Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Сценарий внеклассного мероприятия, посвященного 75- летию Победы в Великой Отечественной войне
Обращаем Ваше внимание: Министерство образования и науки рекомендует в 2017/2018 учебном году включать в программы воспитания и социализации образовательные события, приуроченные к году экологии (2017 год объявлен годом экологии и особо охраняемых природных территорий в Российской Федерации).

Учителям 1-11 классов и воспитателям дошкольных ОУ вместе с ребятами рекомендуем принять участие в международном конкурсе «Законы экологии», приуроченном к году экологии. Участники конкурса проверят свои знания правил поведения на природе, узнают интересные факты о животных и растениях, занесённых в Красную книгу России. Все ученики будут награждены красочными наградными материалами, а учителя получат бесплатные свидетельства о подготовке участников и призёров международного конкурса.

ПРИЁМ ЗАЯВОК ТОЛЬКО ДО 21 ОКТЯБРЯ!

Конкурс "Законы экологии"

Сценарий внеклассного мероприятия, посвященного 75- летию Победы в Великой Отечественной войне

библиотека
материалов

Башҡортостан ынйылары” конкурсына әҙерләнгән сценарий. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейына арналған

Ҡыр ҡаҙҙары

Маҡсат: халҡыбыҙҙың быуындан- быуынға күсеп килгән байрамдары, уйындары менән танышыу, киләсәк быуынға еткереү, башҡорт рухында тәрбиәләү тәрбиәләү.

Бурыстары: Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыу айҡанлы халҡыбыҙҙың ул һәм ҡыҙҙарының батырлығын өйрәнеү, Башҡортостан Республикаһының йәш граждандарын халҡыбыҙҙың быуындан- быуынға күсеп килгән йолалары рухында тәрбиәләү; уларҙың тирә- яҡ мөхиткә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен, балаларҙың сәләмәт, зиһенле булып үҫеүҙәренә ярҙам итеүен асыҡлау.



Ауылда яҙғы таң мәле. Таң тынлығы эсендә ҡыр ҡаҙы ҡаңғылдауы ишетелеп ҡала.Таяҡ таянған Ҡәмәр ҡарсыҡ күренә. Ул сәхнә алдына уҡ килеп баҫа. Күлдә йөҙөп йөрөгән ҡаҙҙы күреп, текләп ҡарап тора.

Ҡәмәр (ҡаҙҙы саҡырып)Дигә-дигә-дигә-дигә! Дигә-дигә-дигә!

Кер һалынған тасын күтәреп Ямал керә.

Ямал Һау ғынамы, Ҡәмәр апай?

Ҡәмәр (ҡапыл төҫө үҙгәреп) Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ! Бә-әй! Кем...Ямал! Ҡыр ҡаҙы түгелме шул?

Ямал Собханалла! Ҡайҙа?

Ҡәмәр Ана бит, ана

Ямал Ҡара инде, вәт әй! Ҡыр ҡаҙы икән бит, ысынлап та.

Ҡәмәр Тағы килгән ҡәһәр төшкән ҡыр ҡаҙы. Көш, көш! Йөрөмә бында илгә шом һалып! Көш, көш!

Ямал Ҡуй, Ҡәмәр апай, ҡыума, ниңә ҡыуаһың? Күпме саҡырып килтерә алмағайныҡ, килгәненә шөкөр итәйек.

Ҡәмәр Ниңә саҡыраһығыҙ? Нимәгә кәрәк ул? Илгә бәлә алып килә бит ул.

Ямал Ниндәй бәлә? Кит, шундай һүҙ буламы ни! Ишетәһеңме, ана, нисек матур итеп ҡайғылдай. Күл өҫтөнә йәм биреп торалар бит.

Ҡәмәр. Һуғыш башланыр алдынан да шулай булғайны., ҡайғылдашып ҡыр ҡаҙҙары осоп йөрөнө. Минең ике баламды, ике улымды һуғышҡа алып киттеләр ҙә, үлеп ҡалдылар. Шунан бирле күренгәндәре юҡ ине. Көш, Көш! Йөрөмә бында, эҙең булмаһын!

Ямал. Кит инде, кит!

Ҡәмәр. Кәкүк Вәлиҙең мылтығы бар ине, бит әле. Ҡайҙа йөрөй икән, ниңә атмай икән был ҡаҙҙарҙы! (Таяғын мылтыҡ итеп тоҫҡап) Ҡх-х, кх-х,кх-х!

Ямал (аптырап, үҙенә- үҙе) Әллә башы эшләмәй башлаған инде, был ҡарсыҡтың! Нимә эшләйһең һин, Ҡәмәр апай! Ҡарға түгел, ҡоҙғон түгел, изге ҡош бит ул. Бәлки балаһы юҡ кешеләргә бала алып килә торғандыр ул. Ҡара әле, ҡара, ауылды урап – урап оса, кемделер эҙләгән кеүек.

Ҡәмәр (илап) Эй, балаҡайҙарым ҡайта алманылар шул һуғыштан, ҡайта алманылар!

Ямал (йомшаҡ ҡына итеп) Йә, сеү, Ҡәмәр апай, сеү! ҡайтырҙар әле, алла бойорһа ҡайтырҙар. Әйҙә беҙгә инәйек, самауырым ҡайнап ултыра, сәй эсеп алайыҡ.

