Выдаём удостоверения и дипломы установленного образца

Получите 5% кэшбэк!

Запишитесь на один из 793 курсов и получите 5% кэшбэк стоимости курса на карту

Выбрать курс
Инфоурок Родная литература Другие методич. материалыШағирә Әлфиә Әсәҙуллина менән осрашыу сценарийы

Шағирә Әлфиә Әсәҙуллина менән осрашыу сценарийы

Скачать материал
библиотека
материалов

Шағирә Әлфиә Әсәҙуллина менән осрашыу кисәһе сценарийы.

 “Мин яҙҙарҙан алам дәрт-дарман...”

 1-се алып барыусы :

          Добрый день, дорогие гости, уважаемые учащиеся и учителя! Сегодня в нашем центре знаменательное событие — встреча с известной детской поэтессой Альфией Нажибовной Асадуллиной.

2-се а.б.:

          Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар, хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар!  Бөгөн беҙҙә күркәм осрашыу. Халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы ижад кешеһенең беҙгә ҡунаҡҡа килеүе оло ҡыуаныс.

Шағир – бер тамсыһы икән үҙ халҡының,

Тамсы һөйләр диңгеҙ хаҡында.

 Шағир – шаңдағы ул заманының,

 Һәм көсө лә уның халҡында.

 

          Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың  был һүҙҙәре  бөгөнгө осрашыуҙа ҡатнашҡан ҡунағыбыҙ Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге әҙәби премия лауреаты, балалар шағирәһе Әлфиә Нәжиб ҡыҙы Әсәҙуллинаға тап киләлер. Сөнки ул туған халҡынан көс алып, яҙмышынан ҡәнәғәт булып, киләсәгебеҙ тураһында ҡайғыртып йәшәгән оло шәхестәрҙең береһе.

 

Яҙмышҡа рәхмәт, илатһа илатты – йыуатты.

Ҡайғыла ойоһам, шатлыҡтар уятты.

Яҙмышҡа рәхмәт, бер һүҙен әйтергә

Зар булған бер телһеҙ итмәгән.

Маҡсатлы йәшәүҙән намыҫым бизмәне

Кешелек, тыныслыҡ ғәмдәрен йөкмәгән.

Көнө юҡ, төнө юҡ ғүмерем юлының

Һынауҙар арҡылы үтмәгән.

Яҙмышҡа рәхмәт, көрәшеп йәшәрлек

Көсөнән мәхрүм итмәгән, -

 

ти шағирә үҙенең “Рәхмәт» шиғырында

 

 

1-се а.б:  

          Асадуллина Альфия Нажибовна родилась в 1959 году в д. Утеймулла Аургазинского района РБ.  Окончила филологический факультет Башкирского государственного университета, работает в издательстве "Китап" имени З. Биишевой с 1982 г., сначала корректором, с 1992 - редактором отделения художественной и детской литературы. С 2005 года - заведующая сектором детской литературы. Член союза писателей с 2004 г. РБ и РФ.

 

2-се а.б.:    

          Ысынлап та,  иҫ киткес тәбиғәтле урында урынлашҡан Үтәймулла ауылында уның күңелендә тәүге шиғырҙары тыуған, уның һыуҙары, тау-урмандары, нәфис сәскәле яландарына һоҡланыу ҡыҙҙа шиғри осҡондо дөрләтеп, илһамын үҫтергән. Ошо ауылдың урам-тыҡрыҡтарынан, һуҡмаҡтарынан оло юлға сыҡҡан. Барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп, бөгөнгө бейеклеккә килеп еткән.

          Һәр ижад кешеһе – үҙе бер ҡабатланмаҫ донья. Улар болондағы сәскәләр кеүек: төрлө-төрлө һәм һәр береһе дөйөм хозурлыҡҡа үҙ биҙәген өҫтәй. Берәүһен генә өҙ, матурлыҡ һүрелә төшә, гүзәллек кәмей. Шуға ла шиғриәт һәм моң тигән донья күптәребеҙҙең күңелен арбауы тәбиғи. Ә инде ижад кешеләренең үҙҙәре менән һөйләшеү, айырыуса ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс.

 

1-се а.б.:

          Альфия Нажибовна активно работает в области детской литературы и поэзии для взрослых. Она тонкий знаток детской психологии. Удивительно выразительные образы природы Башкортостана волнуют чуткую и нежную душу поэтессы, она в доступной лирической форме раскрывает детям таинственные секреты мироздания. Небольшие по объёму стихи служат одной задаче — созиданию целостной картины, природы и нашего Башкортостана, воспитывает любовь к Родине, учит бережливому отношению к природе.

2-се а.б.:

          Шағирәнең  "Сайҡала сауҡалар" “Күбәләк күлдәк ҡотлата”, "Ҡояшҡа таж кейҙерәм"Зоопарк килде беҙгә” , “Ысыҡлы ҡояш”, “ Хыял осошо” һәм башҡа шиғри китаптары донъя күрҙе. Уның һәр шиғыры әҙәбиәтебеҙҙә ынйы булып балҡып тора. Шағирәнең балалар өсөн яҙған шиғырҙары  тәбиғәтте, ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе яратырға, тыуған ер йылыһын тойорға өйрәтә.

 

“Эй түгелде йөрәк көсөм,

Түгелер әле тағы.

Балаларға етһен өсөн

Матур башҡорт китабы”, - тип яҙа шағирә.

 

Ә хәҙер уҡыусыларыбыҙ һеҙгә шағирәнең шиғырҙарын уҡып ишеттерер.

 

 Уҡыусы «Кәзә бәрәстәре” шиғырын уҡый

Кәзәнең өс бәрәсе бар -

Бигерәк шаян, шуҡтар.

Ырғып, һикереүҙән арып,

Ҡасан һәң улар туҡтар?

Йөндәре йылҡылдап тора,

Тере төймә - күҙҙәре

Кескәй көйө ҡартайғандар

Бар һаҡал, мөгөҙҙәре.

 

У козы козляток трое,

Разбежались кто куда.

Скачут целый день порою,

Не догонишь иногда.

Глазки – пуговки живые,

Шерсть на солнышке блестит.

До чего же озорные!»-

Мама нежно говорит.

Хоть еще малы они,

Но рога еще видны.

И пока короткая,

Пушистая бородка.

 

Мишинкина Настя

 

Попугай.

 

На каникулы приехал

Отдохнуть к нам старший брат.

Мне привёз он попугая,

Как красив его наряд!

 

Он по клетке всё метался,

Головой своей вертел.

Только как я ни старался -

Говорить не захотел.

 

На прогулку выпускаем,

Он летает и кричит.

Снова в клетку возвратится

И опять сидит, молчит.

 

Только раз не доглядели...

Утром видим (вот беда!)

Пара крылышек, а рядом -

Морда сытая кота.

 

Он ведь хищник

Рыжий плут.

Птичку — жаль...

Что скажешь тут!

 

1-се а.б.:

          Әлфиә Нәжип ҡыҙының бына инде 30 йылдан ашыу ғүмере Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте менән бәйле.  Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән исем менән билдәләнгән. Балаларға арнап әҫәр яҙыу тәрән аҡыл, нескә күңел, йор һүҙлелек, оҫта психолог булыуҙы талап итә. Былар - әҙибәнең холоҡ-фиғеленә, эске һәм тышҡы булмышына тулыһынса тап килгән сифаттар ул. Авторҙың ниндәй генә емешле ижадын ҡулға алып ҡарама, һәр береһендә балалар күңеленә юл ярған изге һуҡмағын, кескәйҙәрҙе сафлыҡҡа өндәгән, йөрәктәренә шәфҡәтлек орлоҡтары сәскән хис-тойғоларын күрергә мөмкин. Әҙибә бала психологияһын нескә тоя, шиғырҙарында үҫеп килгән быуын күңеленә матурлыҡ орлоҡтары һала, уларҙы донъяны танып белергә, тыуған еребеҙҙе яратырға, беҙҙе уратып алған тәбиғәткә һаҡсыл булырға өйрәтә...

