Инфоурок Другое Другие методич. материалыСценарий внеклассного мероприятия "Туған телем"

Сценарий внеклассного мероприятия "Туған телем"

Скачать материал

Туған телдәр көнөнә бағышланған байрам

Сәхнә матур итеп биҙәлгән. Тел тураһында яҙыулы плакаттар эленгән. “Теле барҙың иле бар”, “Иң татлы тел – туған тел, инәм һөйләп торған тел”, “Туған телем - үҙем өсөн, башҡа тел – көнөм өсөн”.

«Башҡорт телендә һөйләшәм”-йыр

 

Егет. Дөнъяла төрлө илдәр бар. Бер ил үҙенең – тауҙары, икенселәре  - далалары, өсөнсөләре – һыуҙары, дүртенсеһе урмандары менән мәшһүр.

Башҡорт ҡыҙы. Урал... Был исемде әйтеү менән, күҙ алдына әкиәт батшаһының алтын һарайына оҡшаған бейек ҡаялар, иге-сиге булмаған урмандар, таштан ташҡа һикереп аҡҡан шишмәләр, сәскәле аҡландар килеп баҫа.

егет. Ләкин бөтөн матурлыҡтарҙан да өҫтөн, ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле – безҙең халҡыбыз, үҙебезҙең туған телебеҙ.

Башҡорт ҡыҙы. Беҙҙең телебеҙ музыкаль, һығылмалы, өндәребеҙ бай һәм яғымлы.

Башҡорт балаһы мин,

Ер хәтерендә

Мең йыл уйылып барған эҙем бар.

Быуындарға ялғап быуындарҙы,

Илде тотҡан телем, илем бар.

 

Уҡыусылар башҡарыуында башҡорт теле тураһында шиғырҙар.

егет. Шул тел менән халҡым хаҡ яҙмышын

                    Ҡайһы осорҙарға  яҙмаған.

                    Күпме аҫыл ерҙәренән яҙған,

                    Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған,

                    Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған,

                    Тик моңонан, теленән яҙмаған.

Башҡорт ҡыҙы. Донъяла һәр саҡ халыҡтың рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән бер булмышы бар. Ул – тел.

егет. Тел халыктың иң гәзиз бүләге, йәшәү, аралашыу рәүеше. “Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар”, - тигән сәсәндәр.

Башҡорт ҡыҙы. “Татлы телдең төбө шәрбәт, мөләйем,

                      Тибрәһен шул шәрбәт телем һәр даим.

                      Бирҙең, тәңрем, телде шуға әйҙәйем!” – тип яҙған беҙҙең мәшһүр мәғрифәтсебеҙ Аҡмулла.

егет. Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы ла. Шул ғәзиз тел уны борон бер бөтөн халык итеп ойошторошҡан, уртаҡ тел, һүҙ таптырған, аҡылын, күңелдәгеһен үҙенә туплап, уның күркен күтәрешкән, кемлеген бар дөнъяға танытҡан, халыҡтар менән аралаштырған.

Ғирфанова Алина башҡарыуында әкиәт.Ялҡау кәзә.

Башҡорт ҡыҙы. Ата - бабаларыбыҙҙан үлемһеҙ бүләк, иң изге аманат булған туған телебеҙҙә, мәҫәлән, халҡыбыҙҙың аҡылын һәм зирәклеген дә, күңел иркен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен дә, тарихын һәм бөгөнгөһөн дә күңел күҙе менән күрергә һәм тойорға мөмкин.

 егет. Эй, туған тел! Ниндәй ҡәҙерлеһең һин! Гүзәлһең, йыйнаҡһың, байһың, ҡеүәтлеһең.

Башҡорт ҡыҙы. Шуға ла халыҡ ил ағаһы булған сәсәндәрҙең ялҡынлы тапҡыр һүҙен яу ҡыйыр булат ҡылыс үткерлеге менән сағыштырған да инде.

Башҡорт ҡыҙы. Һәр халыҡтың үҙ теле, көйө, яйы бар. Сабый тәү тапҡыр әсәһе әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау, уның һорауҙарына яуап биреүҙән үҙ телендә һөйләшергә өйрәнә. Шуға ла туған тел әсә теле тип атала.

егет. Матурлығың һинең, бар сафлығың

                    Йөрәгемә кереп үрелгән.

                    Улар миңә әсәй  һөтө менән бирелгән.

Башҡорт ҡыҙы. Хәҙерге башҡорт теле – башҡорт хәлҡының милли теле. Ул төрлө ырыу – ҡәбилә телдәренең берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

егет. Сит телгә балам маһир тиеп,

                    Шатлығынан берәү һикерә.

Башҡорт ҡыҙы. Ни мәғәнә үҙ әсәңдең теле

                         Үҙ балаңа инде үгәй булғас,

                         Сит телдән дә булғас ситерәк?

егет.  Телле көйө телһеҙ кешеләр бар,

                     Әсә телен белмәй үҫкәндәр...

                     Бармы ерҙә үҙ ҡулдары менән

                     Сабыйының телен киҫкәндәр?

Башҡорт ҡыҙы. Туғанынан яҙған - ярты йәтим.

                        Туған теленән яҙған - мең йәтим.

                        Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән

                         Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!

Башҡорт ҡыҙы. Хәҙерге ваҡытта башҡорт теле – иң ныҡ үҫешкән, камил формалашҡан әҙәби тел.

Егет.  Был телдә әҙәби әҫәрҙәр ижад ителә, гәзит-журналдар сыға, фәнни китаптар, төрлө һүзлектәр баҫыла. Ул театр сәхнәһендә, радио һәм телевидение буйынса яңғырай. Был телдә беҙ ҙә уҡыйбыҙ.

Башҡорт ҡыҙы. Телең барҙа илең бар,

Илең барҙа иркең бар,

Иркең барҙа күркең бар,

Ил биҙәргә дәртең бар.

егет.      Йырһыҙ йәшәү – нурһыҙ йәшәү, тиҙәр...

Йөрәгем минең – айҙыр.

Ай-йөрәгем, әйҙә, нур – йырыңды

Халҡым күңеленә яуҙыр.

Кемдәр тел тураһында мәҡәлдәр белә.

Башҡортса мәҡәлдәр әйтеү.

Башҡорт ҡыҙы. Илһеҙ йәшәү – телһеҙ йәшәү, тиҙәр...

Илкәйем минең – Урал.

Урал - илдә үҫкән ҡурай–телем,

Хаҡ хәбәр булып тарал.

Башҡорт халыҡ йыры “Соңрау торна”

Башҡорт ҡыҙы. Атабыҙҙан ҡалған телебеҙҙе

                        Әле онотмаған илебеҙ.

                        Күп аҙаштаҡ тапмай юлыбыҙҙы,

                        Юл күрһәтә беҙгә телебеҙ.

егет.      Шул тел менән тыуҙым, үҫтем,

                         Торам бөгөн дә.

                         Аңлай мине ғәзиз халҡым

                         Туған телендә.

Башҡорт ҡыҙы. Минең өсөн һин йәшәү, бәхет үҙең,

                        Мәңге йәшә, эй, һөйөклө туған телем,

                        Атам теле, әсәм теле, минең телем!

                        Башҡорт теле!

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Сценарий внеклассного мероприятия "Туған телем""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Заведующий отделом архива

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 653 657 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 04.11.2018 418
    • DOCX 24.9 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Абдуллин Азамат Шайдуллович. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Абдуллин Азамат Шайдуллович
    Абдуллин Азамат Шайдуллович
    • На сайте: 5 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 878
    • Всего материалов: 1

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 846 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 477 человек из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 319 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 151 человек

Мини-курс

Фитнес: особенности построения смешанных групповых тренировок

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 18 человек

Мини-курс

Стратегии карьерного роста и развития

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Судебные процессы и взыскание убытков: правовые аспекты и процедуры

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 23 человека из 13 регионов
  • Этот курс уже прошли 11 человек