Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Шәжәрәмдә – дворяндар нәҫеле

Шәжәрәмдә – дворяндар нәҫеле


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Республика политехник лицей-интернаты

дәүләт бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы







Шәжәрәмдә – дворяндар нәҫеле

(эҙләнеү эше)



Әҙерләне: Дашкин Рауил,

XIа класс уҡыусыһы

Етәксеһе: Ишкинина Фәүзиә

Ғирфан ҡыҙы,

Башҡортостан мәҙәниәте,

тарихы уҡытыусыһы






Күмертау

2015


Беҙҙең ғаиләбеҙ, башҡа ҡайһы бер ғаиләләр кеүек, ҙур һәм бик бай тарихҡа эйә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул бөгөнгә тиклем ныҡлап өйрәнелеп бөтмәгән.. Ҡайһы бер документтарҙы табып булмауы бигерәк тә аяныс. Һуңғы осорҙа ғаиләбеҙ тарихына бәйле булған шәжәрәләргә яңынан мөрәжәғәт итергә тура килә.

Шәжәрә - ул халыҡтың генеологик йылъяҙмаһы. Унда, ғәҙәттә ырыу башлыҡтарының һәм нәҫел буйынса бөтә ир заттарының исемдәре хронологик тәртиптә индерелгән булған. Үҙен ысын кеше тип һанаған һәр кеше ата-бабаларының тарихын, йәғни үҙенең нәҫел тамырҙарын белергә тейеш. Шул саҡта ғына ул үҙ нәҫелен лайыҡлы дауам итеүсе, туғандары, ауылдаштары, ырыуҙаштары, халыҡ алдында үҙенең башҡарған эштәре өсөн яуаплы буласаҡ.

Шәжәрә - мөһим ваҡиғаларҙы яҙып барған йылъяҙма.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең республикабыҙҙа «Шәжәрә байрамы» үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итеүен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Шәжәрә байрамын үткәреүҙең маҡсаты - быуындар бәйләнешен һаҡлау, милли йолалар, ғәрәф-ғәҙәттәр нигеҙендә ғаилә һәм туғанлыҡ ептәрен нығытыу, үҫеп килеүсе быуынды, үҙ ырыуын, халҡын, тыуған яғының тарихын өйрәнеүгә ылыҡтырыу: ғаилә ижадын үҫтереү, уның йәш быуынды әхлаҡи һәм рухи тәрбиәләүҙәге ролен арттырыу; йылъяҙмалар, эпостар, легендалар, риүәйәттәрҙе һаҡлап ҡалыу.

Шәжәрә йыйыу яғынан беҙгә, Дашкиндарҙың йәш быуынына, бәхет йылмайҙы тип әйтергә була. Ҡулыбыҙҙа әһәмиәте яғынан бик ҡиммәтле китап. “От служилых татар к татарскому дворянству” тип атала ул. Авторы – Ғабдуллин Илдус Рәшит улы. Китапҡа рецензияны Рәсәй генеалогия федерацияһы президенты, Халыҡ-ара генеалогик академияның генераль секретары, Дәүләт Тарих музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Станислав Владимирович Думин яҙған. Китапта яҙылғандар менән һеҙҙе лә таныштырып үтәһем килә.

Беҙҙең Дашкиндар нәҫеле – дворяндар тоҡомонан. Нәҫел башлығы – Дәшкәй мырҙа Ходяков (? – 1611) XVI быуаттың икенсе яртыһынан XVII быуаттың башына тикле йәшәгән. Рәсәйгә яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн дүрт йөҙ ярым оклад һәм крәҫтиәндәр менән бүләкләнгән. 1612 йылда уның өс улы булыуы билдәле: Сүнчәләй (1596-? ), Ишмәкәй (1608 -? ) һәм Алмаҡай (1610 -? ) Дашкиндар. Ул ваҡытта уҡ Дашка менән Сүнчәләйҙең кенәз титулы, ә Ишмәкәй менән Алмаҡайҙың мырҙа титулы булған. 1699 йылда Дашкиндарҙың балалары Күдрәк Обраимов, Байтер Емлакаев, Устин Нурҡаев, Абраим һәм Смаил Ишмәмәтовтар, Мостай Сафаров, Әлей Уразмәмәтов, Бегай Абраимов, Иванаш Расланов, Хәлислам һәм Цараслам Плюнбаевтар, Рәжәп Уразмәмәтов мырҙаларҙың үҙҙәренең имениелары булған. 1713 йылда Дашкин балалары кенәз Арслан Бекбаев һәм Иванаш Арслановтарҙың Пенза өлкәһе Урта Юлузан төбәгендә 11 крепостной крәҫтиән дворы булған.

Петр Беренсенең 1713 йылғы 3 ноябрь мосолман помещиктарын көсләп суҡындырыу указына ярашлы Дашкиндарҙың поместье һәм крәҫтиәндәре хөкүмәткә күсерелә.Шул иҫәптән Темников өйәҙе Дашкино ауылында йәшәүсе кенәз Батый Дашкиндың 19 крәҫтиәне, Мостай Дашкиндың 5 крәҫтиәне батшаға күсә.

1719 йылда Дашкиндарҙың мырҙа тоҡомдары хәҙерге Мордва Республикаһы Кадом өйәҙе Таулы Шуструй ауылында йәшәгән.

XVIII-XIX быуаттарҙа Дашкиндар нәҫеленең бер өлөшө Пенза губернаһы Ҡыҙыл Слобода өйәҙендә (Хәҙерге Мордва Республикаһы) йәшәгән. Унан башҡа Дашкиндарҙың Ҡыҙыл Слобода өйәҙе Имаҡай, Ҡара Студенец ауылдарында, Кадом өйәҙе Таулы Шуструй( хәҙерге Мордва Республикаһы), Кочалейка (хәҙерге Пенза өлкәһе) йәшәгәндәре билдәле.

1779 йылда Дашкиндарҙың бер тармағы – Зәйет мырҙа Яҡупов ғаиләләре Бөгөлмә өйәҙе Ғабдула ауылынан (хәҙерге Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы Илбәк ауылы) Ырымбур губернаһы Ноғай даруғаһы Юрматы волосына күсенә. Һуңғараҡ, был ғаиләләрҙең БР Федоровка районы Иҫке Яуыш ауылында йәшәгәнлеге билдәле.

1797йылда һәм XIX быуат баштарында Иҫке Яуышҡа кенәз Дашкин балалары Юныс Шабанов һәм Йосоп Бәхтиев күсенеп ултыра. 1788 йылдың 24 майында был ике ғаилә подушный оклад системаһынан сығарылған була.1791 йылдың3 декабрендә Сенаттың указы менән уларға дворянлыҡ титулы кире ҡайтарыла. Уларҙың килеп сығышы Ишмәкәй Дашкиндан килә. Унан тыш, XIX быуат баштарында Дашкиндар Пенза губернаһынан бөгөнгө Бүздәк районы Бүздәк, Шланлыкүл, бөгөнгө Кушнаренко районы Мәүлет ауылдарына күсенәләр. Улар бөтәһе лә Сүнчәләй Дашкиндың тамырҙарын дауам итеүсе булып, дәүләт крәҫтиәндәре сословиеһында ҡалалар. Әхтәм Мортазин һәм Усман Ғүмәров хеҙмәт итеү осоронда офицер чинына тиклем күтәреләләр.

Шәжәрәнең схемаһы

Таблицала күрһәтелгән Дашкиндар тоҡомоноң иң билдәлеләре: Дәшкәй, 1611 йылғы Беренсе ополчениела ҡатнашыусы, “ул Мәскәү янындағы земство хеҙмәтендә башын һала”.

Сүнчәләй – 1611-1612 йылдарҙағы Минин һәм Пожарский етәкселегендәге ополчениела ҡатнашыусы.

Алмаҡай, Сәфәр, Ибраһим, Смаил, Уразмәмәт, Ҡадир XVII быуаттың икенсе яртыһында городовой список буйынса хеҙмәт иткәндәр.

Байтимер Темников буйынса хеҙмәт итә һәм 1688 йылда поместье һәм аҡса менән бүләкләнә.

Усман, Хәнәй һәм Мөхәй Петр Беренсенең Персия походында ҡатнашалар һәм “Баҡы янында һәләк булалар”.

Йосоп “1749-1750 йылдарҙа һайлау буйынса Шацкий провинция канцелярияһында Шацкий, Ҡасим, Кадом, Темников, Инзар, Керенский, Үрге Ломов төбәктәрендәге мырҙаларҙан һәм татарҙарҙан ҡаҙнаға аҡса йыйыу менән була”. 1791 йылда кенәз титулын кире тергеҙеп ала. Йосоптоң тоҡомдары йәшәр өсөн Ырымбур губернаһын һайлайҙар.

Әхтәм -1792 йылда гвардиялы Семен полкында капрал булып хеҙмәт итә, 1796 йылда прапорщик званиеһына лайыҡ була. Шул уҡ 1796 йылда Ырымбур гарнизон полкына подпоручик чинында күсерелә. 1798 йылда – поручик, ә 1799 йылда штабс-капитан званиеһын бирәләр.

Бәшир хеҙмәт юлын Бутыр полкының 2-се гренадер ротаһында рекрут наборы буйынса башлай.

Усман – Ырымбур гарнизонында прапорщик булып хеҙмәт итә. 1799 йылда подроручик чинына күтәрелә.

Дашкиндарҙың тамғаһы (304 бит)

XVIIIXIX быуаттарҙа Ырымбур губернаһында Дашкиндарҙың фамилия структуралы йәшәү төбәге – Кушнаренко районы Мәүлет ауылы.

Нәҫел-нәсәбен, күренекле шәхестәрен белгәндәр, һис һүҙһеҙ, милләт сафлығын һаҡлап, күренекле шәхестәр рухына тап төшөрмәй милләт ғорурлығы булып йәшәр, тип өмөтләнергә ҡала.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы яҡташыбыҙ Румил Аҙнабаев әйтмешләй: “Тарих төпкөлөнән килгән абруйлыҡты белеү кеше психикаһын үҙгәртә, ул тәртипкә килә, үҙен бөтөнләй икенсе дәрәжәле итеп тота, шәхес итеп һиҙә башлай”.

Атай-өлатайҙарҙы, йәғни ете быуынды белеү егет ҡорона етеп, башлы-күҙле булыу мәлендә ҙур роль уйнай. Кейәү, кәләш хаҡында нәҫеленә ҡарап фекер йөрөткәндәр, ете быуын араһында туған-тыумаса булыуынан һаҡланғандар. Бушҡа ғына ете быуын вәкиленең һәр береһен аңлатҡан термин уйлап табылмағандыр бит: атай-әсәй, ул-ҡыҙ, ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәр, тыуа-тыуасар, тыуа ят, ете ят. Ошо ҡанундарҙы тапап, туғандар араһында өс туғанға, дүрт туғанға хатта ике туғанға өйләнеү осраҡтары ла юҡ түгел. Аҡһаҡалдар тәрбиәһенең булмауы тураһында һөйләй был. Шәжәрәләр өйрәнеү – ҙур тәрбиә мәктәбе.



























Ҡулланылған әҙәбиәт


  1. Башҡорт шәжәрәләре. Ө., “Китап”, 2002

  2. Бураҡаева М. Шәжәрә өйрәнеү – ҙур тәрбиә мәктәбе. “Башҡортостан” гәзите №139, 2006 й.

  3. Ғабдуллин И.Р. “От служилых татар к татарскому дворянству” ,Москва,2006, 318 стр.

  4. Галин С. “Халыҡ ижады һәм шәжәрә”, Стәрлетамаҡ, 1975

  5. Янғужин Р. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. Өфө, 1995 й.



Автор
Дата добавления 16.10.2015
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров181
Номер материала ДВ-068819
Получить свидетельство о публикации

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх