

Ауылым тарихы-халҡым тарихы.


Ерҙә һиңә ни кәрәк?

Әсәй һәм атай кәрәк!

Ерҙә һиңә ни кәрәк?

-Беҙ йәшәгән өй кәрәк!

-Ерҙә һиңә ни кәрәк?

-Тыуған – үҫкән ил кәрәк!

Мәңге имен ил кәрәк !


Башҡортостан,

Ерем

Күгем,

Һөйөүем

Һандуғаслы минең үҙ яғым

Мин ҡыҙғанам-

Кем күрмәгән һине,

Тыңламаган моңло ҡурайың.

Шатланам мин ошо ерҙә

Тәү тәпәй баҫҡаныма,

Күк Урал бейеклегеннән

Рәсәйгә баҡҡаныма.



Ҡыҙҙар башҡарыуында ауылдашыбыҙ, һәүәскәр шағирә - композитор Рәүфә Нурмөхәмәтова ижад иткән « Асҡыным» йыры


Һай илкәйем, илкәйем

Моңло, наҙлы илкәйем

Мәғрур, бөйөк илкәйем

Нурға моңға сорналған,

Һай,Хазина еркәйем,

Сал тарихлы еркәйем,

Ер-һыу атамаларын өйрәнеү буйынса мәктәптә оҙак йылдар Хайруллин Наил Ғаян улы етәкселегендә түңәрәк эшләп килә. Ошо түңәрәккә йөрөүсе укыусылар беҙҙе

кайһы бер ер-һыу атамаларына легендалар менән таныштырып үтәр.

Нурмөхәмәтова Э.

Зәйнетдинов Р.

Яруллина Л.


Вәғизова З.Н. башҡарыуында йыр «Тыуған ауылым»


Һүҙ ауылыбыҙҙың тарихы менән таныштырып китеү өсөн хеҙмәт ветераны, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәйҙең атказанған уҡытыусыһы Әзһәт Зәйнетдин улы Ғәлиәкбәровҡа бирелә.


Ҡыҙҙар башҡарыуында «Төй буйы һылыуҙары » бейеүе


Шиғыр: «Ҡашҡа ауылына».

Һин үҙеңсә серле,

Һин үҙеңә башҡа.

Нисек кенә ташлап,

Китәйем һуң Ҡашҡа?!

Аҡҡоштарың Төйҙә,

Селәндәрең йөҙә,

Һиңә ғашиҡ бер йән

Болондарың гиҙә.

Төйҙә аҡҡоштарың

Ҡанаттарын ҡаға.

Күңелкәйем ятмаҫ

Ҡашҡанан башҡаға


Һәр нәмәлә бөгөн яңы һулыш

Яңы һулыш иҫкән елдәрҙә

Ярҙарынан ташҡан йылғаларҙа,

Керпек ҡаҡҡан сәскә-гөлдәрҙә.

Яңы һулыш һәрбер күҙәнәктә

Яңы һулыш һәр бер күңелдә.

Шатлыҡ килә! Еңеү майы булып

Нисәнсе ҡат Тыуған илемә.

Бөйөк Ватан һуғышы яуғирҙарын иҫкә алырға бурыслыбыҙ. Беҙҙең ауыл советынан ғына 161 кеше яуҙан әйләнеп ҡайтмай. Тыуған яҡтарына үҙҙәре урынына бары тик; “Батырҙарса һәләк булды” тигән хәбәрҙәре әйләнеп ҡайтҡан ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә шиғыр юлдарын тыңлап үтәйек.


һөйләй Яруллина Л.Н.


Хәтерләүҙән ҡурыҡма һин

Үткәнеңде онотма һин

Бел, һин йыраҡ бабайҙарҙың

Нисек итеп көн иткәнен

Исеңдә тот, уларҙың һин

Һуғыштарҙа ҡан түккәнен

Тыуған ерҙең иреге өсөн

Зиндандарҙа интеккәнен

Һәр ҡарыш ер һуғарылған

Шәһит йәндәрҡандарында

Үткән яуҙар шәүләһе бар

Тыуған яҡтың таңдарында

Хәтерләүҙән ҡурыҡма һин!

Ил үткәнен онотма һин!


Ғәлиәкбәрова Дилбәр башҡарыуында йыр


Халҡың барҙа ер таны

Атың барҙа ир таны

Артыр батырҙың даны

Тыныс атыр ил таңы,

Тыныс булһа ил таңы,

Көс-ҡеүәте-йөҙөндә,

Илем балҡый бөгөн дә

Ерем балҡый бөгөн дә.


Йыр «Еңеү яҙы» Яруллина Ләйлә, Венера башҡарыуында



Мин саҡ ҡына тарих битен асам

Һәр бер бите дөрөҫ, хаҡ уның

Бала күңеленә орлоҡ сәскән

Данлы мәктәбе Ҡашҡаның.


Эй мәктәбем, тарих биттәрендә

Һинең исемеңде күргәндә,

Хыялдарым сәйәхәткә китә

Йыраҡтарға уҙған көндәргә.


Мәктәп тарихы менән Башҡортостандың атҡазанған уҡытыусыһы Наил Ғаян улы таныштыра.


Вокал ансамбль башҡарыуында йыр «Мәктәбемә


Ата-бабам ғүмер һөргән,

Кеше булһын тип үҫтергән-

Ерҙә ырыу-тамырҙарым

Шул еремдең һулышынан,

Рухымдан, булмышымдан

Килә минең милли йәнем.


Бел, ҡәрҙәшем, тамырыңды;

Ырыуың һинең-Балыҡсы

Ғүмер баҡый кеше иткән,

Ғәзиз ереңде һөйсө!


«Ағас нәселе - ерҙә, ир нәҫеле - илдә» - тигән ата-бабаларыбыҙ. Республикабыҙ күләмендә лә быуындар күсәгилешлеген һаклауҙы,ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алыуҙы, йолаларҙы ,ғөреф-гәҙәттәрҙе оноттормауҙы күҙ уңынан ебәрмәйсә шәжәрә байрамдары үткәреү йолаһы тергеҙелде. Беҙҙең мәктәп укыусылары ла был тәрбиәүи сараларҙан ситтә калманы. Һәр укыусы үҙ шәжәрәһен төҙөнө.

Үҙенең шәжәрәһе менән таныштырып китеү өсөн һүҙҙе Ғәлләмов Венерға бирәбеҙ.


« Йәшлек» ансамбле башҡарыуында башҡорт халыҡ бейеүе


Ата-бабаларыбыҙҙың аманатын

Күҙ караһы кеүек һаклайык

Ауылыбыҙҙы төйәк иткәндәрҙең

Ышанысын беҙ ҙә аклайыҡ.


Йомарт ғәзиз ергенәм,

Серле йомғаҡ сергенәм,

Ҡәҙерҙәрен бел генә.

Ил бит берҙән-бер генә,

Ҡәҙерҙәрен бел генә.

  • Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
    Пожаловаться на материал
Курс повышения квалификации
Курс профессиональной переподготовки
Педагог-библиотекарь
Курс профессиональной переподготовки
Специалист в области охраны труда
Скачать материал
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Проверен экспертом
Общая информация
Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Курс повышения квалификации «Подростковый возраст - важнейшая фаза становления личности»
Курс профессиональной переподготовки «Маркетинг: теория и методика обучения в образовательной организации»
Курс повышения квалификации «Основы местного самоуправления и муниципальной службы»
Курс профессиональной переподготовки «Организация логистической деятельности на транспорте»
Курс повышения квалификации «Применение MS Word, Excel в финансовых расчетах»
Курс повышения квалификации «Страхование и актуарные расчеты»
Курс повышения квалификации «Финансы предприятия: актуальные аспекты в оценке стоимости бизнеса»
Курс профессиональной переподготовки «Организация системы менеджмента транспортных услуг в туризме»
Курс профессиональной переподготовки «Методика организации, руководства и координации музейной деятельности»
Курс повышения квалификации «Международные валютно-кредитные отношения»
Курс профессиональной переподготовки «Организация процесса страхования (перестрахования)»
Курс профессиональной переподготовки «Организация маркетинговой деятельности»
Курс профессиональной переподготовки «Информационная поддержка бизнес-процессов в организации»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.