Инфоурок Другое СтатьиСценарий мероприятия по башкирскому языку на тему "Быуындар сылбыры өҙөлмәһен"

Сценарий мероприятия по башкирскому языку на тему "Быуындар сылбыры өҙөлмәһен"

Скачать материал

“Быуындар сылбыры өҙөлмәһен”

(шәжәрә байрамы)

 

Зал байрамса биҙәлгән. Күңелле музыка аҫтында сәхнәгә алып барыусы сыға.

Алып барыусы. Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, уҡыусылар! Бөгөнгө кисәбеҙ “Быуындар сылбыры өҙөлмәһен”, йәғни “Туғанлыҡ тамырҙарын бел” тип атала. Тамырҙар... Беҙҙең тамырҙарыбыҙ , йәғни, туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ кемдәр? Минең сығышым ҡайҙан? Асҡын ауылына нигеҙ һалыусылар, тирә-яҡтың гүзәл тәбиғәтен тәү тапҡыр төйәк иткән ата-бабаларыбыҙ кемдәр? Ошо турала уйланырға, тарихты күҙ алдына килтерергә тырышайыҡ.

Уҡыусы. “Атайыңдан алып, ете быуыныңды бел”, - ти халыҡ. Әүәл оло йәштәгеләр “Кем нәҫеле?” – тип һорашыр булғандар. Ете быуын атай - олотаһын әйтеп биргәс кенә уны иҫәпкә алғандар.

                                     Ғорур һүҙ әйт, һораһалар,

                                     Ҡайһы ырыу, ниндәй заттан?

                                     Киләсәккә айыҡ ҡарар

                                     Үҙ тарихын белгән яттан

 

Арбаға кәрәк - яраҡтарын тейәгән, ҡатыны һәм бала-сағаларын ултыртҡан, Асҡын ауылына нигеҙ һалыусы ҡарт сыға.

 

Ҡарт. Йә, уландар, эҙләгәнебеҙҙе таптыҡ, буғай. Киң яландар, ҡалын урмандар, мул һыулы йылғалар, иңләп аҡҡан инеш – ни тиклем байлыҡҡа юлыҡтыҡ. Төпләнеп донъя көтөр өсөн ошонан да ҡулай урын булмаҫ. Изге сәғәттә.

 

Улар тирә - яҡты ҡарарға һөйләнә - һөйләнә сығып китәләр.

 

 

Алып барыусы: Ауылыбыҙҙың тарихы менән ныҡлап таныштырыр өсөн һүҙҙе мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороусы уҡытыусы Фәйрүзә Арсен ҡыҙы Фәзлинуроваға бирәбеҙ.

 

Уҡытыусы сығышы.

 

Балалар шәжәрәләре менән таныштыралар.

 

Алып барыусы: Ваҡыт даръяһы аҡҡан да аҡҡан, ләкин  ауыл халҡы замана ауырлыҡтарына бирешмәй, үҙ йөҙөн юғалтмай, рухын һаҡлап донъяла йәшәүен дауам итә. Күпме быуын алмашынған был ерҙә. Ләкин быуындар сылбыры өҙөлмәгән. Беҙҙең уҡыусылар ҙа үҙ тамырҙарын ныҡлап өйрәнде. Был хаҡта улар төҙөгән шәжәрәләр һөйләй.

Уҡыусылар сығышы.

 

Алып барыусы: Нәҫел тарихы – ауыл тарихы ла тигәйнек. Нәҫел тарихы – мәктәп тарихы ла. Был белем усағын ҡабыҙып ебәреүҙә кемдәр генә ҡатнашмаған. Мәктәп тарихы менән таныштырыу өсөн һүҙҙе Тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәге ағзаһына бирәбеҙ. (Уҡыусының мәктәп тарихы тураһындағы сығышы).

 

Алып барыусы: Изге күңелле ауылдаштарыбыҙ – ер кешеләре. Улар ғүмер буйына иген иккән, мал аҫраған. Үҙ шөғөлдәре менән дан тотҡан ғаиләләр ҙә күп беҙҙә. Мәҫәлән, оҫта тимерсе Сәләмов Фларит ағай, ағас эшкәртеүсе Сәйфетдиновтар, Акберов  Ғилемхан бабай... Шулай уҡ механизаторҙар, шоферҙар, уҡытыусылар, табиптар, китапханасылар династиялары ла бихисал.

Уҡыусы:

                       Бабаларың кем тип һораһағыҙ,

                       Билгә ҡылыс тағып,

                       Сит ерҙәргә баҫып кермәгән.

                       Килһә дошман уның үҙ иленә

                       Майҙан тотҡан,

                       Ҡурҡыу белмәгән.

 

Алып барыусы. 1941 йылда Гитлер армияһы илебеҙгә яу менән килгәс, ауылдарҙан ир - егеттәр Ватанды һаҡларға киткән. Шуларҙың күпмеһе генә тыуған яҡтарына иҫән – һау әйләнеп ҡайтҡан. Ә Афган, Чечня һуғышында ҡатнашҡан йәш егеттәребеҙ күпме. Барыһы тураһында ла күп йылы һүҙҙәр әйтергә булыр ине. Уларҙың яҡты иҫтәлеге алдында баш эйеп, бер минутка тын ҡалайыҡ.

Бер минут тынлыҡ.

Алып барыусы. Ваҡыт үтә. Ергә яңынан – яңы быуындар сылбыры өҙөлмәһен. Ул минән, һинән, беҙҙән тора. “Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлеләрҙең ҡәберен бел” тигән боронғолар.

Ҡәҙерле балалар, тамырығыҙҙы онотмағыҙ, үҙегеҙҙең нәҫелегеҙгә генә хас булған күркәм ғәҙәттәрҙе һаҡлағыҙ.

Туғандарыбыҙға, халҡыбыҙға кәрәкле кешеләр булып йәшәгеҙ.

Балалар сыға.

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

- Әсәй һәм атай кәрәк!

 

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

- Яҡты, йылы өй кәрәк!

 

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

- Бишек йырҙары кәрәк!

 

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

- Мәңге йәшәр тел кәрәк!

 

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

- Тыуған – үҫкән ил кәрәк!

 

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

- Мәңге имен ил кәрәк!

 

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

- Быуын ныҡлығы кәрәк!

 

 

“Һәр ваҡыт булһын ҡояш!” йыры башҡарыла.

Һәр ваҡыт булһын ҡояш!

Һәр ваҡыт булһын күк йөҙө!

Һәр ваҡыт булһын әсәй!

Һәр ваҡыт булам мин!

 

Уҡыусы. Беҙ был ерҙә гөлдәр үҫтерербеҙ,

                 Ихтирамға лайыҡ халҡыбыҙ.

                 Еребеҙҙең күпме ғүмере булһа,

                 Шул ҡәҙәре йәшәү хаҡыбыҙ.

Алып барыусы. “Илен белмәгән – игелекһеҙ, халҡын белмәгән – холоҡһоҙ, нәҫелен белмәгән – нәсәпһеҙ”, - ти халыҡ. Беҙ игелекле лә, холоҡло ла, нәҫел – нәҫәпле лә булып йәшәһәк ине.

 

Уҡыусы. Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм,

                  Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.

                  Күкрәк киреп олон тарбайтҡанда,

                  Күкте терәп ерҙә һин торғанда

                  Йәшәргә лә әле әйшәргә.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Сценарий мероприятия по башкирскому языку на тему "Быуындар сылбыры өҙөлмәһен""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Специалист архива

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 656 275 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 27.10.2016 1005
    • DOCX 42.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сабирова Зайнура Магсатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Сабирова Зайнура Магсатовна
    Сабирова Зайнура Магсатовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 29505
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Методист-разработчик онлайн-курсов

Методист-разработчик онлайн-курсов

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 120 человек из 43 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 475 человек из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 324 человека

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 152 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Психологическая экспертиза в юридической сфере: теоретические аспекты

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стимулирование интереса к обучению у детей дошкольного возраста

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 10 человек

Мини-курс

Созависимые отношения и способы их преодоления

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 47 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 29 человек