-
Мәктәп, тигеҙлән! Совет
халҡының 1941-1945 йылдарҙа фашистик Германияны Еңеүенә 73 йыл тулыуына
арналған митинг АСЫҠ тип иғлан ителә!
-
Хәйерле көн, хөрмәтле
ветерандар, ҡунаҡтар! Был байрамды, митингыбыҙҙы беҙ илебеҙҙең азатлығы
хаҡына үҙ көстәрен, ғүмерҙәрен ҡыҙғанмаған Ватан һаҡсыларына, Бөйөк Ватан
һуғышы ветерандарына, тыл хеҙмәткәрҙәренә, Афғанстанда hәм Чечняла
ғүмерҙәрен аямаған батырҙар иҫтәлегенә, хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәгән
һалдаттарға, матростарға, офицерҙарға бағышлайбыҙ. Байрам менән һеҙҙе!
Аделина
1. Еңеү! Һағындырған данлы еңеү!
Ҡосаҡланы бѳгѳн илемде.
Йѳрәктәрҙән шатлыҡ ташты урғып,
Бар донъяның баҫып киңлеген.
Илфат 2. Еңеү! Ҡояш балҡый бер битендә,
Бер битендә моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдан шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән һаман йәш тама...
Зарина 3. Быйыл 1941-1945 йылдарҙа Совет
халҡының Бѳйѳк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңеүенә 73 йыл тула. Тарих
–ул халыҡ яҙмыштары төйөнө, заманалар һағышы. Яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ,
аң менән томанлыҡ, яҡшы менән яман көрәше.
Руслан 4. Бөйөк Ватан һуғышы- оло тарихи ваҡиға.
Тарихлы халыҡ- бәхетле халыҡ.
Розалина 1.Ҡәҙерле ҡунаҡтар, Бөйөк Ватан
һуғышының тыл һәм хеҙмәт ветерандары! Һеҙҙе, атайҙар,
олатайҙар, ағайҙар —
Алсын 2. Һеҙҙе әсәйҙәр, ѳләсәйҙәр, әбейҙәр — фронтҡа ярҙам
итеүселәр...
Алина 3. Һеҙҙе бѳгѳнгѳ кѳндѳң бәхетле
йәштәре, уҡыусылар!
Нәркәс 4. Һеҙҙе
Еңеү байрамы менән бөтә йөрәктән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф , үҙегеҙгә
һәм ғаиләгеҙгә, яҡындарығыҙға аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.
Айлина 5. Батырҙарын ҡала-ауыл халҡы
Һәр йыл һайын иҫкә алалар.
Онотмаҫтар һеҙҙе мәңге-мәңге
Быуын-быуын килгән балалар,
Тыныс ҡына торһон донъялар.
Рим 7. Беҙ еңеүгә уттар аша килдек,
Арыҫландар кеүек һуғышып,
Бына шуның ѳсѳн, шуның ѳсѳн
Беҙгә бик-бик ҡиммәт ты-ныс-лыҡ!
Айлина
- ТЫУҒАН ИЛДЕҢ НАМЫҪЫН
ҺАҠЛАУҘАН
АРТЫҠ
БӘХЕТ БАРМЫ ДОНЪЯЛА?
ВАТАН-ӘСӘ!
УНЫҢ ЙӘШӘҮЕ ӨСӨН
ҠЫҘҒАНМАЙБЫҘ
ҠАЙНАР ҠАНДЫ ЛА.
1.Бөгөн беҙҙең байрамда ҡунаҡтар:
-
Хөрмәтле ҡунаҡтар! Был Еңеү ҙур ҡорбандар аша килде hәм
бына73 йыл инде илебеҙ халҡы тыныс тормошта йәшәй. 4 йыл һуғыш дауамында
халҡыбыҙ тыуҙырған ҙур батырлыҡтар hәм кисергән ҙур ғазаптар 73 йыл буйына
ла, 100 йыл буйына ла онотолорлоҡ түгел. Ҡаһармандар даны мәңгелек!
Һүҙ Илсе ауыл советы етәксеһе - Салимов Илдар Сарим
улына бирелә.
Руслан 1. Бер
ҡайтмаһаҡ, бер
ҡайтырбыҙ
тиеп китһәләр ҙә, улар ҡайтманы.
Улар өсөн бары елдәр
генә Асып-ябып йөрөй ҡапҡаны.
Алина 2.
Рысайҙан 213 яугир фронтҡа “Бер ҡайтмаһаҡ, бер ҡайтырбыҙ”,- тип китһә лә,
барыһы ла тыуған ерен күреү бәхетенә ирешә алманы.
Алсын 3. Улар
йыраҡта мәңгелек йоҡоға талдылар. Тыуған ерҙәре өсөн баштарын һалған был
батырҙарҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Улар беҙҙең менән, беҙҙең арала.
Һүҙ Рысай ауылы аҡһаҡалдары ойошмаһы
етәксеһе Файзуллин Рауил Кәлимулла улына бирелә.
Аделина
1. - Ҡәҙерле ауылдаштар! Әйҙәгеҙ бер минутҡа тын ҡалайыҡ!
Һуғышта яу яландарында ятып ҡалған атай-олатайҙарыбыҙҙы...
Зарина – тын ҡалайыҡ...Һыуыҡ окоптарҙа бар һаулығын юғалтып, яу
яраларынан, ауырыуҙарҙан бѳгѳнгѳ шатлыҡлы кѳндәргә килеп етә алмай үлеп ҡалған
һуғыш ветерандарын,
Айлина
- ТЫН ҠАЛАЙЫҠ... ТЫЛДА ҺЫЙЫР
ЕГЕП ЕР ҺӨРӨҮСЕ, БАЛАЛАРЫН АСҠА ҮЛТЕРМӘҪ ӨСӨН, БАҪЫУҘА СЕРЕК БӘРӘНГЕ ЭҘЛӘҮСЕ,
БАР АУЫРЛЫҠТАРҒА ҮС ИТЕП, АТАЙ-ӘСӘЙҘӘРЕБЕҘҘЕ ҮҪТЕРЕҮСЕ ӨЛӘСӘЙҘӘРЕБЕҘ АЛДЫНДА
БАШ ЭЙӘЙЕК.
Розалина - Афғанстан, Чечня ерҙәрендә һуғыш ҡырында һәләк булған, хәбәрһеҙ
юғалған яҡташтарыбыҙҙы,
Лидия - Армия сафтарында хеҙмәт
иткәндә йәш ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлгән ауылдаштарыбыҙҙы
хәтергә алып тын ҡалайыҡ!
Барыһы ла баҫа. Бер минутлыҡ тынлыҡ, тик
сәғәт һуғыуы ғана ишетелә.
-
Рәхмәт!
Алина 1. Ветерандар! Сал сәсле ветерандар!
Мәрхәмәтле изге кешеләр!
Таңдар килә, hәр саҡ ҡояш тыуа,
Нурҙары бит һеҙҙең шикелле.
Һеҙ китмәгеҙ таңдар тыуған саҡта
-
Алһыу таңдар-
һеҙҙең данығыҙ.
Шул таңдарҙы яулап алыр өсөн Ҡойолдо бит һеҙҙең ҡанығыҙ.
Рим 2.
Иҫтәлеккә ҡуйған
hәйкәлдәрҙә Булмаһын
дип бер ҙә
хаталыҡ, Беҙ
уларҙы уртаҡ исем менән ЕҢЕҮСЕЛӘР
тиеп атаныҡ.
Алсын 3. Ул
йылдарҙы нисек онотаһың
Ил яҙмышы ҡылыс йөҙөндә.
Ир-егеттәр китте яу
ҡырына
Алып көсө тойоп үҙендә.
Нәркәс 4. Ирҙәр
китте, ҡыҙҙар илап
ҡалды.
Шаулап ҡалды иген өлгөрөп. Баҫыу
ҡапҡаһына саҡлы оҙата барҙы
Йәше, ҡарты,
барһы өҙөлөп..
-
Һеҙ батырлығығыҙ менән Еңеү көнөн яҡынайттығыҙ,
хөрмәтле тыл ветерандары! Рәхмәт һеҙгә!
Һүҙ
Рысай урта мәктәбе директоры Әхмәтйәнова Г.Б.-ға бирелә
2. Хөрмәтле ветерандар! Ҡылдан нескә hәм ҡылыстан үткер
Сират күперен кискән быуын һеҙ! Үҙҙәре үлһә лә, илде иҫән килеш Безгә
бүләк иткән быуын һеҙ.
Илфат 1.Ҡәберең ҡайҙалыр, билдәһеҙ,
Тупрағыңды күмгәндер үләндәр.
Китмәйҙәр күңелдән бер ҡасан
Ил өсөн көрәшеп үлгәндәр.
Руслан 2.Ҡайтмағандар
Уйҙа һаҡланалар,
Йырҙа ятланалар
Ҡайтмағандар...
Исемдәре данға төрөлгәнгә
Һәйкәл булып баҫты
Ҡайтмағандар!
Баш эйәбеҙ һеҙгә, ҡаһармандар!
Аделина 3. Ҡарағыҙ ҙа уйланығыҙ,
Һәйкәлдәр ҡаршыһында.
Илен яратҡан батырҙар
Йәшәй мәрмәр ташында!
-
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә
сәскәләр, веноктар һалайыҡ. Ә һуңынан барығыҙҙы ла байрам концертына
саҡырабыҙ! Клубҡа рәхим итегеҙ!
Хәрби музыка аҫтында сәскәләр һалыу.
Концерт
1.
Беҙ – илдең киләсәге,
2. Беҙ – яҙҙың матурлығы,
3. Беҙ – Еңеү ейәндәре,
4.Беҙ – башҡорт уландары!
5. 9 май – оло байрам!
6.. Бөтә халыҡ байрамы!
7. 73 йыл – изге Еңеүгә!
8. Ватан өсөн – Бөйөк Еңеү!
9. Тереләр өсөн – Бөйөк Еңеү!
10. Киләсәк өсөн – Бөйөк Еңеү!
Балалыҡтың
шат моңдары
Мәңге
иҫтә ҡаласаҡ,
Гелән
шулай гөрләп тор һин,
Эй
бәхетле бала саҡ!
1-се № - байрам менән ҡотларға кескәй дуҫтарыбыҙ килгән –
Рысай балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренән бүләк! Алҡыш менән ҡаршы алайыҡ!
1. - Һуғыш... Мәскәүҙән Берлинғаса 2
мең 600 километр... - Бик
әҙ, дѳрѳҫмѳ? Был — әгәр поезд менән барһаң — 2 тәүлек,
- самолётта 3 сәғәт тигән һуҙ.
-
Ә һәр ҡарыш ер ѳсѳн кѳрәшеп имгәкләп барһаң — 4 йыл... 4 йыл-1418
кѳн!...
-
34 мең сәғәт!..
-
Һәм 27 миллион һәләк булған кеше ғүмере... 2 мең 600 километр араға
27 миллион ҡорбан.
№2. Йырлап, бейеп ҡалайыҡ,
Ғүмерҙәр
бит бер генә,
Күңелдәрҙе
елкендереп ,
Йырлайҙар
бит бер генә.
Әхмәтйәнова
Гүзәл башҡарыуында халыҡ йыры “Иҙел”.
-
2. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙ 27 миллиондан артыҡ
улын һәм ҡыҙын юғалтты. - СССР
территорияһында 1.710 ҡала ер менән тигеҙләнде, - 70 меңдән
артыҡ ауыл яндырылды, - 31.850
завод-фабрика емерелде, -
65 мең километр тимер юл юҡҡа сығарылды.
- Башҡортостандан барлығы 730 меңдән
ашыу кеше һуғышҡа алына.
- Шуларҙың 300 меңдән ашыуы яу яланында ятып ҡала.
№
3. Алҡыш
менән ҡаршыларға
Дуҫтар булығыҙ әҙер,
Сәскә
кеүек матур ҡыҙҙар
Бейергә
төшә хәҙер.
Рысай
урта мәктәбенең бейеү түңәрәгенән байрам бүләге. Етәксеһе – Т. Хилажева
-
3. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Башҡортостандан 277
кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
-
Бѳтәһе 2456 һуғышсы Дан орденының тулы кавалеры була.
- Тылда хеҙмәт иткән 161 мең кеше «1941-1945 йылдарҙағы
Бѳйѳк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре ѳсѳн» миҙалы менән бүләкләнә. Дан,
мәңгелек дан батырҙарға!
№ 4. Сәриә Мортазина
башҡарыуында йыр “Имәндәр шаулай”.
- Беҙҙең ҡораллы көстәребеҙ сафында күп
милләтле илебеҙҙә йәшәүсе бөтә халыҡтарҙың да улдары һәм ҡыҙҙары ҡыйыу һуғышты.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтәһе 7027 рус,
-
1928 украин, - 157 татар, - 38 башҡорт һәм башҡа
милләт һалдаттары Советтар Союзы Геройы исемен алды.
№ 5. Шиғыр бәйгеһе еңеүселәренең сығышын
тыңлайыҡ. Нәсибуллин динар, мәсәлимова Гөлнур -1 класс, Фазуллин Илнар – 2
класс, Фәизова нәркәс, Хужахмәтова Алина – 4 класс уҡыусылары. Рәхим итегеҙ!
-
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына беҙҙең республика 5
меңдән ашыу автомобиль,
-750
трактор,
-71
мең ат,
-
13 мең арба һәм аҙыҡ-түлек оҙатты.
-
Башҡортостан колхоздары һәм совхоздары дәүләткә 160
млн. бот иген,
- 980 мең центнер ит продукттары
тапшырҙы. Халҡым! Һинең йомартлығығың, илһөйәрлегегең беҙҙең өсөн – өлгө!
6.
Балалар, йәштәр! Әгәр һеҙ иртә менән ебәк япраҡлы гөлдәрҙең сәскә атыуын
күрәһегеҙ икән, һеҙ шул иртәләге өй ҡаршыһындағы ағастарҙа ҡоштар һайрауын
ишетәһегеҙ икән, белегеҙ- был иртәнге шатлыҡта һуғышта һәләк булғандарҙың,
фашизм тотҡонлоғонда үлеп ҡалған һалдаттарҙың ялҡынлы тормошо бар.
Әгәр
ҙә һеҙҙең өләсәйегеҙ йомшаҡ ҡулдары менән башығыҙҙан һыйпай икән, үҙенең моңло
күҙҙәре менән һеҙҙең күҙҙәрегеҙгә тултырып ҡарай икән- белегеҙ- ул күҙҙәрҙә
һуғыштан ҡайтмаған олатайҙарығыҙ тураһында тәрән һағыш бар. Әгәр һеҙ тыныс өйҙә
йәшәйһегеҙ , иркен мәктәптәрҙә уҡыйһығыҙ, айлы кистә үҙегеҙҙең дуҫтарығыҙ менән
серләшеп ултыраһығыҙ икән- белегеҙ- был ерҙә һеҙҙең матур йәшәүегеҙ өсөн
меңләгән һалдаттарҙың ҡаны түгелгән. Был йәшлектең, был тормоштоң ҡәҙерен
белегеҙ!
№ 6. Ф. Ғәлиуллина башҡарыуында йыр “Туғандарҙың
ҡәҙерен беләйек”
№7. Үҫеп еткәс әртис булам,
Оло сәхнәгә сығам,
Ә әлегә һеҙҙең алда,
Бейеп күңел йыуатам, ти
Барбансы ҡыҙҙар.
6-сы
класс ҡыҙҙары башҡарыуында барабансылар маршы.
8. Ауыр,
фажиғәле ине ул йылдар,
Һай,
дәһшәтле ине ул заман..
Ҡорал
тотоп, көрәш юлына сыҡты,
Үҙ
иленән башҡорт уҙаман.
№8.
халыҡ көйҙәрен ансамбль башҡарыуында тыңлайыҡ. Байрам бүләге итеп ҡабул итегеҙ!
Ғүмерегеҙ
сәскә атырға тип,
Бөрөләнеп
килгән саҡтарҙа,
Ауылымдан
киткән ир- егеттәр
Баш
һалдығыҙ икән ҡайҙарҙа
Ауылымдан
киткән ир-егеттәр,
Юғалдығыҙ
ҡайһы яҡтарҙа
Юғалдығыҙ,
ләкин өлгөрҙөгөҙ
Илебеҙҙе уттан
һаҡларға. №9 Һеҙҙең өсөн бүләк- ҡалмыҡ халыҡ
бейеүе. Башҡаралар 9-сы класс уҡыусылары
№10. 1.Һеҙ, инәйҙәр,ул саҡтарҙа
Йәп-йәш кенә ҡыҙҙар инегеҙ.
Кѳc етмәҫлек эштәрҙе лә
Күтәрҙе бит сибек иңегеҙ.
2. Их, әсәләр, һуғыш йылдарында
Теңкәгеҙгә тейҙе ауырлыҡ,
Заман ауырлығын күтәрергә,
Яу ҡайғыһын баштан үткәрергә
Ҡайҙан тылсымлы кѳс
таптығыҙ ҙа Ҡайҙан алдығыҙ
сабырлыҡ?
3.Был-был һайрауҙарын тыңлар
саҡта
Һеҙ бит сабаталар үрҙегеҙ.
Сабаталар үреп кейҙегеҙ
ҙә Алабута
баҫҡан яландарҙа
Һыйыр егеп Һабан һѳрҙѳгѳҙ!
1.
Еңеүгә үҙ ѳлѳштәрен индергән тыл эшсәндәре: ололар, ҡатын-ҡыҙ,
балалар! Ир-егеттәр һуғыш яландарында, ә һеҙ ауыл, ҡалаларҙа еңеү яуланығыҙ.
Һеҙ күргән ауырлыҡтар, хәсрәт-ҡайғыларҙы һѳйләп, аңлатып бирерлек кенә түгел.
Һеҙҙең һөйөүегеҙ көс арттырҙы һалдат йәнендә. Һеҙҙең өсөн музыкаль номер:
Йыр
“Һалдаттар”. С. Мортазина. Алҡыштарҙы йәлләмәйек!
№ 11. Беҙҙең ҡыҙҙар бейегәндә
Башҡалар
ары торһон!
Баҫҡан
ерҙә ут сығарған
Ҡыҙҙар
майҙанда бөгөн!
7-се
һәм 8-се класс ҡыҙҙары бейеү-бүләк әҙерләгән – алҡыштарҙы йәлләмәйек, дуҫтар!
№ 12. Һуғыш! Ҡәһәрле был һалҡын
һүҙҙе ишетеү менән йөрәктәр ҡыҫыла, меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше күңелде өтөп
алғандай, гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк өҙгөс тауышытелеп үткәндәй.
Һуғыш! Биш кенә хәрефтән
торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы,күңел яраһы, ватылған-емерелгән яҙмыш,
өҙөлгән ғүмер, яралы мөхәббәт, йәтимлек...
Матурлығы
өсөн был көндәрҙең
Кемдәр генә ҡорбан булмаған!
Исемдәрен тарих беҙгә үҙе
Һаклап килә йыраҡ йылдарҙан!
Тыуған ил хаҡына,
Тыуған ер хаҡына
Ауылдаштар башын һалдылар.
Беҙҙең гғүмер өсөн улар
Мәңгегә сит ерҙә ҡалдылар!
Хәрби
йырҙарға попурри. Башҡаралар – Сәриә Мортазина һәм Филүзә Ғәлиуллина. Баянда –
Фаиль Хужахмәтов!
Хөрмәтле ветерандар, ҡунаҡтар! Хоҙай
биргән ғүмерегеҙҙә балаларыгыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең оло ихтирамын,
игелеген күреп йәшәгеҙ!
Күктәребез мәңге аяҙ булһын,
«Уф» ңтип алмайыҡ әле һулышты.
Көндәребеҙ тыныс үтһен бер үк,
Бер ҡасан да күрмәйек һуғышты.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һеҙгә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип булһын оҙаҡ йылдар әле,
Хужа булып
ерҙә йәшәргә!
Иҫәнлек-именлек һеҙҙең барығыҙға ла,
хөрмәтле тамашасыларыбыҙ!
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.