Ҡәмәр Ҡайта алманылар шул балаҡайҙарым.

Ямал Әйҙә, Ҡәмәр апай, әйҙә!

Ҡәмәр әбей менән Ямал сығып китәләр

Сәхнәгә бер ҡыҙ сыға. Презентация бара.Сәхнәлә яҙғы тәбиғәт, күл буйы күренеше.

Муллайәнова Гүзәл:

Өндә түгел, төштә күрҙем уны;

Яҙғы таңдың һыҙылып атҡанын,

Көмөш сылбыр булып, теҙелешеп,

Ҡыр ҡаҙҙары осоп ҡайтҡанын.



Ер йәм-йәшел ине, күк- зәп-зәңгәр.

Шундай яҡты, сыуаҡ яҙ ине,

Ергә, күккә- төпһөҙ зәңгәрлеккә

Баҡ та аҡылыңдан яҙ ине.

Шундай яҡты, сыуаҡ яҙ ине.



Ҡыр ҡаҙҙары осоп килә ине,

Таң нурына мансып түштәрен...

Ниңә әле шул төш онотолмай,

Онотолһа ла башҡа төштәрем?



Ҡыр ҡаҙҙары осоп килеп төштө

Тымыҡ күл буйына- таллыҡҡа.

(Шул арала ҡыҙҙар- ҡаҙҙар килеп инәләр ҙә күл ситендә бейейҙәр.

-Һаумыһығыҙ, ҡаҙҙар!- тигән инем...

Һаумы яҡташ!- тигән тауышҡа ышанмай ҙа торҙом

Минең алда ҡаҙҙар түгел ине, -һалдаттар.

Түштәрендә сыңлай миҙалдары,

Шинелдәрен тотоп алғандар.

Һалдаттар сәхәнәгә сығалар.

Асхабутдинов Тимур:

Һаумы туған! Беҙҙе онотманымы әле яҡташтар?

Иҫләйҙәрме әле?

Беҙ бит, -яуҙа үлеп ҡалған һалдаттар.

Ер уянған саҡта нисек итеп

Йоҡлап ятмаҡ кәрәк ҡәберҙә.

Ҡыр ҡаҙҙары булып тыуған яҡҡа

Ҡайтып төштөк бына хәҙер ҙә.

Вәхиуллин Рәмил:

Тәбиғәттең уяу бер мәлендә

Яҙ һайын беҙ шулай итәбеҙ:

Һабан һөрөп киткән еребеҙҙе,

Һаман көткән әсәләребеҙҙе,

балаларыбыҙҙы,

бисәләребеҙҙе,

Яҙ һайын бер күреп китәбеҙ.

Тик үҙҙәре генә күрмәй ҡала.

Күренәбеҙ бары төштә беҙ.

Кашапов Ренат:

Төштә генә беҙгә, төштә генә

Осрашырға хоҡуҡ бирелгән,

Һәм бары тик ҡаҙҙар булып ҡына

Ҡайталабыҙ осоп беҙ илгә.

Һеҙҙән беҙгә бер ни кәрәк түгел,

Тик шуға һеҙ ҡолаҡ һалығыҙ:

Онотмағыҙ беҙҙе, онотмағыҙ!

Йышыраҡ беҙҙе иҫкә алығыҙ!

Әхмәҙиев Альберд:

Ҡояшлы ла булыр көндәрегеҙ, аяҙ күкте ҡаплар болот та.

Онотмағыҙ беҙҙе! Онотһағыҙ

Ҡайталмабыҙ ҡаҙҙар булып та.

(егеттәр ипләп кенә сәхнә артына инеп китәләр)



Ҡыҙ дауам ит ә

Шулай тинеләр ҙә юғалдылар.

Ә бөгөн мин, бөгөн, таң ҡалып,

Төштә түгел, өндә ҡарап торҙом

Яҙғы таңдың һыҙылып атҡанын,

Көмөш сынйыр булып, теҙелешеп,

Ҡыр ҡаҙҙары осоп ҡайтҡанын.



ҡыр ҡаҙҙары- ҡыҙҙар осоп сығып, күл тирәләй бейейҙәр ҙә осоп китәләр.Бер ҡыр ҡаҙы кире боролоп:



Һуғыш ҡырҙарында ауһаҡ та беҙ,

Таң алдынан күреп ятырбыҙ.

Тыуған еркәйҙәрҙә таң атҡанда,

Тыуған еркәйҙәрҙә таң атҡанда

Ҡыр ҡаҙҙары булып ҡайтырбыҙ.- шулай тип әйтә лә осоп китә.





Ролдәрҙе башҡарҙылар:

Ҡәмәр әбей- Имамова Рәмилә

Ямал- Миңлеғәлиева Рәмилә

Һалдаттар- Вәхиуллин Рәмил

Асхабутдинов Тимур

Кашапов Ренат

Әхмәҙиев Альберд

Ҡыр ҡаҙҙары: Гәрәева Гүзәл

Шәкүрова Гөлнур

Ғәрифуллина Эльвина

Лоҡманова Регина

Ҡумыҙҙа -Вәлиева Илзида

Тол ҡатын- Муллайәнова Гүзәл



Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт












Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 18 октября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru

Общая информация

Номер материала: ДБ-204364

Похожие материалы