Инфоурок Другое Другие методич. материалыСценарий "1 сентябрь - Белем байрамы"

Сценарий "1 сентябрь - Белем байрамы"

Скачать материал

Фанфары № 1

Алып барыусы:    Бөгөн тәүге көҙ айы,

Ниндәй шатлыҡлы иртә!

Ҡояш, ихлас йылмайып,

Беҙҙе бит тәбрик итә.

 

Ҡанатланып, күңелдәр

Ҡош кеүек оса ғына.

- Һаумы, һөйөклө мәктәп,

                              Ал беҙҙе ҡосағыңа!

 

     Хәйерле көн, мәктәп! Беҙ тағы ла бергә!

 

    Хәйерле көн, хөрмәтле атай-әсәйҙәр, уҡытыусылар, уҡыусылар, ҡунаҡтар!        

 1 сентябрь – Белем көнөнә арналған тантананы асырға рөхсәт итегеҙ! ______ мәктәбе 2016/2017 уҡыу йылын  ҡаршылай. Байрамыбыҙ мөбәрәк үтһен! Белем байрамы менән барығыҙҙы ла ихлас ҡотлайбыҙ! Бөгөнгө тантанаға абруй өҫтәп,  ветеран уҡытыусылар,         _____________________________ саҡырылған.

Ошо минутта меңәрләгән бала беҙҙең кеүек үк мәктәп майҙанына килеп баҫты. Уларҙың да беҙҙең кеүек йөҙҙәре балҡый, күҙҙәрендә нур, йөрәктәрендә дәрт. Уҡыусылар белем алыу теләге менән туған мәктәбенә аяҡ баҫа. Уҙған уҡыу йылында 11 –се класты  2 егет ћәм 2 ҡыҙ тамамлағайны. Бөгөн уларға алмашҡа           1 синыфҡа 2 баланы уҡыусы итеп ҡабул итәбеҙ.

Музыка. Выход первоклашек№ 2

Бына, килә бәләкәстәр,

Юлдарҙы гөлгә күмеп.

Иң кеселәр – беренселәр,

Үҙҙәре гөлдәр кеүек.

Алҡыштар менән ҡаршы алайыҡ. Беҙҙең беренселәр:

 

                        _________________________

 

 

Беренселәрҙең уҡытыусылары ___________________________

 

 

 

 

 

 

 

                                               Мәктәп! Иғтибар! Тигеҙләнергә!

Башҡортостан Республикаһы дәүләт флагын күтәреү хоҡуғы 11 кластың  уҡыу алдынғылары Ҡаһарманова Әлфиәгә  һәм Билалова Илзиәгә бирелә.

(гимн яңғырай, флаг күтәрелә).

Беҙ яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер. Тәү башлап мәктәпкә килгән балаларҙы һәм  ата- әсәләрҙе мәктәп тормошо ла ҡыҙыҡһындыралыр.

Беҙ ял иткән саҡта мәктәптә эш ҡайнап торҙо. Уҡыу йылына әҙерләнеп, бүлмәләрҙе, каридорҙарҙы матур төҫтәргә буянылар. Был матурлыҡты бүләк иткәндәре өсөн мәктәп хеҙмәткәрҙәренә, ата-әсәләргә, хаҡлы ялдағы директорыбыҙ _______________ ҡыҙына рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

1 сентябрь көнөндә, Белем иленә юлға сығыр алдынан, беҙгә изге теләктәрен еткереү өсөн директорыбыҙ  ____________ һүҙ бирәйек. Рәхим итегеҙ! (Яңы килгән уҡытыусылар менән таныштырып үтә)

Музыка. Вручение грамот.

-         Ҡотлау өсөн ћүҙ район

 

Камилла:           Һауа ћалҡыная бара,

Аяҡ баҫабыҙ көҙгә.

Япраҡтар ҙа ћары төҫтә,    

Салына инде күҙгә.             

Хушлаштыҡ йәмле йәй менән

Үтте лә каникулдар,

Бөгөн байрам – Белем көнө

Мәктәпкә илтә юлдар.        

 

Элина:               Гөжләгәндәй бал ҡорттары,

        Гөр килә мәктәп алды.

                           Шат тауыштар: кемдәр, ҡайҙа,

        Нисек үткәргән ялды?

       Ҡыңғырау ҙа ћағынғандыр,

        Моң ћарылған теленә,

        Парта артына саҡыра,

        Әйҙәп белем иленә.

 

Булат:              Эй мәктәбем, ишектәрең асып,

Ҡосағыңа мине алаћың,

Белем осҡондарын күңелемә

Дөрләр ялҡын итеп ћалаћың.                           

Тоҡандырып кескәй йөрәктәрҙә

Тыуған илгә, ергә мөхәббәт,

Аңлатаћың беҙгә: башҡорт халҡым

Ниндәй ғорур, ниндәй мөћабәт.

 

Бөгөн 1 синыфҡа 2 баланы ҡабул итәбеҙ. Уларҙың тәүге уҡытыусыћы – Таңһылыу Халидар ҡыҙы. Һүҙҙе ћеҙгә бирәбеҙ, беренселәр.

 

Арслан: Алты йәшем тулды инде,

Мәктәпкә килдем менә.

Ҡулымда - матур гөлләмә,

Ә сумкам – әсәйемдә.

 

Эльвина:    Хәрефтәрҙе  һораһалар –

 Ҡаушап , бутармын инде!

 Яҙған саҡта ручкамды

 Нисек тотормон инде?

 

 

Таңһылыу Халидаровна:  Рәхим итегеҙ, үтегеҙ,

Улдарым ћәм ҡыҙҙарым!

Уҡырға ла, яҙырға ла,

Ҡушырға ла, һанарға ла,

Бүлергә, ҡабатларға ...

Барыһына, барыһына  ла

Өйрәтермен, дуҫтарым! 

Ҡотлау һүҙҙәре...

Музыка. Вручение ключа.

Хөрмәтле ______________, балаларға матур, төплө белем биреүегеҙҙе теләп, һеҙгә Белем асҡысы тапшырабыҙ.

 

Арслан. апай, минең һис кенә лә мәктәпкә барғым килмәй.

 

Мин.      Нисек инде барғың килмәй?

     Ҡалаһың бит белемһеҙ.

     Был донъяла йәшәү ауыр,

     Әгәр ҡалһаң ғилемһеҙ.

 

Арслан. Бесәйем дә уҡымай,

     Аҡбайым да уҡымай,

     Әтәс тә алмай белем

     Тик йөрөй көнөн-төнөн.

 

Мин. Балалар, нисек уйлайһығыҙ, Бесәй ҙә, Аҡбай ҙа, Әтәс тә уҡымайҙармы икән?

 

 

 

 

 

 

Әлфиә. Аҡбай. Һау-һау-һау,

Һаумыһығыҙ, дуҫтарым,

Мине ялҡау, уҡымай, тип

Тағы уйлай күрмәгеҙ.

Беҙ кескәйҙән уҡымаһаҡ,

Һеҙҙе һаҡлап өрмәбеҙ.

Көсөк саҡтан өйрәттеләр

Хужаңа бул, тип,тоғро

Абайла ла өр, тиеп,

Өйөңә килһә уғры.

 

                                                              Мин. Аңлашыла... Тимәк, Аҡбай ҙа уҡыған.

Камилла. Мыраубай. Күҙем асылғас та, әсәм

Өйрәтте еҫ һиҙергә,

Төндәр буйы, арыһаң да,

Сысҡан аулап түҙергә.

Хатта үҙемдәй ҡомаҡты

Бар минең аулағаным.

Мыраубайҙар араһында

Дан да бар яулағаным.

 

Гүзәл. Әтәс. Һай, Арслан, Арслан,

Ҡыйырһытаһың ниңә?

Көн дә таң менән уянып,

Сәләм ебәрәм һиңә.

Мине тиреҫ тибергә

Уҡытып себеш саҡтан,

Өйрәттеләр сәләмләргә

Һәр таңды, тороп һаҡта.

Өйрәттеләр ололарға,

 Ем тапһам да, тауыҡты,

Матур бөхтә йөрөргә, Онотмайса зауыҡты.

Мин. Һе...былай булғас, барығыҙ ҙа нимәгәлер өйрәнгән булып сыға ла. Ә беренселәрҙе  Таңһылыу апай менән бергә уҡырға  өйрәтергә теләүсе лә булмаҫ инде...

Илзиә. Әлифба. Мәктәптәр буйлап йөрөнөм,

                   Килеп еттем Наурызға.

              Бөгөн башлап баҫаћың ћин

Оло белем юлына.

Сәфәр донъяћына асҡыс, -

Әлифба ал ҡулыңа. 

Әлифбағыҙ – алтын асҡыс.

Уны ихлас уҡығыҙ.

Белем менән ҡоралланып,

Ҡитғаларҙы байҡағыҙ.

 

Музыка. Песня про букварь.

Әтәс, бесәй, эт, Әлифба балаларға китаптар, шарҙар бүләк итәләр.

Хөрмәтле 1 –се класс уҡыусылары! Һеҙгә белем юлына әйҙәүсе тәүге китап – Әлифба бүләк итәбеҙ. Уны ҡәҙерләп уҡығыҙ, ћаҡлағыҙ.

                  

Беренсе класс уҡыусыларын ҡотларға тәрбиәсе апайҙары _______________ ҡыҙы килгән. Рәхим итегеҙ.

Атай-әсәләр исеменән ҡотлау өсөн һүҙ _____________ ҡыҙына  бирелә.

 

1 сентябрь уҡыусыларға ғына түгел, уҡытыусылар өсөн дә ҙур байрам. Уҡытыусыћыҙ мәктәпте күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.

 

Әлфиә: Хеҙмәтегеҙ емеше күренеп тормай,

Һәм ҡалмай ул ерҙә юғалып,

Ил яҙмышын, илдең киләсәген       

Һеҙгә биргән халыҡ ышанып.

 

Гүзәл: Ҙур өмөттәр менән ћеҙгә килә

Аҡ күңелле кескәй сабыйҙар.                  

Мышнай-мышнай, морон тарта-тарта,

Хәрефтәрҙе ћеҙҙә таныйҙар.

 

Илзиә: Шатлыҡтарын бергә уртаҡлашып,

Ҡайғырғанда булћаң терәге

Дуҫы, кәңәшсеће итеп күрә,                            

Һиҙгер бит ул бала йөрәге.

Музыка. Вручение цветов.

Хөрмәтле уҡытыусылар, йәй буйына баҡсаларҙа ҡәҙерләп үҫтергән сәскәләр ћеҙгә байрам бүләге булћын!

 

Азамат башҡарыуында бейеү.

 

Саҡыра, тағын саҡыра

Ҡыңғырау синыфтарға.

Бөгөндән – Белем көнөнән

Уҡыу йылын башларға.

 

Ә хәҙер байрамға күптән көткән дуҫыбыҙ ҡыңғырауҙы саҡырайыҡ. Беренсе ҡыңғырауҙы шылтыратыу хоҡуғы 11-се класс уҡыусыћы _________________

ћәм 1-се класс уҡыусыћы _________________ бирелә.

(тәүге ҡыңғырау яңғырай)

 

 

                                     Мәктәп! Иғтибар! Тигеҙләнергә!

Башҡортостан Республикаһы дәүләт флагын  төшөрөү хоҡуғы 11 кластың  уҡыу алдынғыһы ______________________  бирелә.

(гимн яңғырай, флаг төшөрөлә).

Хөрмәтле 1 –се класс уҡыусылары, ата-әсәләр! Ә хәҙер һеҙҙе  ҡайнар алҡыштар менән тәүге класс сәғәтенә оҙатабыҙ, рәхим итегеҙ!

 

Музыка.Провожаем первоклашек.

 

Ошоноң менән Белем байрамына арналған тантаналы линейкабыҙ тамам.

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт;

 

1.     Интернеттан алынған сценарий нигеҙендә төҙөлдө.

2.     Ф.Х.Ғөбәйҙуллина. Беҙҙең байрамдар. Өфө, 2004 йыл.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Сценарий "1 сентябрь - Белем байрамы""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Главный хранитель

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 793 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 22.09.2016 8082
    • DOCX 64.5 кбайт
    • 124 скачивания
    • Рейтинг: 5 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Кагарманова Фируза Рифкатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Кагарманова Фируза Рифкатовна
    Кагарманова Фируза Рифкатовна
    • На сайте: 8 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 11
    • Всего просмотров: 24329
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

After Effects: продвинутые техники

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Творческие возможности в мире фотографии и медиа

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 416 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 47 человек

Мини-курс

Специальная реабилитация: помощь детям с особыми потребностями

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе