Инфоурок / Физика / Другие методич. материалы / “Сихри донъя илендә” уйыны

“Сихри донъя илендә” уйыны


Напоминаем, что в соответствии с профстандартом педагога (утверждён Приказом Минтруда России), если у Вас нет соответствующего преподаваемому предмету образования, то Вам необходимо пройти профессиональную переподготовку по профилю педагогической деятельности. Сделать это Вы можете дистанционно на сайте проекта "Инфоурок" и получить диплом с присвоением квалификации уже через 2 месяца!

Только сейчас действует СКИДКА 50% для всех педагогов на все 184 курса профессиональной переподготовки! Доступна рассрочка с первым взносом всего 10%, при этом цена курса не увеличивается из-за использования рассрочки!

ВЫБРАТЬ КУРС И ПОДАТЬ ЗАЯВКУ
библиотека
материалов

Сихри донъя илендә”


( “Бәхетле осраҡ” уйыны )


Башҡарҙы: Өфө ҡалаһы

83- cө лицейҙың башҡорт теле

уҡытыусыһы Нәҙербаева Лена Сәғәҙей ҡыҙы



Маҡсат. 1.Уҡыусыларҙың Башҡортостан мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте тураһындағы белемдәрен нығытыу, тәрәнәйтеү, байытыу.

2.Уҡыусыларҙың танып белеү активлығын, логик фекерләүен, хәтерен, иғтибарын һәм телмәрен үҫтереү.

3.Әҙәби, мәҙәни мираҫ аша тыуған яҡҡа, ергә һөйөү, ихтирам, арҙаҡлы шәхестәребеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: ҡом сәғәте, тоҡсай менән уйынсыҡ мискәләр, мәҙәни усаҡ һүрәттәре, картиналар, мультимедиа, слайдтар, Почет грамоталары.


Уйын барышы:


Залда “Башҡортостан” йыры яңғырай.

Алып барыусы. Быйылғы йыл илебеҙҙә Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде, шуға күрә, уйыныбыҙ ҙа ошо темаға бәйле. Ике команда мәҙәниәт, сәнғәт, театр, кино, әҙәбиәт өлкәһендә көс һынашасаҡ. Уңыштар һеҙгә!

I гейм. (1минут эсендә мөмкин тиклем күберәк һорауға яуап бирергә тырышығыҙ. Һәр дөрөҫ яуапҡа – 1 мәрәй. Һорауҙар милли геройыбыҙ- С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы алыусылар менән бәйле. )

1-се команда өсөн һорауҙар: 1. Нисәнсе йылда БАССР-ҙың С.Юлаев исемендәге премияһы булдырыла? (1967.) 2. Был премия кемдәргә тапшырыла? (Әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендәге иң яҡшы эштәргә.) 3. Был премияға лайыҡ булған Баймаҡ районынан сыҡҡан шағир? (А.Игебаев.) 4. Композиторҙар араһынан иң беренсе булып был премияға кем лайыҡ була ?(З.Исмәғилев.) 5. “Аманат”, “Ер рухы”, “Ҡымыҙ” картиналар серияһы өсөн был премияға ошо рәссамдар лайыҡ була, кемдәр? (Р.Зәйнетдинов, Г.Калитов.) 6. Был премияға лайыҡ булған тележурналист, “Историческая среда” тапшырыуы авторы? (С.Хәмидуллин.)

2- се команда өсөн һорауҙар: 1. Нисәнсе йылдан алып был премия С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы тип атала? (1992.) 2. Әҙәбиәт өлкәһендә иң тәүгеләрҙән булып, үҙе үлгәндән һуң, ниндәй әҫәре өсөн кемгә бирелә? (Һ.Дәүләтшинаға “Ырғыҙ”романы өсөн.) 3. Бейеүселәрҙән беренсе булып, кем лайыҡ була? (Р.Туйсина.) 4. С.Юлаев скультураһын эшләгән өсөн премия кемгә бирелә? (Т.Нечаева.) 5. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы бик күп образдар тыуҙырғаны өсөн ошо премияға лайыҡ була, кем ул? (Х.Үтәшев.) 6. Р.Шәкүргә ниндәй китабы өсөн был премия тапшырыла? (“Ыласындар бейектй оса”.)

II гейм. Уйында ҡатнашыусылар сиратлап тоҡсайҙағы номерҙар яҙылған мискәләрҙе ала. Алып барыусы шул һанға тап килгән карточкаларҙағы һорауҙарҙы ҡысҡырып уҡый. Һәр дөрөҫ яуапҡа – 1 мәрәй.

1.Башҡорттар йәшәгән йорт – тирмә.

2.Республика флагында ниндәй һүрәт төшөрөлгән – ҡурай.

3.Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының арҡаһына төшөп торған баш кейеме- ҡашмау.

4.Башҡорт халҡының милли итле ашы- бишбармаҡ.

5.Башҡортхалҡының милли байрамы – һабантуй.

6.Өфөлә рәссам исемен йөрөткән музей – Нестерев.

7.Даны бөтә донъяға таралған балетмейстер, хореограф – Р.Нуриев.

8.Республика флагындағы ерҙе, иректе аңлатҡан төҫ – йәшел.

- Ә хәҙер башҡорт мәҙәниәтенең кино сәнғәте, рәссамдәрен белеү- белмәүегеҙҙе тикшерәйек.

1) “Башҡортостан ” телерадиокомпанияһындағы 33 сериялы беренсе башҡорт сериалы? (“Ай ҡыҙы”.)

2) “Ауылда байрам. 1930”, “Өс ҡатын”, “Фронтҡа оҙатыу” картиналарының авторы? (Ә.Лотфуллин. )

3) Айнур Асҡаровтың фильмы? (“Еңмеш.” )

4) А.Йомағоловтың “яңы ғына бешкән ” фильмы? (“Етегән.”)

5) “Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ”, “Түбә руднигы”, “Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе” картиналарының авторы? (Ҡ.Дәүләткилдеев.)

6) Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы ниндәй сит ил сериалы башҡорт теленә тәржемә итеп күрһәтелде? (“Эдера”.)

III гейм. Башҡортостандағы мәҙәни усактарҙың тулы исемдәрен тап. Командаларға исемлек таратыла. Һәр дөрөҫ яуапҡа – 1 мәрәй.


I командаға

Башҡорт дәүләт академия драма театры З.Вәлиди исемендәге

Сибай дәүләт драма театры М.Ғафури исемндәге

Бейеү ансамбле А.Мөбәрәков исемендәге

Милли китапхана Ф.Ғәскәров исемендәге



II командаға

Милли йәштәр театры “Сулпан”

Татар театры “Родина”

Сибай балалар театры М.Кәрим исемендәге

Кинотеатр “Нур”


IV гейм. Туған ил, тел һәм кешелек сифаттары тураһындағы мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ. Ҡайһы команда алдараҡ әйтә - 1 мәрәй.

Илем өсөн тыуғанмын ... (илем өсөн үлермен)

Илен һөйгән ... (ир булыр)

Туған телең ... (үҙ болоң)

Кешенең хөрмәте ... (үҙ ҡулында)

Кеше йырын да йырла ... (үҙеңдекен дә онотма)

Кешене ҡәҙерләмәгән ... (үҙе лә ҡәҙер күрмәгән)

Дан килер ҙә китер ... (яҡшы исем атанан улға етер).


V гейм. Слайдтарҙағы Башҡортостан мәҙәни усаҡтарын таныйһығыҙмы, исемдәрен әйтегеҙ.

1. “Ләлә-Тюльпан” мәсете

2. Конгресс Холл

3. С.Юлаев һәйкәле

4. Өфө - Арена боҙ һарайы

5. “Ҡунаҡһарай” комплексы

6. Башҡорт Дәүләт Университеты

7. Динамо стадионы

8. Яҡупов ял паркы.


VI гейм. Ҡайһы команда һорауҙарға тиҙерәк яуап бирер?

1. Сибай ҡалаһында үткәрелгән йырсылар бәйгеһе нисек атала? (“Ирәндек моңдары”)

2. Ҡурайсылар бәйгеһе ниндәй ҡалала үткәрелә? (Октябрьский)

3. “Бергә-бергә оҙон ғүмер кисергәндәр, ти, улар. Ҡарсығы үлеп киткәндән һуң, ҡарт ике улы Шүлгән һәм Урал менән ҡала.” Был өҙөк ниндәй әкиәттән? (“Урал батыр” әкиәтенән.)

4. Минең тыуған ҡырҙарым,

Балдай татлы һыуҙарым,

Яландарым, урманым,

Күккә ашҡан Уралым-

Минең изге төйәгем,

Һеҙҙе һөйә йөрәгем. Был кемдең шиғыры? (С.Юлаев.)


Йомғаҡлау. Еңеүселәрҙе ҡотлау.

- Хөрмәтле уҡыусылар! Бөгөнгө уйында һеҙ үҙегеҙҙең белемдәрегеҙҙе һынанығыҙ, киләсәктә лә телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙға битараф булмай, артабан да илһөйәр, телһөйәр, республикабыҙға лайыҡлы шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем, сөнки илебеҙҙең киләсәге һеҙҙең ҡулда!


Краткое описание документа:

“Бәхетле осраҡ” уйыны

 

2014 йыл илебеҙҙә Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде, шуға күрә, уйыныбыҙ ҙа ошо темаға бәйле. Ике команда мәҙәниәт, сәнғәт, театр, кино, әҙәбиәт өлкәһендә көс һынашасаҡ.

 

1.Уҡыусыларҙың Башҡортостан мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте тураһындағы белемдәрен нығытыу, тәрәнәйтеү, байытыу.

2.Уҡыусыларҙың танып белеү активлығын, логик фекерләүен, хәтерен, иғтибарын һәм телмәрен үҫтереү.

 

3.Әҙәби, мәҙәни мираҫ аша тыуған яҡҡа, ергә һөйөү, ихтирам, арҙаҡлы шәхестәребеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиә

 

Был уйында уҡыусыларҙың белемдәрен һынап, киләсәктә лә телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙға битараф булмай, артабан да илһөйәр, телһөйәр, республикабыҙға лайыҡлы шәхестәр булып үҫеүенә иғтибар бүленә, сөнки илебеҙҙең киләсәге улар ҡулында!

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Общая информация

Номер материала: 377179


Очень низкие цены на курсы переподготовки от Московского учебного центра для педагогов

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 60% скидки (только до конца зимы) при обучении на курсах профессиональной переподготовки (124 курса на выбор).

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: KURSY.ORG

Похожие материалы

Только до конца зимы! Скидка 60% для педагогов на ДИПЛОМЫ от Столичного учебного центра!

Курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации от 1 400 руб.
Для выбора курса воспользуйтесь удобным поиском на сайте KURSY.ORG


Вы получите официальный Диплом или Удостоверение установленного образца в соответствии с требованиями государства (образовательная Лицензия № 038767 выдана ООО "Столичный учебный центр" Департаментом образования города МОСКВЫ).

Московские документы для аттестации: KURSY.ORG


Вам будут интересны эти курсы:

Курс повышения квалификации «Информационные технологии в деятельности учителя физики»
Курс профессиональной переподготовки «Физика: теория и методика преподавания в образовательной организации»
Курс повышения квалификации «Правовое обеспечение деятельности коммерческой организации и индивидуальных предпринимателей»
Курс повышения квалификации «Методика написания учебной и научно-исследовательской работы в школе (доклад, реферат, эссе, статья) в процессе реализации метапредметных задач ФГОС ОО»
Курс повышения квалификации «Педагогическая риторика в условиях реализации ФГОС»
Курс повышения квалификации «Организация научно-исследовательской работы студентов в соответствии с требованиями ФГОС»
Курс повышения квалификации «Экономика и право: налоги и налогообложение»
Курс повышения квалификации «Введение в сетевые технологии»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности экономиста-аналитика производственно-хозяйственной деятельности организации»
Курс повышения квалификации «ЕГЭ по физике: методика решения задач»
Курс профессиональной переподготовки «Политология: взаимодействие с органами государственной власти и управления, негосударственными и международными организациями»
Курс профессиональной переподготовки «Уголовно-правовые дисциплины: теория и методика преподавания в образовательной организации»
Курс профессиональной переподготовки «Эксплуатация и обслуживание общего имущества многоквартирного дома»
Курс профессиональной переподготовки «Организация процесса страхования (перестрахования)»
Курс повышение квалификации «Информационная этика и право»