 

Тағы ла уҡыусыларыбыҙҙы тыңлап алайыҡ:

Уҡыусы «Зоопарк килде беҙгә”шиғырын һөйләй:

 

Тәгәрмәсле вагондарҙа

Зоопарк килде беҙгә...

Уйнап йөрөгән балалар

Шатландыҡ бөтәбеҙ ҙә.

Биҙәкле ҙәр вагондарҙы

Ун биште һанай алдым.

Унан башҡа тағы бишәү

Һаналмайынса ҡалды.

Каруселдәр ҙә бар икән,

Пони-ат та күренә.

Атай-әсәй, һеңлем менән

Килеү кәрәк күрергә!

 

В разукрашенных вагонах

Привезли к нам зоопарк.

Поместят его, конечно,

В городской центральный парк.

Я глядел и попытался

Все вагоны сосчитать.

До пятнадцати добрался,

А осталось еще пять.

Там лошадок, милых пони,

Карусели видел я.

Что же там еще за звери?

Есть, наверно, и медведь...

С мамой, папой и сестренкой

Всех приду я посмотреть.

 

Укыусы

 

 

Телёнок

 

Наш телёнок в чёрной шубе

С белым пятнышком смешным,

Спозаранку всех разбудит

Он мычанием своим.

 

А сегодня утром встал,

Платьице моё достал

Он с верёвки бельевой

Я кричу ему: «Постой!»

 

Я тяну, а он жуёт,

Платье мне не отдаёт.

Видно, хочет, чтоб с заплаткой

Платье я носила.

Платьице уже без складок,

Вырвала насилу.

 

2-се а.б.:

 Әлфиә Нәжиб ҡыҙының шиғырҙары йыр булып та яңғырай. Хәҙер һеҙҙең  иғтибарығыҙға композитор Фәрит Идрисов ижад иткән йыр Таңсулпан». («Мәңге йәшә, илем!” ,«Әсәйемә” йәш композитор Әлфиә Хәбирова ).

 

 

Бөгөн беҙ шағирәнең тағы ла бер китабы менән танышасаҡбыҙ. Һүҙҙе ҡәҙерле ҡунағыбыҙ Әлфиә Нәжиб ҡыҙының үҙенә бирәйек. Рәхим итегеҙ! (һөйләй).

 

Шағирәгә һорауҙар бирелә:

1-се а.б.:

-Әлфиә Нәжиб ҡыҙы, тәүге шиғырығыҙ ҡасан яҙылды, һәм уны яҙырға Һеҙҙе нимә этәрҙе?

2-се а.б.:

- Һеҙ: «Шиғырҙарымды ике ҡыҙым һәм улым яҙышты, тиһәм, һис тә хата булмаҫ. Ваҡыт табып, яҙып ҡына өлгөр уларҙың мәрәкәләрен, шуҡлыҡтарын, тапҡыр һүҙҙәрен. Һорауҙары ла бик күп. Үҙемдең бала саҡ мажараларын да шиғри юлдарға һалдым», – тип яҙаһығыҙ  «Ҡояшҡа таж кейҙерәм» тигән китабының баш һүҙендә. Ғаиләгеҙ тураһында һөйләп китһәгеҙсе.

1-cе а.б.:

- Белеүебеҙсә, ҡыҙығыҙ Динара ла Һеҙҙең юлдан киткән, йәш шағирә икән. Балалар өсөн “Бәүелсәкле Аҡбуҙат”, “Белгем килә бөтәһен” исемле китаптары ла сыҡҡан икән.

2-се а.б.:

- Әлфиә Нәжиб ҡыҙы, Һеҙҙең шиғырҙарға күп кенә йырҙар ҙа ижад ителгән. Бөгөн тыңлап киткән  Таңсулпан» йыры тураһында һөйләп китһәгеҙсе: Кемгә арнап, ҡасан ижад иткәйнегеҙ?

(“Әсәйемә”, , «Мәңге йәшә, илем!”)

Йыр тыңлана.

 

1-са а.б.:

          Бына күркәм сарабыҙ аҙағына ла яҡынлашты. Хөрмәтле Әлфиә Нәжиб ҡыҙы, беҙгә ошондай онотолмаҫлыҡ минуттар бүләк иткәнегеҙ өсөн Һеҙгә ҙур рәхмәт. Беҙ ошондай матурлыҡҡа, шиғриәткә ғашиҡ шәхес менән осрашыуыбыҙға, аралашыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ. Күңелегеҙҙә илһамлы ижад ҡомары һүрелмәһен, ҡәләмегеҙ үткер, фекерегеҙ тос булһын. Киләсәктә  һеҙҙең менән тағы ла осрашырға яҙһын.

Ижади емешле, изге эштәр менән тулы тормошоғоҙ Һеҙҙе һәр саҡ ҡыуандырып, тағы ла ижадҡа дәртләндереп торһон! Шиғырығыҙҙағы юлдар менән әйтеүегеҙсә, “ғүмер юлы саҡ башлана төҫлө, йөрәк тойған төҫлө йәш миңәҺеҙгә. Хоҙай һаулыҡтан айырмаһын ! Үҙегеҙ яҙғанса:

 

Дан кәрәкмәй,
Мал кәрәкмәй,
Кәрәк һаулыҡ.
Һаулыҡ булһа
Йәшәп була
Алға барып.

Даның, малың
Ашып-ташып,
Өйөлөп тә,
Һаулыҡтан тыш
Ярҙам итмәҫ бер бөртөк тә...

 

Әлфиә Нәжиб ҡыҙы туған халҡының рухи-әҙәби йолаларын, тормош тәжрибәһен яҡшы белә. Яҙғандары балаларҙа милли үҙаң, юғары әхлаҡ сифаттары тәрбиәләй, уларҙың эстетик зауыҡтарын үҫтереүҙә ярҙам итә. Тирә-яҡтағы ябай ғына күренештәрҙән шиғри образдар табып һәм уларҙы йәнләндереп уҡыусы күңелен балҡытҡан шағирәгә ижад уңыштары теләйбеҙ. Сабыйҙарға тәмле күстәнәс булырҙай матур ҙа, хикмәтле лә китаптарын көтөп ҡалабыҙ.

 

https://vk.com/id245207123?z=video-117131991_456241707%2Fvideos245207123%2Fpl_245207123_-2

 

https://vk.com/id245207123?z=video-49342349_171996751

 

https://vk.com/id245207123?z=video245207123_170530108

 

 

 

 

  • Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
    Пожаловаться на материал
Курс повышения квалификации
Курс повышения квалификации
Курс профессиональной переподготовки
Учитель русского языка и литературы
Скачать материал
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Курс профессиональной переподготовки «Маркетинг: теория и методика обучения в образовательной организации»
Курс повышения квалификации «Формирование компетенций межкультурной коммуникации в условиях реализации ФГОС»
Курс профессиональной переподготовки «Клиническая психология: теория и методика преподавания в образовательной организации»
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания конституционного права с учетом реализации ФГОС»
Курс повышения квалификации «Основы построения коммуникаций в организации»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности экономиста-аналитика производственно-хозяйственной деятельности организации»
Курс повышения квалификации «Применение MS Word, Excel в финансовых расчетах»
Курс повышения квалификации «Основы менеджмента в туризме»
Курс профессиональной переподготовки «Методика организации, руководства и координации музейной деятельности»
Курс профессиональной переподготовки «Метрология, стандартизация и сертификация»
Курс повышения квалификации «Международные валютно-кредитные отношения»
Курс профессиональной переподготовки «Теория и методика музейного дела и охраны исторических памятников»
Курс повышения квалификации «Информационная этика и право»
Курс профессиональной переподготовки «Стратегическое управление деятельностью по дистанционному информационно-справочному обслуживанию»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.