Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Сценарий ко дню учителей "Уҡытыусылар көнө" (на башкирском языке)

Сценарий ко дню учителей "Уҡытыусылар көнө" (на башкирском языке)


До 7 декабря продлён приём заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

 








«Уҡытыусылар көнө”

Сценарий-программаһы











Әхмәткәримова Гөлшат Рафил ҡыҙы

башланғыс кластар уҡытыусыһы

















Түбәнге Үтәш ауылы- 2015 й.

Кем яҡты ҡояш кеүек,

          Күңелдәребеҙҙе наҙлап йылыта?

  • Кем ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙа,

          Сабыр һүҙе менән йыуата?

        

(Бар уҡыусылар бергә: уҡытыусылар)

  • Кем әсәй кеүек наҙлы була белә,

Әсәй кеүек беҙҙе ярата?

  • Кем күп ишектәр беҙгә аса,

Барған юлыбыҙҙы яҡтырта?

        

(Бар уҡыусылар бергә: уҡытыусылар)

  • Дөрөҫ, хәйерле көн, һаумыһығыҙ беҙҙең ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ, килгән  ҡунаҡтарыбыҙ, уҡыусылар!



Уҡытыусылар көнөнә арналған тантанабыҙҙы асыҡ тип иғлан итәбеҙ һәм ҡотлау өсөн һүҙҙе бөгөнгө көндә мәктәп директорына, уҡытыу һәм тәрбиәләү буйынса урынбаҫарына бирәбеҙ ( уҡыусы-директор ҡотлап үтә).



  • Уҡытыусы!

          Ниндәй гүзәл исем!

          Кеше итеп һине әҙерләй.

          Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,

          Ҡурсалай, һөйә, ҡәҙерләй!

  • Уҡытыусы!

           Ниндәй бөйөк исем!

           Кешелеккә белем биреүсе.

           Һәр көн һайын беҙҙең йөрәктәргә

           Изгелек нурҙарын сәсеүсе.



1. Ә хәҙер йәш уҡытыусылар һәм уҡытыусылар командалары араһында КВН-ды башлап китәйек. Беҙгә жюри кәрәк( 3 кеше). Жюри тәғәйенләбеҙ.

Һәр команда үҙенә исем, девиз һәм йыр һайлай. Шулай уҡ үҙегеҙҙең командирығыҙҙы һайлағыҙ.

  •  Ғалим, космонавт, врачтар ҙа,

           Уҡытыусы, һиңә баш эйә.

           Күпме наҙ бар һинең күҙҙәреңдә,

           Ҡәҙерле һин бөтә кешегә.




Һеҙҙең алдығыҙҙа 6 класс уҡыусылары башҡарыуында Ковбой бейеүе.


Командалар үҙҙәре менән таныштыра.

2. Киләһе конкурсыбыҙҙың исеме Эйе-Юҡ . Командана бер кеше сыға, коробка эсендә нимә ятҡанын ҡарай. Ә командаһы нимә икәнлеген төрлө һорауҙар биреп табырға тейеш. Тик ҡараған кеше эйе йә юҡ тип кенә яуап ҡайтарырға тейеш. 3 минут ваҡыт бирелә. Кем тиҙерәк уйлап әйтә – еңә.

Уҡып сығыуҙы, донъя таныуҙы,

           Бәхетебеҙҙе эҙләп табыуҙы,

           Ҙур ышаныс менән көтәһегеҙ,

           Һеҙ иң сабыр кешеһегеҙ!


3-сө класс уҡыусылары башҡарыуында Нурлы баласаҡ йыры.


3. Киләһе конкурсыбыҙ Йырҙар анатомияһы.

Һәр бер команда кешенең тән өлөштәре атамалары осраған йырҙар йырлайһығыҙ. Кем күберәк йыр йырлай, шул команда еңә. Бер йыр – бер балл.

Маҡтайһығыҙ тейеш урында,

          Яҡтайһығыҙ тейеш урында,

          Беҙҙең өсөн тир түгәһегеҙ,

          Һеҙ иң тырыш кешеһегеҙ!

Һеҙгә булған сикһеҙ рәхмәтебеҙ

          Урын алһын йөрәк түрендә.

          Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек

          Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә!



4. Дүртенсе конкурсыбыҙ һорауҙарға яуап биреү. Тәүҙә бер командаға һорау бирәбеҙ. Әгәр ҙә ул команда яуабын белмәһә, икенсе команда яуабын әйтә. Бер яуап – бер балл.



1.Без чего хлеб не испечь? (Без корки)
2. Что теплее шубы? Две шубы)
3. Как можно пронести воду в решете? (замороженную)
4.  Сколько яиц можно съесть натощак? (Одно, второе уже будет не натощак).
5. Может ли пингвин, назвать себя птицей? (Нет, так как пингвин разговаривать не умеет).

6. Что идет из города в город, но при этом не движется (дорога)

7. На каких полях не растет трава? (на полях шляпы)

8. Что можно приготовить, но нельзя съесть? (Уроки)

9. За чем язык во рту? (За зубами).

10. Если желтый мячик, бросить в Черное море, каким он будет? (Мокрым).

11. Как написать «сухая трава» четырьмя буквами? (Сено).




Музыкаль пауза. Һеҙҙең алдығыҙҙа 8 класс уҡыусылары башҡарыуында бейеү.



5. Киләһе конкурсыбыҙ Мәктәпкә йыйынабыҙ . Һәр бер команданан бер кеше Ике ултырғыста төрлө уйынсыҡтар, мәктәп кәрәк-яраҡтары ята. Шуның араһынан күҙегеҙ йомоҡ көйөнсә мәктәптә кәрәк булған предметтарҙы ғына һайлап алып сумкаға һалабыҙ. Кем тиҙерәк - шул еңеүсе.

Һеҙҙең алдығыҙҙа 7класс уҡыусылары башҡарыуында йыр.



6. Һуңғы конкурсыбыҙ йыр буйынса инценировка. Һәр командаға йыр бирелә , һәм шул йырҙа нимә тураһында йырлана, шуны күрһәтергә. «Уҡытыусым», уҡытыусы.



Уҡытыусы! Ул бөтә кешеләрҙең дә ғүмер буйы күңел түрендә серле моң һымаҡ һаҡланған иң яҡын кешеһе. Мәктәптә уҡып, оло тормош юлына баҫҡан һәр кем үҙенең остаздарын йылы тойғолар, рәхмәт хистәре менән һәр саҡ иҫкә ала.

Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк һүҙ был!

Белем үрҙәренә үрләттең!

Ҡыйын саҡта беҙгә кәңәш биреп

Яҡшылыҡҡа ғына өйрәттең!

Иҙге байрамығыҙ менән ҡотлап,

Беҙ теләйбеҙ һаулыҡ – именлек,

Айырмаһын Хоҙай аҡ бәхеттән,

Тик йәнәшә барһын түҙемлек.

Һәр бер атҡан таңдарығыҙ һеҙҙең

Ҡояш нурҙарына күмелһен,

Саф һәм һеҙҙең иҙге йөрәгегеҙ

Бер ҡасан да ҡайғы күрмәһен!

Шуның менән беҙҙең конкурстар тамам. Жюри ағзалары баллдарҙы иҫәпләһендәр. Ә хәҙер музыкаль пауза.

5 класс уҡыусылары башҡарыуында концерт номеры.


  • Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, һеҙгә ҘУР РӘХМӘТ!( бергә)

Байрамығыҙ менән, ғаиләгеҙҙә һәр саҡ именлек, татыулыҡ, һаулыҡ булһын.

Һәм ҡулдарыбыҙҙағы ошо шарҙар кеүек ғүмерегеҙ еңел, сағыу, тулы булһын! Һау булығыҙ!




57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)

Автор
Дата добавления 20.09.2016
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров756
Номер материала ДБ-203437
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх