Инфоурок Внеурочная деятельность Научные работы"Серле ете һаны" фәнни эш

"Серле ете һаны" фәнни эш

Скачать материал
библиотека
материалов


Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Бала-Сытырман ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Башҡортостан республикаһының Федоровка районы








Тема: Мөғжизәле лә, серле лә ете һаны.

(фәнни-тикшеренеү эше)










                               Башҡарҙы: Залилова Ләйсән, кл

Етәксеһе: Сәлищева Рәйсә Минегәрәй ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы

















Бала-Сытырман-2019


















Маҡсат: Башҡорт халҡының һаҡланып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, әҙәби ҡәғиҙәләре менән таныштырыу һәм башҡорт халҡының рухи, материаль культураһында ете һанының ҡулланылышын билдәләү.

Бурыс:башҡорт халҡында ҡулланылған ете һанының кешелә,тормош-көнкүрештә ниндәй роль уйнауын киләһе быуынға еткереү.





















Йөкмәткеһе


I. Инеш ……………………………………………………………................... 5

I I.Төп өлөш.

Беренсе бүлек. Мөғжизәле лә, серле лә ете һаны.

               1. 1.  Етегән йондоҙ легендаһы…………………………………………….6

1. 2. Башкортостандың ете һанына бәйле мөғжизәләре……............7

1. 3.  Тәнебеҙгә күҙ һалһаҡ...............................................................................8

Икенсе бүлекБашҡорттарҙа ете һаны.

2.1. Ете һанының көнкүрештә, предметтарҙа сағылышы….............9

2. 2. Ете һаны дин өлкәһендә……………………………………………10

2. 3. Ете һаны ырыуҙа……………………………………………………12

2. 4. Ете һанына бәйле төрлө ырымдар, әйберҙәр, һорауҙар……............13

2. 5.Ете һаны башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә ……………………..........14

III. Йомғаҡлау…………………………………………………………....15

IV.Ҡулланылған әҙәбиәт……………………………………………………..16




I. Инеш

Телебеҙ аша һәр бер һүҙҙә быуаттар буйы тупланып килгән халыктың ғөрөф-ғәҙәте, донъяға ҡарашы сағыла. Был төшөнсәләр һүҙҙең төп мәғәнәһенә эйәреп йөрөй. Мәҫәлән, тупһа һүҙенән беҙ ишек арҡыры һалынған бер ағасты, йәки ташты күҙаллайбыҙ. Ә ул йорттоңҡоролманың сигеөйҙөң эсендә именлекҡот һаҡлай торған кәртә билдәһен йөрөтәШуға күрә тупһаға ҡарата айырым ырым-йолаларҡағиҙәләр бар.

Телдәге күп һүҙҙәрһүҙбәйләнештәр ошондай мөһим мәғлүмәт тота.

Донъяла ғәжәп нәмәләр һәм төшөнсәләр бик күпШулар араһында һан,иҫәп-хисап төшөнсәһе әйтеп бөткөһөҙ мөһим урын тотаӨҫтәүенә һандар иҫ киткес матуртөҙөкгармониялы системаны барлыкка килтерәБыл ситема үҙенең камиллығы менән ысын мәғәнәһендәге юғары сәнғәткә яҡын тораМатематиканы фәндәрҙең батшаһы тип иҫәпләүселәр ҙәфилософик фекерләү күҙлегенән ҡарағанда хаҡлылырЯбай ғына иҫәп-хисап төшөнсәһе ләваҡыттөҫформаарауык төшөнсәләре һымак уккешелек цивилизацияһының нигеҙендә ятаУл төрлө халыкта төрлөсәӘйтәйекЕвропа халыктары ун өс һанынан ҡурҡабыл әле лә барӘ башҡорттарҙа һандан һиҫкәнеү юҡБеҙҙә бары изге мәғәнәлейәки "серле һандарбарУлар 3,7,9,30,40,100. Бер ҙәике лә ғәжәп һандар иҫәбендәСөнки бөтә нәмә ерҙә берҙәмлектән башланаБеҙ иң элек берҙең ҡәҙерен белергә тейешбеҙБер - ул һин дәмин дәул даБер - ЕрҠояшИлебеҙЕрҙә йәшәйештең өмөтөтерәгеберәүҙең берәүгә мехәббәтеЙәғни беҙкешеләрике йәндәнике йәрҙән яралғанбыҙ.

Халкыбыҙҙың донъяға ҡарашы бик ҙур әһәмиәтле роль уйнайБашкорт халҡы борон-борондан йәшәй килә һәм йәшәү менән бергә беҙ уның тарихынғөрөф-ғәҙәттәренйолаларын тағы ла тәрәнерәк  өйрәнәбеҙУларҙың йөкмәткеһенкилеп сығышын киләһе быуынға ла һаклап ҡалырға тырышабыҙБеҙ тарихи яҙмаларҙанҡомарткыларҙан белеүебеҙсә кеше донъяға тыуғас та ҡапыл һөйләшә башламағанБеренсенәнҡараш менән танып өйрәнһәикенсенәнбилдәләр менән аралашҡанҺуңынанөнөндән һүҙҙәртелмәр үҫешенең билдәле бер кимәлгә етеүен асыҡ беләбеҙҒөмүмәнтамғаларбилдәләрһандар кеше тормошонда бик мөһим бер роль уйнағандар.

Халкыбыҙҙың донъяға ҡарашындахалыҡ ижадында һандарҙың мәғәнә биҙәктәрен асыусимволикаарбау һәм ғаләм хакындағы ҡараш менән бәйле булыуын ентекләберәк ҡарап китәйек.

I I.Төп өлөш.

Беренсе бүлекМөғжизәле лә, серле лә ете һаны

1. 1.  Етегән йондоҙ легендаһы.



1. Бик борон заманда ер ҡалаҡтай, күк табаҡтай ғына булған. Әҙәм заты ишәйә барған, кейек-йәнлек заты күбәйә барған, ер әкренләп киңәйә барған, ер киңәйгәс, күк тә ҙурайған.

Ул саҡта бөтә халыҡ бер ҡаҙандан ашай икән. Бер Алып килеп сыҡҡан да ҡаҙанды күтәреп эскән, Ни эшләмәк кәрәк? Тотонғандар оло ҡаҙан яһарға. Ҡаҙаны булғас, сүмесе лә кәрәк. Ҡаҙанды ҡойғандар көмөштән, сүместе яһағандар алтындан.

Теге Алып килгән дә ҡаҙанды күтәреп ҡараған. "Яраған", - тип урынына ултыртҡан да, сүместе ҡулына алған. "Быныһы бик еңел икән", - тип һауаға сорғотоп, тотоп алайым тиһә, сүмес юҡ: әйләнеп-әйләнеп осҡан да йондоҙҙар араһына боҫҡан.

Алып сумесе әле лә бар. Ете йондоҙ булып ялтырай ул: сүместең төбө дүрт йондоҙ, тоткаһы өс йондоҙ, бөтәһе етәү. Үҙе һәр сак әйләнеп тора ул Алып сүмесе: кистән ауыҙы өҫтә була, иртәнгә һырт яғы өҫкә сыға.


 2. Етегән йондоҙ - ете ҡыҙ. Элек бер кешенең ете ҡыҙы булған. Етеһе лә                            матур, етеһе лә батыр икән. Ҡырға сыкһалар гел бергә йөрөйҙәр икән. һоҡланмаған әҙәм заты ҡалмай ти, быларға, ҡыҙыҡмаған йән эйәһе ҡалмай ти.

Бер саҡ был ҡыҙҙар тауға сыҡҡандар. Дейеү батшаһы быларҙы күреп ҡалған да арттарынан төшкән. Былар етәкләшеп тау башына менеп киткәндәр. Дейеү баҫтырып улар артынан килгән. Инде тотам, инде эләктерәм тигәндә, ҡыҙҙар берәм - бөрәм күккә ашҡандар. Етеһе ете урынға баҫҡандар. Айырылмаҫ өсөн бер- береһенә яҡын торорға тырышҡандар. Шул ете ҡыҙ ете йондоҙ булып ялтырай башлаған. Аҙаҡ уларҙы Етегән йондоҙ тип атағандар.


[1]

1. 2. Башкортостандың ете һанына бәйле мөғжизәләре



Башкортостандың Ейәнсура районында "Ете быуын" (Семиколенка) тауы бар.

Суверенлы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт атрибуттары символикаһында ла ете һаны сағылыш таба.

Көньяҡ Башҡортостанда боронғо Ете ырыу берләшмәһе һәм хәҙерге Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең берҙәмлек билдәһе булараҡ, республикабыҙҙың Дәүләт флагындағы аҡ һыҙыҡтың уртаһында алтынһыу төҫтә эмблема - түңәрәк эсендә ете таж япрағынан торған ҡурай сәскәһе эшләнгән. Ул - дуҫлыҡ символы, аҡ һыҙыҡ уртаһында урынлашҡан ете таж япрағы Башҡортостан территорияһында уның халыҡтарының тупланыуына һәм берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуҙы кәүҙәләндерә: Юрматы, Үҫәргән, Бөрйән, Табын, Мең, Тамъян, Түңгәүер.

[2]



1. 3.  Тәнебеҙгә күҙ һалһаҡ...



Ҡайҙа ғына күҙ һалһаң да ете һаны ҡабатлана. Үҙебеҙҙең тәнебеҙгә иғтибар итһәк тә ете һанының ғәжәп рәүештә ҡабатланыуын иҫәпләрбеҙ. Кәүҙәбеҙ ете өлөштән тора: баш, муйын, кәүҙә, ике аяҡ, ике ҡул. Баштағы тишектәрҙе һанап ҡарайыҡ: ике ҡолаҡ, ике күҙ, ике танау тишеге һәм ауыҙ. Бармаҡгарыбыҙға иғтибар итәйек: бер ҡул суғында ун дүрт быуын, икегә бүлһәң, етешәрҙән тура килә. Быуындарыбыҙ: ике бәләкәй, ике тубыҡ, ике бот төбө быуыны һәм бил; ике ҡул бөгәре, ике терһәк, ике ҡулбаш һәм муйын. Беҙҙе йәшәтеүсе төп органдарыбыҙ: йөрәк, үпкә, ашҡаҙан, бауыр, ике бөйөр, тамаҡ -етәү.










Икенсе бүлек

Башҡорттарҙа ете һаны.

2.1. Ете һанының көнкүрештә, предметтарҙа сағылышы



Изге мәғәнәле һандар араһынан бик күп нәмәләргә бәйләнгән иң серле, тылсымлы, изге ете һаны. Ете - ул бик ғәжәйеп хикмәтле һан.

Ете һанын хаҡлы рәүештә Алла һаны тип йөрөтәләр. Ҡөръәндән башлайыҡ: уның китапты асыуғабағышланған тәүге "Фатиха" сүрәһе ете аяттан тора.

Ер шарына ҡараһак та ете материкты абайларбыҙ: Европа, Азия, Көньяҡ Америка, Төнъяҡ Америка, Австралия һәм Антарктида. Бер үк параллелдәге ҙур һыу ятҡылыҡтары ла етәү: Байкал, Ысыҡкүл, Балхаш, Арал, Каспий, Севан, Балатон. Ҡаҙағстандың көнсығышындағы Жиди сыу (Семиречье) үҙәне.

Кубандағы беҙҙең эраға тиклем v-vi быуатта барлыҡҡа килгән ете уба бар.

Матдәнең физик хәлен дә етәү тип иҫәпләй хәҙер ғалимдар.

Йәйғорҙа ете төҫ, моңда ете өн, аҙнала ете көн. Ай фазалары ла етешәр көндән тора һәм аҙнала дүрт тапҡыр ҡабатланып, һижрә календары буйынса бер айҙы тәшкил итә.

Күк - яҙмышты билдәләүсе изге көс менән бәйле ғаләм донъя. Ул ҡатлы тип иҫәпләнә. Кеше үлгәс, йәне күктең етенсе ҡатына оса һәм етенсе быуынға әйләнеп ҡайта тип фараз ителә. Ни мөғжизә: ожмахы ла ҡатлы, тамуғы ла. Әҙәмде ҡотҡармак булып ете ясин сығалар, үлгәс, етеһен уҡыталар. Шулай ук һәр башҡортҡа үҙенең ете быуын ата -бабаһын белеү фарыз.

Июль айы - кәкүк айы, етенсе ай, ете төрлө үлән ауыҙ итергә кәрәк. Борон был айҙа ете төрлө үләндән хуш еҫле сәй әҙерләгәндәр: ҡыр сейәһе япрағы, һары мәтрүшкә, ҡарағат япрағы, мәтрүшкә, ҡурай еләге япрағы, еләк япрағы, ҡайын япрағы.




2. 2. Ете һаны дин өлкәһендә



Ҡәҙер төнөндә, йәки рамаҙан айының (Ураҙа айы) 27-се кенөндә ете төн уртаһында күк ҡабағы асыла, сөнки ошо көндә Ҡөръәндең тәүге ете аяты индерелә башлаған. Яҡтыһына ерҙә ятҡан энә лә күренә тигән боронғолар. Тик ул бәхетле кешегә генә асыла һәм шул төндә теләгән теләк ҡабул була. Күк ҡабағы асылған ваҡытта: "Әхирәттә иман бир, донъялыҡта ғүмер бир, тәүфиҡ бир", - тип теләк теләргә кәрәк. Мосолмандарҙың кәмәриә (ай) календары буйынса йылдың ун икенсе айы - Зөлхижә. Был айҙың исеме хаж һүҙенән алынған. Ғәрәптәр исламды ҡабул иткәнгә тиклем үк ошо айҙа хаж ҡылған. Хажиҙар изге ергә ихрам тип аталған кейем кейгән килеш инергә тейеш. Ихрамға инеү өсөн кеше махсус рәүештә ғөсөлләнә һәм ниәт ниәтләп, доға ҡылып, ихрам кейә. Артабан Мәккәләге Әл Хәрам мәсетенә бара. Был мәсеттең уртаһында Ҡәғбәтулла (Аллаһтың кубы) бар. Бөтә донъялағы мосолмандар, намаҙ уҡығанда, йөҙөн ана шул Кәғбәгә йүнәлтә. Хажиҙар Әл Хәрам мәсетенә килгәс, Ибраһимдың ғәмәлен ҡабатлап, Ҡәғбәтулланы ете ҡат (сәғәт уҡтарының хәрәкәтенә ҡаршы йүнәлештә) урап сыға - тәуаф ҡыла.

Ибраһимдың балаһы булмай. "Ғәйеп, бәлки миндәлер", - тип ҡатыны Саара Ибраһимға үҙенең хеҙмәтсеһе Хәжәргә өйләнергә тәҡдим итә. Хәжәр ауырға ҡала. Саара быға бик көнләшә һәм баланың тыуыу ваҡыты еткәс, Хәжәрҙе сүллеккә алып барып ҡалдырырға ҡуша.

Хәжәр сүллектә баланы таба. Ул ваҡытҡа инде һыу ҙа, аҙыҡ та бөткән була. Баланы йыуындырырға, һыуһынды ҡалдырырға һыу булмай. Хәжәрҙең ҡолағына һыу аҡҡан тауыш ишетелә башлай. Сафа менән Мәреүә тауы араһында һыу эҙләп тегеләй-былай, бер урынды йүгереп, ҡалған ерҙе атлап үтә ул. Сабыйы хәрәкәтләнеп, аяҡ үксәһе менән ҡомда уйым яһай. Ана шул ерҙән сөбөрҙәп кенә һыу урғыла башлай.

Хажиҙәр Сафа менән Мәреүә тауы араһын ете тапҡыр урай. Юлдың уртаһында йәшел һыҙат менән билдәләнгән урынды йүгереп, ҡалған урынды атлап үтәләр.

Ибраһим пәйғәмбәрҙең балаһы булмаҫ элек ул: "Аллаһы, әгәр миңә ул насип итһәң, уны үҙеңдең ризалығың өсөн ҡорбан итер инем", -тип нәҙер әйтә. Ибраһимдың улы Исмәғил донъяға килә, әммә пәйғәмбәр нәҙерен онота. Өс [3]тапҡыр тоташ төндә төшөндә уға ошо нәҙерен Аллаһы тәғәлә иҫенә төшөрә.Шунан һуң ғына бурысын үтәргә була ул. Исмәғил ҡорбан итергә алып барғанда, Иблис килеп сыға ла малайға был хәлде һөйләп бирә. Ибраһим Иблисте ҡыуып таш ырғыта.

Хажиҙәр Мина ҡалаһында билдәләнгән көндә өс урында етешәрҙән таш ата. Асылы шунда: эргәбеҙҙә Иблис йөрөй, насар эштәргә ҡоторта, күркәм эштәрҙән тыйылдырырға тырыша. Яныбыҙҙан да, күңелебеҙҙән дә шайтанды ҡыуырға тейешбеҙ. Шуны иҫебеҙҙә тоторға өндәй был ғәмәл.











[4]2. 3. Ете һаны ырыуҙа



Башҡорт халҡында ете һаны киң билдәле һан булып һынала. Башҡорт ырыуҙары ла етәүҙән тора: Тамъян, Ҡатай, Бөрйән, Түңгәүер, Мең, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән. Көньяҡ Башҡортостанда боронғо Ете ырыу берләшмәһе һәм хәҙерге Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең берҙәмлек билдәһе булараҡ республикабыҙҙың Дәүләт флагындағы аҡ һыҙыҡтың уртаһында алтынһыу төҫтә эмблема - түңәрәк эсендә ете таж япрағынан торған ҡурай сәскәһе эшләнгән. Ҡурай сәскәһе нимәне аңлата һуң? Ул - дуҫлыҡ символы, ак һыҙыҡ уртаһында урынлашҡан ете таж япрағы Башҡортостан территорияһында, уның халыктарының тупланыуына һәм берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуҙы кәүҙәләндерә.









2. 4. Ете һанына бәйле төрлө ырымдар, әйберҙәр, һорауҙар



Серле лә, мөғжизәле лә ете һаны ырымдарҙа ла осрай. Мәҫәлән, "Ете юл сатында өйгә нигеҙ һалырға ярамай", "Тыуған йылыңда ете һаны булыу - фәрештәңдең булыуы".

Борон көнкүрештә ҡулланылған әйберҙәрҙә лә ете һаны бар. Мәҫәлән, етеле шәм һәм етенән үрелгән туйыр - бүрегә һуғыу ҡоралы.

Был донъяла ете нәмәгә ете нимә етмәй?

Аттың мөгөҙө юҡ,

 Һыйырҙың ялы юҡ,

Күгәрсендең һөтө юҡ,

Йомортҡаның йөйө юҡ,

Һыуҙың дилбегәһе юҡ,

 Болоттоң ҡанаты юҡ.

Был донъяла ете нимә юк?

 Ҡошта һөт юҡ,

Ҡолонда үт юҡ,

 Һыуҙа ҡаймаҡ юк,

 Ябынғанда ең юҡ,

Атта көйшәү юҡ,

 Һыйырҙа аҡыл юҡ,

 Ташта тамыр юҡ.





2. 5.Ете һаны башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә



Беҙҙең халҡыбыҙҙың иң бай хазинаһы - быуаттарҙан-быуаттарға күсә килгән халыҡ ижады ынйылары. Ә уларҙы барлап, тикшерә башлаһаң, һәр береһендә ете һанын осратырға мөмкин. Бына халыҡ мәҡәлдәрен генә алып ҡарайыҡ:

"Ете ауылда ете ҡәрҙәшең булһын"

"Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ"

"Егәрленең ҡулы ете"

"Ете ул өйләндергән - бай булған, ете ҡыҙ биргән - бөлгән"һ.б.

Халкыбыҙ теле - ниндәй бай ул! Күпме йомаҡ, әйтеме бар! Әкиәте, легендаһы...



