Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Воспитательная работа / Конспекты / Сценарий КВН"Башкирской юниор лиги"

Сценарий КВН"Башкирской юниор лиги"


  • Воспитательная работа

Поделитесь материалом с коллегами:

Иҫке Мөхәмәт урта мәктәбенең “Өстармаҡ” шаяндар һәм тапҡырҙар төркөмөнөң сығышы.

-Сәләм,сәләм!

Ҡайнар сәләм!

-Луиза нимә әллә һин үҙеңдең ҡайҙа килгәнеңде оноттоңмы? Беҙ сәләм тапшырыуына түгел,ә КВН-ға килгәнбеҙ.

-Ярай,ярай миңә Илһам........

-Эй аллам,былтыр КВН-дан ҡайтҡандан бирле шул Илһам,Илһам тинең инде.

-Наҙгөл Илһам ул дәрт килде тигәнем.

(мөйөштә ултырған ҡасаҡты күреп ҡалалар.Отбивка -Витас ).

Гөлсибәр: (музыка А-ты такой)

Ә һин шундай һаҡалдыҡай матур.

Ай-һай.һай.

Наҙгөл:-Һин кем,әллә берәй ҡайҙан ҡасып килеүсеме?

Айбулат:-Я бежать из страны.Я отчутить незабываемый ветчатлений.А главное я встретить в России любовь.

Гөлсибәр:-Ә-ә бына беҙгә һеҙҙең Европаға күпләп сығыуғыҙҙы, тиҙ арала Германиянан да етешлерәк йәшәүебеҙ менән вәғәҙә итәләр.

Луиза:-Ярай,шундай позитивный булғас,бына һиңә микрофон и давай- рули.

-КВН-да уйнаған өсөн нимә була?

-О-о-о былтыр КВН-да уйнап йылына 4 тапҡыр ҡулыбыҙҙы ҡыҫып грамота бирҙеләр,етмәһә 5 йылдан ғына вәғәҙә ителгән күпергә лә аҡса табылды. Так-что көлөп врагов не наживешь.

Отбивка.


-Спорт буйынса йәштәр комитеты Мөхәмәт мәктәбенең волейбол командаһына, КВН-да еңеп ҡайтҡан осраҡта, Мораҡта үтәсәк волейбол ярыштарында туфли кейеп уйнарға рөхсәт бирәсәк(спорт кейеме бейек үксәле туфли кейгән ҡыҙ сыға)

Отбивка.



-Яңы ғына үткән уҡытыусылар көнөндә уҡыу йорттарының береһендә яңғыраған ҡотлау.

-Ҡәҙерле Ғилем Ғилемович! Һеҙҙе профессиональ байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Оҙон ғүмерле,шат күңелле булығыҙ! Хәҙер тапшырасаҡ йырыбыҙ һеҙҙең байрам кәйефен тағы ла күтәреберәк ебәрһен.

Ришүәт биреп,ҡалып булмай,

Бер көн,беләм килер әжәл.

Ярҙамыма мохтаж булып.

Кемдер ҡалыр-шуныһы йәл.....

Отбивка.

Һәр ҡыҙҙың хыялы принц табыу.

Гөлсибәр: Ә һеҙ беләһегеҙме минең егет Итальянец.Ул-ул.Италияның атҡаҙанған-ташҡаҙанған повары,етмәһә Бэнки машинаһында елдерә.Бына уның ярышта алған кубогы(үбә кубокты)

Наҙгөл: Ә бына минеке билдәле баскетболист.Үҙе лә баскетбол тубы кеүек түңәрәк кенә,йыш ҡына туп менән бутайҙар.Но нисауа бирешерлек түгел.өйрәнгән.

Луиза:- Ә минеке ауылдың билдәле һауынсыһы.Ат һымаҡ көслө,һыйыр һымаҡ-яй.Шуның өсөн дә бар ҡыҙҙар уны ярата.Ә күкрәген уның (егет костюмын аса,унда һауыу аппарат)биҙәй,ә алтын миҙалдар миндә.

Наҙгөл:-Көймә,дуҫҡай.Оҙаҡламай ауылдағы һыйырҙарҙы ла яңы закон буйынса ҡыҫҡартасаҡтар,уларға ла оказывается сокращение,оптимизация еле килеп бәрелгән.

Отбивка.

Редакцияла.

Туҡта ямғыр, туҡта ямғыр

Яума әле

Мәктәпте бит,һыу баҫты бит.

Аңла әле.

-Нимә, ҡулсатырыңды ингәндә ҡалдырып булманымы?Етмәһә йырлап инеп киләһең.

-Өйрәнелгән инде,быйыл бит туҡтауһыҙ ямғырҙар яуып ошолай йөрөргә тура килде,

.-Ни йомош?

-Беҙҙең яҡта ҡуртымға урман ,берҙә булмаһа Әй буйының ҡомон алалар,ә беҙҙең мәктәп күл эҙләй.

Ул күл мотлаҡ ата ҡамышҡа бай булһын,бына ошондай(ҡамыш күрһәтә)

-Әллә мәктәбегеҙ балыҡ үрсетергә уйлаймы.

-Юҡ,беҙҙең мәктәп киләһе йәй ошо ҡамыш менән мәктәптең башын ябасаҡ.

-Ә өҫтәгеләр нимә вәғәҙә итәләр

-Оҙаҡламай,балалар

Яңы заман әбейҙәре тормошонан

Аяҡ аҫтында әйләнә бар донъя

Ҡайҙа ҡарама яңы технология.

Хәҙерге заман әбейҙәре бер ни менән ҡалышмай,әйҙәгеҙ уларҙың буш ваҡыттарын нисек үткәреүҙәрен ҡарайыҡ.

Ике әбей ултыра намаҙ уҡый.(Ейәндәр сыға).

-Өләсәйҙәр бушамай,намаҙ ваҡыты икән. (Ейәндәр сығып китә)Әбейҙәр йәшереп ҡуйылған планшеттарын алалар.

Наҙгөл: Бына әхирәт мин кисә интернетта соҡоноп ултырғанда,бер ҡарт миңә йөрәктәр ҡуя.Үҙе нишауа ғына, текә бабай.

Гөлсибәр:-Эй, әхирәткәйем ярайҙа Себерҙән ҡайтып бабайың үҙеңдең битеңә лайк ҡуймаһа. Минең дә текә булмаһалар ҙа бабайҙарым бар.Береһе үҙен Әпсен-төпсөн тип таныштырғаны, һәләк крутой йырын ебәрҙе,баклажан тураһында.(көй Лада-седан әбейҙәр бейей)

Экономика дәресендә.

Уҡытыусы:Бөгөн мин һеҙгә донъя экономикаһының глобализацияһын аңлатам.

Бына уҡыусылар,күҙ алдына килтерең,беҙҙең илдә балсыҡтан һыҙғыртҡыстар етештерәләр-ти.Һуңынан ошо һыҙғыртҡыстарҙы Монголияға һарыҡ көтөүселәренә ебәрәләр,ә көтөүселөр һарыҡ үрсетеп тире алалар һәм тирене эшкәртеү өсөн оҙаталар...

Уҡыусы:-Беҙгә.

Уҡытыусы:Юҡ шул.Бына шунда инде ул глобализацияң мәғәнәһе.Улар ошо тиреләрҙе Грецияға оҙаталар һәм бына тигән күн етештерәләр һәм ошо күндәрҙе.....

Уҡыусы:-Беҙҙең илгә ебәрәләр.

Уҡытыусы:-Беҙгә түгел шул.Күндәрҙе Францияға оҙаталар,унда иң шәп модельерҙар бик шәп итеп тундар тегәләр һәм .....

Уҡыусы:-Беҙгә.

Уҡытыусы:-Нимә һин Наҙгөл, беҙгә лә беҙгә тип тик ултыраһың.Һеҙҙең бер ҙә глобаль уйлау һәләтегеҙ юҡ.Беҙҙә һәр ваҡыт үҙ-үҙеңде яратыу һәм шикләнеү -европаса,ә аң һәм ҡылыҡ-азиаттарса .Ул тундарҙы Америкаға оҙаталар һәм Нью-Йорк магазиндарында һаталар.

Уҡыусы:- Ә беҙгә.

Уҡытыусы:- Ә, беҙгә әлбиттә ,тағы ла Белорусияянан һыҙғыртҡыстар өсөн балсыҡ ебәрәләр.

Уҡыусы:-Ә-ә-ә,бына хәҙер шылды тимәк Рәсәйҙә аҡса түләп уҡыйһың,дауаланаһың һәм бушҡа эшләйһең.



Хөрмәтле тамашасылар! Гран-при йәки 1-се урын булмаһа ла КВН-да күтәрелгән хәл итә алмаҫлыҡ эштәребеҙ,киләһе КВН уйындарына тиклем ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа ишетелеп ғәмәлгә ашыр тип ышанабыҙ.


Автор
Дата добавления 25.02.2016
Раздел Воспитательная работа
Подраздел Конспекты
Просмотров111
Номер материала ДВ-483323
Получить свидетельство о публикации

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх