Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Дошкольное образование / Другие методич. материалы / Сценарий . "Мамочка любимая".

Сценарий . "Мамочка любимая".


До 7 декабря продлён приём заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)

  • Дошкольное образование

Поделитесь материалом с коллегами:



Әсәйҙәр байрамы

Әсәкәйем – күҙ нурым”

Маҡсат:

  • балаларға әсәйҙәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү, легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү,

  • балаларҙың телмәрен үҫтереү; шиғырҙарҙы дөрөҫ интонация менән һөйләү, йырҙарҙы матур йырлау, бейеүҙәрҙе бейеү, инсценировкалау һәләттәрен үҫтереү,

  • әсәйҙәргә ихтирам, һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итеү,

  • әсәләрҙә балалар менән берлектә иртәлектә ҡатнашыуға әүҙемлек уятыу.

Йыһыз: уйындарға, сценкаларға атрибуттар

Әсәйҙәр тураһында притча. № 1 Көй яңғырай балалар бейей.

  • Тыуырына бер көн ҡалған бала Алланан һораған: "Мин иртәгә ерҙә буласаҡмын тиҙәр. Мин унда нисек йәшәрмен, мин бит бәләкәй һәм ярҙамһыҙ." Алла әйткән: "Мин һиңә, һине көтөп тороусо һәм һинең турала ҡайғыртыусы бер фәрештә бүләк итермен". Бала уйлаған һәм яңынан телгә килгән: "Һинең янда мин йырлайым һәм көләм. Бәхет өсөн миңә шул еткән". Алла: "Һинең фәрештәң бары һинең өсөн генә йырлар, көлөр, һин уның мөхәббәтен тойоп бәхетле булырһың". "О, мин уны нисек аңлармын, мин бит уның телен белмәйем. Ә һиңә мөрәжәғәт иткем килһә мин ни эшләрмен" - тигән бала.  Алла әкрен генә баланың башынан һыйпап: "Һинең фәрештәң һиңә доға өйрәтер. Шул доға аша беҙ һинең менән аралашырбыҙ". Унан һуң бала һораны: " Ер йөҙөндә яуызлыҡ бар тип ишеттем. Мине кем һаҡлар". "Үҙ тормошон ҡыҙғанмайса, фәрештәң һине һаҡлар" - тине Алла. "Һине күрмәгәс миңә бик яманһыу булыр." "Фәрештәң һиңә минең турала һөйләр. Мин гел һинең яныңда булырмын." Шул саҡта Ер йөҙөнән тауыш ишетелде һәм бала һораны: "Аллам, фәрештәмдең исемен әйтсе!" Алла тыныс ҡына тауыш менән: Исеме уның мөһим түгел. Һин уны ӘСӘЙ тип йөрөтөрһөң.

I алып барыусы:

  • Хәйерле көн, хөрмәтле әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән әсәйҙәр байрамына йыйылдыҡ.

Берҙән – берем, күҙ нурым, тип

Һәр саҡ арҡаңдан һөйә.

Сирләгәндә төн йоҡламай,

Зарыңды белә, көйә.

Кем һуң ул һинең өсөн?

Ул – һөйөклө әсәйем.

II алып барыусы:

  • Ә ҡасан барлыҡҡа килгән һуң был байрам? Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында балаларын юғалтҡан әсәйҙәр бик күп күҙ йәштәре түгә. Әсәйҙәрҙең сабырлығы, түҙемлеге, хеҙмәте өсөн “Ҡаһарман әсәй” ордены булдырыла. 90 – сы йылдарҙан алып ноябрҙең һуңғы аҙнаһында бөтә Рәсәйҙә “Әсәйҙәр көнө” билдәләнә.

I алып барыусы:

  • Әсәй ул – һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Бәпестең тәүге һүҙе лә “әсәй”. Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәт – тәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек.

  • Ә хәҙер һүҙ балаларға:

Әсәй ул – һауа!

Әсәй ул – яҡтылыҡ!

Әсәй ул – бәхет!

Әсәй ул – йылылыҡ!

Әсәй ул – тыныслыҡ!

  • Мин әсәйемде яратам!

2 “………………………………………………………………………………….”

Балалар ултырғыстарға ултыра.

II алып барыусы:

  • Әсәйҙәребеҙҙе йылына ике тапҡыр ҡотларға мөмкинселек бар. Әсәйҙәргә бағышлап бик күп йырҙар, әҫәрҙәр, шиғырҙар яҙылған. Хәҙер әсәйҙәренә арнап балаларыбыҙ һөйөү тулы шиғырҙарын ишеттерер.

3 Балалар шиғыр һөйләй.

1-се бала: Иртән һөйөп уята, Эсерә тәмле сәйен.

Баҡсаға ла оҙата

Көләс йөҙлө әсәйем.

Ҡаршы ала йылмайып,

Ашы, сәйе өҫтәлдә.

Өйҙө матурлап ҡуя

Ҙур ҡунаҡты көткәндәй.

2-се бала: Әсәйҙәр берәү генә,

Беләйек ҡәҙерҙәрен.

Һәр эштә ярҙамлашып,

Күрәйек күңелдәрен.

3-сө бала: Бик матур минең ҡурсағым,

Әсәйемә оҡшаған.

Шауламағыҙ, ныҡ баҫмағыҙ.

Ҡурсағым да, әсәйем дә,

Икеһе лә йоҡлаған.

4-се бала: Әсәйем эштән ҡайтыуға

Иҙәнде йыуып ҡуям.

Ҡасан ҡайта инде, тиеп,

Һағынып көтөп алам.

5-се бала: Мин бәхетле, бик бәхетле,

Әсәйем янда һәр саҡ.

Һин булғанға ғына, әсәй,

Көндәрем яҡты һәр саҡ.




6-сы бала:

Әйтәһебеҙ килә бөгөн                    

Ҡәҙерле әсәйҙәргә-

Был байрам доньяға килгән

ҡояш нуры һибергә.

Был байрамдағы йылылыҡ

Быуаттарға етәрлек

Һеҙҙең наҙлы ҡулдарығыҙ

Әкиәтте ысын итерлек.

7-се бала:

Бөгөн беҙҙә әсәйҙәр байрамы,                    

Шатлыҡ йыры илем күгендә

Әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап,

ҡоштар йырлай тыуған еремдә.

Өй түрендә гөлбаҡсала

Йырсы ҡоштар һайраша

Бөгөн-әсәйҙәр байрамы,

Бөгөн-ҙур бер тамаша.

I алып барыусы:

  • Беҙҙе тормош ауырлыҡтарынан һаҡлап, яманлыҡтарҙан яҡлап, насар сирҙәрҙән ҡурсалап тороусы изгеләрҙән изге зат – әсәйҙәр.

  • Әсәләр тураһында күпме генә һөйләнһә лә, уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бөтөрөрлөк түгел.

Ә хәҙер ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү.

  • Ҡыҙҙар бейеүе. № 4 (зонт менән бейеү)

I алып барыусы:

  • Әсәйҙәр һәр ваҡыт ниндәйҙер эш башҡаралар: тәмле ашын да бешерәләр, балаларын да ҡарайҙар, эшкә лә йөрөйҙәр.

  • Балалар, һеҙ әсәйҙәрегеҙгә нисек ярҙам итәһегеҙ?

(Балаларҙың яуаптары).

  • ………………… әсәһенә нисек ярҙам итеүен йырын тыңлап белербеҙ.

5 Йыр “Ике биҙрә

II алып барыусы:

  • Ә малайҙарыбыҙ әсәйҙәренә нисек ярҙам итәләр икән? Әйҙәгеҙ, малайҙарыбыҙҙан әсәйҙәренә иртәнге аш әҙерләтәйек. Сөнки әсәйҙәр һәр ваҡыт иртәнсәк эшкә ҡабалана. Был уйынға … сығығыҙ. Тағы ла беҙҙең әсәйҙәребеҙ кәрәк була.


Уйын “Әсәйҙәргә аш әҙерләү” (әсәйҙәр менән бергә)

  • Ҙур рәхмәт. Бик тәмле булғандыр. (Әсәйҙәр рәхмәт әйтһен).

  • Хәҙер балаларҙы ………………………………………………………………… бейеүенә саҡырабыҙ.

6 Бейеү “бәшмәктәр бейеүе

I алып барыусы:

  • Балалар әсәйҙәргә арнап йыр ҙа йырланылар, шиғырҙар ҙа һөйләнеләр, иртәнге аш та әҙерләнеләр, бейенеләр ҙә, ә әсәйҙәребеҙ балаларға яуап итеп бишек йыры әҙерләгәндәр. Рәхим итегеҙ!


7 “………………………………………………………………………………”

II алып барыусы:

  • Әсәйҙәр тураһында бик күп мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бар. Әсәйҙәрҙе тикшереп карайык мәҡәлдәрҙен башын әйтәм, ә аҙағын әсәйҙәр дауам итә. Әйҙәгеҙ, балалар ҙа ярҙам итһен.


Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхетлек.

Әсәйгә бөтә балалар ҙа бер.

Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта.

Ҡош яҙға ҡыуана, бәпес – әсәйгә.

Һәр әсәгә үҙ. балаһы яҡын

Әсәйҙән дә яҡын иптәш юҡ.

  • Рәхмәт, әсәйҙәр! Бик күп мәҡәлдәр беләһегеҙ.

(Балалар сценкаға сыға)

Көй яңғырай. “……………………………………………………………………..”

Сценка “Терпекәй”

Йәшәгән, ти, урманда терпе. Бер көн терпе әсәһенә сәскә бүләк итергә уйлаған.

Терпе: - Һаумыһығыҙ, сәскәләр, фр – фр!

Сәскәләр: - Хәйерле көн, хәйерле көн!

Терпе: - Сәскәләр, зинһар өсөн, әйҙәгеҙ минең әсәйемде ҡотлайыҡ.

Сәскәләр: - Беҙ риза, ә ҡайҙа барырға?

Шул ваҡыт урман эсенән Төлкө килеп сыға.

Төлкө: - Ниндәй тәмле еҫ, ням – ням - ням.

Хәҙер мин һине ашайым, ам – ам.

Терпе: - Ай, мин ҡурҡам, фр – фр, ярҙам итегеҙ!

Терпе сәскәләр араһына йәшенә, төлкө сәскәләр тирәләй әйләнә лә китә. Урман эсенән Терпекәйен эҙләп Әсәй терпе сыға.

Әсәй терпе: - Ниндәй матур сәскәләр, ә ҡайҙа һуң минең терпекәйем?

Терпе сыға.

Терпе: - Әсәй, мин сәскәләр араһында, фр – фр, фр – фр.

Әсәй, һине байрам менән ҡотлайым

I алып барыусы:

  • Терпекәй әсәһенә сәскә бүләк итте, ә беҙҙең бәләкәстәр әсәйҙәренә шиғыр һөйләйҙәр. Әйҙәгеҙ, тыңлайыҡ.

Шиғыр: Әсәйемдең ҡулы алтын,

Тәмле аштар бешерә.

Энә алһа ҡулдарына

Матур кейемдәр тегә.


Әсәйем, күҙ нурым, Әсәйем, алтыным,

Йылмая йөҙҙәрең. Һин бит иң яҡыным.

Йылытып йөрәкте Үҙеңә гел тарта

Нур һибә күҙҙәрең. Күңелең ялҡыны.



Бөгөн-әсәйҙәр байрамы                

Бөгөн ерҙә тантана

Ҡояш шуға көлә бөгөн,

Гөлдәр шуға шатлана.



8 әкиәт сәхнәләштереу ……………………………………………….

II алып барыусы:

  • Ысынлап та, әсәйҙәр нимәгә тотонһалар ҙа, бөтә эштәре лә ҡулдарынан килә. Әйҙәгеҙ, әсәйҙәребеҙгә ял биреп уларҙы байрамса биҙәндерәйек.

Уйын “Әсәйҙе биҙәндер”

Бер нисә бала әсәйҙәрен биҙәндерә.

  • Әсәйҙәребеҙ тағы ла матурыраҡ булып китте. Әйҙәгеҙ әле, ысын йондоҙҙар һымаҡ әсәйҙәребеҙ көй аҫтында үтһендәр.

Зал буйлап әсәйҙәрҙең дэфилеһы

I алып барыусы:

  • Бөгөн балалар йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә, әсәйҙәргә шиғырҙар, мәҡәл – әйтемдәр ҙә бағышланылар. Ә хәҙер ҡәҙерле әсәйҙәр, хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙҙең өсөн тағы ла музыкаль бүләк.

  • Рәхмәт, балалар.

8 “Малайзар ултыргыска ултырып бейей”

Ҡәҙерле әсәләр!Был бер бөтөнлөк, бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.

    Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.Һеҙҙе тағын бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Әсәләр көнөнә арналған концертыбыҙ аҙағына ла етте.Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ. Һау булығыҙ!!!






















hello_html_7a73b524.jpghello_html_m1ff47e70.jpg





























hello_html_41f93109.pnghello_html_2fde8f49.pnghello_html_m2c76e1a5.png



























 "Әсәйем-алтыным,берҙән берем" исемле концерт

    Максаты: балаларға әсәйҙәрҙә яҡын,изге,ҡәҙерле кеше барлығын төшөндөрөү;

Балаларзын иҗади һәләттәрен үҫтереү; әсәйҙәргә ҡарата хөрмәт,яратыу  һәм ихтирам хистәре тәрбиәләү.

 Сценарий

Алып барыусы:

   Тыуырына бер көн ҡалған бала Алланан һораған: "Мин иртәгә ерҙә буласаҡмын тиҙәр. Мин унда нисек йәшәрмен, мин бит бәләкәй һәм ярҙамһыҙ." Алла әйткән: "Мин һиңә, һине көтөп тороусо һәм һинең турала ҡайғыртыусы бер фәрештә бүләк итермен". Бала уйлаған һәм яңынан телгә килгән: "Һинең янда мин йырлайым һәм көләм. Бәхет өсөн миңә шул еткән". Алла: "Һинең фәрештәң бары һинең өсөн генә йырлар һәм көлөр, һин уның мөхәббәтен тойоп бәхетле булырһың". "О, мин уны нисек аңлармын, мин бит уның телен белмәйем. Ә һиңә мөрәжәғәт иткем килһә мин ни эшләрмен" - тигән бала.  Алла әкрен генә баланың башынан һыйпап: "Һинең фәрештәң һиңә доға өйрәтер. Шул доға аша беҙ һинең менән аралашырбыҙ". Унан һуң бала һораны: " Ер йөҙөндә яуызлыҡ бар тип ишеттем. Мине кем һаҡлар". "Үҙ тормошон ҡыҙғанмайса, фәрештәң һине һаҡлар" - тине Алла. "Һине күрмәгәс миңә бик яманһыу булыр." "Фәрештәң һиңә минең турала һөйләр. Мин гел һинең яныңда булырмын." Шул саҡта Ер йөҙөнән тауыш ишетелде һәм бала һораны: "Аллам, фәрештәмдең исемен әйтсе!" Алла тыныс ҡына тауыш менән: "Уның исеме бик ябай ғына - Әсәй" - тине.

  Хәйерле  кон, хөрмәтле дуҫтар, туғандар!

Барығыҙға, олоғоҙға,  йәшегеҙгә, кесегеҙгә!

Хеҙмәт һөйгән,эштә уңған

Йыр йырларға, көй көйләргә

Оҫта булған

Батыр ауылы халҡына

Ҡайнар сәләм!

  Барығыҙға ла иҫәнлек -именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ!

    Әсәй-ерҙә иң ғәзиз,иң якын кеше,сөнки ул һине тыуҙырған,күкрәк һөтөн имеҙгән,йыр көйләп бишектә тибрәткән,беренсе йылмайыуыңды күреп кыуанган,тыуган телде өйрәткән,халык моңон күңелеңә һеңдергән.Әсәйҙәрҙең һиңә кылған  изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң?

  Көндөң яктылыгы-кояшта,

  Күктең матурлыгы-йондоҙҙарҙа,

  Ерҙең гүзәллеге-ҡатын-кыҙҙарҙа.

   Һеҙҙе бөтөн ер йөҙөн биҙәгән Әсәйҙәр байрамы менән тәбрикләйбеҙ.Ҡәҙерләйек беҙ  әсәйҙәрҙе,ололайык!Уларҙың канаттары кайырылмаһын,тормош ауырлыктарынан иңдәре һыгылып төшмәһен!Ҡатын-кыҙ һәр вакытта ла ҡатын-кыз булып калһын!

 

өгөн ҡәҙерле әсәйҙәребеҙҙең якты,илаһи зур байрамы.Ер йөзөндә әсәйҙән дә якын,әсәйҙән дә рәхимле,мөхәббәтле,әсәйҙән дә оло йәнле зат юктыр.

Әйтәһебеҙ килә бөгөн                    

Ҡәҙерле әсәйҙәргә-

Был байрам доньяга килгән

Кояш нуры һибергә.

Был байрамдагы йылылык

Быуаттарга етәрлек

Һеҙҙең назлы кулдарығыҙ

Әкиәтте ысын итерлек.

Бөгөн беҙҙә әсәйҙәр байрамы,                    

Шатлык йыры илем күгендә

Әсәйҙәрҙе байрам менән котлап,

Коштар йырлай тыуган еремдә.

Өй түрендә гөлбаксала

Йырсы коштар һайраша

Бөгөн-әсәйҙәр байрамы,

Бөгөн-ҙур бер тамаша.

  -   Бөтөн кешелек дөньяһына йәм биреүсе  йылмайыуығыз менән беҙҙе иркәләүсе,йылы караштарыгыз менән назлаусы,акыллы фекер-ҡараштарығыҙ  менән беҙгә аҡ юл күрһәтеүсе һөйөклө әсәйҙәребеҙ.

Бөгөн-әсәйҙәр байрамы                

Бөгөн ерҙә тантана

Ҡояш шуға көлә бөгөн,

Гөлдәр шуға шатлана.

Әсәйҙәр байрамына,

Кыуана шулай улар

Әсәйҙәрҙе котлай бөгөн

Ерҙә барлыҡ балалар

Был дөньяла йөҙҙәреңдән

Бар өйгә нур бөркөлә.

     -Әсәй!Күпме наҙ бар был һүҙҙә.”Әсәй” тиеп телебеҙ асыла.Беренсе аҙымдарыбыҙҙы күреп ғәзиз әсәйҙәребез һөйөнә.Беҙҙең иң якын кәңәшсебез,серҙәшсебеҙ ул!

-Аллаһы Тәғәлә ҡатын-кыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле,һүҙсән,нәфис,хиссән итеп яралткан һәм гүзәл заттарға ғаиләләге иң яуаплы,сетерекле вазифаны - бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән.Ҡатын-кыҙң элек әсә һәм ғаилә усағын һаклаусы ул.

 

Әсә бөйөк исем                                                        

Нимә етә әсә булыуға

Ҡатындарҙың бөтөн матурлығы

Сибәрлеге әсә булыуҙа.

Әсәләрҙең күңелдәре балаларҙа

Бала күңеле тиҙәр далала

Тик онотмайыҡ шуны:ике килмәй

хеҙмәт итеү ата-әсәйгә.

 

Әсә!                                                                

Йөрәгемдең иң ҡәҙерле хисе,

Күңелемдең ул иң түрендә;

Ул-һалкында йылытыусың һинең,

Йыуанысың ауыр көнөңдә.

Һоҡланып ҡарап торорлоҡ-

Күҙҙе ала алмайбыҙ.

Әсәйләрҙең бөйөклөгөн

Йәшәй-йәшәй аңлайбыҙ

Айҙан,ҡояштан ҡәҙерле

Һин ул әсәйем!

Иң яғымлы,иң һөйкөмлө

Һин ул әсәйем!

Таңдар ҙа нурлыраҡ,

Көндәр ҙә йылыраҡ,

Күңел дә йылыраҡ,

Янда һин булғанда.

 

    -Әсә!Әней!Инәкәй!Ниндәй бөйөк исем! Доньяла әсәйҙәрҙән дә гәзиз,изге зат юктыр.Күпме наҙүпме йылылык бар был һүҙҙә.Сабый доньяга килгән сәгәтенән уҡ әсәһенең йомшак кулдарын һиҙеп,яғымлы карашын тойоп йәшәй.Әсә өсөн бала ер йөзөндә бер нәмә менән дә тиңләй алмаҫлык йөрәк парәсе.Йылдар үтеп,сәстәргә сал керһә ләәзиз әсәйҙәребез өсөн беҙ һәр вакыт бала булып ҡалабыз.Һәм беҙ әсәйҙәр байрамына бына нисек әзерләндек.

Атай менән бәргәләшеп                                                  

Таңдан тороп ултырҙыҡ

Ең һыҙғанып ҡыҙыу-ҡыҙыу

Беҙ эшләргә тотондоҡ

Әсәйҙәр көнөнә атай

Тырышып ҡамыр баҫты

Ә бесәйем  мыраубайым

Эсенә кереп батты

Бәләкәс ҡустым һабын алып

Табаларҙы таҙартты

Уның майлы битен күреп

Бесәйем ҡурҡып ҡасты

Ҡыҙыл салбар,аҡлы күлмәк

Машинала әйләнә

-Харап иттең күлмәкте,-тип

Ҙур ағайым бәйләнә.

Һеңлем дә бик тырышты,

Иҙәндәрҙе йыуышты.

Күл булып аҡҡан һыуҙарҙы

Сүмес менән йыйышты.

Дүртәүләшеп, тәмле итеп

Бәрәмәстәр яһанык

Көйөп табаға йәбешкәс

Ҡыра-ҡыра ашаныҡ.

Әсәйҙәр көнөнә шулай

Беҙ әсәйгә булыштыҡ

Уға бер эштә ҡалманы,

Бына нисек тырыштыҡ.

 

   -  Дөньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән Иман иңдереүсе әсәй.Беҙ сырхаулап ятҡанда, күкрәгенә ҡыҫып ,....йән емешем, балам, тип, ысын күңелдән борсолоусы әсәйебеҙ.Әсәй булмаһа, беҙ ояһыҙ ҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеуек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине.

Ғумерем буйына                             

Бурыслы мин уға

Көслө һин, изге һин

Бөйөк һин, әй-әсә!

Йығылып илаһам

Абынып тормаһам

Ҡулыңды һуҙыусы

Һин генә әсәйем!

 

Әсәй” тип асыла беҙҙең тел,                    

Әсәйҙе хөрмәт ит шуны бел

Әсәй өйҙә булһа бик рәхәт

Әйтәбез һиңә: мең рәхмәт!

    - Балалар, әсәйҙәрегеҙҙең ҡулына күҙ һалҡанығыҙ бармы һеҙҙең? Йыйырсыҡланып, ауыр эштән сөйәлләнеп, китап битенә төшкән яҙыу юлдары кеуек һызғысланып бөткән улар. Ә шулай ҙа, һине иркәләгәндә, башыңды һыйпағанда, ул ҡулдарҙан да йомшағырағ ,йылыраҡ, шифалыраҡ ҡулдар юҡтыр дөньяла!Әсәйҙәребеҙ ҡулдарынан уҙған эштәрҙе тау итеп өйһәң,юл итеп һузһаң,уны уҙырға бер ғумер кәрәк булыр ине.Ул ғумер-ысын хеҙмәт юлы.

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә                         

Уларғаҙыр бөтөн ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яғты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғумергә.

Һинән дә яктыраҡ                                          

Һинән дә якшыраҡ

Матурыраҡ кеше юҡ

Бөтөн ер шарында.

Китһәм дә ситтәргә

Әсәйем шикләнмә,

Талпынып яныңа

Ҡайтырмын йыраҡтан.

Ни генә булһа ла

Мин һине илатмам.

Һинең күҙҙәреңде

Йәштәргә сылатмам.

Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!                

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ниңә бөгөн бөтөн ерҙә                                              

Сәскәләр балҡый беҙҙә

Ниңә ҡояш көлөп ҡарай

Беләбеҙ һәммәбеҙ ҙә

Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен

Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй

Илһам бирә миңә йәшәргә

Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ язһын

Әсәй”тиеп уға әйтергә.

    Йыр "……………………………………………………….."

   - Хөрмәтле әсәйҙәр! Хәҙер һеҙҙең иғтибарға балаларығыҙ әҙерләгән концерт тәҡдим итәбеҙ. Башҡарған йыр-бейеүҙәр - балаларығыҙҙың һеҙгә ысын күңелдән бүләге. Ҡул сабып, йылмайып ял итегеҙ!

1.Концертты дауам итергә бәләкәстәрҙе саҡырайыҡ!

 

 2.Була шундай уңғандар

Уҡыуҙа ла тырыштар

     Йыр-моңға ла ғашиҡтар

Спортты ла һөйәләр

      Кескәй генә булһалар ҙа

Һәр ергә өлгөрәләр.

………………………………………………………………………………………………

3. Әсәй һүҙе - йырлы үҙе

     Йәшәү шикелле серле.

 Әсәй һүҙе өлгө миңә

Әсәй һүҙе тәьҫирле.

………………………………………………………………………………"Әсәйем, бергенәм" йыры

4.Денис,Аяз, Айрат бейей сәхнәлә

Йәш егеттәр бейеүен

Ҡарағыҙсы әле уның

Өҫтөндәге кейемен……………………………………………………………………..

5. Бейеү бит ул ялҡынлы дәрт

Бейеү спорт һәм сәнғәт

      Бейеү талант һәм хеҙмәт ул

 Бейеү тылсымлы хикмәт.

 "зонтик"  бейеүе

7.Ни булыр ине доньяла

Әгәр ҙә йыр булмаһа

    Кешеләрҙең күңелендә

Яңғырап гел тормаһа

                     Һеҙҙең алдығыҙҙа Нигматуллина Рәйлә апай

  "…………………………………………………………………………………….." йыры  менән

8.Ҡарайыҡ хәҙер дуҫтар

бәшмәктәр бәүелеүен.

           Сәскәөлдәрҙәй бәүелеүен

    Баһадир егеттәр бейеүен.

"бәшмәк" бейеүе,

9.      10.Баҫам- баҫам тыпырҙатып

Аяҡтарым төҙ генә.

    Аяғымды йәлләмәйем

Иҙәне түҙһен генә.

…………………………………………………………………………..

11.Йырҙан ҡиммәт, йырҙан ҡәҙерлерәк

Күстәнәсем башҡа юҡ минең - ти

……………………………………………………………………………………………………

 

13.   Яндырып баҫ, өҙҙөрөп баҫ,

     Сәсрәп китһен осҡондар.

 Һин бейегәнде ғүмергә

Иҫтәрендә тотһондар.

 Һеҙҙең алдығыҙҙа башҡорт бейеүе …………………………………………………………………….

14.

                15.Эй, тормоштоң йәме йәп-йәш ҡыҙҙар

  Йөрәктәрҙе утҡа һалалар.

           Сәскә кеүек һылыуҙарға ҡарап,

    Бабайҙар ҙа баҫып ҡалалар

      Бейегәндә уттар сәсрәтәләр

       Йөрәктәргә дәрттәр һалалар.

                          "………………………………………." 

16.Йыр үлемһеҙ, йәшәй, көрәшә.

Бар доньяға шатлыҡ өләшә.

Осҡан саҡта күреп ҡаламын

Ер өҫтөн ул байҡай яратып.

 …………………………………………………………………………………………………..

        17.Ниндәй генә хистәр уятмайһың

                   Эй, тылсымлы йыр, һин һәр кемдә!

               Һин ул минең ялан-ҡырҙарымда

                Туғайҙарым, йылғам, тауҙарымда

             Һағышымда, ҡайнар дәртемдә.

 ………………………………………………………………………………Рәхим итегеҙ!

18.Эй, һылыу ҙа буйҙары

Серле лә ҡараштары

     Ул бейей башлаһа инде

  Китер иҫең-хуштарың

Һеҙҙең өсөн "………………………………………………………………………………" бейеүе. 

19.Концертыбыҙҙы дауам итәбеҙ.  "……………………………………………………………………." йыры

        20.Был бейеүҙә барҙыр бөтәһе лә:

                Күпме хис-наҙ, күпме зарурлыҡ!

  Һын - моңонда, халҡым

Мәшһүрлегең,

Бейеүеңме?

Тарих тоторлоҡ.

   Хөрмәтле әсәйҙәребеҙ!Һеҙ-тыйнаҡ та,һөйкөмлө лә, һез-эшсән дәүҙемле лә, һеҙ-иманлы ла, дарманлы ла. Һеҙ өйҙәребеҙҙең йәме,аштарыбыҙҙың тәме.Дөнья йөгөн һеҙ күтәргәнһегеҙ , ғаилә усағын һүндермәйсә, һүрелдермәйсә,   һеҙ  дөрләтеп тораһығыҙ.

 

  Әсә  һәм бала!Улар бер  бөтөн,айырылғыһыҙ.

Ҡәҙерле әсәләр!Был бер бөтөнлөк,бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағын да нығынһын,бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.

    Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.Һеҙҙе тағын бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Әсәләр көнөнә арналған концертыбыҙ аҙағына ла етте.Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ. Һау булығыҙ!!!




























57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)

Автор
Дата добавления 29.09.2016
Раздел Дошкольное образование
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров24
Номер материала ДБ-220105
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх