Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Сценарий школьного театра И. Абдуллин " Ожмах ҡапҡаһы төбөндә"трагикомедия (өҙөк(
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Сценарий школьного театра И. Абдуллин " Ожмах ҡапҡаһы төбөндә"трагикомедия (өҙөк(

библиотека
материалов

Ибраһим Абдуллин

Ожмах ҡапҡаһы төбөндә.(трагикомедия)

(музыка)ярым ҡараңғы

Сәхнәлә оҙон ағас өҫтәл. Өҫтәл өҫтөндә Ғәмәл дәфтәрҙәре. Икенсе башта еҙ самауыр, кәсә. Уртала аптека үлсәүе, компьютер. Өҫтәл янында бейек арҡалы ағас ултырғыс.Уның арҡаһына ураҡ ай менән йондоҙ төшөрөлгән.Метрономдың һуҡҡаны ишетелә. Тәхеттең ике яғына ике кеше сығып баҫа, береһе- йәшел, икенсеһе – ҡара кейемдә. Икеһе лә пәрәнжә ябынған. Бойороҡло тауыш ишетелә ” Башланыҡ! Аллаһы тәбәрәкә үә тәғәләнең әмеренә бинаән...”(музыка әкренәйә)


1- Бисмиллаһир – рахмәнни – рахим...

2-Әҙәмдәр... Ер балалары... Миллион йылдарға һуҙылған йоҡоларығыҙҙан уянығыҙ... Аллаһы тәғәлә алдында яуап бирер көнөгөҙ килеп етте...

1- Ғәмәл дәфтәрегеҙҙә яҙылғанға ҡарап, хөкөм сығаралар. Вазифалар, дәрәжәләр, званиелар иҫәпкә алынмаясаҡ.

2- Әгәр ҙә мәгәр фани донъяла яҡшылыҡ- изгелек кенә эшләгән булһағыҙ, һеҙгә Ожмах ҡапҡаһы асылыр...

1- Әгәр ҙә мәгәр Аллаһы тәғәләне һанға һуҡмай, олуғ гонаһтар эшләп, фани донъянан иманһыҙ китһәгеҙ ...

2- Ла илаһи илалла... Ундайҙарҙы мәңгелек тамуҡ көтөр. (сығып китәләр, музыка көсәйә)


Затлы сапан, селлә кейгән Бөйөк Хаким , тиҫбе тарта- тарта һалмаҡ ғына атлап , Ғәмәл дәфтәрҙәре теҙелгән өҫтәл янына килеп баҫа.Уның ҡулында түңәрәк ағас сүкеш. Ул тамаҡ ҡырып ала. Өҫтәлдең әле бер, әле икенсе башына һуға. Шул минутта уҡ аҡ күбәләктәрҙе хәтерләткән ике фәрештә пәйҙә була.Улар Бөйөк Хакимдың ике яғына килеп баҫа. Б.Х-м уларҙы өндәшмәй генә сәләмләй.

Б.Х.- ( ултыра)Беҙ...Ерҙе үә Күкте ижад иткән Аллаһы тәғәлә тарафынан тәғәйенләнгән Бөйөк Хаким булабыҙҙыр. Беҙҙең прокурорыбыҙ ҙа, адвокатыбыҙ ҙа юҡтыр. Беҙҙең...( ике яҡҡа ишаралап)ике заседателебеҙ генә...тфү, черт...Әстәғәфирулла, ике фәрештәбеҙ генә бар (фәрештәләр реверанс яһайҙар)Зарема( уң яҡ фәрештә реферанс яһай )...Земфира( һул яҡтағы ф-ә реверанс яһай )Икеһе лә БДУ-ла юрфак тамамлаған юғары белгес – юристар.

( Фәрештәләр дипломдарын күрһтәләр, улар ҡыҙыл төҫтә )


Ерҙе үә Күкте ижад иткән Аллһы тәғәлә исеменән Ҡиәмәт көнөндә яуап тотҡандарға (өҫтәлгә ағас сүкеше менән өс тапҡыр һуға) Беҙҙең приговор окончательный...тфү! Кафыр һүҙе ҡыҫтырмай һис кенә лә һөйләшеп булмай.

Әле Беҙҙең алда яуап тотҡандарҙың береһе бөйөк етәксе булған , әммә залим, диктатор...Икенсеһе – ярыҡ барабан, Өсөнсөһө...(туҡтап ҡала) ...Бөгөн улар күп булды... бөтәһен дә һанап китеп булмаҫ... Ял итеп берәр сынаяҡ Кәүсәр шишмәҙенең һыуын эсәйек. (Фәрештәләрҙең береһе самауырҙан һыу ҡойоп бирә)


(сәхнә артынан матур , моңло йыр ишетелә)


БХ – Илаһым,был кем тағы?


Ул арала өҫтөнә бик күркәм , ҡупшы боронғо күлдәк кейгән, суҡлы- биҙәкле шәл яулыҡ бәйләгән ҡарсыҡ хасил була. Уның ҡултыҡ аҫтында миндек. Ҡарсыҡтың исеме Бибихупъямал, йәғни Биби.


Биби(көйләп) Үтте лә киттте йәш ғүмер

Үткәнен дә һиҙмәнем...

БХ- Ярабби, был ҡарсыҡ ҡайҙан пәйҙә булды? Беҙ уны хөкөмгә саҡырмаған инек...(Ҡарсыҡҡа) Ни, кем, ҡарале, ҡарсыҡ...


Биби- Ни эшләп мин ҡарсыҡ булайым ти...Миңә йөҙ йәш түгел дә, ни бары туҡһан туғыҙ йыл да туғыҙ ай ҙа туғыҙ көн генә. (Ултыра) Бисмиллаһир-рәхмәнир- рәхим...

( ҡалғанын быш- быш уҡый ҙа устары менән битен һыйпай) Амин!


БХ-(Уға эйәреп доға ҡыла) Амин! Ни кем...әллә аҙашып килеп сыҡтығыҙмы?

Биби- Аҙан әйтеп хәҙрәт ҡушҡан исемем Би-Би- Хупъ-Ямал булмыштыр. Мәрхүм ҡартым Бибикәйем тип кенә йөрөтә торғайны.

Ә һин кем булаһың мырҙам? Көрәктәй һаҡалыңды һелкетеп бик ҡуҡрайып ултыраһың, хас кәбән башына менгән кәзә... ( БХ-ны уратып йөрөй)


( Фәрештәләр шырҡ- шырҡ көләләр. БХ уларға асыулы ҡараш ташлағас пәрәнжәләрен төшөрәләр).


Ә былары кемдәр? Бисәләреңме, Ғәрәбстандан апҡайтҡан һөйәркәләреңме?Абау! Собхан алла-машалла, күҙ теймәһен,үҙемдең йәш сағымдағы кеүек бигерәк сибәрҙәр.Үҙең күптән пенсиялалыр инде?Күпме алаһың? Икмәк- һөткә етәме? Путин тигән батша аҙыҡ- түлек, кейем – һалым, хаҡын айлап түгел, көнләп арттыра бит. Имеш тә мимеш, “Светлый капитализмға “ китә ятабыҙ. Киттең , атаң башы! Капитализмда берәү май эсендә йәшәһә, икенсеһе бер телем икмәккә тилмерә. Кемдер миллионер була, кемдер халадильник та алалмай. Ләхәүлә үә лә ҡеүәтә... Ахыры замандың етеүе шул микән, мырҙам? Лә илаһи илалла, ҡартым менән йәннәттә ҡауышырға яҙһын! Амин!

БХ- Амин! Былай динле ҡарсыҡҡа оҡшағанһың, зинһар әйтә күрсе, һин кем, мөхтәрәмә ханым.

Биби- Мин Мөхтәрәмә түгел.Эсклируз булһа яҙып ҡуй: Би- Би- Хупъ- Ямал! Халыҡ табибәһе. Кияферсә әйткәндә, нарудный исцелитель.

( Күлдәгенең тәрән кеҫәләренән бәләкәй шешәләр сығара)

Ҡана үҙеңде йәшәртеп алайым.Әтү был йәш бисәләр менән нишләрһең...Мин ни...

Теге кем әле... тел осонда ғына тора : Каш...Каш... Каша...

БХ- Кашпировскиймы?

Биби- Үәт,үәт шул Кшпировский, Джуналар шикелле экстрасеанстар менән кеше алдап, ганарар алмайым. Боронғо Тибет, Ҡытай, Һиндостан ысулдары менән дауалайым. Бына был настуйка- ырматиздан, ә был- астрахандруздан... гәстриттән...гипартаниянан...Ә быныһын эсһәләр, ҡарсыҡтар йәш ҡатынға әйләнә... Түлке аҙаҡ минән ир таптырып йәнемде ҡороталар... Йәш ҡыҙҙарға етмәгән кейәүҙе мин уларға ҡайҙан еткерәйем!?

Киләле, мырҙам,ултыр. Өшкөрәм дә бынауы төнәтмәне ҡырҡ бер тамсы эсерәм. Күҙ асып йомғансы ир- арыҫланға әйләнерһең...


БХ- Бибихупъямал ханым, бил сибәр ҡыҙҙар минең ҡатындарым түгел, мин холостяк.Аллаһы тәғәлә миңә өйләнергә әмер бирмәне. Улар , минең заседателдәрем.

Биби- Әстәғәфирулла! Мин шулай судта ултыраммы ни? Кемдәрҙе хөкөм итәһең?Алыпһатар, эскеселәрҙе, әллә уйнашсы бисәләрҙеме? Әллә элек “ Мин- коммунист!” тип күкрәк ҡағып, хәҙер ашаған табаҡтарына төкөргән мөртәттәрҙеме?Минең шикелле ғәҙел, чистнай заседатель кәрәкмәйме?

БХ- Бибихупъямал ханым, һин үҙеңдең ҡайҙа икәнеңде аңламайһың , ахыры...

Биби- Әлләсе! Әллә төшөмдә, әллә өнөмдә, не пайму.

БХ- Ҡабатлайым , һин теге донъяла...Мин Бөйөк Хаким.

Биби- Лә илаһи илалла...Урынлы- урынһыҙ һүҙт әйткән булһам, Алла хаҡы өсөн ярлыҡа.Фани донъяла берәүҙе лә йәберләмәнем, ураҙа тоттом, намаҙ уҡыным...Ғүмерем буйы сырхауҙарҙы, ғәрип –ғөрәбәләрҙе дауаланым.Һиндә лә мырҙам ҡарттар сире эрдикулит, адинумы юҡмы?

БХ- Аллаға шөкөр, йөҙ прцентҡа таҙамын.

Биби- Машалла,машалла,улайһа бына йәшәртә торған бәлзәмде көн һайын намаҙ алдынан ҡырҡ бер тамсы эс...

БХ- Ниңә үҙең эсмәйһең? Йөҙ йәшкә етеп киләһең бит.

Биби- Йөҙ йәш йәшме ни?Һабан туйҙарында ер һелкетеп бейейем әле мин.Тальянкаң йә ҡурайың юҡмы? Бер һелкенеп алыр инем.

(Таҡмаҡлап бейеп китә)

Алъяпҡысың алһыу- алһыу,

Алһыуға мандыңмы әллә?

Бик яманһыу ултыраһың,

Йәреңдән ҡалдыңмы әллә?


Бөйөк Хакимды өҫтәл артынан алып сығып, ҡултыҡлап бейей.

Эх, тала,тала, тала,

Тала ике беләгем?

Ниңә тала, ниңә яна

Икән минең йөрәгем?


Фәрештәләр үҙҙәре лә һиҙмәҫтән тыпырҙай башлайҙар.


БХ-( Биби ҡарсыҡтан арынырға тырышып,Ғәмәл дәфтәрен уҡый) Ғиззәтле Бибихупъямал ханым, график буйынса беҙ Ғәрәсәт майҙанын ябырға тейешбеҙ, Мә, бынауы импортный кроссовканы кей ҙә йәннәткә елдер.


Биби- Атаҡ, йәннәттә кросс үткәрәләрме ни?(Фәрештәләр шырҡ-шырҡ көләләр,Биби кроссовкаларҙы алып кейә) Бисмилла...тап- таман!(Тора.Ҡултыҡ аҫтына миндеген ҡыҫтыра. Ирәйеп баҫып китә башлай. Туҡтай. Борола.) Ҡарале, мырҙам, ә йәннәттә мунса бармы?


БХ- Уф... Был ҡарсыҡ мине аҡылдан яҙҙыра инде... Ожмахта ниндәй мунса булһын ,ти. Унда мәңгелек йәшәү көсө биргән Кәүсәр шишмәһе генә бар.


Биби- Ә мин ҡара әрем, аҡ әрем, мәтрүшкә, кесерткән, йәш имән, ҡарағат ботаҡтары ҡыҫтырып, миндек яһағайным.Парлап ебәрһәң... ыммм... ожмахың да, йәннәтең дә бер яҡта торһон.Үҙебеҙҙең ҡара мунсала сабыныуға ни етә!Һә-әй, һин Ер кешеһе булмағас,мунса ләззәтен беләһеңме ни ул...


БХ- ( һоҡланыуын йәшерә алмай) Һа-ай, ҡартая белмәҫ йән! Һинең кеүек игелекле кешеләр күберәк булһын ине, Бибихупъямал ханым, ул сағында Ер тормошо башҡасараҡ булыр ине.Бына һиңә путевка: Фирҙәүес тигән иң комфортабельный йәннәт- люкс.


Биби- (Китә башлай. Туҡтай.Уйлана.) Һи-ии... мунсаһыҙ ожмахтың ни йәме, ни тәме... (Бөйөк Хаким янына килә) Ҡарале, мырҙам,һин булмаһа, йәннәткә минең урынға берәй изге йәнде оҙат.Мә, путевкаңды.Мин ҡартымды эҙләп табып, әлбипиха майы менән арҡаһына массаж яһайым да, өйөмә ҡайтып китәм.Миңә бит әле йөҙ йәш түгел, туҡһан туғыҙ йыл да туғыҙ айҙа туғыҙ көн.(Ашыҡмай ғына китә башлай)


БХ- Сиратта кем тора? Хәйер,бөгөнгә вәссәләм ( ҡалын- ҡалын китаптарҙы яба.Тора.Билен тота.) А-ай!..

Биби- ( был тауышты ишетеп, кире борола.Бөйөк хаким янына килә)Ни булды,мырҙам? Эрдикулитмы? Әстрахандразмы?Ят өҫтәлгә.

БХ- Бөттө, бөттө,бар юлыңда бул!

БХ.-Сирем юҡ тип кәпәренгәни була. Сирһеҙ кеше һирәк осрай ул хәҙерге донъяла. Үҙебеҙҙең башҡа үҙебеҙ етәбеҙ. Аллаһы тәғәлә ерҙе йәшел бишек итеп яратҡан,ә әҙәм балалары уны ҡырау төшкән сәскә хәленә еткереп бара...Их һеҙ, кешеләр, кешеләр...Һеҙҙең ғүмерегеҙ бер һаплам еп кеүек ҡыҫҡа бит, ә һеҙ уны өҙгәләйһегеҙ...

( Юғала)


БХ- (тамашасыларға мөрәжәғәт итә) Изге ҡарсыҡ дөрөҫ әйтте. Ҡыҫҡа ғүмерегеҙҙә изгелек, яҡшылыҡ эшләргә ашығығыҙ. Уяу булығыҙ, һаҡ булығыҙ,Иблис ҡотҡоһона бирелмәгеҙ,ҡулға-ҡул тотоношоп уларға ҡаршы барығыҙ.Тормошоғоҙға ҡырау төшмәһен. Амин! ( шаршау ябыла)




Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 12.04.2016
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров99
Номер материала ДБ-026500
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх