Инфоурок Другое Другие методич. материалыСценарий мероприятия "Минен шэжэрэм"

Сценарий мероприятия "Минен шэжэрэм"

Скачать материал

 

Минең ғаиләм – минең шәжәрәм”

байрамының сценарийы.

Төҙөүсеһе: Исламова Зөләйха Әхтәм  ҡыҙы

 

Маҡсаттары: Шәжәрә  менән таныштырыу,нәҫелдәр ебенә, атайҙарға, тыуған яҡҡа һөйөү, ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү.

Уҡыусылар ата- әсәләре менән берлектә үҙ ғаиләһенең шәжәрәһен төҙөү.

Йыһазландырыу: Китаптар  күргәҙмәһе,  шәжәрәгә арналған стенд, балаларҙың төҙөгән      шәжәрәләре, видеопроектор.

Зал өй кеүек биҙәлгән. Бер яҡ стенала шәжәрәләр күргәҙмәһе.

Девизы:

“Ырыу көсө, тамыр көсө – шәжәрә”.

Үҙәк стенала – ҙур шәжәрә. Уның эргәһендә – һандыҡ.

Инеш һүҙ

Уҡытыусы.

Шәжәрә тураһында һүҙ башлағанда, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, Мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың һүҙҙәрен иҫкә алмаү мөмкин түгелдер. Ул үҙенең « Башҡорттар» тигән хеҙмәтендә башҡортмон тигән башҡорт өс нәмәне иҫтән сығармаҫҡа тейеш ти:

1.     Үҙеңдең килеп сығышыңды;

2.     Йондоҙҙарҙы танып атай белеүеңде;

3.     Халыҡ тормошона бәйле легендалар һәм риүәйәттәрҙе өйрәнеп белеүеңде һәм онотмауыңды.

Ысынында, шәжәрә тураһында беҙ нимә беләбеҙ һуң? Ул ғәрәп телендә «ағас» тигәнде аңлата.

 Борон заманда беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу- ҡәбиләне, нәҫел- нәсәпте, ата- бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. «Ни эшләп ағас һымаҡ төшөргәндәр икән?» тигән һорау тыуа әлбиттә. Ағас боронғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың тормошон да сағылдырған. Тамыры - үткәнебеҙ, олоно- бөгөнгөбөҙ, тармаҡ- ботаҡтары киләсәгебеҙ. Һәр ағас фәҡәт үҙ тамыры аша ғына һут ала. Ағас ни тиклем нығыраҡ һәм тәрәнерәк тамырлана- шул тиклем мулыраҡ һут ала, нығыраҡ, сыҙамлыраҡ була, ҡуйыраҡ тармаҡлана. Ботаҡтары ла ҡеүәтлерәк, үҫентеләре лә көслөрәк була. Кешелек донъяһы ла, айырым халыҡтарҙа, ырыу- ҡәбиләләр ҙә шулай уҡ.  Бына ни өсөн халҡыбыҙ шәжәрәне ағас рәүешендә яҙып ҡалдырған.

 Борон- борондан башҡорт халҡы үҙенең ете быуынын һәм унан да күберәген өйрәнеп, киләсәк быуынға тапшырып барған. Үҙенең атай- олатайҙарын белмәгән кешегә был  оят һаналған. Шәжәрәләр ауылдың бик абруйлы кешеһендә, йә булмаһа ҡәбиләнең аҡһаҡалында, билдәле бер урында ғына һаҡланған. Шәжәрәлә тик кеше исемдәре генә урын алмаған, бик күптәре уларҙың халыҡ, ил тарихын, халыҡ ижадын үҙ эсенә тулаған бай материалдарҙан торған.

Әйтәйек, ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе тулыһынса тийәрлек ике ырыу тормошон сағылдырған «Бабсаҡбей һәм Күҫәкбей» эпик хикәйәтенән торһа, үҫәргәндәр шәжәрәһе  иһә шиғри юлдан төҙөлгән.

Башҡорт халҡының рус дәүләтенә ҡушылған тарихи ваҡыттарҙы үҙ эсенә туплаған шәжәрәләр бөгөнгө көндө рәсми документ ролен үтәйҙәр.

Шәжәрә тураһында күренекле рус яҙыусыһы Александр Сергеевич Пушкин былай тип яҙып ҡалдыра: «Гордиться славою своих предков не только можно, но и должно; не уважать оной есть постыдное малодушие». Шулай булғас, беҙҙә үҙ шәжәрәбеҙҙе белергә, өйрәнергә, уның менән ҡыҙыҡһынырға һәм ғорурланырға тейешбеҙ.

Күңелле музыка яңғырай (ҡурай моңо). Сәхнәгә ике алып барыусы сыға.

 1-се алып барыусы.

Тыуған ерем, ғәзиз ерем

Тәү аяҡ баҫҡан ерем.

Намыҫыңа тап төшөрмәй

Йәшә тип әйткән ерем.

 2-се алып барыусы.

Бала саҡтың хәтирәһен 

Һаҡлаусы – һин, Тыуған ерем.

Бар белгәнең тик – изгелек.

Рәхмәт һиңә , Тыуған ерем.

1-се алып барыусы.

- Һаумыһығыҙ, хәйерле көн ,хөрмәтле атай- әсәйҙәр, олатайҙар- өләсәйҙәр килгән ҡунаҡтар.

2-се алып барыусы.

-Бөгөн беҙҙә ҙур байрам. Шәжәрә байрамы, һеҙҙе ошо байрам менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Һандыҡ өҫтөндә милли башҡорт кейеме кейгән Хәмит олатай ултыра. Талғын ғына ҡурай моңона Ҡәҙим Аралбаевтың “Шәжәрә” шиғыры яңғырай.

               Шәжәрә

Шәжәрә – ул байрам ғына түгел,

Ул ҡурайҙай рухтың үҫеше,

Мең ғазаптар аша ҡан тартыуы,

Уттар аша ғүмер киҫеше.

Шәжәрә – ул йәшәү тантанаһы,

Һулар һауа, тупраҡ, ғәзиз ер,

Ул тамырым буйлап аҡҡан ал ҡан,

Боронғо ла, йәш тә, хәҙерге.

Шәжәрә – ул бөйөк, изге йортоң,

Уға тейеш һин бер ҡайтырға.

Унда һине туғаныңа Ер ҙә,

Йән дә, ҡан да тейеш тартырға!

Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм!

Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.

Күкрәк киреп олон торбайтҡанда,

Күкте терәп ерҙә һин торғанда

Йәшәргә лә әле йәшәргә!

Ҡыҙ бала инә.

Хәмит олатай. Ҡайттыңмы, ҡыҙым? Әйҙә, минең эргәмә ултыр ҙа ял итеп ал.

Ҡыҙ ултырғысҡа ултыра.

Бала. Олатай!  Был ниндәй ағас?

Хәмит олатай. Был минең шәжәрәм.

Ҡыҙ. Ә нимә ул «шәжәрә»?

Хәмит олатай. Шәжәрә ул – ырыу ағасы. Элек кешеләр үҙ нәҫелен 7-се быуынға тиклем белергә тейеш булғандар. Улар туғандарының исемдәрен яҡшы белгәндәр.  Ә ҡайһы берҙәре яҙғандар ҙа. Ырыуҙың ағас рәүешендә яҙылыуы, һүрәтләнеше шәжәрә тип атала. Мин дә, балам, һеҙҙең нәҫел ептәрен өҙмәүегеҙҙе теләйем. Бөгөн мәктәптә Шәжәрә байрамы була икән. Мине лә саҡырҙылар. Һин дә барыр инеңме?

Ҡыҙ: Эйе, олатай. Мин дә һинең менән байрамға барам.

 Хәмит олатай. Улайһа, тиҙерәк булайыҡ. Һуңға ҡалыу матур эш түгел ул.

Сығып китәләр. Ҡурай моңо яңғырай. Алып барыусы инә.

Алып барыусы.  Хәйерле көн, балалар, ата-әсәләр, килгән ҡунаҡтар! Беҙ бөгөн Шәжәрә байрамына йыйылдыҡ. Байрамда   ете  ғаилә ҡатнаша.

1-се алып барыусы.

     Атайҙар ҙа шат бөгөн,

Әсәйҙәр ҙә шат бөгөн,

Балалар ҙә шат бөгөн,

Ҡунаҡтар ҙә шат бөгөн,

Шәжәрә байрамы бөгөн!

2-се алып барыусы.

Сарала ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алайыҡ.

Ҡатнашыусылар менән таныштырыу.

1-се алып барыусы.

Ғаилә – кеше өсөн  йылы бер оя. Ошо ояла балалар тыуа. Ғаиләгә йәм, нур, ҡыуаныс өҫтәлә. Һәр бер ата-әсә балаһына матур, оло мәғәнәгә эйә булған исем бирергә тырыша.

    2-се алып барыусы.

Ә хәҙер уҡыусылар башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры “Ҡарабай” яңғырай.

“Ҡарабай” йыры.

 

Уҡытыусы.

Ете быуынға тиклем нәҫелен белеп, үҙ шәжәрәһен төҙөгән кешеләрҙе элек-электән үк хөрмәт итәләр. Хәҙер сарала ҡатнашыусыларыбыҙ үҙҙәренең

шәжәрәләре тураһында һөйләйәсәктәр.

 

Сығыштар  «Минең шәжәрәм».

Өлкәндәр һәм уҡыусылар сығышы.

1-се алып барыусы.

Рәхмәт, дуҫтар! Бик матур итеп һөйләнегеҙ.

1-се алып барыусы.

Ниндәй сара йырһыҙ булһын инде! “Йыр – йән аҙығы”, – тиҙәр бит. Уҡыусылар башҡарыуында йыр яңғырай.

«Бала саҡ – күңелле саҡ» йыры.

Уҡытыусы.

Олатайҙар, өләсәйҙәр тураһында бик күпте белергә, һөйләргә була. Балалар, ә һеҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кеше кем ул?

Уҡыусылар. Атай, әсәй, ағай, апай, һеңле, ҡусты.

Уҡытыусы. Афарин. Ә хәҙер шигыр яратыусы балаларыбыҙ иң яҡын кешеләренә бағышлап шиғырҙар уҡып үтәсәктәр.

Ғаилә ағзаларына бағышланған шигырҙар уҡыу.(3-сө класс)

      Әсәйем

Әсәй-әсәкәйем, тиеп  

Яратып ҡына әйтәм

Шулай яғымлы булырға

Ҡустымды ла өйрәтәм.

Әсәйем-әсәкәйгенәм, 

Һөйөклөм, берҙән-берем.                                       

Бәхетле ғүмер теләйем    

Һиңә, минең ҡәҙерлем!                                                                                                                                                            

Атайым

Атайым-атаҡайым,

Таяныс беҙҙең өйҙә.

Бер ҡарашы ла етә,

Кәрәкмәй сыбыҡ сөйҙә.

Атайым-атаҡайым,

Өндәшәмен яратып.

Эштән ҡайта ашығып.

 “Балам!”-тиеп, йән атып.

Ҡартатайым

Атайымдың атаһына

“Ҡартатай!”- тип өндәшәбеҙ.

Уның әкиәтен тыңлап,

Серләшәбеҙ, һөйләшәбеҙ.

Ҡартәсәйем

Атайымдың әсәһе

Ҡартәсәй була беҙгә.

Гел яҡшылыҡ, изгелек

Тарата бөтәбеҙгә.

 

Олатайым

Әсәйемдең атаһын

Олатай тип ҙурлайбыҙ.

Тыуған көнө менән ҡотлап,

Күңелле йыр йырлайбыҙ.

Һеңлем

Апаһынан кесерәк,

Ағаһынан кесерәк.

Һеңлем бәләкәсерәк,

Шаян инде бигерәк.

Өләсәйем

Әсәйемдең әсәһе

Өләсәй-өләсәйем.

Яндарына ултырып,

Ҡоймаҡлап сәй эсәйем.

Ҡустым

Бәләкәй генә малай,

Ҡустым-ҡустыҡай бит ул.

Тиҙ үҫәм тип йүгерә,

Уттай остоҡай бит ул.

Апайым

Апайым ҙур бит минән,

Мине ҡурсып торғанға,

Эш боҙоп йөрөмәйем,

Унан бер аҙ шөрләйем.

Аяҡтарым бәләкәс,

Мин шәп атлай алмайым.    

Ағайым

Ағайым ҙур булғанға,

Шуға тарта еңемнән.

Тартма, тартма еңемдән,

Апайым-апаҡайым!

 

Ҡустым 

Сәп-сәп-сәпәкәй,

Минең ҡустым бәләкәй.

Ҡулын күтәргән була,

Сәпәкәй иткән була.

Рәсимә Ураксина

Әсәйемә

Яғымлым, матурым –

Әсәйем һин минең.

Доньяла иң яҡын

Кешем дә һин минең.

Был тормош юлында

Һин – терәк бит миңә.

Ҙур бәхет, шатлыҡтар

Теләйем мин һиңә.

 

1-се алып барыусы.

   Хәҙер нәҫел ебен барлау өсөн Һүҙ ғаилә ағзаларына бирелә.

(Суфияновтар сығышы).

  Дәртле бейеү «Башҡорт ҡыҙҙары»бейеүе

2-се алып барыусы.

Нуриевтар үҙҙәренең  шәжәрәһе менән таныштырып үтә.

(Медиопроектор менән ҡуллана).

1-се алып барыусы.

Ата-бабам эҙен юллап сумам тарихтарға.

Ырыу ҡаны тарта мине төрлө тарафтарҙан.

Һәр исеме – телле, түлле, ерле шәжәрәмдең,

Ғазап, хафа, ҡомар, оран ҡайнай ҡараштарҙа!

2-се алып барыусы.

Мәмбәт бейҙең ҡайнар ҡаны,

Ҡайҙа сәсрәнең?! Ғәбит батыр ҡоно,

Исәнғол дворян даны, ҡайҙа йәшерендең?!

Шәжәрәнән нәжәғәйҙәй изге әруахтарҙың

Ҡарашынан керпегемдә боҙло йәш ирене!..

1-се алып барыусы.

Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

Күҙ яҙҙырһаң,  шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.

Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,

Һин ятма: ҡор ояңды , үр шәжәрә!..

2-се алып барыусы.

Шәжәрәмдә сал тарихы бабаларҙың,

Бөгөнөм дә, киләсәгем, балаларым.

Уралымдың яҙыласаҡ яңырасаҡ

Шәжәрәһе – башҡортомдоң ал ҡанында!

1-се алып барыусы.

      Эйе, ауылымдың ғорурлығы булған һоҡланғыс кешеләре ифрат күп. Тәү тапҡыр ошо ерҙә ауаз һалған, тәпәй баҫҡан һәм яҙмышын туған тупрағы менән бәйләгән яҡташтарыбыҙ тураһында күп һөйләргә булыр ине. Атайҙар! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм һәр ваҡыт иҫтә тотабыҙ.

2-се алып барыусы.

 Хәтер йомғаҡтарын һүтә-һүтә,

үттек бөгөн таныш юлдарҙан.

 Башҡортостан тигән еребеҙҙә,

Ҡалайыҡ бер күс булып,

Шат йәшәйек түш киреп

Бер-беребеҙгә көс биреп.

Уҡытыусы.

 Эйе, олатай-өләсәйҙәрҙең мираҫын, тәрбиәһен быуындан-быуынға тапшырыу – беҙҙең бурысыбыҙ. Үткәндәрҙе барлап, киләсәккә ынтылып, нәҫел ептәрен өҙмәй генә йәшәү кәрәк. Үткәндәрҙе тоташтырып торған нәҫел ебе, нәҫел тамыры ҡоромаһын ине. Нәҫел ағасыңды белеү, эҙләү – барыбыҙҙың  да иҙге бурысы!

         Бөгөнгө байрамыбыҙҙа тормош тәжрибәләрен уҡыусыларыбыҙ менән уртаҡлашҡан, матур кәңәштәрен биргән әсәйҙәргә, ҡунаҡтарға ҙур рәхмәт. Ғаиләләрегеҙ татыу, тигеҙ булһын. Балаларығыҙ аҡыллы, игелекле булып үҫһендәр! Бәхетле булығыҙ! Беҙ өлкәндәрҙең васыяттарын һаҡларға тейеш, сөнки беҙ һәр беребеҙ тамырҙарыбыҙҙы белергә тейеш. Ә үҙ тамырыңды, быуыныңды белеү – изге бурысыбыҙ! Быуындарҙы барлайыҡ, һаҡлайыҡ! Йәш быуынға үрнәк булайыҡ! Сарала ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт!

Ҡатнашыусыларҙы бүләкләү.

Дәртле ҡурай моңо яңғырай. Уға ҡушылып, ҡумыҙҙа уйнау. Күмәк бейеү.

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Сценарий мероприятия "Минен шэжэрэм""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Психолог в социальной сфере

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 654 388 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 16.03.2018 1053
    • DOCX 90 кбайт
    • Рейтинг: 3 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Исламова Зулайха Ахтямовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Исламова Зулайха Ахтямовна
    Исламова Зулайха Ахтямовна
    • На сайте: 8 лет и 1 месяц
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 26710
    • Всего материалов: 27

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 151 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 477 человек из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 319 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Введение в медиакоммуникации

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Теория и практика инвестиций в контексте устойчивого развития

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психосемантика и социальная психология

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 30 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 12 человек