Инфоурок Родная литература СтатьиШәйехзада Бабич-милли шиғриәттең һүнмәҫ йондоҙо

Шәйехзада Бабич-милли шиғриәттең һүнмәҫ йондоҙо

Скачать материал

Шәйехзада Бабич-милли шиғриәттең һүнмәҫ йондоҙо

 

   Ғәзиз халҡымдың ғорурланырлыҡ һәм һоҡланырлыҡ аҫыл улдары бик күп. Шуларҙың араһында ҡурҡыу белмәҫ йор һүҙле  Шәйехзада Бабич та бар. Уның тормошо ла, ижады ла бик үҙенсәлекле һәм халыҡсан. Шағирҙың һәр бер әҫәре халыҡсанлыҡ рухы менән һуғарылған. Ш. Бабичтың ижадында халыҡ образы һәм яҙмышы төп урындарҙың береһен алып тора. Уның “Халҡым өсөн”, “Кем өсөн?”, “Бай һәм ярлы”, “Әйҙә, милләт!”, “Тупраҡ” һәм башҡа шиғырҙарының төп образы-халыҡ образы. Шағирҙың һәр бер шиғырында уның ни тиклем халҡын яратҡанлығын, уның яҙмышы өсөн борсолоп йәшәгәнлеген күрәбеҙ. Шәйехзада Бабич ғүмеренең һәр минутын башҡорт халҡының азатлығы өсөн арнаған шәхес булып күҙ алдына килә.Үҙ ерен, үҙ милләтен ысын күңелдән яратҡан ғына кеше шундай көслө рухлы булалыр  тип уйлайым.

    Миңә бигерәк тә уның  “Башҡорт халҡына көйлө хитап” исемле шиғри манифесы оҡшай. Ни өсөн тигәндә, ҡурҡыу белмәҫ шағир Башҡортостандың ирке һәм үҙаллығы өсөн ҡыҙыу көрәш барған дәһшәтле осорҙа ла ситтә ҡалмай, ә туған халҡына ысынбарлыҡты аңлатыу маҡсатын ҡуйып “Башҡорт халҡына көйлө хитап” исемле шиғри манифесын яҙа. Был әҫәрҙә беҙ Шәйехзада Бабичтың  ялҡынлы патриот ҡына түгеллеген, ә ысын дуҫ, намыҫлы кеше икәнен дә асыҡ күрәбеҙ. Ысын дуҫ, көрәштәш булараҡ ул халҡыбыҙҙың аҫыл улдарының береһе Зәки Вәлидиҙе яҡлап, уның эштәрен хуплап, уны азатлыҡ өсөн көрәшсе-патриот итеп күрһәтә.

                         Башҡорттағы намыҫ, иман менән

                         Ярһып тибә Зәки йөрәге,

                         Ҡолаҡ асма дошман ҡотҡоһона!

                         Зәки- Башҡортостан терәге.

    Ошо юлдарҙа Шәйехзада Бабичтың Зәки Вәлидигә ни тиклем ышаныс күрһәткәнлеге күренә. Ә бит ул, ысынлап та, Зәки Вәлидиҙең киләсәктә шундай билдәле, көслө шәхес булырын белгән кеүек...

   “Башҡорт халҡына көйлө хитап “ шиғырының һәр бер һүҙе күңел түренә үтеп инә. Шағир ысын күңелдән ғәзиз халҡын яҡлап ялҡынлы шиғыр юлдарын теҙә...

         Белһен улар беҙҙең, башҡорттарҙың,

                                  Ғәҡес  инҡилапсы түгелен.

                                  Уҡыһындар башҡорт тарихтарын

                                  Шунда күрер башҡорт күңелен

                                  Залим түрәләргә башын бирмәй,

                                  Ирек өсөн һуғыш ҡылғанын...

   Ошо шиғри юлдар бөгөнгө көндә лә актуаль түгелме ни? Башҡорттар үҙ ерен, телен, моңон һаҡлап ҡалыр өсөн ғүмер буйы көрәшәләр түгелме?! Эйе, ул еребеҙҙең  азатлығын һаҡлап ҡалған Абыҙ, Салауат, Ҡараһаҡал, Айҙар, Күсем кеүек батырҙарҙың  исемдәрен иҫкә ала, уларҙы ҡара көстәргә ҡаршы һуғышып үлгән алтын исемдәр, ти. Әлбиттә, ирек өсөн, азат илкәй өсөн борондан уҡ башҡорт халҡы ҡырылып килгән, ләкин башҡорт бер ҡасан да исемен, намыҫын һатмаған.

Үлһә үлер ғәзиз ере өсөн,

Әммә тере ҡалыр намыҫы!

 

     Ш. Бабичтың  “Башҡорт халҡына көйлө хитап” әҫәрендә түбәнге шиғыр юлдары ла уйландырырлыҡ.

            Уйлай ине улар башҡорт халҡын

                                     Үлем иҫереклеге тотҡан тип,

                                     Йәмле ерен уның урыҫ баҫҡан,

                                     Башҡортлоғон татар йотҡан тип.

            Бушҡа сыҡты барлыҡ яуыз фекер,

                                     Башҡорт халҡы үҙен танытты.

            ”Азат Башҡортостан” тыуын алып

                                     Ҡара көскә ҡаршы ҡал(Ы)ҡты

   Эйе, бөгөн дә башҡорттар үҙ ерҙәрен ситтәргә биреп, телдәрен онотоп, эскелектә йәшәүселәр ҙә бар, ләкин уларға ҡарағанда телем, халҡым, ерем тип көрәшеүселәр күберәк тип уйлайым. Әгәр шулай булмаһа, беҙ  бөгөнгө көндә лә үҙ телебеҙҙә, үҙ еребеҙҙә башҡорт телен өйрәнеп, башҡортса йырҙар тыңлап, бейеү конкурстарын үткәреп ултыра алыр инекме? Шәйехзада кеүек моңло ла, дәртле лә, ҡыйыу ҙа ир-егеттәр булғанда Башҡортостан да йәшәр һәм үҫешер! Ш.Бабич бит  үҙ заманында ла ни тиклем ауыр булыуға ҡарамаҫтан, бирешмәгән, матур итеп мандолинала ла уйнаған, юморға ла бай булған, кешеләрҙе лә ойоштора белгән. Тимәк, беҙгә лә унан үрнәк алып йәшәргә кәрәк.

   Ш. Бабичтың  “Башҡорт халҡына көйлө хитап” манифесы уның башҡорт халҡына өндәшеүе генә түгел, ә халыҡты берләштереү ҙә, рухландырыу ҙа, байытыу ҙа ул. Шуға күрә лә Ш. Бабичтың әҫәрҙәре бөгөнгө көндә лә актуаль булғанға күрә, әлбиттә, беҙ шағирҙы шириәтебеҙҙең һүнмәҫ йондоҙо тип әйтә алабыҙ. Уның тәрән мәғәнәле әҫәрҙәре бөгөн дә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Рабочие листы к Вашему уроку:

Краткое описание документа:

Шәйехзада Бабич-милли шиғриәттең һүнмәҫ йондоҙо. Был мәҡәләлә Шәйехзада Бабичтың “Башҡорт халҡына көйлө хитап” манифесы тураһында яҙылған. Ул 9 класта өйрәнелә.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 368 653 материала в базе

Материал подходит для УМК

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 07.04.2022 269
    • DOCX 13.9 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Маскова Гульзамина Раисовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Маскова Гульзамина Раисовна
    Маскова Гульзамина Раисовна
    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 692
    • Всего материалов: 2

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Родной (русский) язык и родная литература: теория и методика преподавания в профессиональном образовании

Преподаватель родного языка (русского языка) и родной литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Формирование семейных ценностей у школьников на уроках литературы в условиях реализации ФГОС ООО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы преподавания литературы в условиях реализации ФГОС

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 113 человек из 40 регионов