III. Йомғаҡлау



Эйе, был тылсымлы ла, серле лә, мөғжизәле лә ғәжәйеп хикмәтле ете һаны әҙәмде донъяла уратып тора кеүек: өҫтә - ете ҡат күк, аҫта ете ҡат ер. Күктә ете йондоҙ, ерҙә ете мәғдән. Хатта үҙебеҙҙең тәнебеҙҙә лә ете һаны бик күп тапҡырҙар осрай.

Ете һанының мәғәнә биҙәктәре халыҡ ижадында киң ҡулланыла һәм күмәк булыу, ныҡлыҡ, ойошҡанлыҡ, берҙәмлек билдәһе тип ҡабул ителә. Тылсымлы ете һаны мосолман халҡы өсөн бәхетле һан тип иҫәпләнә. Башҡорт халҡында ҡулланылған ете һанының кешелә, тормош - көнкүрештә, әҙәбиәттә ниндәй роль уйнауын киләһе быуынға ла еткереү кәрәктер тип уйлайым. Сөнки һәр кеше үҙенең халҡының яҙмышын, телен, йәшәйешен һәм мәҙәниәтен белергә тейеш, уны өйрәнеү мотлаҡ.

Йомғаҡлап, мин һүҙемде филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүрҙең "Ете"'исемле шиғыры менән тамамлағым килә:

Һауаларҙа йондоҙ - ете ҡуҙ,

Ерҙә шатлыҡ бейей - Ете ҡыҙ,

Етегәндең ете ҡуҙынан

Беҙ башҡортта тыуған ырыуҙар.

Ете күктең ете ҡатынан Ете төҫтө йыя йәйғорҙар.

Башҡортостан балҡый Уралда

Етегән дә тигән йондоҙҙай.



IV.Ҡулланылған әҙәбиәт

1.  Абдуллина К. Мөғжизәле һан // Башҡортостан уҡытыусыһы. - № 12 -
Өфө, 2003. - 38-се б.

2.          Базаева С. Башҡорттарҙа ете һаны // Башҡортостан укытыусыһы. -
№ 8 - Өфө, 2002. - 63-сө б.

3.          Башҡортостан уҡытыусыһы. - № 6 - Өфө, 2002. - 57-59-сы б.
4.Башҡортостан уҡытыусыһы. - № - 8 - Өфө,2002. - 63-64-се б.
5.Башҡортостан уҡытыусыһы. - № 9 - Өфө, 2005. - 33-35-се б.
6.Буракаев   И.Д.,    Буракаева   М.С.,    Юлмөхәмәтов   М.Б.   Тормош
һабаҡтары. 3-сө синыф өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2003. - 30-36-сы
б.

7. Йырҙар. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. - 460-сы б. З.Шәрәфитдинов Д. Донъяның ете мөғжизәһе // Йәшлек. - №8 - Өфө, 2005. - 6-сы б.

8. Яҡшыдәүләтов Й. З. // Башҡортостан ҡыҙы. - № 2 - Өфө, 2001.-21-се б.



  • Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
    Пожаловаться на материал
Скачать материал
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Проверен экспертом
Общая информация
Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Курс повышения квалификации «Основы туризма и гостеприимства»
Курс профессиональной переподготовки «Экскурсоведение: основы организации экскурсионной деятельности»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности экономиста-аналитика производственно-хозяйственной деятельности организации»
Курс профессиональной переподготовки «Организация маркетинга в туризме»
Курс повышения квалификации «Психодинамический подход в консультировании»
Курс повышения квалификации «Мировая экономика и международные экономические отношения»
Курс повышения квалификации «Актуальные вопросы банковской деятельности»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности специалиста оценщика-эксперта по оценке имущества»
Курс профессиональной переподготовки «Организация системы менеджмента транспортных услуг в туризме»
Курс профессиональной переподготовки «Политология: взаимодействие с органами государственной власти и управления, негосударственными и международными организациями»
Курс профессиональной переподготовки «Метрология, стандартизация и сертификация»
Курс повышения квалификации «Информационная этика и право»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.