Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Классному руководителю / Другие методич. материалы / Сценарий торжественной линейки на 1 сентября (на башкирском языке)

Сценарий торжественной линейки на 1 сентября (на башкирском языке)

  • Классному руководителю

Поделитесь материалом с коллегами:

1 сентябрь – Белем байрамы (тантаналы линейка)

2 алып барыусы: Һеҙҙең алда “Алтынай” ансамбле башҡарыуында “Башҡорт ере” бейеүе. Етәксеһе – Мөхәмәтйәнов Артур Рим улы.

1 алып барыусы:

- Хәйерле көн, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, атай-әсәйҙәр, ҡунаҡтар! 1 сентябрь – Белем көнөнә арналған тантананы асырға рөхсәт итегеҙ!

2 алып барыусы: Бөтәгеҙҙе лә ихлас күңелдән Белем көнө менән ҡотлайбыҙ! Ошо минутта меңәрләгән бала беҙҙең кеүек үк мәктәп майҙанына килеп баҫты. Уларҙың да беҙҙең кеүек йөҙҙәре балҡый, күҙҙәрендә нур, йөрәктәрендә дәрт. Уҡыусылар белем алыу теләге менән туған мәктәбенә аяҡ баҫа.


1 алып барыусы:

Бына, килә бәләкәстәр,

Юлдарҙы гөлгә күмеп.

Иң кеселәр – беренселәр,

Үҙҙәре гөлдәр кеүек.

  • Беренсе класс уҡыусыларын алҡышлап ҡаршы алайыҡ!

Уҡыусы:

Йыйылғандар оло, кесе

Бөгөн – Белем байрамы.

Күңелдә ғилем тупланһа,

Күренер тормош йәме.

Балҡы һин, әй, мәктәбем,

Һирпеп ғилем нурҙарын.

Ҡыңғырауҙың сыңдары

Нур итһен йылдарҙы.

Уҡыусы:

Бына тағы юл-һуҡмаҡтар

Мәктәпкә ҡарай илтә:

Һаумы, сентябрь иртәһе –

Ҡыңғыраулы саф иртә!

Был иртәлә бар йәнлелек ,

Йәнлелек күсеп килде,-

Мәктәп алды, әйтерһең дә,

Сәскәле болон инде.



Уҡыусы:

Гөжләгәндәй бал ҡорттары,

Гөр килә мәктәп алды.

Шат тауыштар: кемдәр, ҡайҙа,

Нисек үткәргән ялды?

Ҡыңғырау ҙа ћағынғандыр,

Моң ћарылған теленә,

Парта артына саҡыра,

Әйҙәп, белем иленә.



1 алып барыусы: Бөгөн, 1 сентябрь көнөндә Белем иленә юлға сығыр алдынан һеҙгә изге теләктәре менән гимназия-интернатыбыҙ директоры Фәйзуллин Әлфис Ғаяз улы һүҙ ала, рәхим итегеҙ!




1 алып барыусы:

Бөгөн башлап баҫаһың һин

Оло белем юлын.

Белем донъяһына асҡыс-

Әлифба ал ҡулыңа.



  • ә хәҙер һүҙҙе һеҙгә бирәбеҙ, беренселәр!


2 алып барыусы:

Хөрмәтле 1 синыф уҡыусылары! Һеҙгә белем юлына әйҙәүсе тәүге китап – Әлифба бүләк итәбеҙ. Уны ҡәҙерләп уҡығыҙ, һаҡлағыҙ.

Әлифбағыҙ – алтын асҡыс.

Уны ихлас уҡығыҙ.

Белем менән ҡоралланып,

Ҡитғаларҙы байҡағыҙ.

(Әлифба тапшырыла)


1 алып барыусы: 1 сентябрь уҡыусыларға ғына түгел, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр өсөн ҙә ҙур байрам. Һеҙҙе ысын күңелдән Белем байрамы менән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Хеҙмәтегеҙ емеше күренеп тормай,

Һәм ҡалмай ул ерҙә юғалып,

Ил яҙмышын, илдең киләсәген

Һеҙгә биргән халыҡ ышанып.

  • Шәрипова Эльвина башҡарыуында йыр бүләкте ҡабул итегеҙ.

(Йыр: Уҡытыусыма. Шарипова Эльвина йырлай.)



2 алып барыусы:

Уҡыу йылы һеҙгә һәр саҡ

Бары уңыш килтерһен.

Диктанттар “биш” кә яҙылһын,

Мәсьәләләр сиселһен.

Мәктәптә күңелле булһын,

Илһам һәм шөһрәт килһен.

  • Һүҙҙе ата-әсәләргә бирәйек!



1 алып барыусы:

Ниндәй шатлыҡлы иртә!

Ҡояш, ихлас йылмайып,

Беҙҙе бит тәбрик итә.

Хуш киләһең, сентябрь –

Уҡыу йылының башы!

Дәрестәргә саҡырып

Сыңлай ҡыңғырау тауышы.

(1 синыф уҡыусылары ҡыңғырау шылтырата)


1 алып барыусы: Һүҙҙе, гимназия-интернатыбыҙҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директорҙың урынбаҫары Иҙрисова Раушания Рамазан ҡыҙына бирәбеҙ.


2 алып барыусы: Ә хәҙер уҡыусыларҙы үҙҙәренең кластарына быйылғы уҡыу йылының тәүге дәресенә саҡырабыҙ.



Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 08.09.2015
Раздел Классному руководителю
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров626
Номер материала ДA-033633
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх