Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Сценарий к мероприятию "Осенний бал" для 6 класса
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 26 апреля.

Подать заявку на курс
  • Другое

Сценарий к мероприятию "Осенний бал" для 6 класса

библиотека
материалов

Осенний бал

Көҙгө бал

(кисә)

Маҡсат. Уҡыусыларҙа хеҙмәткә, хеҙмәт кешеһенә ихтирам, йәшәү сығанағы – икмәккә хөрмәт, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; ата-әсәләрҙең уңыш йыйыуына, уҡыусыларҙың йәйге хеҙмәтенә йомғаҡ яһау; балалары менән ата-әсәләрҙе яҡынайтыу;

Йыһазландырыу. “Һаумы, алтын көҙ!”, “Һаумы, икмәк байрамы!” плакаттары; икмәк тураһында мәҡәл, әйтемдәр; совхоздың урып-йыйыу эштәренә арналған “Икмәктең бөртөгө”, “Иң-иң ҙур…” стендтары; икмәк тураһында китаптар; “Көҙгө муллыҡ” темаһына рәсемдәр; аш-һыу күргәҙмәһе.


Кисә барышы

  1. Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” көйө аҫтында шиғыр уҡыла.


Күңелдәргә яҡты нур өләшеп,

Шатлыҡ өҫтәп һәр бер йөрәккә.

Үҙ муллығы менән көҙҙәр килә,

Йомғаҡ яһап йәйге хеҙмәткә.

Табындағы икмәк, һый, ниғмәтте

Күреп ил ҡарттары шатлана.

Муллыҡ менән ергә килә көҙҙәр,

Көҙгө муллыҡ ҡыла тантана.




Көҙ килде, көҙ! Ағастарға

Алып килгән бүләктәр:

Ҡайһыһына һары яулыҡ,

Ҡайһыһына күлдәктәр.

Ҡайын һары яулыҡ сөйгән,

Ни арала өлгөргән?

Бүләк өләшкәндә, ахыры,

Ул беренсе йүгергән.

Тик шыршылар ғына йәшел,

Алмашмаған өҫтәрен.

Улар оҡшатмай, күрәһең

Көҙҙөң һары төҫтәрен.


Бөгөн беҙҙә байлыҡ, муллыҡ, матурлыҡ байрамы. Халыҡта “Эш бөткәс, уйнарға ярай” тигән әйтем бар. Уйнар алдынан эшләгән эштәребеҙгә күҙ һалайыҡ, үҙебеҙҙең хеҙмәтебеҙгә баһа биреп, аҙ ғына һөйләшеп алайыҡ.

Быйылғы көҙ беҙҙе ҙур уңыш менән ҡыуандырҙы. Маҡтанырға ла, ҡыуанырға ла хаҡыбыҙ бар: буралабыҙ тулы, өҫтәлдәребеҙ һыйлы, эшебеҙ яҡшы, йөҙөбөҙ яҡты. (Урып-йыйыу слайд ҡарау.)

Ил терәге – иген үҫтереүселәр!

Табын йәме икмәк менән, тиҙәр бит. Икмәк – ул бәхет-муллыҡ билдәһе. Бына шуға күрә иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы беҙҙә икмәк-тоҙ менән ҡаршы алалар. (Икмәк-тоҙ тотторалар.) “Икмәк – тормош нигеҙе” темаһына әҙәби-музыкаль монтаж башлана.

Ялан батыры” йыры яңғырай.


1-се уҡыусы.

Икмәк-тоҙҙа – йөҙҙөң аҡлығы,

Икмәк-тоҙҙа дуҫлыҡ төҙөлә,

Икмәк-тоҙҙа ҙурлыҡ билдәһе лә,

Имен үткән көндәр көсө лә.

2-се уҡыусы.

Бөтөн килеш, ваҡланмаған килеш

Һаҡланһын тип ныҡлы ҡулдарҙа,

Ер шарында түм-түңәрәк икмәк

Күсә килә йылдан йылдарға.

3-сө уҡыусы.

Атай-әсәй, Ватан һәм икмәк!

Был һүҙҙәрҙә тормош мәғәнәһе.

Бәхет, хеҙмәт, ирек, йәшәү йәме –

Шул һүҙҙәргә бәйле һәммәһе.

(Әйтемдәр әйтелә.) Икмәк алтындан ҡиммәт. Икмәк барлыҡ әйбергә баш. Икмәк – табын ҡояшы. Ауыҙҙа икмәк – ҡулда көс. Икмәкле өйҙөң нигеҙе ныҡ. Икмәкте ырғытма, выжданыңды ырғытаһың. Икмәкте ҙурлаған – ғүмерен юймаған.

4-се уҡыусы. Икмәк – колхозсының да, ғалимдың да, әҙиптең дә, һалдаттың да, космонавтың да, ҡорос ҡойоусы һәм шахтерҙың да – йөҙҙәрсә төрлө һөнәр эйәләренең хеҙмәте ул.

Икмәк – игенсенең йән йылыһы,

Ер-әсәгә ҡәҙер-хөрмәте.

Йәшәү тамыры һәр йөрәктең,

Шуға ҡәҙерләйбеҙ икмәкте.

(“Икмәктең бөртөгө” слайд ҡарау.)

5-се уҡыусы.

Ямғыр ғына етәме һуң?

Тир тамсыһы кәрәк ерҙәргә.

Бураҙнанан алып ул тупраҡты

Йәнем” тиеп кәрәк үбергә.

6-се уҡыусы.

Икмәк еҫе һеңгән ауылыма.

Мул ризыҡтар – күркәм табында.

Бының өсөн һине, игенсе дуҫ,

Хөрмәт итәм, һиңә табынам.

7-се уҡыусы.

Бишегендә, әй, талпына сабый,

Гүйә аҡҡош ҡанат ҡағына.

Тамағым туҡ. Шуға, игенсе дуҫ,

Ысын күңелдән һиңә табынам.

8-се уҡыусы.

Ҡоймаҡҡа тип әсәм ҡамыр иҙә

Яңы тартҡан ондоң ағынан.

Рәхмәт һиңә, беҙҙе туйҙырыусы,

Игенсе дуҫ, һиңә табынам.

9-се уҡыусы.

Тамағы туҡ, өҫтө бөтөн һалдат

Постҡа баҫҡан – Ватан һағына.

Шул һалдат кеүек муллыҡ көрәшсеһе,

Игенсе дуҫ, һиңә табынам!

1-се уҡыусы. Икмәк өсөн көрәш – тыныслыҡ өсөн көрәш ул.

2-се уҡыусы. Икмәк – табынға нур һибеүсе, кешегә, илгә көс-ҡеүәт биреүсе иң мөрхәмәтле ҡояш.

3-се уҡыусы. Күктә ҡояш, ерҙә Икмәк мәңгелек.

4-се уҡыусы. Икмәккә битараф кеше – туң йөрәкле кеше.

5-се уҡыусы. Йылындым, тип кейемен ташлаған – берләтә иҫәр, туйҙым тип, икмәген ташлаған – икеләтә иҫәр.

6-се уҡыусы.

Икмәк – дан ул, икмәк – кеше көсө,

Беҙҙең йәшәү шунан башлана.

Икмәк ерҙә һәр нәмәгә башлыҡ,

Беҙҙең хеҙмәт сөнки баш уға.

7-се уҡыусы.

Һәр бер күҙҙә үҙен күреүсе,

Тәнгә, йәнгә, ҡанға, аңға

Мәғәнәһен һәм көсөн биреүсе,

Һәр бер эштең асылы,

Һәр бер эшкә ҙур бүләк –

Барыһы бергә.

Икмәк!

Тыуған илем, рәхмәт һиңә” йыры башҡарыла (Н. Дауытов музыкаһы, К. Кинйәбулатова һүҙҙәре).


  1. Көҙгө букет эшләү.

  2. Көҙгө кейем модаһын күрһәтеү.

3.Концерт номеры

  1. Ребус сисеү.

Б – ҡуҙаҡлы культура (борсаҡ)

О – ағастың үҙәге (олон)

Т – майлы үҫемлек (тары)

А – емеш (алма)

Н – борсаҡтың бер төрө (ноҡот)

И – ашлыҡ (иген)

К – йәшелсә (кишер)

А – үлән (алабута)


Б







О





Т





А





Н






И





К






А








  1. Һәр иҙәнгә баҫҡан һайын әйтем әйтеү.

  2. Күҙ йомоп, һүрәт эшләү (уҡыусылар рәсемдәрен ҡарау).

  3. Бәшмәк йыйыу” конкурсы.

  4. Көҙгө эштәрҙе сәхнәләштереү.

  5. Реклама.

  6. Көҙгө муллыҡ” реклама.

  7. Викторина һорауҙарына яуаптар.

  8. Япраҡтарҙы танып белеү ярышы.

  9. Концерт номеры.

  10. Ашнаҡсы конкурсы.


Көҙгө байлыҡ” слайд ҡарау.


Йомғаҡлау.

Алдағы көндәрегеҙҙә

Теләйбеҙ мул уңыштар.

Муллыҡта, рәхәт тормошта

Йәшәгеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!

Автор
Дата добавления 29.10.2015
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров347
Номер материала ДВ-107701
Получить свидетельство о публикации

"Инфоурок" приглашает всех педагогов и детей к участию в самой массовой интернет-олимпиаде «Весна 2017» с рекордно низкой оплатой за одного ученика - всего 45 рублей

В олимпиадах "Инфоурок" лучшие условия для учителей и учеников:

1. невероятно низкий размер орг.взноса — всего 58 рублей, из которых 13 рублей остаётся учителю на компенсацию расходов;
2. подходящие по сложности для большинства учеников задания;
3. призовой фонд 1.000.000 рублей для самых активных учителей;
4. официальные наградные документы для учителей бесплатно(от организатора - ООО "Инфоурок" - имеющего образовательную лицензию и свидетельство СМИ) - при участии от 10 учеников
5. бесплатный доступ ко всем видеоурокам проекта "Инфоурок";
6. легко подать заявку, не нужно отправлять ответы в бумажном виде;
7. родителям всех учеников - благодарственные письма от «Инфоурок».
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://infourok.ru/konkurs


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ


Идёт приём заявок на международный конкурс по математике "Весенний марафон" для учеников 1-11 классов и дошкольников

Уникальность конкурса в преимуществах для учителей и учеников:

1. Задания подходят для учеников с любым уровнем знаний;
2. Бесплатные наградные документы для учителей;
3. Невероятно низкий орг.взнос - всего 38 рублей;
4. Публикация рейтинга классов по итогам конкурса;
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://urokimatematiki.ru

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх