Выдаём удостоверения и дипломы установленного образца

Получите 5% кэшбэк!

Запишитесь на один из 793 курсов и получите 5% кэшбэк стоимости курса на карту

Выбрать курс
Инфоурок Другое Другие методич. материалыСценарий - "Тыуған ерҙе һаҡлау"

Сценарий - "Тыуған ерҙе һаҡлау"

Скачать материал
библиотека
материалов

Тыуған ерҙең, туған телдең гүзәллеген һаҡлайыҡ!

1-се алып барыусы: Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтлеҡунаҡтар!Һеҙҙең барығыҙҙы ла күреүебеҙгә бик шатбыҙ һәм ихлас күңелдән сәләмләйбеҙ. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслыҡ – именлек, аяҙ күк йөҙө, ғаиләләрегеҙгә муллыҡ - бәрәкәт теләйбеҙ! Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға Тыуған ерҙең, туған телдең гүзәллеген һаҡлайыҡ! тип исемләнгән сарабыҙҙы тәҡдим итәбеҙ

2-се алып барыусы: Һыҙылып ҡына таң ата... Бар донъя уяна. Ошо миҙгелдә ҡояш бөтә тирә - яҡты наҙлап ҡына иркәләй. Япраҡтарҙағы, үлән өҫтөндәге ысыҡ тамсылары ынйы булып күҙ яуын үҙенә йәлеп итә. Сәскәләр еҫе аңҡый. Рәхәтләнеп күкрәгеңде киңәйтеп тын алаһың, ниндәй рәхәт. Ошондай гүзәллекте, сафлыҡты бөтә кеше күрә белә микән!? Был миҙгелде туҡтатып була микән!? Ағастар, әйтерһең бер-береһен сәләмләй, талғын ғына баш ҡағалар.(Слайдтар күрһәтелә бара)

1-се алып барыусы:Был нимә? Ниндәй тылсымлы тауыш ишетелә? Сут-сут, сут-сут...Һандуғас... Ҡайындарға баҫып, сәңгелдәктәге бала һымаҡ, талғын ғына тирбәлә торған һандуғастар, ишетелер-ишетелмәҫ кенә шылтыраған һыу тауыштарына ҡушылып һайрайҙар, һоҡланып туймаҫлыҡ матур тәбиғәт музыкаһы төҙөйҙәр. Ҡушылып йырлап ебәрәһе ине, ҡурҡам, ошо матурлыҡты боҙорға ҡурҡам. Саф һауа, ҡояш нурҙары, тынлыҡ...Эх, рәхәтләнеп бер йырлайһы ине…

2-се алыпбарыусы:
Ҡайнар хистәремде йырҙар менән

Моңдар менән һеҙгә тапшырам
Ана шул йырҙар, шул моңдарҙан
Әйтелмәгән һүҙҙәр бар һымаҡ.
Иң ҙур бүләк булһын беҙҙең йырҙар
Бәхет тулһын һеҙҙең күңелгә
Шатлыҡтарҙы уртаҡ итәйек әле
Йырлай- йырлай матур көйҙәргә.

5 класс уҡыусылары башҡарыуында йыр “Был минең тыуған ерем”

1-се алып барыусы: Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Ысынлап та, тыуған еремде, уның тәбиғәтен бер ниндәй һүҙҙәр менән асып бөтөрөп булмай. Был матурлыҡты күреп тә бөтөрөрлөк түгел.
Кешегә иң ғәзизе – тыуған әсә, иң ҡәҙерлеһе – туған телең, иң татлыһы – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме – тыуған өйөң, иң йәмлеһе – туған тәбиғәтең. Мин быны бөтә ғорурлығым менән әйтәм. Тыуған яғым иҫ киткес матур, бай тәбиғәтле.
Әбйәлил әкиәтенән өҙөк
(Әбйәлил арҡан ишеп ултыра. Арырак сүкәйеп ултырған Күл эйәһе “Һыуҙан” башын ҡалҡыта)
Күл эйәһе : Ниңә килдең, ни эшләйһең?
Әбйәлил: (Ҡуркканын һиҙҙермәҫкә тырышып):
Бапаҡ тотма үпкә
арҡанды ишеп бөтәм дә
Күлеңде асам күккә!
Күл эйәһе:
Зинһар ,егет,теймә күлгә!
(Тезләнеп ерҙе тырнай)
Төпһөҙ күккә элһәң уны
мин бит..мин бит..ярты үлдем..
йәнең теләгәнде бирәм...
Ҡалдырһана бары күлде!
Әбйәлил:
Яҡшы ат бир!
Арғымаҡ эҙләйем күптән....
иң шәп юртағыңды килтер!
килтермәһәң... асам күлде!
Күл эйәһе: (илай)
юҡ..юҡ!
Юртаҡ китһә- тотош үлдем..
(Башын тота)
Әбйәлил:Ихтыярың
Ҡыҫташырға мин тормайым,
мәгәр ныҡлап кисәтәмен:
Күлде бында ҡалдырмайым!
(арҡан ишеүен дауам итә)
Күл эйәһе: ( ҡысҡырып илай):
Бигерәк көслө батыр булғас,
Һәләк өлкән,һәләк тәрән
Күлде күккә атыр булғас,
Һин етеҙ ҙә егетһеңдер:
Ярышайыҡ әйҙә хәҙер!
Йүгерешеп мине еңһәң,
мин бирергә атты әҙер!
Әбйәлил:
Ярар, мин риза,
Әммә шундай шартым бар:
әле сәңгелдәктә ятҡан
Минең ҡусты йоратым бар,
уҙалһаң уны үгереп-
Ярыщабыҙ,ҡарышыу юҡ,
әгәр инде уҙалмаһаң-
һинең менән ярышыу юҡ.

Күл эйәһе (сәбәләнеп)
Ҡайҙа ҡустың?! Тиҙерәк күрһәт!
Әбйәлил ( ҡулы менән төртөп күрһәтә):
Анау ҡыуаҡ төбөндә ул!Ҡойроғоңдо шартлат йәһәт! (сығалар)

1-се алып барыусы:
Күл эйәһе һыуһыҙ ҡалыуҙан юҡҡа ғына ҡурҡмайҙыр. Һыу йәшәү сығанағы! Сөнки кеше ашамайынса күпмелер йәшәй ала ,ә һыуһыҙ оҙаҡҡа бармай. Кешегә йәшәү өсөн яҡында һыу сығанағы булыуы шарт.
2-се алып барыусы:
Башҡортостанды юҡҡа ғына икенсе Швейцария тип атамайҙар.
Ағиҙелгә хайран ҡалған килеш Максим Горький :
“Там, на Белой, места такой красоты-ахнешь, сто раз ахнешь....” – тигән.(Экранда)
1-се алып барыусы:Академик Губкин әйткән байлыҡ-
ул хазина әле ҡороған юҡ:
“Богатства ,скрытые в недрах Башкирии,
Будут служит ее процветанию”
(Экранда)

Диля Хазиакберова исполняет песню Калинка

10 класс исполняет танец и частушки

2-се алып барыусы: Беҙҙең тәбиғәт бай, төрлө һәм йомарт. Бында бейек тауҙар, серле урмандар, мул һыулы йылға-күлдәр, киң яландар бар. Урмандарына инһәң, һине зифа буйлы аҡ ҡайындар, ҡупшы кулдәкле шыршылар ҡаршы ала. Болондарында йөҙөп йөрөрлөк, төрлө-төрлө сәскәләр үҫә. Зәңгәр күккә, йылы аяҙ көнгә, урмандың төрлө биҙәктәренә һоҡланып туя алмайһың. Ер аҫтында хазиналар ята. Ә борғаланып- борғаланып аҡҡан Төй йылғаһы, һалҡын шишмәләре генә ни тора! Ере – алтын, ә эсәр һыуҙары-таҙа.

1-се алып барыусы: Башҡортостан тәбиғәте бик бай, ләкин уның ҡалын урмандары, мул һыулы йылғалары,зәңгәр күлдәре яҡлауға, һаҡлауға мохтаж.Тәбиғәтте ысынлап та яратҡан, киләсәк быуындар алдында яуаплылыҡ тойған һәр кеше тыуған еребеҙ күркен һаҡлау өсөн бөтә көсөн һалырға тейеш.
2-се алып барыусы:Хәҙер беҙҙең алда үҙҙәренең эҙләнеү эштәре менән 8 класс уҡыусылары сығыш яһай.
1 Тыуған яғым күрке-Төпһөҙ шишмәһе (Гөмбә ауылы) –Рәхимова Айгөл
2.Билгешем шишмәләр иле (Билгеш ауылы) –Мәснәүиева Алһыу
3.Сихәт биреүсе шишмәләр (Ҡашҡа ауылы) –Ғатауллина Рәйлә
1 -се алып барыусы: Тыуған яҡ, Тыуған ил, Тыуған ер һәр кем өсөн дә яҡын һәм ҡәҙерле. Юҡҡа ғына Тыуған ерҙе ғәзиз әсә менән тиңләмәйҙәр. Һәр кем үҙенең Тыуған иле, уның байлыҡтары һәм уңыштары менән ғорурлана. Ләкин тыуған ерҙе яратыу, уның байлыҡтары менән маҡтаныу ғына етмәй әле. Уның тураһында ҡайғыртырға, тәбиғи байлыҡтарын һаҡларға, уларҙы дөрөҫ файҙалана белергә лә кәрәк. “Ере байҙың - иле бай”, - тип әйтелә халыҡ мәҡәлендә лә. Иле байҙың – күңеле бай, ижад ҡомары урғылып тора, тип тә өҫтәр инем.
4 класс уҡыусылары сыгыш яһай
Бейеү “ Һыу буында”
Йыр “Шишмә”

2 -се алып барыусы:
Күргәнегеҙ бармы һылыу ҡыҙҙар

Кейә торған башҡорт камзулын?
Биҙәгенә гүйә һыйҙырған ул
Бар тарихын илдең, бар моңон.
Быуындарҙан быуындарға күсә
Халҡымдың ул аҫыл кейеме.
Ҡаптырғысын эләктереп ҡуйһаң,
Бигрәк нескә итә билеңде.
1 -се алып барыусы:Башҡорт бейеүе тәҡдим итәбеҙ.(Зәйнетдинова Айһылыу)
2 -се алып барыусы:
Эйе, һәр халыҡтың үҫкән ере, иле булған кеүек ,гәзиз хазинаһы – әсә теле бар.Был хаҡта халыҡ “Иле юҡтың –көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ”- тип әйтә. Бөйөк педагог Константин Ушинский иһә: “Халыҡтың теле уның бөтә рухи тормошонда, тарихҡа тиклем булган замандарҙан бащлап, бер ваҡытта ла һулымай торған һүнмәҫ сәскәһе”- тип билдәләгән.(Слайд)
1 -се алып барыусы: Донъяла әлеге ваҡытта 6 меңдән ашыу тел барлыҫы билдәле.Тимәк кешеләр 6 мең төрлө телдә һөйләшә һәм аралаша . Беҙҙең туған телебеҙ –башҡорт теле. Был телдә бөгөн миллиондан артыҡ кеше һөйләшә.
1се уҡыусы :
Башҡорт халҡы матур ғүмер итә
Ағиҙелдә, тыуған илендә.
Һайраша ул тарих күкрәгенән
урғып сыҡҡан туған телендә.
Башҡорт теле күркәм Һаҡмарҙарҙа
көлөмһөрәп ятҡан таң һымаҡ.
Башҡорт теле ғорур- ҡаялары
Күккә ашҡан Уралтау һымаҡ.
2-се уҡыусы:
Ҡурайҙан моң һәм аһәң алған,
Ҡанат алған шоңҡар ҡоштан ул!
Салауаттың талмаҫ толпарында
Ирек даулап алға осҡан ул.
Ағиҙелдең ҡыйғыр бөркөттәрен
Ғорурлығы иткән Кутузов.
Башҡорт теле күргән Париждарҙы
Походтарҙа оҙон юл уҙып.
3-сө :
Ыласын ҡошмо әллә туған телем-
Урал ҡаяларын төйәк иткән?
Ҡарурманмы әллә телем,
Ел ҡағылған һайын сеңләп киткән?
-Минең телем- тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы-таҙа намыҫы. (Баязит Бикбай)


4- се уҡыусы
И. Кинйәбулатов “Туған телем”шиғыры (Роза Ғәләүетдинова)

4 кластар йырлай “Туған телем”
Мәснәүиева Ирина шиғыр уҡый

5 –се уҡыусы:
ҮҘ ТЕЛЕ БАР
Һандуғас та һайрай үҙ телендә,
Күгәрсендәр “гөр-гөр” гөрләшә,
Ҡарғалар ҙа “ҡар-ҡар” ҡарҡылдаша,
Сәпсектәр ҙә “сырҡ-сырҡ” серләшә.

Һөйләшергә ошо ҡош йырылай,
Үҙ теле бар һәр бер милләттең.
Башҡа телдә йырлайбыҙ бит хәҙер
Эй, замана, беҙҙе нишләттең?..


1-се алып барыусы.
Данлы ерҙең, ғәзиз ерҙең
улы булып тыуғанмын мин,
Рәхмәт һиңә!
Йыр булырлыҡ һүҙҙәр биргән
Матур телем,туған телем
Рәхмәт һиңә!


2 -се алып барыусы:
Эй,илгенәм,илгенәм,
илгенәм,бергенәм,-
Һин шатлыҡ шишмәһе,
Һин ырзар бишеге.

1 -се алып барыусы:
Эйе, йыр фәҡәт мөхәбәт тойғоһонан яралған һәм ул ерҙә мәңгелек моң, һағыш, һыҙланыуҙар һәм уйланыуҙар ауазы булып йәшәй. Киләһе номерыбыҙҙа йөрәк түренән урғылып сыҡҡан моңдары менән һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе тирбәтеп ебәрер тип ышанабыҙ.
Алҡыш менән ҡаршы алығыҙ...
Хәжиәкбәрова Дилә башҡарыуында йыр “Башҡортостан”

2 -се алып барыусы: Таң әтәсе ҡысҡыра... тирә-йүнде алтын нурҙарға төрөп ҡояш сыға.... ҡоштар һайрай... ара-тирә көтөүгә сығыусы мал-тыуар мөңрәгәне ишетелә... юл ситендәге бәпкә үләндәрендә ысыҡ ялтырай... сылтыр-сылтыр шишмә аға... ҡыҙҙар шишмәнән йүгерә-йүгерә һыу ташый... яландағы аллы-гөллө сәскәләрҙән нескә билле бал ҡорттары бал йыя... көмөш айлы манараларҙан аҙан тауышы ишетелә... .

1-се алып барыусы:
Тыуған яҡ күгендә йондоҙҙар

Тоноҡланһа бер көн, нишләрмен.
Әгәр ҙә ҡороһа һуңғы тал,
Серемде кемдәргә һөйләрмен?
Һандугастар биҙһә баҡсамдан,
Ят күрһә еремде торналар,
Нишләрмен, кипһәләр күлдәрем,
Ҡороһа сәскәле урмандар?
Турғайҙар осмаһа бейектә,
Тоҙланһа саф һыулы шишмәләр,
Һайыҡһа илемдә йылғалар,
Киләсәк быуындар нишләрҙәр?
2 -се алып барыусы:
Халҡымдың киң күңелендә

Урын алһа йырҙарым.
Тимәк юҡҡа түгелмәгән
Моңом, наҙым, уйҙарым.
Әйҙә, ярһып типһен йөрәк,
Йырҙар аҡһын да аҡһын...
Мин бәхетле буласаҡмын
Һөйөнһә тыуған халҡым!

1-се алып барыусы: йыр Тыуған яҡ” 7 класс егеттәре башҡара
2-се алып барыусы: Беҙ барыбыҙ ҙа беләбеҙ: һуңғы йылдарҙа тәбиғәткә ҡарата битарафлыҡ күҙәтелә. Ә инде һыуҙар эсергә, һауа һуларға яраҡһыҙға әйләнгәс кенә, ниһәйәт, кешелек донъяһы был турала уйлана башланы.

1 -се алып барыусы: Ата-бабаларыбыҙ ғәжәп үҙенсәлекле Уралда үҙенә мәңгелек төйәк тапҡан. Атайсалыбыҙҙа ер тетрәмәй, вулкан урғылмай. Ғәрәсәт-дауылдар ҡупмай. Төйәгебеҙ ғәжәп бай бит ул: үҙ халҡын тәьмин итерлек еләк-емеше, ҡош-ҡорто, кейек-йәнлеге, балығы, йорт-ҡаралты булыр ағасы, файҙалы ҡаҙылмалар – һәммәһен һанап бөтөү мөмкин түгел…

2се алып барыусы:
Беҙҙә ҡалын урмандар,
Беҙҙә данлы Урал бар.
Урал аҫты алтындыр
Өҫтә шәфәҡ балҡыйҙыр.
Беҙҙә тиңһеҙ сәхрәләр,
Сәхрәләр – ожмах улар.


1-се
алып барыусы:Тәбиғәт йомарт, ул биргән байлыҡ иҫ китмәле. Әммә бөгөнгө көндә ошо гүзәл бай төбәгебеҙгә генә түгел, ә барлыҡ кешелек донъяһына ҡурҡыныс хәүеф – экологик һәләкәт янай.

2-се алып барыусы: Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәт байлыҡтарын дөрөҫ файҙаланыу хәҙерге ваҡытта ҙур проблемаға әйләнде.Шуның өсөн дә 2017 йыл " Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы " булараҡ үтә. Абдулхаҡ Игебаевтың “Үҙ күҙемә үҙем ышанмайым” шиғырында тыуған Атайсалыбыҙҙы һаҡлау үҙ иңебеҙҙә икәнен онотмаҫҡа әйҙәй. …

Нәфис һүҙ“Үҙ күҙемә үҙем ышанмайым” Абдулхаҡ Игебаев (Вилена Шакируллина)

1-се алып барыусы:
Күр һин йәмен тыуған ерҙең,
Сафлығын зәңгәр күктең,
Тыңла йырын һандуғастың,
Моң- һағышын кәкүктең.
Күңелеңдә тыуған ерең
Гел балҡып йәйрәп ятыр,
Шул саҡ булырһың һин көслө,
Шул саҡ булырһың батыр.
2-се алып барыусы:
Ер-һыуыбыҙ имен булһын,
Имен торһон тау-таштар.
Тыуған ерҙең ҡәҙерен белеп,
Шат йәшәгеҙ, яҡташтар!

1-се алып барыусы:
Аяҙ булһын күгебеҙ,

Яҡты ҡояш көлһөн гел.
Тыуған илем,тыуған ерем
Тыныс имен булһын гел!

2-се алып барыусы:Тәбиғәтте вәхшиҙәрсә тәләфләүгә сик ҡуйыу – минең, һинең, уның изге бурысы.
1-се алып барыусы: Ер –әсәбеҙ йәшле күҙҙәр менән ярҙам һорап беҙгә төбәлгән. Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда! Ошо хаҡта бер ҡасан да онотмайыҡ!
2-се алып барыусы:
Һаҡлайыҡсы, дуҫтар, тәбиғәтте
Һаҡлайыҡсы таҙа һыуҙарҙы.
Хуш еҫ бөрккән нәфис сәскәләрҙе
Урмандарҙы, сикһеҙ ҡырҙарҙы.
1-се алып барыусы: Ошоноң менән “Тыуған ерҙең, туған телдең гүзәллеген һаҡлайыҡ!” исемле сара программаһы тамам.

2-се алып барыусы: Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!





ТЕЛЕМ
Телем! Ерем! Иң ҙур байлығыбыҙ,
Күсә
килгән ата-бабанан!
Бала башын
бутамайым тиеп,
Хәл итмәсе ҡандаш, ҡабалан.

Түкмәй сәсмәй еткерәйек уға
Бөйөклөгөн тыуған телемдең!..
Ҡош
йырылай моңон, яғымлығын,
Ғорурлығын ғәзиз еремдең!
Тыуған
телен белмәй икән балаң
Бушҡа йәшәлә бит ғүмерең…
Киләсәккә
мираҫ итеп үҙең,
Һалмағанда
рухи күперен!?

.
ҮҘ ТЕЛЕ БАР

Һандуғас та һайрай үҙ телендә,
Күгәрсендәр “гөр-гөр” гөрләшә,
Ҡарғалар ҙа “ҡар-ҡар” ҡарҡылдаша,
Сәпсектәр ҙә “сырҡ-сырҡ” серләшә.

Һөйләшергәошоҡошйырылай,
Үҙ теле бар һәрбермилләттең.
Башҡа телдә йырлайбыҙ бит хәҙер
Эй, замана, беҙҙенишләттең?..

Ултырҙыҡмыкешеарбаһына,
Йырлайбыҙмыхәҙер ҡушылып?..
Оноттоҡмоүҙебеҙҙеңтелде,
Йәшәпкитәрөсөндуҫбулып?..

  • Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
    Пожаловаться на материал
Курс повышения квалификации
Курс профессиональной переподготовки
Педагог-библиотекарь
Курс профессиональной переподготовки
Специалист в области охраны труда
Скачать материал
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Проверен экспертом
Общая информация
Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Курс профессиональной переподготовки «Экскурсоведение: основы организации экскурсионной деятельности»
Курс профессиональной переподготовки «Организация логистической деятельности на транспорте»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности по подбору и оценке персонала (рекрутинг)»
Курс повышения квалификации «Применение MS Word, Excel в финансовых расчетах»
Курс повышения квалификации «Этика делового общения»
Курс повышения квалификации «Экономика: инструменты контроллинга»
Курс повышения квалификации «Разработка бизнес-плана и анализ инвестиционных проектов»
Курс профессиональной переподготовки «Организация менеджмента в туризме»
Курс профессиональной переподготовки «Организация маркетинга в туризме»
Курс профессиональной переподготовки «Организация технической поддержки клиентов при установке и эксплуатации информационно-коммуникационных систем»
Курс профессиональной переподготовки «Риск-менеджмент организации: организация эффективной работы системы управления рисками»
Курс повышения квалификации «Финансовые инструменты»
Курс профессиональной переподготовки «Организация и управление процессом по предоставлению услуг по кредитному брокериджу»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.